«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42  |  43 
Ноябрь
   44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48  |  49  |  50  |  51 

2026

Ғинуар
   01 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ир-егет ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш тип уйлайһығыҙ? Ул сифаттар һеҙҙең үҙегеҙҙә бармы? Уларҙы нисек тәрбиәләргә?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАШ ЙОРТТОҢ ҺҮҘЕ ТӨПКӨЛ АУЫЛҒА ЛА БАРЫП ЕТӘ
+  - 

"Киске Өфө" баш ҡала гәзите генә түгел, ул туған телдә уҡый белгән һәр кем яҡын итер баҫма. Өфө үҙе лә бит өфөләр өсөн генә түгел, ә республиканың бар халҡы өсөн яҡын, үҙ ҡала. Өфө - Башҡортостан дәүләтенең "мейеһе", арҡа һөйәге. Яҙмышыбыҙ Өфөлә хәл ителә. Иртәме, һуңмы, ауылдарҙа йәшәүсе һәр ғаиләнең иғтибары улы, ҡыҙы, туғаны уҡыған, эшләгән баш ҡалаға төбәлә. Баш ҡалала булып ятҡан ваҡиғалар, ундағы көнитмеш, ығы-зығылар, шәхестәр, бигерәк тә уҡыу йорттары тураһында мәғлүмәттәр - барыһы ла яҡын республика халҡына. Шуға ла, Өфө - ул баш йортобоҙ һәм уның гәзите лә республика халҡы өсөн ят була алмай.

Бынан 23 йыл элек "Был гәзит бар республикаға таралырға тейеш!" тигән инаныу һәм өмөт менән ижад итә башлағайныҡ баҫмабыҙҙы. Иңебеҙгә еңел булмаған яуаплылыҡ алыуыбыҙҙы Башҡортостандың Беренсе Президенты ла, Өфө ҡалаһы етәкселәре лә хуплағайны. "Киске Өфө" тигән атамабыҙ киң таралып китеүгә бер аҙ ҡыйынлыҡ тыуҙырҙы тыуҙырыуға. Әммә бер тапҡыр ҡулына алып уҡыған кеше шунда уҡ уның йүнәлешен, йөкмәткеһен үҙ итте. Оҙаҡ йылдар гәзитебеҙҙән айырылмаған, әле булһа беҙҙең хеҙмәтте юғары баһалап, сәләмдәр еткергән уҡыусыларыбыҙға рәхмәтлебеҙ. Ышанабыҙ: һеҙ иң аңлы ла, иң мәғлүмәтле лә уҡыусы!
Әйткәндәй, түбәндә гәзит уҡыусыларыбыҙ яҙғандарҙан бер нисә өҙөк килтереп үтәйек әле: "Гәзит беҙҙең өсөн алыҫтан көтөп алынған ҡәҙерле ҡунаҡ кеүек. Һәр шәмбе хат ташыусы килгәнен түҙемһеҙләнеп көтөп алабыҙ һәм эште ҡалдырып булһа ла, гәзиттәге һәр мәҡәләне уҡып сығабыҙ. "Киске Өфө" - бар республиканы баш ҡалабыҙ менән бәйләүсе булып тора ла инде. Уның биттәрендә баҫылған Өфө хәбәрҙәре, баш ҡалала уҙған саралар хаҡында зыялыларыбыҙ менән ҡоролған әңгәмәләр аша белеп ҡыуанабыҙ", - тип яҙа Ҡырмыҫҡалы районынан Рәмилә Сафина исемле уҡыусыбыҙ.
"Киске Өфө" гәзите - рух-йән дауаһы, күңелгә ғәм, сәм һалып, ҡуҙғытып, донъяуи мәсьәләләргә ҡараштарҙы киңәйтеп ебәреүсе баҫма. Йәмғиәттә йәшәгәс, кеше алдында төрлө юҫыҡтағы һорауҙар, проблемалар тыуып ҡына тора. "Киске Өфө" гәзите айбарланып ярҙамға ташланғандай: албырғап ҡалғандың аңын уятыр, илағанды йыуатыр, тормош юлындағы маяҡтай, аҙашҡанды етәкләп алып китер, атайҙарса төплө кәңәштәр бирер, әсәйҙәрсә сабыр аҡыл менән фатиха ҡылып, юл күрһәтер рухи таяныс, ныҡлы терәк ул", - ти Өфөнән Әлфиә Әсәҙулина.
Салауат районынан уҡытыусы Венера Ситдиҡованың яҙғандары ла күңелгә май булып яғыла: "Киске Өфө" гәзитен тулҡынланып көтөп алам. Ул - минең ярҙамсым, таянысым, кәңәшсем. Гәзит - минең уҡытыусым. Ҡайһы битен генә асма, ниндәй генә рубриканы алма, ул мине йәшәргә өйрәтә. Һәр кемдең үҙ юлы, үҙ һуҡмағы, һәр кем күңеленә рухи аҙыҡты үҙе теләгән сығанаҡтан ала. Ә мин Йәншишмә һыуын "Киске Өфө"нән эсәм", - ти
Беләһегеҙ, йыл аҙағы, йыл башы эшләнгәндәргә, атҡарылғандарға йомғаҡ яһай торған мәл. Әлбиттә, үтеп киткән йылда ла мәғлүмәт, ғилем һәм мәғрифәт сығанағы булған гәзитебеҙҙе баштан уҡ алған йүнәлешенән тайпылдырмай, һәр яҙмабыҙҙы ата-бабаларҙың донъяуи аҡылына төрөп, заман елдәренә ҡаршы торор көс, ысул табыусылар тәжрибәһен фәһем итеп, туған телебеҙҙең һутын, матурлығын күңелдәргә яҡынайтыу, уны баһаларға һәм һанларға өйрәтеү маҡсатын алға һөрөп ижад иттек. Артур Миллер тигән бер аҡыллы кеше шулай тигән бит әле: "Нимә ул яҡшы гәзит? Ул милләттең үҙ-үҙе менән һөйләшеүен ойоштора алған гәзит". Был һүҙҙәр бөгөн дә актуаль һәм беҙ ҙә шуға ынтылабыҙ. Тик шуныһы ҡыҙғаныс: аҫыл һүҙҙе һанлаусылар, аҫыл һүҙгә сарсаусылар ғына аҙая-кәмей бара төҫлө... Яңылышһам, әйҙәгеҙ, һеҙ ҙә әйтегеҙ әле үҙ һүҙегеҙҙе. Хәбәрҙәр-хаттар көтәбеҙ!

Гөлфиә ЯНБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №1, 9 - 15 ғинуар 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 30.12.25 | Ҡаралған: 29

Киске Өфө
 
Эрнест Хемингуэй "Бәхет - ул ныҡлы һаулыҡ һәм насар хәтер" тигән. Ысынлап та, беҙ йыш ҡына үткәндәге уңышһыҙлыҡтар, үпкәләүҙәр, ҡурҡыуҙар һәм тулҡынланыуҙар тураһындағы хәтирәләр менән йәшәйбеҙ. Әйҙәгеҙ, яңы йылда күңелдәрҙән был хәтирәләрҙе сығарып ташлайыҡ, Яңы йылда тормошобоҙҙа ла, күңелдәрҙә лә барыһы ла көйләнәсәк һәм яҡшырасаҡ, тигән өмөт, ышаныс менән йәшәйек.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru