«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2026

Ғинуар
   01  |  02 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42  |  43 
Ноябрь
   44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48  |  49  |  50  |  51 
 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

"Бер рәхмәт мең бәләнән ҡотҡара" тиҙәр. Тап ғинуар айында Халыҡ-ара рәхмәт көнө лә билдәләнә. Ә һеҙ был донъяла кемгә рәхмәт уҡып йәшәйһегеҙ? Һеҙҙең үҙегеҙгә кемдәр рәхмәт әйтә?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТОРМОШ ЮЛЫНАН ҮҘ ИТЕКТӘРЕҢДӘ АТЛА
+  - 


Һәр бер кешегә хас булған тиҫтәләрсә сифаттар араһында көнләшеү тип аталғаны ла бар. Башлыса, йәмғиәттә был тойғо шәхестең негатив, кире, хатта иң яман һыҙаты итеп нарыҡлана. Көнләшеү, дини тәғлимәткә ярашлы, гонаһлы ғәмәлдәр иҫәбенә индерелә. Христиандарҙың Библияһына ярашлы, көнсөллөк - 7 үлемесле гонахтарҙың береһе, сөнки ошондай халәтте үҙ иткән әҙәм балаһы Хоҙайҙың 10-сы васыятын боҙа: "Үҙеңә яҡын кешенең йортон теләмә; яҡыныңдын ҡатынын да, ир ҡолон да, ҡатын-ҡыҙ ҡолон да, үгеҙен дә, ишәген дә, унда булған бер нәмәне лә теләмә", - тигән тыйыу хаҡында һүҙ бара был осраҡта. Башҡа берәүҙең мөлкәте, байлығы күберәк булыуынан, хатта ки уның ҡатыны көнсөл заттың ҡатынанан сибәрерәк күренеүенән, кәмһенеү тойғоһо менән бер рәттән, ошо кешегә ҡарата негатив ҡараш, уға яманлыҡ теләү хасил була. Халыҡ араһында ошондай тойғо менән йәшәгән кешене "ҡара көнсөл", тип нарыҡлайҙар.

Изге Ҡөрьән-Кәрим китабында ла көнсөл кешеләрҙең мосолман әҙәбен боҙоуы, ҡара эсле, боҙоҡ заттарҙан һаналыуы хаҡында әйтелгән. Аллаһы Тәғәләбеҙҙең ошо хаҡта киҫәтеүе ошолай тип теркәлгән: "Китап әһелдәренең күбеһе, Хаҡ Тәғәлә үҙҙәренә ысын дөрөҫлөктө бәйән иткәндән һуң, үҙҙәрендәге хөсөтлөк, көнләшеү арҡаһында, һеҙҙе иманығыҙҙан яҙҙырып, яңынан көфөр итмәксе булалар"; "Әллә улар Аллаһ йомартлығы менән кешеләргә бирелгәндән көнләшәләрме? Юҡһа, беҙ бит Ибраһим тоҡомона ла Китап һәм хикмәттәр бирҙек һәм уларға бөйөк хөкөмдарлыҡ тапшырҙыҡ". Мөхәммәт бәйғәмбәребеҙҙең (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) "Көнләшеүҙән һаҡланығыҙ, көнсөллөктөң яҡшы эштәрҙе лә ут утынды ялмағаны һымаҡ ашауы хаҡтыр", - тигәнен IX быуатта йәшәгән хәҙистәр белгесе, мөхәҙҙис Әбү Дауд ас-Сиджистани теркәп ҡалдырған.
Кемдеңдер һәйбәт йәшәүен, уңыштарға өлгәшеүен, маҡталыуын, бүләктәр алыуын ыңғай ҡабул итә алмайһың икән, тимәк, көнләшәһең.
Әйтергә кәрәк, бер саҡта ла, бер нисек тә, бер кемдән дә көнләшмәй йәшәгән кешенең булыуы мөмкин түгел. Донъялыҡта хайуани заттар ғына бер-береһенән көнләшмәй. Көнләшеү - универсаль эмоция, ул кеше психикаһында социаль мөхит йоғонтоһо һөҙөмтәһендә хасил була. Ижтимағи мөхиттә үҙ-үҙеңде башҡа кешеләр менән сағыштырмайынса йәшәп булмай. Карл Маркс яҙғанса, йәмғиәттә бер кеше икенсе кешегә көҙгөгә ҡараған кеүек ҡараһа ла, ул ошо "социаль көҙгө"ләге һындың үҙенән айырылып тороуын, үҙендә булмаған сифаттарын күрмәй ҡалмай. Эш шунда, ошо сифаттарҙың үҙендә булмауы кешелә кәмһенеү тойғоһон уятыуы мөмкин, ә был осраҡта уның күңелендә үҙенән өҫтөнөрәктәргә негатив ҡараш ярала: "Ни эшләп әле ул шундай, ә мин түгел?"
Әйтергә кәрәк, көнләшеүгә килтереүсе һыҙаттар бала психикаһында бик иртә ярала, бының сәбәбе итеп тирә-яҡтағы әйберҙәрҙе һәм үҙ-үҙен аҙмы-күпме танып белә башлаған сабыйҙа инстинктив рәүештә хасил булған эгоизм тойғоһон атап була, ә һуңғыһының биологик асылын нимәнеләр үҙләштереп, үҙең генә файҙаланырға теләү тәшкил итә. Австрия психологы Зигмунд Фрейд көнләшеү тойғоһон аҫҡы аңдағы эмоциялар комплексы менән бәйләп аңлата, мәҫәлән, бала ғаиләлә ата-әсә иғтибарының башҡа туғандарына йүнәлтелеүен һиҙеп, негатив эмоциялар кисерә, мыжый, илай башлай. Ауылда йәшәгән бер ҡатын бына ни тип һөйләгәйне: "Икенсе балам тыуғас та, барса иғтибарым шул балаға күсте, илағыраҡ та ине. Өс йәшлек ҡыҙым тәүҙәрәк шым ғына йөрөнө, шунан бермә-бер көйһөҙләнде. Бөр көндә урамға сығып кергәнсе карауатта ятҡан бөпесемде мендәр менән ҡаплап ҡуйған бит! Ярай әле ауыҙы ҡапланмаған, тын алып ятҡан. Ҡыҙым менән ипләп кенә һөйләшергә, уны ла яратыуым хаҡында әйтергә тура килде. Магазиндан матур ҡурсаҡ та алып бирҙем уға, бик шатланды бала". Балалар баҡсаһы тәрбиәселәре ҡайһы бер балаларҙың, үҙҙәренең уйынсығын ташлап, башҡа баланыҡын тартып алыуын күрә, ә "узурпатор" уйынсыҡһыҙ ҡалған йәштәшенең аҡырып илағанын бар тип тә белмәй. Улай ғына ла түгел, хатта ғаиләлә бергә үҫкән бер туған балалар йыш ҡына туғанының берәй әйберенә булашып, талашып та китәләр. Әлбиттә, беҙ бында көнләшеү менән йәнәшә килгән ҡыҙығыу йә иһә ҡыҙғаныу тойғолары тәьҫирен иҫәпкә алабыҙ.
"Бер кеселә, бер олола", тигән әйтем бар. Көнләшеү нигеҙендә балаларҙа ла, ололарҙа ла бер үк уй-кисереш формулаһы ята: "Башҡа кешенең шул-был нәмәһе бар - ә минеке юҡ!" Ана шул "юҡ нәмә"ләр иҫәбендә кемдәрҙерҙең ҡиммәтле әйберҙәре, затлы кейемдәре, бай йорто, уңыштары, күркәм холҡо, йәмғиәттәге статусы, хатта буй-һыны һәм тышҡы ҡиәфәте булыуы мөмкин.
Көнләшеү - еңел-елпе тойғо түгел, ул кеше күңелен бимазалап, хатта ыҙалап тороусан. Психологтар күҙәтеүенсә, көнсөллөк тойғоһо үтә киҫкен булған балалар башҡаларҙың үҙендә булмаған әйберҙәрен ватып-ҡырып ташларға әүәҫ икән. Бындай негатив халәт ҡайһы бер оло кешеләргә хас, һәм был уларҙы енәйәти ғәмәлдәр ҡылырға этәрә. Көнсөллөк арҡаһында башҡа кешенең мөлкәтенә зыян килтереүсе бер үк ваҡытта үҙенең эске донъяһын да емерә.
Ҡыҙғаныс, әммә беҙҙең уҡымышлы һаналған заттарыбыҙ араһында ла "ҡара көнсөллөк" менән йәшәп, шунан ҡәнәғәтләнеү тапҡан кешеләр ҙә юҡ түгел. Ундайҙар ниндәй ҙә булһа уңыш ҡаҙанған милләттәштәре хаҡында тик кире, негатив фекерҙә булып, уларҙы яманлай, төрлө ғәйбәт таратыуҙан да баш тартмай. Көнсөлдәр башҡа берәүҙе ҡарайтырға, түбәнһетергә тырышһа ла, үҙҙәренең "ҡара йөҙлө" булыуҙарын ғына барса йәмғиәткә күрһәтеп, кешеләр араһында барыбер объектив баһаға лайыҡ була. Шуға күрә милли мөхиттә беҙгә көнсөллөктән арыныу тик файҙаға ғына булыр ине.
Гуманистик психология яҡлы ғалимдар көнләшеү тойғоһон кисереүселәрҙе ғәйепләп бармай, ә улар менән психотерапевтик әңгәмәләр уҙғарып, нисек итеп уларҙың әлегә үтәлә алмаған ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү, асылып бөтмәгән потенциалдарына юл ярыу мөмкинлектәрен аңлатырға тырыша. Уларса, көнләшеү гонаһ түгел, бары тик үҙенсәлекле сигнал ғына: "Минең дә уңышлы, маҡтаулы кеше булғым килә, тик үҙ-үҙемә ышанмайым". Гуманистар хатта көнләшеү тойғоһон кәрәкле сифат, тип һанай, сөнки ул үҫеш кешене юлына алып сыға ала. Көнсөл кешенең фекерләү йүнәлешен генә үҙгәртә алыу фарыз: үҙеңде башҡалар менән генә түгел, ә "кисәңге үҙең" менән сағыштыра башлап, әүәл булмаған ғәмәлдәрҙе, яңы сифаттарҙы үҙләштереүең һөҙөмтәһендә үҫә барыуыңды кисереү көнләшеү тойғоһонан азат итә. Көнләшеү хисен дөрөҫ аңлап, уның аша үтеп сыға алырға кәрәк. Бының өсөн тормошоңда яңы маҡсаттар ҡуя алыу, ниәттәреңде барлау, бәләкәй булһа ла уңыштарыңа ҡыуаныу, торғонлоҡҡа, апатияға юл ҡуймау мөһим.
Заманында бөйөк Пушкиндың шиғри юлдарға һалған васыятын онотмаһаҡ ине: "Маҡтауға һәм яла яғыуға битараф бул һәм ахмаҡҡа ҡаршы һүҙ әйтмә". Көнсөллөк - ни барыһы ахмаҡлыҡ бит инде. Көнсөлдәр һүҙенә битараф ҡалыу отошлораҡ. Шулай итеп, бер әсәнең балаһына әйткәнен Рәхимә Мусина исемле замандашыбыҙ бик матур итеп яҙып алған. Бына нимә теләгән әсә ғәзиз балаһына: "Бәхетле булғың килһә - бер ҡасан да кеше бәхетенә көнләшмә, балам! Көнсөл әҙәм бәхетле була алмай. Эсеңде ҡорт кимереп торғанда нисек бәхетле булаһың инде? Һин уйлама: ул ҡорт миндә генә икән тип, белгең килһә, ул бөтәһендә лә бар: кемдәлер ҙур, кемдәлер бәләкәй... Тик аҡыллы кешеләр генә ул ҡортто еңә белә. Еңмәһәң, көнсөллөк эстән кимерә-кимерә үҙеңде ауырыуға әйләндерә, күңел тыныслығыңды урлай, йәшәү йәмен юҡ итә. Нисек еңергә тиһеңме? Үҙеңде башҡалар менән сағыштырма. Һинән матурыраҡ, һинән аҡыллыраҡ, һинән талантлыраҡ, һинән бәхетлерәк кешеләр менән донъя тулы. Ярыша башлаһаң - хәлең етмәҫ. Кеше тормошон күҙәтеп, кеше бәхетенә эсең янып, ғүмерең мәғәнәһеҙ үтеп киткәнен дә һиҙмәй ҡалырһың. Кеше бәхете - кеше итеге кеүек бит ул: матур, ҡупшы, әммә кейһәң - аяҡты өйкәй. Үҙ итектәреңдә атла тормош юлынан, балам".

Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №2, 16 - 22 ғинуар 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 15.01.26 | Ҡаралған: 20

Киске Өфө
 

Тормош - изгелек тә, яуызлыҡ та түгел, ул изгелекте һәм яуызлыҡты үҙенә һыйҙырыусы бер һарай. Ул һарайҙы нимәгә әйләндереү, әлбиттә, һинең ҡулда.

(Мишель де Монтень).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru