
Яҙыусы Максим Горькийҙан: "Балалар өсөн яҙылған әҫәрҙәр ниндәйерәк булырға тейеш?"- тип һорағандар. Ул: "Ололар өсөн яҙылғандары һымаҡ, тик тағы ла яҡшыраҡ булырға тейеш", - тип яуап биргән.
Совет йылдарында яҙыусыларҙың, ысынлап та, балалар өсөн ололарға тәғәйенләнгәндән дә яҡшыраҡ әҫәрҙәр ижад иткәнен беләбеҙ. Быға, бәлки, көслө цензура аша үткәреү ҙә булышлыҡ иткәндер. Ул йылдарҙа С.Михалков, А.Гайдар һымаҡ классиктар киң билдәлелек яуланы. Әлбиттә, бөгөн дә исемдәре бөтөн илгә билдәле балалар яҙыусылары барҙыр, тик мин уларҙы белмәйем. Әле хатта йәнһүрәттәрҙе лә ҡарарлыҡ түгел. Әкиәттәрҙе лә боҙоп, үҙгәртеп төшөрәләр. Бик һирәктәре генә балаларға ғына түгел, ә ололарға ла фәһем бирерлек.
Шундай бер йәнһүрәтте әле күптән түгел һоҡланып ҡараным. Уның нисек аталғанын уҡып өлгөрмәнем, шуныһы йәл. Ҡурсаҡтар (анимация) ярҙамында төшөрөлгән был йәнһүрәт тураһында һеҙгә лә һөйләп үтәйем әле. Бер кескәй генә ҡуян тау башына менеп ултырып алған да, күбәләк тотҡос менән бәләкәй болоттарҙы эләктерә лә, тәмләп ҡарай. Береһен тәмләп ҡарай ҙа, "еләк тәме килә", ти, икенсеһенән, "алма тәме килә", ти ҙә, осороп ебәрә. Шулай уйнап ултырғанында яңылыш ҡояшты эләктереп ала ла, шатланып, тәгәрәтеп, тауҙан түбән төшөп барһа, төлкө балаһын осратып, уға ҡояш ярсығын бүләк итеп биреп китә. Кемде осрата - шуға ҡояш ярсыҡтарынан өлөшөн сығара был. Балыҡ тотоп ултырған айыу балаһы ҡуян балаһы биргән ҡояш ярсығын тәмләп ҡарай ҙа: "Бер тәме лә юҡ", - тип, ярсыҡты күлгә ырғытыуы була, Ер йөҙөн ҡараңғылыҡ ҡаплай. Өкө генә: "Мәңгелек төн миңә бик ярап ҡалды бит әле", - тип ҡыуана. Ә башҡа йәнлектәр, үҙҙәренең ҡояш ярсығы яҡтыһына, йылыһына ғына һыйынып, өңдәренән ҡараңғылыҡҡа сығырға ҡурҡып тик ултыра, ти. Шул саҡ йомарт ҡуян балаһы: "Бәлки, беҙгә ҡояш ярсыҡтарын яңынан бергә йыйырғалыр?"- тигән һорау ҡуя. Йәнлектәр йүгерешеп йөрөп ҡояш ярсыҡтарын бергә йыя, әммә ул китек булғас, күккә күтәрелә алмай. Шул саҡ айыу балаһы күл төбөндәге ҡояш ярсығын иҫенә төшөрөп, күлгә сума, уны сығарып, беркетеүе була, ҡояш балҡып, нурын сәсеп, күккә күтәрелеп тә китә. Барыһы ла ҡыуаныша...
Ошо йәнһүрәтте ҡарағас, башыма: "Ниндәй оло аҡыл йәшерелгән был йәнһүрәткә..." - тигән уй килде. Шәхсән үҙем был әҫәр беҙҙең башҡорт иленең тарихын, ысынбарлығын һөйләй, тип ҡабул иттем. Ҡәүемебеҙҙең төрлө яҡтарға таратылған "ярсыҡтарын" беҙ ҡасан бергә йыйырбыҙ икән, тигән фекер барлыҡҡа килде. Ысынлап та, һәр беребеҙ кескәй генә ҡояш ярсығы яҡтыһында, йылыһында үҙ өңөбөҙҙә-өйөбөҙҙә ултырабыҙ түгелме?
Айгөл АХУНОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №2, 16 - 22 ғинуар 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА