«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42  |  43 
Ноябрь
   44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48  |  49  |  50  |  51 

2026

Ғинуар
   01 


 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ир-егет ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш тип уйлайһығыҙ? Ул сифаттар һеҙҙең үҙегеҙҙә бармы? Уларҙы нисек тәрбиәләргә?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ФОРТУНА
+  - 


Әнисә менән Дәриғәт буй еткереп килгән өс балалары менән көтмәгәндә Ташкенттан ҡайтып төштөләр. Алыҫ йәшлектәрендә бар байлыҡтары бер-беренә оло мөхәббәт кенә булған ике йәш кешене ҡолас йәйеп ҡаршы алған үзбәк иле 90-сы йылдарҙа "икенсе йөҙөн" күрһәтте: белемдәре, тырышлыҡтары менән вертолет заводының иң яҡшы хеҙмәткәрҙәренә әйләнгән был ике кешегә, башҡа ватандаштары кеүек үк, ҡала уртаһындағы өс бүлмәле фатирҙарын, гараж-баҡсаларын, хатта машиналарын да ҡалдырып, тиҙ арала ҡайтып китергә тәҡдим иттеләр. Нисә йылдар бергә балаларын үҫтерешеп йәшәгән дуҫтары ла өнһөҙ булдылар. Ярай әле, береһе оло улы Ғайсаны үҙендә пропискаға индереп ҡалдырырға, донъялар тынысланғас, хатта белем алырға ла мөмкин буласағын әйтә алды.
Шулай иттеләр ҙә. Ҡайтып килеү менән дә бит, бында ла бөтәһе лә ал да гөл түгел шул. Аҡсаһыҙлыҡ, эшһеҙлек быуа, тиҙ генә эшкә инеү ҙә мөмкин түгел икән. Әнисәнең ауылдағы ҡарт әсәһе һәм атаһы бер таяныс та ул. Уларға ҡайтып йығылыу ҙа ике яҡлы. Балалығы етемлектә үтеп, үҙ көсө менән егет булған Дәриғәт кейәүҙәрен бик яраталар ҙа улар. Тик улар йәшәгән Көйөргәҙе ерендәге данлыҡлы совхоз үҙәгенең дә хәҙер тарҡалып, эшселәренә эш хаҡы түләй алмай, таратылып, меңәр гектар ерҙәрен ташландыҡҡа әйләндереп, тиҫтәләгән фермаларын ҡоротоп ятҡан сағы. Унда ҡайтып торор өсөн дә эш кәрәк, эше булмағас, ашы ла юҡ, тигәндәй. Әле, ярай, йәй ваҡыты, ҡунаҡ булып йөрөйҙәр, ата-әсәләренең малы, ҡош-ҡорто ла күп, аты ла бар, бәрәңгене лә ҡутарғансы сәскәндәр. Өйҙәге эште, бесән эшләшеп, йәй үтеп тә бара.
Ҡыҙҙары Альбинаны Өфөгә уҡырға еңел алдылар. Ҡасаҡтар өсөн ойошторолған вузға инеү программаһына эләгеп, йөҙөү буйынса Ташкентта ярыштарҙа яулаған грамоталары менән ул үҙе теләгән физкультура факультетына уҡырға инеп китте. Ана, олаталары һарыҡ бәрәне салып, иртүк йүгергеләп, ейәнсәренең шатлығын ҙурларға әҙерләнеп йөрөй. Минегәрәй ҡарт менән ҡарсығы Мәстүрә уҡыу ҡәҙерен беләләр ҙә ул: нисек кенә тырышмаһындар, үҙҙәренең дүрт балаһының тик береһе - ошо оло ҡыҙҙары Әнисә генә "ҙур уҡыуға" инде. Өфөнөң данлыҡлы башҡорт интернат-мәктәбен матур тамамлап, яратҡан һөнәре буйынса инженерлыҡҡа уҡыта торған институтҡа инеп китте, шунда Дәриғәт кейәүҙәрен осратып, етәкләшеп ҡайтып килделәр. Бына хәҙер шуларҙың оло ҡыҙҙары уҡырға ингән бит! Ауылда, кеше араһында кемдеке - уныҡы, бер һарыҡ һуйып ҙурларҙар. Дәриғәт кейәүҙәре тап үзбәксә былау бешерер, ит ҡурыр, урам тулып ҡунаҡ булырҙар. Йәй һайын ҡунаҡҡа ҡайтҡанда ла шулай итәләр ине: йылы яҡтан ҡайтҡан емеш-еләге, сәйе, ҡауыны ғына ни тора! Әле балаларҙың ҡыйын саҡтары, һарыҡ ни, тағы бәрәсләр әле, Аллаһ бойорһа!
Әбейе магазинға сығып киткәс, Минегәрәй ҡарт синнектең ишегенән башын тығып:
- Фәрғәт, Ғайса, падъем, тороғоҙ, эш бар, - тип һөрәнләне.
Йоҡоло күҙҙәрен ыуа-ыуа килеп сыҡҡан егет ҡорона ингән ейәндәренә ҡарап, ҡартлас һөйөнөп ҡуйҙы: Әнисәләренә оҡшап, төҫкә үтә матурҙар, кейәүҙәренә оҡшап, урта бармаҡ кеүек таҙалар, мыҡты кәүҙәлеләр, күркәмдәр. Йәшлек дәрте менән янып, гел йылмайып, башҡортса һөйләшергә тырышалар, ҡайҙалыр ашҡынып торалар. Беләләрме-юҡмы, һәр эшкә тиҙ тотоналар, хатта Фәрғәте матур итеп бесән сабып өйрәнде. Әсәһен аптыратып, олоғара яланды һыпыртып сабып ҡуйҙы. Уныһы бигерәк көйәҙ шул. Батҡаҡлы урамға ла, клубҡа барыр булһа, ап-аҡ нәски кейеп ала. Ана, кәртә башын тултырып, тағы шуларҙы йыуып элгән.
- Көн һайын ниңә нәски йыуаһың, ана, ҡаранан алып кей, бысрағаны күренмәҫ, - тигәйне бер көн олатаһы, Фәрғәт:
- Их, улатайка, беләһеңме, клубта бөтәһенең дә ҡара нәски, ә минең бер үҙемдеке - аҡ! Миндә - авторитет! Фортуна минең яҡта! - тине көлөп.
- Фартуна, фартуна, исемеңде боҙоп ней, малай-шалай ҙа шулай тип ҡысҡыра бит!
- Ә миңә оҡшай, олатай, әйтһендәр!
- Юҡ, улым, Фәрхәт - ул үзбәк батырының исеме. Әсәйеңдең дуҫтары һиңә шул батыр исемен уның кеүек булһын, тип ҡушҡан бит инде. Исемеңде ярат, улым, - тине ҡарт, - исемен үҙгәрткән кешенең яҙмышы ла үҙгәрә.
- Кит, юҡҡа юрап торма, - тине ҡарсығы йөрәкһеп. - Ана, һине бер кем дә Минегәрәй тимәй, Сирек ти ҙә ҡуялар, ә һин һис тә үҙгәрмәйһең!
Ҡартына ауыл халҡы тарафынан тағылған был ҡушамат уның һәр эштән һуң:
- Ҡана, юҡмы шунда берәй сирек нәҫтәң? - тигән һорауына бәйләнгән. Йәшәй-йәшәй йәше һикһәнгә етеп килһә лә, шул "сиректәген" ҡабып алырға ярата шул ҡарт. Бына әле лә урамда ҡоролған күркәм табында ҡарттың күҙенә һимеҙ ит тә, кейәүе бешергән былау ҙа, күстәнәс тәм-том да салынманы. Фәрғәт улы ҡарсығы йәшереп ҡуйған ерҙән табып алып биргән "ялтыр" күңелен күтәрә. Бер-икене һалып алғас:
- Фәрғәтте армияға ебәрмәйем! Үҙем ваҡытында ете йыл йөрөп ҡайттым, етәр! Военкоматҡа алдан барам, ебәрмәйем тигәс, ебәрмәйем! Ана, Ғайса барһын, ул абызый бит! - тип хәбәр һалды.
- Атай, Фәрғәт сәйәхәт итергә ярата ул, ил күреп ҡайтыр, барһын, ул үҙе лә теләй, - тине кейәүе.
- Эйе, улатай, мин барам армияға!
- Бармайһың, ана чечендар һуғыш асып ята. Бөтөн мосолман егеттәрен шунда оҙаталар, ебәрмәйем ут эсенә! - тип ныҡышты ҡарт Фәрғәтте ҡосаҡлап алып. Әйтерһең, уны хәҙер үк алып китеп баралар!
- Улатай, мин бит Фортуна! Миңә бер ни ҙә булмай, мине Фортуна һаҡлай, - тине Фәрғәт көлөп.
Табын тағы күңелле төҫ алды. Әнисә малайына ҡарап, әллә ниндәй тойғо кисерҙе: үлеп яратыуҙан бигерәк, ғорурлыҡ күтәрелде күкрәгендә:
- Атай, тыныслан, Фәрғәт тә уҡырға инәсәк, ул уҡып бөткәнсе, донъя тынысланыр, Аллаһ бойорһа.
- Шулай тиң, әтеү, ана, Ғайсаң Ташкентҡа китергә йөрөй, малайҙарҙы юғалтып ҡуймағыҙ! - тип ярһыны олатай булған кеше.
- Ғайса, быныһы ни тигән һүҙ? - Дәриғәт ялт итеп оло улына ҡараны, уның һуңғы ваҡытта нисектер уйсан йөрөүен иҫенә төшөрҙө.
- Атай, әсәй, үҙегеҙ ишетеп тораһығыҙ бит, Чечняла һуғыш бара. Башҡортостандан алынған һәр өсөнсө һалдат шунда эләгә. Әгәр мин Үзбәкстандан саҡырылһам, шунда хеҙмәт итәсәкмен бит! Училищены тамамланым, тимәк, мине көҙгә саҡырасаҡтар. Шуға миңә Ташкентҡа китергә кәрәк! Мөмкин тиклем иртәрәк китергә кәрәк! Ә Фәрғәт бында вузға инер.
- Дөрөҫ, улым, бесәнде генә ташып алайыҡ та, кит Ташкентҡа. Атаң-әсәң мына тигән йәшәнеләр, һин дә юғалмаҫһың!
Табындағылар бер-береһенә ҡарашып, ҡарттың һүҙенән уйға ҡалдылар. Берсә йәшлектәре үткән, ғүмерҙәренең иң матур осорон кисергән ерҙәр, ундағы дуҫтары менән бәйләнешә алыу бәхете һөйөндөрҙө, икенсе яҡтан, йөрәк ярып сыҡҡан балаларын билдәһеҙлеккә оҙатыу бәғерҙе телде.
Альбинаның шатлыҡ кисен шулай берсә көлөп, берсә көйөп үткәрҙеләр.
Балалар клубҡа ҡуҙғалғас, тәмле аш табыны янына күршеләргә лә өндәштеләр, Үрге ауылдан өй хужаһының энеһе Карам ҡатыны менән килеп өлгәште. Уҡытыусы килене илдәге болғансыҡтарҙың көндән-көн көсәйеүен, чечен һуғышы ҡорбандарының яҡын-тирә ауылдарҙан да ҡайтарылыуын һөйләп әсендерҙе. Киске табын, һүрән генә батып барған ҡанһыраған ҡояш нурҙары кеүек таралды. Шунда уртаҡ уйға килеп, ысынлап та, Ғайсаны тиҙерәк Ташкентҡа ебәрергә ҡарар иттеләр. Аҙна эсендә бесән эшен тамамлап, Ғайсаны юлға төйнәнеләр. Альбина уҡырға китер алдынан ғына Ғайсанан да яҡшы хәбәр килеп төштө: Ташкентҡа яҡын ғына торған хәрби гарнизонға хеҙмәткә саҡырылғайны ул.
Ул арала Дәриғәттең элекке һабаҡташтары Өфө эргәһендәге бер ауылда төҙөлөп бөтмәгөн йорт һатылыуы тураһында хәбәр ебәрҙеләр. Дәриғәт менән Әнисә Шишмә юлында ятҡан был ауылға килеп, үҙ ҡулдары менән өс бүлмәле фатирҙың бер бүлмәһен төҙөп бөтөп, ҡыш сығырлыҡ иттеләр. Ярай әле, Фәрғәт егәрле, бар эште үҙе белеп эшләй, атаһынан күреп, кирбесте лә ҡупшы итеп һала, бысраҡ эш тип тормай, тиҙерәк йәбешә эшкә! Таныш түгел ерҙә лә тиҙ генә дуҫтар табып, кистәрен клубҡа сығып киткән улдары өсөн берсә көйөндө, берсә һөйөндө ата менән әсә. Фәрғәтте ауыл мәктәбенә яғыусы итеп эшкә алғас, бер аҙ тормоштары көйләнгәндәй булды. Ғайса ла яҙып тора, Альбина ла ялға ҡайта, уҡыуы уңышлы бара. Йылы яҡтарҙан һуң бындағы һалҡын ҡышҡа ғына өйрәнеүе ҡыйын булды. Шулай ҙа ауылдағы төҙөлөш эштәренә саҡырылғас, Дәриғәткә лә йән өргәндәй булды. Аталы-уллы эшкә китәләр, Фәрғәткә иһә ҡарлы-буранлы ҡыш бик тә оҡшаны, уның ҡабатланмаҫ матурлығын, сафлығын тәүге мөхәббәте менән бәйләне. Сөнки ябалаҡлап ҡарҙар яуғанда бурандар эсенән бер сер кеүек килеп инде уға һөйөүе. Ҡуйы ҡара сәстәрен ҡупшы итеп төйнәп ҡуйған, оҙон керпекле мөләйем бер ҡыҙ уның йәшәү йәменә мәғәнә өҫтәне, ҡәҙерле кешеһенә әйләнде.
Йәшлек мөхәббәте Фәрғәтте тағы ла күркәмерәк итте. Хәҙер инде армияға барыу уның өсөн намыҫ эше булып күренде. Һөйгән ҡыҙы алдында армияла булып ҡайтыуҙы ирҙәр эше тип ҡабул итте һәм яҙын, тәүге тамсылар мәлендә, әсәһенең тыуған көнөндә саҡырыу ҡағыҙы алды. Армияға китәһе көнгә аҙна самаһы ҡалғас, Таймаҫҡа ҡайтып, олаталарын күреп китергә булды. Армияға китәсәген хәбәр иткәс, олатаһы менән өләсәһе бәләкәсәйеп ҡалғандай булды, тынып ҡалдылар. Ейәненең ҡупшы кәүҙәһенә һылашып торған кейеме, үҙенсә көйҙәлек менән ҡайтарылған күлдәк яғаһы, ышаныслы ҡарашы уның малайлыҡтан сығып, тормошҡа үҙаллы мөнәсәбәте барлығын күрһәтеп, үҙ һүҙле Минегәрәйҙе лә тынып ҡалырға мәжбүр итте. - Олатай, һин мине уҡтан тура атырға өйрәттең. Бына хәҙер шулар кәрәгә лә инде,- тине Фәрхәт уларҙың күңелен күреп. Өләсәһе ҡарттарса түҙемһеҙләнеп:
- Алға сыҡма, башыңды баҫып ҡына йүгер, кешегә атма, улар бит дошман түгел, үҙебеҙҙекеләр…- тип үкһеп ебәрҙе.
- Өләс, тыныслан инде, беләм, мин унда эләкмәм, Себер яғына ебәрерҙәр, бәлки, но унда һыуыҡ…
- Һыуыҡҡа түҙерһең, утҡа түҙеп булмай, улым, әллә ниндәй утлы осорға тура килде әрмең!
- Ничего, олатай, Чечняға эләкһәм, минең авторитет күтәреләсәк…
- Ай, шул холҡоңдо! - тип әсенде өләсәһе,- һин йәшһең, бер ни белмәйһең! Афтаритит. имеш, - Мәстүрә әбей урынынан йәштәрсә ырғып торҙо ла йоҡо бүлмәһенә инеп китте, комодтан ниҙер алды, ҡайсы менән ниҙер ҡырҡты, унан ишеккә йүнәлде: - Хәҙер бер нәмә бирәм. Һине һаҡлар ул, балам.
Тиҙҙән тыштан кескәй генә төйөнсөк тотоп килеп инде. Үҙе яратып ябынған һары ҡыҙыл ерлекле яулығынан ҡырҡылған кескәй ҡульяулыҡҡа нимәлер төрөп алғайны.
- Мә, бәләкәсем, үҙең менән алып кит, тупһа янынан ғына алынған тупраҡ бында. Ул һине һаҡлар.
Фәрғәт тәүҙә көлдө, аҙаҡ ҡарттарҙың болоҡһоу йөҙҙәренән уларҙың ни кисергәнен аңланы. Уларҙы ырғып тороп ҡосаҡлап алды, үҙенсә тынысландырҙы, ҡапыл күҙҙәренә йәш килде: улар кеүек меңәрләгән әсәй-өләсәйҙәр, бәлки, ошо минутта үҙҙәренең улдары менән хушлашаларҙыр…
…Фәрғәттән тәүге айҙарҙа бик күп хаттар килде. Ул үҙенең тәбиғи бөхтәлеге менән барса хаттарға ла яуап яҙырға ваҡыт тапты, Тоцкиҙан Чечняға эләккәс, үҙенең тиҙ арала снайпер мәктәбен үтеп, иң яҡшылар араһында Грозныйҙы азат итеүҙә ҡатнашасағына ғорурланып хат та яҙҙы: "Секретта ултырам: ҡараһам, һыйыр килеп сыҡты. Атырғамы, юҡмы? Атһаң, йәл, атмаһаң, минала шартлаясаҡ. Тиҙ генә етәкләп, егеттәр янына алып килдем. Егеттәргә - һөт, ә миңә - авторитет!". Икенсе хатында: "Секретта ултырһам, бер дух килә. Атырғамы, юҡмы? Атһам, кеше үлә, атмаһаң, хәрби ант боҙола! Күҙҙе йомдом да, аттым. Күҙҙе асһам, дух та юҡ, мәйет тә юҡ. Мылтығы ғыны ятып ҡалған. Егеттәргә - мылтыҡ, миңә - авторитет! Бына нисек һуғышам мин, миңә фортуна ярҙам итә. Хәҙер минең исемде ҡыҫҡартып "Фора" тип йөрөтәләр. Миңә оҡшай, һеҙгә нисек?".
Олатаһының холҡон яҡшы белгәнгәме, уға рухлы хаттар яҙҙы: "Олатай, ышан, ошо һуғыштан ҡайтҡас, үҙемдеке кеүек мылтыҡты табып, саңға әйләндергәнсе бысҡылайым, ә әле миңә уны ныҡ һаҡларға ҡуштылар. Ул һуңғы талаптарға яуап бирерлек итеп эшләнгән, дошман ҡулына төшөргә тейеш түгел".
Үҙәк радио һәм телевидение октябрҙә иң ҡурҡыныслы алыштар барғанлығын һөйләп торҙо. Тап шул мәлдән Фәрғәттән хаттар туҡтаны. Тәүҙә тыныс булырға тырышып көттөләр, аҙаҡ военкомат юлын тапап көттөләр, ике ай үткәс, Дәриғәт ике туған ҡустыһы менән юлға сыҡты. Ҡот осҡос хәлгә әйләндерелгән Грозный буйлап, айҙан ашыу эҙләнеләр: тереләр араһында Фәрғәт юҡ ине. Бәлки, пленға алынғандыр, тигән өмөт йәшәне. Ләкин... һуңғы сиктә уның полкының һуғыштың иң ҡыҙыу нөктәһенә эләгеүе асыҡланды. Ярҙамға килгән йәш кенә лейтенант Фәрғәттең снайпер булғанлығын белгәс, өмөтһөҙ генә ҡул һелтәне.
Дәриғәт инде үҙе лә өмөтһөҙлөккә бирелә башлағайны. Һуңғы рефрежераторҙар, ундағы йөҙәрләгән йәш егеттәр. Йәп-йәш балалар. Әллә ниндәй ирҙәрҙе лә күҙ йәшенә тығылдырыр күренештәр. Ҡәбер көтөп ятыусы изге йәндәр. Үлеләр араһында ла булмағас, Дәриғәт улын иҫәндер, тип тынысланырға тырышты, инде ҡайтыр юлға ла йыйына башланылар. Тимер юл вокзалына килгәс, Әнисәгә хәбәр ебәрергә лә уйланы, ләкин билдәһеҙлек уны туҡтатты. Инде ҡайтыр юлға көйләнгән поезға ултырырға торғанда, поезды оҙатыусы хәрби кейемдәге майор Дәриғәткә:
- Вокзал ситендә һеҙҙең яҡҡа китергә тейешле рефрежераторҙы йыялар, әле дүрт кенә вагон, унға тиклем йыялар, шунда барып кил, - тип кәңәш итте.
Дәриғәт әйберҙәрен ҡалдырып, еңелсә генә шул яҡҡа табан йүгерҙе. Бындағы мәшхәрҙе ул, моғайын, бер ваҡытта ла онота алмаҫ! Ҡот осҡос хәлдә һәләк булған балалар ята. Уларҙы танырлыҡ та түгел. Әле әсә һөтө лә кибеп етмәгән ирендәр. Үлем менән күҙгә-күҙ осрашҡан күҙҙәр. Емерелгән маңлайҙар. Өҙөлгән ҡулдар, аяҡтар. Һәм бына инде һуңғы вагонда ҡапыл Дәриғәттең сикәһен көйҙөрөп, йөрәген һурып алып, бер таныш һын күҙгә салынды. Контракттағы һалдат кейемендә, маңлайына ҡара таҫма бәйләгән һалдаттың гимнастерка төймәһе ысҡынған һәм… унан һары ҡыҙыл кескәй генә тоҡсай күренә. Был бит Фәрғәттең амулеты! Ә кейеме ниңә ундай? Йөҙө танырлыҡ түгел, ҡара янған. Иҫән ҡалған ҡуйы ҡара ҡаштар ғына уныҡы! Инде яраларының ҡаны кибеп ҡатҡан кәүҙәне Дәриғәт күкрәгенә ҡыҫты, нисәмә көндәр йөрәген бешереп торған күҙ йәштәре үҙәк өҙгөс аһ-зар менән иңрәп сыҡты:
- Ҡотҡарығыҙ! Ҡотҡарығыҙ минең улымды! - үҙе шунда улына ҡапланды.
Тауышҡа килеп еткән хәрбиҙәр Дәриғәтте тынысландырырға тырыша, носилка менән Фәрғәттең үле кәүҙәһен вагондан алып сыға башланылар. Шунда уҡ һәр танылыу үткән һалдаттар өсөн әҙерләнгән цинк табутҡа һалып ябырға әҙерләнделәр. Үҙен ҡулға алып, Дәриғәт улын тағы бер ҡат ҡарап сыҡты: контрактниктар гимнастеркаһы кейгән егетте диагональ яһап, пулялар тишкеләгән. Тимәк, дошмандар ҡулына эләккән. Нимә булған? Ниңә ул бындай кейемдә? Бында үткәргән ике ай ваҡыт эсендә Дәриғәт чечендарҙың ҡыҫҡа сроклы һалдаттарҙы атмай, пленға алыуҙарын, ә контракттағыларҙы юҡ итеүҙәрен ишеткәйне инде. Фәрғәттең кем икәнлеген асыҡлағас, уның полкынан бер нисә егет килеп етте. Улар араһында Фораның дуҫы Саша ла бар ине. Ул хәлде атай кешегә йәшенә быуыла-быуыла һөйләп бирҙе:
- Фора бик мәргән снайпер ине, уны иң яуаплы урындарға ебәрәләр ине.
Ул һәләк булған көндө лә беҙҙе, өс снайперҙы, яуаплы заданиеға ебәрҙеләр. Атака алдынан духтарҙың снайперҙарын алырға тейеш инек. Фора бик оҫта ине, бик яҡшы позиция табып, духтарҙы берәм-берәм сүпләне, беҙгә ун ике ҡатлы йортта нығынып ҡалған дошмандарҙы бәреп сығарырға юл әрсене. Атака башланғас, башҡалар менән ул да яуға ташланған сағында дошман пуляһы уның һул яҡ сикәһенә тейгән. Беҙ уның яраһын бәйләп, тәүге ҡаттың баҫҡысы аҫтына йәшерҙек, алыш бөткәс, сығырға ҡушып, бәрелешкә ташландыҡ. Фора тыныс ята буламы һуң! Ул йәшеренгән ерҙән сығып, снайпер мылтығына табан шыуышҡан. Хәрби антына тоғро ҡалып, ул ҡоралын дошман ҡулына эләкмәҫлек итеп, үҙе шартларлыҡ итеп ҡуйған. Тап шул саҡ йәшенеп ҡалған дошмандар төркөмө уның янына килеп сыҡҡан һәм Фораны, контракттағы һалдат тип уйлап, бөтә кәүҙәһенә пуля яуҙырғандар… Беҙ ул төркөмдө тоттоҡ, Фора өсөн үс алдыҡ, тик ул юҡ шул… Ҡупшы кейенергә яратты. Шул һәләк итте уны. Кистән: "Бындай яуаплы алышҡа иң матур кейемдә барырға кәрәк", - тип, контрактта хеҙмәт итеүселәрҙән алған гимнастеркаһын кейеп алды, маңлайына ҡара таҫма бәйләп: "Беҙҙең менән Фортуна! Беҙ еңербеҙ!" - тип, барыһын дәртләндереп йөрөнө…
Улының һуңғы минуттарын тағы-тағы күңеленән кисереп, Дәриғәт һуғышты ҡәһәрләне. Тик нисек итһен? Иң яратҡан улы цинк табутта! Был ҡайғыға Әнисә нисек түҙер, ҡарттар ни эшләр? Ҡарттың бер генә лә ебәргеһе килмәй ине. Бер төн ибәтәйһеҙ төш күреп уяныуын һөйләп: "Ҡасаҡтар өсөн закон бар, бар военкоматҡа, ебәрмәйек малайҙы", - тип ялбарғайны олатаһы. Иғтибар бирмәне, Әнисәгә лә һөйләмәне, ил өҫтөнә килгән ҡайғы итеп ҡабул итте, һәр киткән һалдат ут эсенә эләгәме ни, тип үҙен-үҙе йыуатты. Ә ҡайныһы үпкәләне, Фәрғәт армияға киткәс, күҙ йәшһеҙ генә иланы, төшөндә ейәнен йотҡан Балыҡлыкүлгә балыҡҡа йөрөүҙән туҡтаны. Бына нисек килеп сыҡты. Нисек ҡайтып инергә?..
Фәрғәтте оҙатырға ҡораллы алты һалдат ебәрҙеләр. Хәрби машинаға ике яҡлап менеп ултырҙылар ҙа атай кешегә өнһөҙ генә ымланылар, йыуатманылар ҙа, һүҙ ҙә ҡушманылар. Күрәһең, йәш кенә булһалар ҙа, ҡайғыны күп күргәндәр, уны өнһөҙ, тештәрен ҡыҫып, сикә сәстәрен йолҡоп үткәреп өйрәнгәндәр… Ә бит уларҙың бесән сабып, ҡыҙҙар һөйөп кенә йөрөр сағы!.
Юлда үткән өс көн сикһеҙ уйҙар сыуалсығы, йәшһеҙ генә иңрәү булды. Етмәһә, әсәһенең тыуған көнөнә тура килде улар ҡайтып төшкөн көн. Әсә кеше нисек кенә ялбарһа ла, табутты асманылар. Военкоматтан килгән кеше ерләүҙе ойошторҙо. Иптәштәре теҙелеп, ҡәбер янында залп бирҙе. Әйтерһең дә, тереләргә, бындағыларға дары еҫен татытырға теләнеләр. Илдең иң юғары наградаһы "Рәсәй батыры" орденына лайыҡ булған дуҫтары ҡәберенән улар тағы ут эсенә ашыҡтылар, тиҙ арала машиналарына тейәлделәр, Әнисә бешергән юл аҙығын алдылар ҙа ҡуҙғалып та киттеләр.
Шунда әсә йөрәгенән сыҡҡан йән әрнеткес һүҙҙәр яңғыраны:
- Беҙҙең уландарҙың ни гонаһы бар?
- Кешеләр, балаларҙы һаҡлайыҡ, улар йәшәргә тейеш бит!.
Ә ҡәбер һәйкәленән ун туғыҙ йәшлек сибәр егет ҡарай ине. Һәр һалдат конвертына үҙе төшөрөп ебәрә торған аҡһыл болот һүрәте эсенә "Фортуна" тип яҙылған. Аҡһыл болот булып ҡайтты Фәрхәт батыр! Йыназаға килеүселәр өҫтөнә ваҡ ҡына тәүге ямғыр тамсылары түгелде. Ҡапыл болот аҫтынан сағыу нур шәлкеме ялтырап китте: әйтерһең, Фәрғәт ап-аҡ тештәрен күрһәтеп бер йылмайҙы ла, кешеләргә һуңғы бүләген һипте...


"Киске Өфө" гәзите, №1, 9 - 15 ғинуар 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 30.12.25 | Ҡаралған: 21

Киске Өфө
 

Эрнест Хемингуэй "Бәхет - ул ныҡлы һаулыҡ һәм насар хәтер" тигән. Ысынлап та, беҙ йыш ҡына үткәндәге уңышһыҙлыҡтар, үпкәләүҙәр, ҡурҡыуҙар һәм тулҡынланыуҙар тураһындағы хәтирәләр менән йәшәйбеҙ. Әйҙәгеҙ, яңы йылда күңелдәрҙән был хәтирәләрҙе сығарып ташлайыҡ, Яңы йылда тормошобоҙҙа ла, күңелдәрҙә лә барыһы ла көйләнәсәк һәм яҡшырасаҡ, тигән өмөт, ышаныс менән йәшәйек.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru