«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2026

Ғинуар
   01  |  02 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42  |  43 
Ноябрь
   44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48  |  49  |  50  |  51 
 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

"Бер рәхмәт мең бәләнән ҡотҡара" тиҙәр. Тап ғинуар айында Халыҡ-ара рәхмәт көнө лә билдәләнә. Ә һеҙ был донъяла кемгә рәхмәт уҡып йәшәйһегеҙ? Һеҙҙең үҙегеҙгә кемдәр рәхмәт әйтә?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МИН БӘХЕТЛЕ СӨНКИ МИН БӘХЕТҺЕҘЛЕК ХАҠЫНДА УЙЛАНМАЙЫМ
+  - 


Халҡыбыҙҙа "Кешене бәхет айыра" тигән бик парадоксаль әйтем бар. Ысынлап та, кешене кешенән бәхет айырамы икән? Нимә генә тимә, һәр кем донъяла йәшәүенең төп мәғәнәһен, маҡсатын бәхетле булыуҙа күрә һәм үҙенең һәр ғәмәли ынтылышын бәхет пирамидаһы ҡороуға йүнәлтә. Ҡыҫҡаһы, кешене бәхеткә ынтылыш йәшәтә, маҡсатлы итә. Шулай булғас, әйтемдә килтерелгәнсә, ни өсөн кешеләрҙе фәҡәт бәхет айыра икән һуң? Кешене кешенән айырыр булғас, бәхеткә ынтылыуҙан ни фәтеүә?

Кешеләрҙең бер-береһенән алыҫлашыуына, айырылышыуына, ғаиләләрҙең тарҡалыуына бәхет пирамидаһының түбәһе булып иҫәпләнгән "Америка хыялы"на барып етеү ҙә тотҡарлыҡ була алмаймы икән ни? Айырылышыуҙар буйынса был ил донъяла беренсе урында тора. Шул уҡ йәшәү уңайлыҡтары, комфорт йәһәтенән дә Америкаға еткән ил юҡ. Дөрөҫөрәге, юҡ ине, сөнки бар донъяны ялмаған иҡтисади көрсөк тап ошо дәүләттән башланды, улай ғына ла түгел, "Америка хыялы"на артыҡ ашҡынып ынтылыуҙан башланды. Һәр хәлдә, сәйәсмәндәр был илдә башланған иҡтисади көрсөктө тап ошонда күрә.
Әйҙәгеҙ, башта бәхет һәм бәхетһеҙлек хаҡында ике лаҡап һөйләйем әле, булмаһа. Тәүгеһе:
Бер мәл аҡһаҡалға бер ҡатын килгән дә:
- Ҙур бәхетһеҙлеккә тарыным, олатай. Ғүмерем буйына иремә бер туҡтауһыҙ мыжып, уны моңһоҙлоҡта, бешәлкәһеҙлектә, әйткән һүҙҙәремде ҡолағына элмәүҙә ғәйепләнем. Бөгөн ҡот осҡос хәлде белеп ҡалдым: баҡтиһәң, ул тыумыштан һаңғырау булған икән. Өҫтәүенә, мин уны гел әрләп йәшәнем, юҡҡа ғына үҙен битәрләгәнмен, бахырҡайымды. Хәҙер миңә нимә эшләргә икән? - тип түгелеп илап ебәргән.
- Бының өсөн һиңә ҡайғырырға түгел, ҡыҙым, киреһенсә, шатланырға ғына кәрәк, - тигән аҡһаҡал, һис тә иҫе китмәйенсә.
- Нисек инде шатланырға, олатай, ул һаңғырау булған өсөнмө ни? - тип аптырай төшкән ҡатын.
- Эйе, нәҡ һаңғырау булғаны өсөн, ҡыҙым. Донъяла һинең иреңдән дә бәхетлерәк кеше юҡ, шуны аңлап, шатланып ҡына йәшәй бир, - тип аҡһаҡал ҡатынды оторо ярһытып ебәргән.
- Был һүҙҙәреңде ауыҙыңдан ел алһын, олатай, ниңә мине мыҫҡыл итеп, юҡты һөйләйһең? Һаңғыраулыҡ - ул зәғифлек, ә зәғиф кеше бәхетле була тиме инде? - тип ҡатын алдағынан да нығыраҡ иларға, үкһергә тотонған.
Аҡһаҡал уның бер аҙ тынысланғанын көтөп торған да:
- Ирем тыумыштан һаңғырау булған, тиһең бит әле, ҡыҙым. Бына шулай: Хоҙай Тәғәлә уны тыумыштан һиңә инселәгән, шуның өсөн һинең мыжыуыңды ишеттермәҫ өсөн һаңғырау итеп яралтҡан. Әле бына минең өйгә инеүеңә биш минут ҡына ваҡыт үтте, ә шул ике арала күпме мыжып, күпме илап, минең дә мейене серетеп өлгөрҙөң. Шулай булғас, аңла, донъяла һинең иреңдән дә бәхетлерәк кеше юҡ, сөнки ул һинең мыжыуыңды бөтөнләй ишетмәй йәшәгән, - тип уны әйткән һүҙе менән иҙәнгә лыпын ултыртҡан.
Аҡһаҡалдың һүҙҙәрен бар тулылығында тәрән итеп аңлауҙан ни иларға, ни көлөргә белмәйенсә, оҙаҡ ваҡыт шаңҡып ултырған ҡатын. Шулай ҙа ҡайтыр саҡта тынысланып, аҡһаҡалға күҙен асҡан өсөн рәхмәт әйтеп, артабан ире менән мөнәсәбәтен нисек ҡорорға кәңәш һораған.
- Иреңдең һаңғыраулығы бөтһөн, тиһәң, мыжыуыңды туҡтатаһың инде, ҡыҙым, - тип оҙатып ҡалған уны аҡһаҡал.
Икенсе лаҡап. Үҙенең ҡойроғон тешләргә ынтылып, бер урында зыр әйләнеп өйөрөлгән эт көсөгө янына оло йәштәге Аҡбай килгән дә:
- Бер нисә көн буйына һине күҙәтеп йөрөйөм. Ниңә улайтып бер урында өйөрөләһең ул, кеше көлдөрөп? - тигән эт лөғәтендә уауылдап.
- Эттең бәхете ҡойроғонда, тиҙәр, шуны тоторға теләйем дә инде, - тигән көсөк аҡланырға теләгәндәй.
- Эй, ялбыр, хәстрүш, шуны ла белмәйһеңме ни, бәхеттең артынан ҡыуырға ярамай, бәхет үҙе һинең артыңдан эйәрергә тейеш, - тигән Аҡбай эре генә ҡиәфәттә.
- Нисек итеп эйәрергә тейеш? - тип сыйылдау тауышы еткергән бәләкәй көсөк.
-Бына ошолай итеп, - тигән дә, Аҡбай, ҡойроғон һәлендереп йүгереп китеп барған...
Хәҙер инде ошо ике лаҡаптан сығып, ысын мәғәнәһендә бәхетле йәшәүҙең нисек булырға тейешлеге хаҡында уй йөрөтөп ҡарайыҡ. Тәүге осраҡта ирҙең тыумыштан һаңғыраулығы йәғни бәхетһеҙлеге ысынында уның бәхетле булыуына ишаралаһа, икенсе осраҡта һәр кемдең бәхете үҙе менән һәм уның артынан ҡыуырға һис тә кәрәкмәгәнлеген аңлата, йәғни бәхет артынан ҡыуыу кешене бәхетһеҙлеккә генә алып килә. Ошо ике лаҡаптан сығып, беҙ шуны ла аңлайбыҙ: донъяла бәхет күрһәткесе, билдәләүсе шкалаһы юҡ. Американдар хыялланғанса, тик комфортлы, уңайлы етеш тормош ҡына бәхетте билдәләмәй. Сөнки бер фәйләсүф әйткәнсә, "Донъяла абсолют бәхет булмай, сөнки бәхет ҡошон ҡулына эләктереүсе кеше уны юғалтмаҫ өсөн бәхетһеҙ борсолоуҙар кисереп йәшәргә мәжбүр".
Йәғни көн артынан төн, төн артынан көн килгән һымаҡ, бәхет менән бәхетһеҙлек сиратлашып килгән осраҡта ғына беҙ ысын бәхеттең ниндәй икәнлеген аңлай алабыҙ. Изгелек менән яуызлыҡты ла беҙ уларҙың икеһенең йәнәш ҡуйылыуы арҡаһында ғына айырабыҙ һәм билдәләйбеҙ. Шулай уҡ ҡара төҫ булған өсөн генә аҡ төҫ - аҡ, аҡ төҫ булғаны өсөн генә ҡара төҫ - ҡара. Ошоларҙан сығып, шундай ике формула - билдәләмә сығарырға була хатта:
1. Нимә ул бәхет? Ул - бәхетһеҙлек онотолоп торған миҙгел, йәғни күңел тыныслығы табыу.
2. Нимә ул бәхетһеҙлек? Ул - ҡәҙерен белмәгән бәхет миҙгеле, йәғни күңел тыныслығын юғалтыу.
Бәхет һәм бәхетһеҙлек парадоксы шунда: беҙ бәхетле минуттар кисергәндә генә бәхетһеҙлекте, бәхетһеҙлек кисергәндә генә ҡасандыр бәхетле булғаныбыҙҙы аңлайбыҙ. Бер яҡтан уйлағанда, бәхетле булыуҙың сере яп-ябай ҙа, икенсе яҡтан ҡараһаң, улай уҡ та түгел икән.
Шулай ҙа, мәҡәлдә әйтелгәнсә, ни өсөн кешене кешенән фәҡәт бәхет айыра, алыҫлаштыра һуң? Кешенең аңын ойотоп, ғүмерҙең, яҡыныңдың, кеше ҡәҙерен онотторор бәхет, ғөмүмән, кешегә ни өсөн кәрәк һуң? Шул уҡ ваҡытта кешелек тарихында бәхетһеҙ осраҡтың, ҙур юғалтыуҙарға бәйле ҡыйралыштарҙың, катаклизмдарҙың, киреһенсә, кешеләрҙе берләштереүсе сәбәп булыуы хаҡында ла бихисап миҫалдар килтерергә булыр ине.
Кем белә, бәлки, "бәхет" тигән төшөнсә бөтөнләй юҡтыр, бәлки, уны ҡара көстәр кешенең аңын йоҡлатыу, һиҙгерлеген кәметеү маҡсатында ғына уйлап тапҡандыр? Ә бит беҙҙең иң бәхетле мәлебеҙ - әсәйебеҙ ҡарынында ятҡан сағыбыҙ. Үҙебеҙ ошо хәлде аңлап етмәйенсә, ғүмер буйына бәхет артынан ҡыуабыҙ ҙа, уңышһыҙлыҡҡа юлығып, күңел тыныслығын юғалтабыҙ, шунан үҙебеҙҙе бәхетһеҙгә һанап илайбыҙ. Артабан тағы ла ошо уҡ хаталарҙы ҡабатлайбыҙ, тик үҙебеҙ әсә ҡарынында ятҡан саҡтағы иң бәхетле сағыбыҙҙы юғалтыуыбыҙҙы ғына аңлап бөтөрмәйбеҙ. Кем белә, бәлки, баҡыйлыҡҡа күскәс, нимә эҙләгәнебеҙҙе аңлайбыҙҙыр ҙа, тик ул саҡта инде...
…Һеҙҙең бәхетле тормош хаҡында берәр фильм ҡарағанығыҙ йә китап уҡығанығыҙ бармы? Ғөмүмән, күп кенә фильмдарҙың йә әҙәби әҫәрҙәрҙең аҙағы геройҙарҙың ауырлыҡтарҙы еңеп сығып, бәхетле тормош төҙөүе, туйҙары менән тамамлана. Кемдер берәү башҡаларҙың бәхете өсөн һәләк була, уны һуңғы юлға оҙаталар, ерләүселәр араһында артабан бәхетле тормош менән йәшәп китеүселәр ҙә бар. Ҡайһы бер әҫәрҙәрҙең һәм фильмдарҙың аҙағында шундай һүҙҙәр ҙә әйтелә: "Улар бәхетле ғүмер кисереп, оҙон-оҙаҡ бергә йәшәнеләр ҙә, бер үк көндө, бер үк сәғәттә донъя ҡуйҙылар..."
Ошо һөйләмдең "бәхетле ғүмер кисереп" тигән өлөшөн экранда йә әҙәби әҫәрҙә нисек итеп һынландырырға була икән һуң? Әйтәйек, улар бәхетле, күңелдәре тыныс, өҫтәре бөтөн, тамаҡтары туҡ, балалары, ейән-ейәнсәрҙәре лә шатлана... Артабан нимә? Ҡыҫҡаһы, бәхетле тормош хаҡында бер нәмә лә яҙып һәм фильм төшөрөп булмай, ни өсөн тигәндә, әҫәр, фильм йә тормоштоң үҙе проблемалар барлыҡҡа килгәс, йәғни геройҙар бәхетһеҙлек менән осрашҡас ҡына башлана.
Юғарыла әйтелгәндәрҙән сығып ниндәй һығымта яһарға була: баҡтиһәң, бәхет кисереп йәшәү ни тиклем генә ымһындырғыс һәм зауыҡлы булып тойолмаһын, бик үк ҡыҙыҡлы түгел икән дә. Шулай булғас, ниңә әҫәр йә фильм геройҙары үҙҙәренең бәхете өсөн ҡырылмаһа ҡырҡ ҡаршылыҡтарҙы вата-емерә, үҙен йә яҡындарын ҡорбанға килтереп, эт ҡарағыһыҙ хәлгә етеп, ҡаратырышланып көрәшә икән һуң? Ни өсөн бәхетле тормош ҡыҙыҡлы түгел? Минеңсә,"Кешене бәхет айыра" әйтеменең бер аңлатмаһы тап ошонда яталыр, йәғни, әгәр ҙә бәхет миҙгеле оҙаҡҡа һуҙылһа, был хәл кешене һәлкәүләндерә, ҡанын ойота, аңын йоҡлата һәм кеше башҡалар күҙлегенән бәхетле булып күренгән мәленең ҡәҙерен онотоп, үҙенән-үҙе бәхетһеҙлек көҫәй башлай. Һөҙөмтәлә ул үҙен бәхетле иткән мөхиттән, яҡындарынан айырыла. Тағы ла шуныһы: кеше ошо юлға бармайынса тороп, бәхетле мәленең ҡәҙерен дә белергә һәләтле түгел. Шул уҡ ваҡытта ул бәхеткә ынтылмайынса ла йәшәй алмай. Бында бәхеттең ике сифаты хаҡында һүҙ йөрөтөү урынлы булыр һымаҡ. Тәүгеһе - ҡәҙере беленгән, икенсеһе - бәхетһеҙлеккә килтереүсе, кешене бәхет мөхитенән айырыусы бәхет.
Бәхет хаҡында шундайын матур һәм оло кинәйәле әкиәт бар. Имеш, бер мәл Бәхет урман буйлап китеп барғанында яңылыш соҡорға ҡолап төшкән. Нисек сығырға белмәй илап ултырғанында соҡор янынан үтеп барған кешегә:
- Игелекле кеше, мине соҡорҙан сығырға ярҙам итһәңсе? - тип ялбарған Бәхет.
- Буштың атаһы үлгән, һин миңә бының өсөн нимә бирерһең һуң? - тип һораған кеше.
- Әйт, һиңә нимә кәрәк һуң? - тип һорауға һорау менән яуап биргән Бәхет.
- Минең диңгеҙ янында урынлашҡан матур һәм ҙур йортта йәшәгем килә, - тигән кеше.
Шул саҡ мөғжизәле күренеш асылған: диңгеҙ ярында ҙур һәм матур йорт хасил булған. Кеше үҙ күҙенә үҙе ышанмайынса, йортҡа йүгереп инеп киткән. Шунда йәшәй ҙә башлаған һәм Бәхеткә ярҙам итергә кәрәклеген иҫенән сығарған.
Соҡор эсендә ултырып ҡалған Бәхет баяғынан да ҡысҡырыбыраҡ иларға, ялбарырға тотонған. Шул саҡ соҡор янынан тағы ла бер кешенең үтеп барғаны күренгән.
- Игелекле кеше, мине соҡорҙан тартып сығарһаңсы? - тип инәлгән уға Бәхет.
- Мин һине тартып сығарырмын да ул, ә бының өсөн һин миңә нимә бирерһең һуң? - тип һорауына һорау менән яуаплаған икенсе кеше.
- Ә һиңә нимә кәрәк һуң? - тип йәнә һораған унан Бәхет.
- Миңә төрлө-төрлө маркалы ҡиммәтле матур машиналар кәрәк, - тигән уға икенсе кеше.
Шул саҡ кеше янына күҙҙең яуын алырлыҡ, береһенән-береһе "текәрәк" машиналар теҙелеп киткән. Кеше машиналарға ултырып, ҙур тиҙлектә йөрөргә тотонған һәм соҡорҙа ултырған Бәхетте бөтөнләй иҫенән сығарған.
Инде соҡорҙан сығырына тамам өмөтөн өҙгән Бәхет тағын бер кешенең үтеп барғанын күреп ҡалып:
- Игелекле кеше, зинһар өсөн мине соҡорҙан тартып сығар әле? - тип уға ялбарған.
Был кеше уны соҡорҙан тартып сығарған да, юлын дауам иткән. Бәхет уның артынан ҡыуып еткән.
- Мине ҡотҡарғаның өсөн һиңә нимә бирәйем, игелекле кеше? - тип өндәшкән уға Бәхет.
- Миңә бер нәмә лә кәрәкмәй, - тип яуаплаған да был кеше юлын дауам иткән. Шулай итеп Бәхет шул мәлдән алып ошо кешенең артынан ҡалмай эйәреп йөрөй икән. Бәхет хаҡындағы иң ҡыҫҡа һәм иң фәһемле әкиәт был, шулай бит, дуҫтар? …Бәләкәй саҡта әсәйҙәр сепарат әйләндергәндә беҙ күбек ялай торғайныҡ. Күбек тәмле генә һымаҡ булып тойолһа ла, төйөрөм ризыҡ булмағас, уны ялағандан һуң күңелдә ымһыныу тойғоһо ғына тороп ҡала торғайны. Ҡыҫҡаһы, күбек ялап, тамаҡ туйҙырып булмай. Үкенескә күрә, күбек ул һөт тә, ҡаймаҡ та түгел, бары тик боролғандан һуң ағып төшкән һөттөң быу тулған тулҡынсыҡтары ғына. Ғәжәп, ә бит ошо күбекте лә бәхеткә ынтылыу хисе менән сағыштырып була. Ни өсөн тигәндә, һөт эскәндән йә ҡаймаҡ ашағандан һуң һауа менән тулған һөт күперектәренә әйләнеп тә ҡарамайһың. Был осраҡта һөткә, ҡаймаҡҡа тейенеүҙе бәхетле булыуға тиңләһәк, күбек ялау бәхеттең һағымы, иллюзияһы ғына. Бәхет тә ана шулай хыял кимәлендәге иллюзия, һағым булған сағында ғына ҡәҙерлелер, тим. Һәр хәлдә, мин Бәхет хаҡындағы әкиәттән шуны аңланым. Был донъяла бәхетле булыуың мөһим түгел, үҙеңде бәхетле итеп тойоуың мөһим. Йәғни тулы бәхет шарттарында йәшәүсе түгел, үҙен бәхетле итеп тойоусы ысын мәғәнәһендә бәхетлелер.
Бәхет хаҡындағы һүҙҙе тамамлап, билдәле кешеләрҙең бәхет хаҡындағы ҡанатлы һүҙҙәрен килтереү урынлы булыр ине, улар юғарыла әйтелгәндәрҙе тәрәнерәк аңларға ярҙам итер, тип ышанам:

Гераклит Эфесский: "Әгәр ҙә бәхетле булыуҙы тән ләззәте тип кенә аңлаһаҡ, беҙ борсаҡ ашаған үгеҙҙәрҙе иң бәхетлеһе тип атар инек".

Оскар Уайльд: "Беҙ бәхетле саҡта мәрхәмәтле, әммә мәрхәмәтле саҡта һәр ваҡыт бәхетле түгелбеҙ".

Лао-Цзы: "О, бәхетһеҙлек ! Ул бәхеттең нигеҙен тәшкил итә. О, бәхет! Уға бәхетһеҙлек йәшеренгән. Уларҙы кем айырғаны бар икән? Улар икеһе лә даими түгел".

Хелен Келлер: "Бәхеттең бер ишеге ябылғанда, икенсеһе асыла. Әммә беҙ ябылған ишеккә оҙаҡ ҡарап тороп, асылғанын күрмәйбеҙ".

Джордж Бернард Шоу: "Мин бәхетле, сөнки минең бәхетһеҙлек хаҡында уйланырға ваҡытым юҡ".

Джордж Гордон Байрон: "Бәхеткә өлгәшеүсе икенсе берәү менән бәхетен бүлешергә тейеш. Ул сағында бәхеттең игеҙәге барлыҡҡа килә".

Силован Рамишвили: "Әгәр ҙә даға бәхет килтерһә, аттар барыһынан да бәхетлерәк булыр ине".

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ.
"Киске Өфө" гәзите, №2, 16 - 22 ғинуар 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 15.01.26 | Ҡаралған: 17

Киске Өфө
 

Тормош - изгелек тә, яуызлыҡ та түгел, ул изгелекте һәм яуызлыҡты үҙенә һыйҙырыусы бер һарай. Ул һарайҙы нимәгә әйләндереү, әлбиттә, һинең ҡулда.

(Мишель де Монтень).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru