
Урман уянып та өлгөрмәгән йәйге бер иртә. Ағастарҙың тығыҙ япраҡтарында ҡалған ысыҡ тамсылары ла кибеп бөтмәгән. Йөнтәҫ тиреле һәм ҡанатлы-ҡауырһынлы урман әһелдәре үҙҙәренең һуңғы төштәрен күрәләр. Ошо таң һарыһы беленә башлағанда кемдер урман хужаһы Арыҫландың ҡапҡаһын ҡаты итеп шаҡырға керешә. Хужа был тиклем иртә менән борсоғандарына ҡәнәғәтһеҙләнеп, ҡапҡаһын аса. Ул үҙенең алдында йүгереп тыны бөткән, ҡурҡышынан йән-яғына ҡаранған баш министры Юлбарыҫты күрә.
- Урманда берәй хәл булдымы? Был тиклем дә иртә менән нимә ҡарап йөрөйһөң? - тип һорай
- Йоҡлап булманы... Ҡурҡышынан, балаларҙың илауынан, Арыҫлан. Нәфрәтләнмә инде, батшам...Төнө буйы алдағы билдәһеҙлектән урман халҡы бөтөнләй керпек ҡаҡманы, - тип яуаплай ҡалтыранған тауышы менән Юлбарыҫ.
- Нимә булды? Һуҙма! Һөйлә тиҙерәк! - тип бойора Арыҫлан.
- Урманда күҙгә күренмәгән ниндәйҙер йән эйәһе пәйҙә булған... Төндәрен ҡурҡыныс тауыш менән үкерә, барыһын да ҡурҡыта... Урман халҡы өңдәренән танауҙарын да сығарырға ҡурҡалар... Улар һинең был ҡот осҡос имәнес нәмәне табыуыңды һәм тынысландырыуыңды һорайҙар...
- Бар, барыһына ла иғлан ит! Мин уны табасаҡмын, үҙ урынына ултыртасаҡмын һәм тәртип урынлаштырасаҡмын!
Юлбарыҫ уның бойороғон урман халҡына йәһәтерәк еткерергә, тип ашығып китеп бара. Арыҫлан тәрән уйға ҡала: "Барыһын да ҡурҡыуға һалған был йән эйәһен нисек табырға?" Юлбарыҫты ебәргәненә үкенеп тә ҡуя, сөнки уға юл күрһәтеүсе кәрәк бит. Ул биләмәһен һирәк ҡарап сыға, шуға ла урманды насар белә.
Эргәләге ҡарағай башында ултырған ҡарт Ҡарға был мажараны иғтибар менән күҙәтә. Батшаның урманды ҡарап сығыу теләген белгәс, ағас башынан уға ҡысҡыра:
- О, минең батшам! Һинең нимә эҙләгәнеңде мин беләм! Миңә өҫтән бар урман яҡшы күренә! Ҡаррр! Әйҙә, минең арттан, һиңә юлды күрһәтеп барырмын!
Урманға ҡайҙандыр килгән, барыһын да үҙенең ҡурҡыныс тауышы менән ҡурҡытҡан билдәһеҙ йән эйәһен эҙләргә икәүләп сығып китәләр. Ҡарға ҡайын сауҡалығынан йүкә ағаслығына, имәнлектән ҡарағайлыҡҡа осоп үтә, ҡамыш баҫҡан йырындар өҫтөндә өйөрөлөп-өйөрөлөп йөрөй, кеше үткеһеҙ сәтләүеклек һәм ҡурай еләктәре ҡыуаҡтары ла ситтә тороп ҡалмай. Ләкин бер ерҙә лә билдәһеҙ йән эйәһен осратмайҙар. Батша янына килеп, йәнлектәр үҙҙәренең ҡайғыларын һөйләйҙәр. Бына дауыл мәлендә ҡартайған имән ҡолап, йылғаны быуған икән, хәҙер аҫҡы урманда йәшәүселәр һыуһыҙ ҡалғандар. Бал ҡорттары кәрәҙҙәрен туҙҙырған айыуға зарланалар. Төлкөнөң алдауынан, һайыҫҡандың ғәйбәт ташыуынан урманда йыш ҡына әрләшеүҙәр, хатта һуғышыуҙар ҙа була икән. Батша иҫе китеп быларҙың барыһын да тыңлап, шуны аңлай: халҡының нисек йәшәүен ул бөтөнләй белмәй икән! Ләкин шуныһы асыҡлана - берәү ҙә ҡот осҡос билдәһеҙ йән эйәһен күрмәгән! Ҡараңғы эңергә тиклем Арыҫлан шишмәләр аша һикереп, тиреһен һыҙырған ҡуйы сәнскеле ҡыуаҡлыҡтарҙы йырып, бейек ҡалҡыулыҡтарға менеп, тәрән йырындарҙы үтеп, Ҡарға артынан сапҡан да сапҡан...
Бөтөнләйгә хәле бөтөп, арып, ағас төбөнә килеп ята. "Көнө буйы әллә нимә эҙләнек? Ҡайҙа ул?" - тип Ҡарғаға ҡысҡыра. Уға яуап биреүсе булмай, ул күптән инде ҡайҙалыр осоп киткән була. Шунда ғына Арыҫлан уны һарайынан юрамал алдап сығарып алғандарын, биләмәләре буйлап йөрөтөп, халҡының мохтажлыҡтарын, нисек йәшәүен күрһәткәндәрен аңлап ҡала. Ошо көндән алып Арыҫлан урман әһелдәренә бик иғтибарлы була, ҙур яуаплылыҡ менән урман тормошон күҙәтә һәм етәкселек итә. Артабан ул ишеткән хәбәрҙе башта үҙе тикшерергә ғәҙәтләнеп китә.
"Әгәр Аллаһу Тәғәлә кемгәлер мосолман эштәрен ышанып тапшырһа, ә ул кеше Уның алдында ишектәрен ябып ҡуйһа, Аллаһ та Үҙ бәрәкәтен ябып ҡуйып, ул кешене үҙенең мохтажы менән ҡалдырыр", тиелә хәҙистәрҙә.
"Киске Өфө" гәзите, №1, 9 - 15 ғинуар 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА