
Беҙ мәктәптә уҡығанда алтынсы класта яңы йылға тиклем арифметика исемле фән өйрәндек, икенсе ярты йыллыҡта алгебраға күстек, бер нисә йылдан уларҙы берләштереп, математика тип атанылар.
Яңы уҡыу йылы башланғас, өйгә бер мәсьәлә бирҙеләр, бөтә класс менән сисә алмайбыҙ. Интернатта киске аштан һуң тәрбиәсебеҙ урманға алып китте. Бына малайҙар волейбол уйнай башланы, мин туп тотам тип үрелгәйнем, мәсьәлә сиселеше ҡайҙандыр башҡа төшкән кеүек булды. Тәрбиәсебеҙҙән ҡағыҙ, ҡәләм алып яҙып бирҙем. Икенсе көнөнә уҡытыусыбыҙ был хәлде һорашты ла бер һум аҡса бирҙе. 20 тиненә газлы һыу, 8 тингә коржик алып, урманға киттем, икенсе мәсьәләне лә сисеп ҡайттым. Тотонолмай ҡалған тиндәр мин эшләп алған беренсе интеллектуаль эш хаҡы булараҡ хәтерҙә ҡалған.
Беҙ, совет заманы кешеләре, "эшләмәй табылған мал" төшөнсәһен яҡшы хәтерләйбеҙ. Автомобилдә китеп барғанда хатта пассажир алырға ярамай ине заманында. Ә хәҙер һәр икенсе водитель - таксист. Бигерәк тә вахта ысулы менән эшләгәндәр араһында буш ваҡытта бер аҙ аҡса эшләп "алыусылар" байтаҡ.
Бөгөн аҡса эшләйем тиһәң, бар юлдар ҙа асыҡ. Һаулығың ғына булһын. Элек һәр ауылда тимерсе була торғайны, ул нағышлап ҡапҡалар ҙа, йорт-ҡурала донъя көтөргә төрлө кәрәк-яраҡ та эшләп бирер ине. Бөгөн иретеп йәбештереүселәр был эште, ҡасып-боҫмай, рәсми рәүештә башҡара ала. Улар ҡарамағында төрлө ҙурлыҡтағы торба бөгөү ҡулайламалары, һатыуҙа әҙер биҙәүестәр. Ҡайһы бер оҫталарҙың продукцияһына һоҡланып та, көнләшеп тә ҡарап тораһың.
Бер осор баҡсаһында хәләл көс түгеп үҫтергән йәшелсәһе менән әбейҙәр ҡаса-боҫа сауҙа итә ине, әле килеп власть уларға кеше күпләп йөрөгән ерҙә яуым-төшөмдән һаҡланырлыҡ махсус урындар төҙөп бирә.
Ҡасандыр республика етәкселәренең береһе, ауылда йәшәп, эшһеҙмен тип әйтеү оят, ти торғайны. Заман менән бергә ауыл да үҙгәрҙе, мал тотҡандар өсөн көтөүсе проблемаһы көнүҙәк булып ҡала. Бесәнгә, ҡатнаш аҙыҡҡа хаҡ арта барыу ошо өлкәлә эш иткән эшҡыуарҙарға аҡса табыу юлдарын икенсерәккә үҙгәртергә тура киләсәк.
Ә бына йыр-моңға, һүҙгә оҫталыҡтары булғандар өсөн 15-20 йылдан ашыу инде үҙ таланттарын туйҙарҙа, юбилейҙарҙа һәм башҡа төрлө байрамдарҙа ҡулланып, өҫтәмә аҡса эшләү мөмкинлеге асылды, улар үҙҙәрен тамада тип атай. Тимәк, бик күп йылдар дауамында ҡаршылыҡтар ҡуйылһа ла, һәләтле ғаилә парҙарына, теркәү үткәндән һуң, бергә саралар уҙғарырға, табыш алырға мөмкинлек булдырылды. Ҡулдары оҫталар эштән һуң, ял көндәрендә фатирҙар ремонтлап, мебель йыйып аҡса эшләй ала. Был юлы ла ғаилә парҙары бергә эшләп, ғаилә бюджетын тулыландыра, ә теләгәндәр үҙҙәре менән балаларын йөрөтөп, ҡулдарын эшкә өйрәтә. Һәр хәлдә был көнө буйы телефонда ултырыуҙан күпкә отошлораҡтыр, тип уйлайым.
Һәр йорт хужабикәһе лә тәм-том бешерергә оҫта түгелдер. Шуға күрә йәшерәк сағында ашнаҡсы, кондитер булып эшләгәндәр өйҙә тик ултырғансы заказ буйынса бешереп һатһа, ике яҡ өсөн дә отошло булыр ине. Хәҙер дини йолаларҙы үтәү маҡсатында Ҡөрьән аштарына саҡырыу йышайҙы, бына шунда кәрәк тә инде оҫта итеп бешерелгән төрлө бәлеш, һалма, туҡмас һәм башҡа милли ризыҡ.
Мине күптән бер һорау борсой. Ауылдарҙа газ үткәреү менән мейестәрҙе боҙоп ташланылар, хәҙер күпереп бешкән икмәк бешереүселәр юҡ. Туғайҙарға сыҡһаң ҡомалаҡ етемһерәп ултыра, ә бит беҙ бәләкәй саҡта ҡышҡылыҡҡа әсәйҙәр уны тоҡлап-тоҡлап әҙерләтә торғайны. Ҡала янындағы ауылдарҙа мейес сығарып, икмәк бешереп һатһаң, алыусылар табылыр ине, моғайын. Ҡыҫҡаһы, бөгөн аҡса эшләү, мул тормошта йәшәү мөмкинлектәре бик күп. Теләгең генә булһын.
Әмир ХӘЛИТОВ,
Күмертау ҡалаһы.
"Киске Өфө" гәзите, №2, 16 - 22 ғинуар 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА