«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2026

Ғинуар
   01  |  02 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42  |  43 
Ноябрь
   44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48  |  49  |  50  |  51 
 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

"Бер рәхмәт мең бәләнән ҡотҡара" тиҙәр. Тап ғинуар айында Халыҡ-ара рәхмәт көнө лә билдәләнә. Ә һеҙ был донъяла кемгә рәхмәт уҡып йәшәйһегеҙ? Һеҙҙең үҙегеҙгә кемдәр рәхмәт әйтә?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КЕМГӘ - БАЙРАМ, КЕМГӘ - ВАЙРАН...
+  - 


Ниһайәт, оҙон ялдар ҙа йылт итеп үтеп китте. Тәмле нәмә күп булмай, тигәндәй, бәғзе берәүҙәргә Яңы йыл байрамдары тарихындағы иң оҙайлы каникулдар, ысынлап та, әҙ тойолоп ҡалды, ахыры: йорт алдарын ҡар баҫты, эш аҙнаһын башлаусыларға таҡыр юл да көрәп ҡуйылманы. Кемдер берәү таң һарыһынан һалған яңғыҙ эҙҙән көрткә бата-сума башҡалар ҙа эшкә, уҡыуға, балалар баҡсаһына ҡуҙғалыша башланы...

Баш ҡаланың үҙәк урамдары һәм йәйәүле һуҡмаҡтары ни хәлдәлер, ул яҡтарға юл төшмәне, мәгәр Сипайлово биҫтәһенең Ҡариҙел яры буйы урамындағы йорт алдары каникул буйына тиерлек ярым ташландыҡ хәлдә ятты. Дөрөҫ, оҙайлы ялдың 7-се көнөнә, ниһайәт, Өфөлә 333 кеше менән 236 берәмек техника ҡар таҙартыуға тотондо, тигән мәғлүмәт интернет аша килеп етте-етеүен, тик ул Сипайлово биҫтәһенең Ҡариҙел буйы урамына ғына килеп етә алманы. Тик шулай ҙа бер көн бәләкәй генә "Беларус" тракторы йән әсеһенә көсөргәнеп, яңғыҙы бер аҙ машина юлын өҫтән-мөҫтән ышыртты ла, күп тә үтмәй, күҙҙән дә юғалды. Ә инде ошо биләмәләге мәктәп тирәһен быйылғы каникулда сәйер тынлыҡ баҫты, ни өсөн тигәндә, мәктәп яны спорт һәм ял комплексының йыл да боҙ менән ҡаплана торған каток майҙаны быйыл нишләптер ҡарҙан таҙартылманы, боҙ ҡойолманы...
Ярай инде, Яңы йылдың байрам көндәрендә мотлаҡ була торған хәүефле хәлдәр һәм мажараларға ҡарағанда, ҡар бәләһе менән генә килешергә лә булалыр. Тик бына ошо ҡар бәләһе ҡаланан ситтә - республика юлдарында айырыуса хәтәр тоҙаҡҡа әйләнеп, Өфө-Архангел-Белорет, Өфө-Ырымбур, Иглин-Павловка һәм башҡа трассаларҙа транспорт хәрәкәтен шып туҡтатты һәм был юлдарҙа тығын барлыҡҡа килтерҙе. 5 ғинуарҙан 6-һына ҡарай төндә Урал аръяғы райондарында көслө ҡар яуып, буран башланды. Ярай ҙа республиканың МЧС ҡотҡарыусылары юлаусыларға ваҡытында ярҙамға килде - рәхмәт уларға: трассалар һуҙымындағы 9 урында мобиль йылыныу пункттары булдырылып, ҡар-буран тоҙағында ҡалыусыларға ашығыс хеҙмәттәр күрһәтелде.
Ял итеүселәрҙең ялы-юлы һәм көнкүреше тыныс, хәүефһеҙ булһын өсөн байрам көндәрендә лә тынғыһыҙ хеҙмәт һағында тороусылар бер ҡотҡарыусылар ғына түгел ине, әлбиттә. Эскән килеш машиналарына ултырып елдереүсе әҙәмдәрҙе лә бит ваҡытында тотоп алыу һәм юл хәрәкәтенең башҡа ҡатнашсыларын бәләнән аралап ҡалыу - ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәренең изге ғәмәле. Ғөмүмән, был көсөргәнешле иҫәпләнгән көндәрҙә йәмәғәт тәртибе һәм закон һағында хоҡуҡ һаҡсылары, МЧС ҡотҡарыусылары, янғын һүндереүселәр, медицина хеҙмәткәрҙәре уяу тора. Яңы йыл юлдарына сығыуға Дәүләт автоинспекцияһы ла алдан әҙерләнде һәм үткән йылдың декабрь аҙаҡтарында уҡ "Яңы йылды - аварияһыҙ!", "Хәүефһеҙ ҡыш" саралары үткәрә башлағайны инде. Ләкин бындай тырышлыҡтар тейешле һөҙөмтә биреп еткермәне, сөнки беҙҙең автоһәүәҫкәрҙәр машиналарына атланып алһа, өҫтәүенә, һуҡмыш хәлдә лә булһа, мин-минлектәре самаһыҙ ҡабара, улар юлда үҙҙәрен король итеп тоя башлай һәм тирә-йүндәге башҡаларҙы байҡамай ҙа, һанламай ҙа. Башҡортостан дәүләт автоинспекцияһы етәксеһе Владимир Севастьянов үҙенең телеграм-каналында хәбәр итеүенсә, яңы йыл каникул-байрам көндәре Башҡортостан юлдарында 223 иҫерек водитель тотолған, бөтәһе 8 меңдән ашыу төрлөсә юл-транспорт хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙоу осрағы теркәлгән, шуларҙың 51-е автоавария менән тамамланған, 10 кеше һәләк булған. Шул уҡ ваҡытта балаларҙы юлда алып йөрөү ҡағиҙәләрен боҙған 307 осраҡ теркәлгән, 44 кеше рулгә машина йөрөтөүгә хоҡуғы булмаған килеш ултырған.
Күңелгә йылы, көтөп алынған Яңы йыл ялдарында фажиғәгә осрармын тип берәү ҙә уйламай, әлбиттә, ләкин юлға сыҡҡанда рулдәге кешенән икеләтә һаҡ булыу, иғтибар һәм сабырлыҡ талап ителеүе лә шыпа баштарына инеп сыҡмай, күрәһең. Ә инде иҫерек водителдәр менән көрәш - айырым тема һәм ул ҡәтғи яза саралары талап итә. Был турала күп яҙылып, һөйләнелһә лә, ҡаты саралар күрелмәйенсә тороп, ыңғайға үҙгәреш булмаясағы күптән билдәле. Оҙайлы байрам көндәренең тағы бер бәләһе - янғындар. Был юлы ла ул ғәмһеҙҙәрҙе һәм алкоголь менән дуҫтарҙы урап үтмәне. Мәҫәлән, 6 ғинуарҙа Комсомол урамындағы 25 ҡатлы йорттоң иң һуңғы бейек ҡатындағы фатир янып китә. Әлеге лә баяғы ял-байрам тимәй поста тороусы янғын һағы хеҙмәткәрҙәре 18 кв.метр майҙанды ялмап алған утты һүндереүгә өлгәшә, 50 кешене, шул иҫәптән, 10 баланы, ҡазанан ҡотҡара, ә 170 кеше янғын зонаһын үҙаллы рәүештә ташлап сыға ала. Коллектив баҡсаларҙа ла бындай хәлдәрҙең йыш булып тороуы мәғлүм. Мәҫәлән, 4 ғинуарҙа Өфө районының "Озерки" һәм "Ромашка" баҡсасылыҡ ширкәттәрендәге ике йорттан көл һәм хәрабәләр генә тороп ҡала. Бәхеткә, күрәһең, унда бер кем дә булмай - һәр хәлдә, был хаҡта хәбәр ителмәй. Ә бына 6 ғинуарҙа шул уҡ Өфө районының Николаевка ауылында ағас һарайға тоҡанған утты һүндергәндән һуң билдәһеҙ кешенең янған кәүҙәһе табыла...
Әйткәндәй, яныу тигәс, туңыу тигән ҡаза ла иҫкә килеп төштө. Был каникул көндәрендә төрлө сәбәптәр менән 6,6 мең кешегә медиктар ярҙамы талап ителгән, шуларҙың 36-һы - туңыу һәм өшөүҙән, тип хәбәр иттеләр БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан. Ошо йәһәттән шуныһы бер ыңғай хәбәр булды: Өфөләге Бабушкин урамында ноябрь урталарынан берәҙәктәр, йортһоҙ йәки ауыр тормош хәлендә тороп ҡалғандарҙы һыйындыра торған махсус приют - социаль үҙәк эшләй башланы. 50-гә яҡын урыны булған был үҙәктә бөтөн шарттар бар: ашхана, кер йыуыу, душ ҡойоноу урындары һәм хатта сәсалғыс оҫтахана ла! Бында сараһыҙҙан ваҡытлыса килеп һыйынған кешеләрҙе бушлай йылы ризыҡ менән туҡландырыу ойошторолған. Һәм шуныһы ла мәғлүм булһын: ашханала аҙнаһына өс тапҡыр киске сәғәттәрҙә теләгән бөтөн кешеләр ҙә бушлай ашатыла, тип хәбәр итә UfacityNews.ru. Социаль приют ҡышҡы селлә һәм бурандарҙа спиртлы эсемлек дуҫтарын туңып үлеүҙән һаҡлаясаҡ йылылыҡ һәм хәстәрлек үҙәге лә булып хеҙмәт итәсәк.
Шулай итеп, юғарыла телгә алынған күңелһеҙ хәл-ваҡиғаларҙан сығып, шундай ғибрәтле һығымтаға киленә: оҙайлы ял һәм байрамдар ҡәҙерен белмәгән, уның бөгөнгө көсөргәнешле тормош шарттарынан бер аҙға арындырыу, яңы эш көндәренә көс-энергия туплау мөмкинлеге икәнен баһалап еткермәгән кешеләрҙең арабыҙҙа байтаҡ булыуы үкенесле. Эйе, байрам итеү һәм ял кемдәргәлер, ысынлап та, ғаиләһе, балалары менән бергә булыу, республиканың һәм баш ҡаланың мәҙәни-спорт сараларына йөрөү, саңғы-сана шыуыу кеүек ҡышҡы уйындарҙан кинәнес алыу булһа, икенсе берәүҙәрҙең был осорҙо кәйеф-сафа ҡороу, кәрәккән-кәрәкмәгәнгә ҡыҙмаса килеш машинала елдереү йә иһә өйөндә янъял ҡуптарыу өсөн файҙаланыуы асыҡ күренә. Ҡыҫҡаһы, ял итә белеү ҙә мәҙәнилек билдәһе, кешелек дәрәжәһен күрһәтеүсе һынау икән ул. Ә инде яман ғәҙәтлеләр үҙҙәренең мин-минлеге, дыуамаллығы арҡаһында үҙ яҙмыштарын үҙҙәре вайран килтереүсе аңһыҙлыҡ ҡорбандары, тип раҫларға ғына ҡала...

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №2, 16 - 22 ғинуар 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 15.01.26 | Ҡаралған: 12

Киске Өфө
 

Тормош - изгелек тә, яуызлыҡ та түгел, ул изгелекте һәм яуызлыҡты үҙенә һыйҙырыусы бер һарай. Ул һарайҙы нимәгә әйләндереү, әлбиттә, һинең ҡулда.

(Мишель де Монтень).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru