«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42  |  43 
Ноябрь
   44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48  |  49  |  50  |  51 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ир-егет ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш тип уйлайһығыҙ? Ул сифаттар һеҙҙең үҙегеҙҙә бармы? Уларҙы нисек тәрбиәләргә?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЯҢЫ ЙЫЛ ­ ЯҘҒЫ ЙОЛАМЫ?
+  - 

Яңы йыл килеүен ҡаршылау - бөгөнгә тиклем килеп еткән иң боронғо ритуалдарҙың береһе, шуға күрә уны кешелектең тарихи байрамдары рәтенә индереп була.

Был байрам нисек барлыҡҡа килгән һуң? Бының өсөн боронғо ҡәүемдәрҙең ваҡыт төшөнсәһен аңлай башлауы тәү шарт булып торған. Билдәле булыуынса, боронғо кешеләр аңында ваҡыт төшөнсәһе миҙгелдәр алышыныуы, тәбиғәттә йыл һайын ҡабатланып торған үҙгәрештәрҙе күҙәтеү нигеҙендә формалашҡан. Аңдары үҫешә барған кешеләр үткән ваҡытты иҫәпләү өсөн бик ҡулай булған үлсәм - йыл төшөнсәһен булдыра. Архаик замандарҙа һәр яңы йыл ерҙәге барса тереклектең яңырыу осоро - яҙ миҙгеле етеү менән башланған, һәм был мәңгелек күктең, тәбиғәттең кисектергеһеҙ ҡануны рәүешендә ҡабул ителгән. Кешеләр аңында яҙ башы - яңы йыл башы - яҙғы ерҙең сираттағы йәнләнеше, яңырышы рәүешендә сағылыш тапҡан. Тап шуның өсөн дә боронғо халыҡтар яңы йыл башын март айында байрам иткән.
Иң боронғо яҙма сығанаҡтарҙан булған Муса бәйғәмбәр закондарында (б.э.т. 2 мең йыл әүәл) Яңы йылды "авив" (башаҡ) айынан һанай башлау тураһында әйтелә, был март-апрель тирәләренә тура килә. Урта Азияла, Иранда, Афғанстанда һәм башҡа ҡайһы бер илдәрҙә бик боронғо дәүерҙәрҙән бирле Яңы йылды яҙ килеү менән байрам итеү йолаһы хәҙергә тиклем һаҡланып ҡалып, Наурыҙ (Новруз, Нооруз) исемен йөрөтә. Был һүҙ боронғо пехлеви телендә "яңы көн" тигәнде аңлатыуы хаҡында фараз бар. Бәлки, төркисә "навруз" һүҙе яҡынса "нав арз"дан алынып, "яңы дөгө", "яңы ризыҡ" ("арз" - ғәрәпсә дөгөнө, йәғни ер ризығын белдерә) мәғәнәһендә ҡулланылғандыр. Шул уҡ дөгөнән бешерелгән былау ошо байрамдың иң изге һыйы итеп иҫәпләнгән. Әйткәндәй, беҙҙең "Иҫке ауыҙға - яңы аш", тигән әйтемебеҙ ҙә бик боронғонан ҡалғанға оҡшай, яҙ көнө үлән-фәлән, йәйен - еләк-емеште ауыҙ иткәндә шулай тибеҙ бит. Был байрам 21-22 мартҡа - көн менән төн тигеҙләшкән ваҡытҡа тура килә.
Әйтегеҙ әле, боронғо кеше яҙ килеү менән нимәгә шатланырға тейеш? Әлбиттә, ҡояшҡа, йылыға. Тимәк, Наурыҙ байрамында ата-бабаларыбыҙ бер-береһен яңы ҡояш, яңы ырыҫ, яңы ҡот (русса: новый год) һәм, әлбиттә, яңы йылы менән ҡотлаған-тәбрикләгән. Тарих төпкөлөндә йәшәгән башғарт атамалы ҡанбабаларыбыҙға ҡан-ҡәрҙәш остготтарҙың илаһы ла юҡҡа ғына Гот тип аталмағандыр ул.
Яңы йылдың яҙ байрамы булыуҙан туҡтауы Рим императоры Юлий Цезарь менән бәйле. Б.э.т. 45 йылда ул хәҙер юлиан календары тип аталған йыл иҫәпләү системаһын индерә. Тап шул ваҡыттан башлап Рим империяһында "календа"лар байрамы, йәғни Яңы йыл 1 ғинуарҙа билдәләнә башлай. Ғинуар (january, январь) атамаһы римлылар табынған ике йөҙлө илаһ Янустың исеменән алынған: уның йөҙөнөң бер яғы уҙған йылға ҡараһа, икенсеһе алдағы йылға төбәлгән була.
Яңы йылда бер-береңде ҡотлап, бүләктәр биреү ҙә бик боронғо күренеш икән. Шул уҡ Рим граждандары бер-береһенә Яңы йылда Янус илаһтың һүрәте төшөрөлгән тимер аҡсалар, башҡа бүләктәр тапшырған. Яңы йыл төнөндә ҡолдар хужалары менән бергә күңел асҡан, ашаған-эскән. Ә иң ҡиммәтле бүләктәр императорға тәғәйенләнгән. Император Калигула Яңы йылдың тәүге көнөндә үҙ һарайы алдындағы майҙанда римлыларҙан бүләктәр ҡабул иткән, кемдең ниндәй бүләк килтергәне махсус исемлеккә теркәп ҡуйылған.
Урта быуаттарҙа Англияла ла Яңы йыл 1 мартта байрам ителгән. 1752 йылдың Яңы йыл башын 1 марттан түгел, ә 1 ғинуарҙан башлап иҫәпләү тураһында Англия парламенты махсус ҡарар ҡабул иткәс, ҡатын-ҡыҙҙар зыҡ ҡупҡан. Бер төркөм ҡатын-ҡыҙ парламент спикерына килеп, парламенттың ҡатын-ҡыҙҙарҙы бер юлы бер нисә тиҫтә көнгә ҡартайтырға хоҡуғы юҡ, тип белдергән. Спикер ҙа аптырап ҡалмаған: "Һеҙҙең әйткәнегеҙ бер ни ҙә түгел, бары ҡатын-ҡыҙ логикаһының классик өлгөһө генә", -тип яуаплаған, имеш.
Рәсәйҙә шулай уҡ төрлө дәүерҙәрҙә йыл хисабын алып барыу һәм Яңы йыл башын билдәләү төрлөсә булған. Боронғо Рустә Яңы йыл, башҡа халыҡтарҙағы кеүек, 1 марттан башланған, ә йыл иҫәбе донъя яратылған ваҡыттан башлап алып барылған. 1699 йылда Европала оҙайлы сәйәхәттә йөрөп ҡайтҡан Петр I йыл башын 1 ғинуарҙан башлап иҫәпләүҙе, йыл хисабын донъя башынан түгел, Христос тыуғандан алып барыуҙы талап иткән указ ҡабул итә. "Рәсәйҙә Яңы йылды төрлөсә иҫәпләү булғанлыҡтан, ошо числонан кешеләрҙең башын ҡатырыуҙы туҡтатырға һәм бар ерҙә лә Яңы йылды 1 ғинуарҙан алып иҫәпләй башларға. Ошо изге башланғыс һәм күңел асыу хөрмәтенә бер-береңде, эштә уңыштар һәм ғаилә именлеге теләп, Яңы йыл менән ҡотларға. Яңы йыл хөрмәтенә шыршылар ҡуйырға, балаларға уйындар ҡорорға, тауҙан санала шыуыу ойошторорға. Ә ололарға эскелек һәм танау емереү менән булмаҫҡа - бының өсөн башҡа көндәр ҙә етерлек", тиелә батша указында. Эйе, Петр батшаның был талаптарын беҙ бөгөн дә еренә еткереп үтәһәк, оҙайлы Яңы йыл байрамыбыҙ күңелле һәм ипле генә үтер ҙә китер ине ул...

"Киске Өфө" гәзите, №51, 26 декабрь 2025 йыл – 1 ғинуар 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.12.25 | Ҡаралған: 21

Киске Өфө
 
Яңы йыл алдынан әйтелгән ихлас теләктәр тормошҡа аша, ти. Уның сере нимәлә, беләһегеҙме? Тап Яңы йыл байрамы алдынан еткерелгән теләктәрҙе беҙҙең үҙебеҙҙең ҙә ихласлап, уларҙың ысынлап та бойомға ашырына ышанып, мөғжизәләй күреп ҡабул итеүебеҙҙә. Шуның өсөн "Ихлас теләктәргә йөрәктәрҙе асайыҡ!" тип әйҙәләйбеҙ һеҙҙе. Ҡотлаусыларҙың Ихласлығы, Йөрәк нуры, Һөйөүе һәм Хөрмәте күңелдәрегеҙҙе яҡтыртһын, донъяларығыҙҙы биҙәһен!

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru