
Өләсәй тәрбиәһе - борон-борондан халҡыбыҙҙың рухи ҡиммәттәренең төп һаҡлаусыһы һәм яҡлаусыһы. Әлбиттә, олатай-ҡартатайҙарҙың да өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Шулай ҙа һәр саҡ яу сапҡан аҫыл ир азаматтарҙың ғаиләһен бағып ҡына ултырыр ваҡыты булмаған. Шуға күрә лә "ил инәһе", "ағинәй" тигән төшөнсәләр халҡыбыҙ йөрәгендә лә, тарихында ла үҙ урынын алған.
Беҙҙең заманда һәр ғаилә өләсәй-ҡартәсәй тәрбиәһенә, хәстәренә бигерәк тә мохтаж, тиер инем. Сөнки күпселек атай-әсәйҙәр ипотекаһын тиҙерәк түләп бөтөү, уны йыһазландырыу өсөн алған кредиттарын ҡаплау өсөн алһыҙ-ялһыҙ эшләргә мәжбүр. Балалар үҙ ҡарамағына, дөрөҫөрәге, интернет "тәрбиәһе"нә тапшырылған. Бәғзе ата-әсәләр бала ҡараусыларҙы яллай. Тик ят кеше бәпескә тәмле ҡоймаҡтарын ҡойоп, төнгөлөккә башынан һыйпай-һыйпай батырҙар тураһында әкиәттәрен һөйләй һалып барырмы икән?..
Баймаҡ районында эшләп килгән "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһының эшен күҙәтеп, бындағы апай-инәйҙәрҙең бар бәләкәстәргә өләсәй булып бөтөүен күреп ҡыуанам. Улар йышыраҡ балалар менән эшләй, улар өсөн төрлө саралар үткәрә. Балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә лә иң көтөп алынған ҡунаҡтар ул - ағинәйҙәр. Сөнки улар булған ерҙә йылылыҡ, ҡыҙыҡлы байрамдар, һөйләшеүҙәр һәм, әлбиттә, тәмлекәстәр.

Ҡышҡы каникул осорон ҡыуанып та, бер аҙ хәүефләнеп тә көтәһең. Сөнки, сер түгел, йыл һайын нәҡ ошо мәлдә төрлө хәүеф-хәтәр йышая. Баймаҡ ағинәйҙәре, һәр ваҡыттағыса, балаларҙың ҡышҡы каникулын файҙалы үткәреү, ә атай-әсәйҙәрен ял иттереп алыу өсөн төрлө саралар ойошторҙо. Мерәҫ ауылы ағинәйҙәре, мәҫәлән, "Егет - яуҙа, балалар тауҙа һынала" исемле бик ҡыҙыҡ ярыш үткәрҙе. Был көндө тау шыуырға балалар ҙа, апай-инәйҙәр ҙә йыйылды. Ағинәйҙәр балаларҙың тауҙан нисек шыуыуын да, уларҙың саналарын да баһаланы. "Иң боронғо сана" ярышында - Бәхтигәрәй ауылынан Илназ Ямантаев, "Замана санаһы" номинацияһында Зиннәт Ситдыҡов еңһә, "Иң етеҙ малай" - Илсур Ситдыҡов, "Иң шәп ҡыҙ" Баймаҡ ҡалаһынан Нәйлә Усманова булып сыҡты. Һәр балаға бүләктәр бирелде. Шулай уҡ ярышҡа ғаиләһе менән килгән Ямантаевтар һәм Ситдыҡовтар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Балалар төрлө уйындарҙа ҡатнашып арығандан һуң, өләсәйҙәре әҙерләгән самауыр сәйе эсеп, тәмлекәстәр менән һыйланды.
Ә Ишей ауылында уйын майҙансығы балаларҙың, әсәйҙәрҙең, ейән-ейәнсәрҙәр менән өләсәйҙәрҙең шат тауыштарынан көн дә гөрләп торҙо. Мәктәп, ауыл китапханаһы хеҙмәткәрҙәре, ағинәйҙәр тарафынан балалар өсөн бик күңелле ҡышҡы уйындар үткәрелде. Тауҙан сана менән шыуып төшөү ярышында балалар менән бер рәттән әсәйҙәр ҙә, хатта өләсәйҙәр ҙә үҙ оҫталығын күрһәтте. Балаларҙың барыһына ла бүләктәр тапшырылды.
Ағинәйҙәр әҙерләгән билмән, тәмле-татлы бәлеш, боһорап ултырған самауыр янында шат тауыштар яңғыраны. Ошондай күңелле ял сәғәттәре ойошторған ағинәйҙәр, әсәйҙәр, өләсәйҙәргә, Лариса Ҡарасурина, Рәсилә Аҙнағоловаға нисек һоҡланмаҫһың!
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров 2026 йылды - Ҙур һәм татыу ғаилә йылы тип иғлан итте. Был йәһәттән дә баймаҡтар беренсе булып йылды асты тиергә була. Йыл һайын оҙайлы ҡышҡы ялда Ишбирҙе ауылынан Ғайсиндар тоҡомона ҡараған ғаиләләр (ҡырҡлаған кеше) үҙҙәренә, балаларына күңелле ял ойоштора. Улар "Зарница" уйыны, саңғы ярышы, ҡышҡы һабантуй үткәрә, күмәкләшеп ҡырға ла сыға. Быйыл да Ғайсиндар, балалары, ейән-ейәнсәрҙәре өсөн сана шыуырға урын әҙерләп, трактор менән юл һалып, ҡышҡы һабантуй ойошторҙо. Көнө буйы рәхәтләнеп сана шыуып, төрлө уйындарҙа ҡатнашып, тәмле сәйҙәр эсеп, ял итеп алдылар.
Ғаилә менән ял итеү, өләсәйҙәрҙән, ағинәйҙәрҙән алған аҡыл, өгөт-нәсихәт балаларҙы инсафлы, тәүфиҡлы итеп тәрбиәләүгә булышлыҡ итә. Шуға күрә нәҫел тамыры бер ҡасан өҙөлмәһен. Өләсәйҙәр өй түрендә ултырған ғаиләләр ныҡ, берҙәм һәм ишле була. Ошо хаҡта онотмайыҡ!
Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №2, 16 - 22 ғинуар 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА