«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2026

Ғинуар
   01  |  02 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42  |  43 
Ноябрь
   44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48  |  49  |  50  |  51 
 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

"Бер рәхмәт мең бәләнән ҡотҡара" тиҙәр. Тап ғинуар айында Халыҡ-ара рәхмәт көнө лә билдәләнә. Ә һеҙ был донъяла кемгә рәхмәт уҡып йәшәйһегеҙ? Һеҙҙең үҙегеҙгә кемдәр рәхмәт әйтә?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
СӘЛӘМӘТ БУЛАЙЫҠ!
+  - 


Кеше - тәбиғәт балаһы. Кешелек борон-борондан тәбиғәткә табынып йәшәгән: һыйындырыусы ла, туйындырыусы ла ул бит. Яралғы сифатында барлыҡҡа килгәндән алып ғүмеренең һуңғы мәленә тиклем кеше тереклек ҡанундарына буйһоноп йәшәй. Тәбиғәт нисек кенә гүзәл һәм бөйөк булып тойолмаһын, уның ҡанундары әҙәм балаһына һәр саҡта ла мәрхәмәтле була алмай. Ул шул уҡ тәбиғәттән бөткөһөҙ зыян да күргән, уның дәһшәтле көстәренән ҡурҡып, ҡото осоп тигәндәй йәшәгән. Бөгөн кеше үҙен башҡа тәбиғи заттарҙан күпкә өҫтөн ҡуйһа ла, уны тәбиғәт хужаһы, уның менән идара итеүсе, тип атап булмай. Ер, күк, һыу әленән-әле булып торған ҡеүәтле ер тетрәүҙәре, циклон-тайфундары, цунамиҙары аша әҙәм балаһына, үҙ урыныңды белеп йәшә, тип, киҫәтеп торғандай.

Кешенең әүҙемлеге, йәшәү ритмы ла көн һәм төн сиратлашыуы, миҙгелдәр алмашыныуы, климат үҙгәрештәре менән бермә-бер бәйле булып, уның сәләмәтлеге, ғүмер оҙайлығы ла тәбиғәт тарафынан көйләнә. Хәҙерге заман кешеһенең ғүмере иң күбендә 100 йылға яҡын дауам итеүе беҙгә билдәле, һәм ул әллә ниндәй һорауҙар тыуҙырмай. Әммә ошо айҡанлы мин бик ғәжәп тойолоп, ғалимдарҙы ла ҡыҙыҡһындыра алған бер фактты иҫкә алып үтәйем. Тәүрат, Ҡөрьән кеүек боронғо китаптарҙа Ерҙәге тәүге цивилизация кешеләренең мең йылға тиклем йәшәй алыуы тураһында мәғлүмәт бар. Шул уҡ сығанаҡтарҙа бәйән ителеүенсә, кешеләр араһында әхлаҡһыҙлыҡ һәм аҙғынлыҡтың саманан тыш артыуы һөҙөмтәһендә улар туфан һыуына батырылып, юҡ ителә, кеше ғүмере иһә 120 йылға тиклем ҡыҫҡартыла... Кешелектең боронғо аңы тыуҙырған тәғлимәтте күптәр әкиәткә тиңләһә лә, әкиәт төбөндә әлегә беҙ төшөнә алмаған хәҡиҡәт тә бар һымаҡ.
Халҡыбыҙ борон-борондан үҙенең тәбиғи сыҙамлылығы, талымһыҙлығы һәм тән таҙалығы, физик көсөргәнештәрҙе имен-аман кисереп сыға алыуы, сир-сырхауҙарға ҡаршы тора алыуы менән билдәле. Шулай булмаһа, ул меңәр йылдар дауамында бихисап яу-күтәрелештәр аша үтеп, үрсеү-ишәйеү мөмкинлеген һаҡлап ҡала алмаҫ ине. Әммә төрлө милләт халыҡтарын буйһондороп тотоуға йүнәлтелгән батша Рәсәйе сәйәсәтенең ауыр эҙемтәләре башҡорт халҡының да бөлә барыуына сәбәп була. Иң яманы - XIX быуат аҙағына үҙ ерҙәренән ситләтелеп, ҡанына һеңгән йәшәү һәм хужалыҡ итеү рәүешенән биҙҙертелгән башҡорттарға аҡрынлап Рәсәй мөхитенә хас булған кире сифаттар "йоға" башлай. Башҡорттар араһында алкоголь эсемлектәрен ҡулланыу, тәмәке тартыу, зимагорлыҡ (аҙып-туҙып йөрөү) кеүек алама күренештәр бына шулай барлыҡҡа килә. Ә XX быуат халҡыбыҙға тағы ла хәүефлерәк ҡазалар алып килде. Революция, граждандар һуғышы, ҡот осҡос аслыҡ, колхозлаштырыу һәм кулактарҙы юҡ итеү, "халыҡ дошмандарын" эҙәрлекләү, Бөйөк Ватан һуғышы... Былар бөтәһе лә милләтебеҙҙе иҫәпһеҙ юғалтыуҙарға дусар итте. Дәүләттең атеистик сәйәсәтенең халыҡтың әхлаҡи һәм рухи сәләмәтлегенә ни тиклем зыянлы булғанын да яңы ғына аңлай башланыҡ шикелле.
Гиппократ, Әбү Ғәли ибн Сина кеүек шөһрәтле табиптарҙың кеше һаулығын һаҡлауға арналған яҙмалары тарих төпкөлдәренән беҙҙең заманға етеп, тән һәм йән сәләмәтлегенең һәр заманда ла халыҡтар һәм дәүләттәр өсөн үтә мөһим булыуын билдәләп тора. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн Рәсәйҙә халыҡ һаулығы иң ҡырҡыу проблемаларҙың береһенә әйләнде. Хәҙер күптәр 60 йәшкә лә етмәй, донъянан китә. 90-сы йылдарҙағы сәйәси-иҡтисади түңкәрелештән һуң илебеҙ демографик көрсөктән әле булһа ла сыға алмай. Яҡын киләсәктә хәл ыңғай яҡҡа үҙгәрмәһә, демографик "соҡор"ҙа тиҙ генә хәл итеп булмай торған тиҫтәләгән иҡтисади һәм ижтимағи проблемалар хасил буласаҡ. Уларҙың иң аяуһыҙы - эшкә һәләтлеләрҙең аҙайғандан-аҙая барыуылыр. Киләсәк ҡарттары кем ҡулында, кем ҡарауында ҡалыр һуң?
Әйтергә кәрәк, һуңғы йылдарҙа Рәсәй етәкселеге ошо проблемаларҙы хәл итеү юлдарын әүҙемерәк эҙләй башланы. "Сәләмәтлек" милли проектына ярашлы дәүләт программалары әҙерләнеүе тураһындағы хәбәр ҙә ошо хаҡта һөйләй. Был йәһәттән Башҡортостан етәкселеге, һаулыҡ һаҡлау органдары заманса ҡарарҙар ҡабул итеп, уны ғәмәлгә ашырыу буйынса башҡа төбәктәргә өлгө булып тора. Бөгөн дәүләт һәм һаулыҡ һаҡлау органдары халыҡ сәләмәтлегенә ҙур иғтибар бүлә, финанс сығымдарын арттыра. Әммә һәр кемдең тән һәм йән һаулығы иң элек уның йәшәү рәүешенән, сәләмәт тормош ҡағиҙәләрен мотлаҡ үтәүенән тора. Бер юғалтҡан һаулыҡты кире ҡайтарыуы еңел түгел. Иң мөһиме - әйбереңде яңы саҡта һаҡлап кейгәндәй, сәләмәтлегеңде лә йәштән ҡайғыртыу фарыз.
Борон аҡһаҡалдарыбыҙ, фани донъянан китер ваҡыттары етһә, йәш елкенсәккә теләк-васыяттарын еткерер булған. Бөгөн ошондай заттарыбыҙ йәштәргә иң әүәл нәҫел-нәсәб ебенең имен-аман ҡалыуын теләр ине. Әйтер ине аҡһаҡал: "Әҙәм балаһы барыһын да үҙе теләгәнсә хәл итә ала, яҙмышың - үҙ ҡулыңда. Кеше эшләй алмаған эштәр юҡ. Тик бының өсөн бер мөһим шартты үтәү мотлаҡ - һаулығыңды ҡайғырт, тәнең дә, йәнең дә саф, таҙа булһын. Никотин менән мейеңде томалама, ташла ошо әшәке тәмәке төпсөгөн, әгәр үҙеңде кеше итеп һанаһаң. Үрелмә һыра шешәһенә, араҡыға алданма - алҡымыңдан алыр, кешелек сифатын юйыр. Берүк наркомандар тоҙағына эләгә күрмә - тәнең дә, йәнең дә ғәрипләнер, ҡәберҙән башҡа барыр юлың ҡалмаҫ. Һүгенмә, әшәке һүҙҙәр әйтеүҙән телеңде тый. Тел сафлығы йән тыныслығын бирер, рухың таҙарып, ҡылған изгелектәрең артыр. Күңелеңә ятҡан шөғөл тап, һәр саҡ эштә бул, хәрәкәттә тормош бәрәкәтен табырһың. Ғәҙел бул, яҡын күргән дуҫ-иштәрең, туғандарың күп бул-һа, ғүмер юлың нурлы булыр".
Беҙгә лә, боронғоларҙан ҡалған аманатҡа тоғро булып, үҙебеҙҙең һәм халҡыбыҙҙың сәләмәт киләсәген ҡайғыртып йәшәргә яҙһын ине, тим.

Вәли ИҘРИСОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №2, 16 - 22 ғинуар 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 15.01.26 | Ҡаралған: 21

Киске Өфө
 

Тормош - изгелек тә, яуызлыҡ та түгел, ул изгелекте һәм яуызлыҡты үҙенә һыйҙырыусы бер һарай. Ул һарайҙы нимәгә әйләндереү, әлбиттә, һинең ҡулда.

(Мишель де Монтень).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru