
12 ғинуарҙа Өфө районының Шмидт ауылында 640 урынлыҡ мәктәпте һәм 160 урынлыҡ балалар баҡсаһын үҙ эсенә алған яңы белем усағы асылды.
Комплексты асыу тантанаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. "Был - күптән көтөлгән ваҡиға. Мәктәп яҡташыбыҙ, киң билдәле яугир, Рәсәй Геройы Суфияров Илдар Филорет улы исемен йөрөтәсәк. Ул үҙ ғүмерен ҡорбан итеп, дошман менән алыш барышында иптәштәрен ҡотҡарҙы, тиңһеҙ батырлыҡ ҡылды. Шуға ла бында уҡыу мәртәбәле булһын, тип теләйем..." - тине Радий Фәрит улы тантанала сығыш яһап.
Билдәләнеүенсә, белем усағында уҡытыу технологик һәм тәбиғи фәндәр профилдәре буйынса алып барыласаҡ, атап әйткәндә, математика, физика, биология, химия һәм информатиканы тәрән өйрәнеү ҡарала. Бынан тыш, мәктәп Өфө дәүләт нефть техник университеты менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итәсәк.
Яңы белем усағы асылыуын һөйөнсөләп, шуны ла әйтәбеҙ: бында элек Шамонин ауылы мәктәбенә йөрөп уҡыған Шмидт һәм Бурцево ауылдары балалары уҡыясаҡ. Тимәк, бик ҡыҫынҡы шарттарҙа эшләгән Шамонин мәктәбе бер аҙ бушап, иркен тын алып ҡаласаҡ. Ә коллектив өсөн был бик мөһим, сөнки башлыса милләттәштәребеҙ йәшәгән был ауылда башҡа бер ниндәй мәҙәни объект та юҡ һәм күмәк халыҡты йыя, ауылдаштарҙы аралаштыра, күңел астыра торған бар саралар ошо мәктәптә үтә бит.
"Киске Өфө" гәзите, №2, 16 - 22 ғинуар 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|