«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42  |  43 
Ноябрь
   44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48  |  49  |  50  |  51 
 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

"Бер рәхмәт мең бәләнән ҡотҡара" тиҙәр. Тап ғинуар айында Халыҡ-ара рәхмәт көнө лә билдәләнә. Ә һеҙ был донъяла кемгә рәхмәт уҡып йәшәйһегеҙ? Һеҙҙең үҙегеҙгә кемдәр рәхмәт әйтә?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ХЫЯЛЫҢ АҠСА МЕНӘН БӘЙЛЕМЕ?
+  - 

Яңы йыл - яңы маҡсаттар. Күптәр был көндәрҙә хыялдар исемлеген һәм алдағы 365 көнгә пландар төҙөй. Әгәр теләкте тормошҡа ашырыу өсөн аҡса ғына кәрәк икән, тимәк, был хыял түгел, ә маҡсат, уға аҡса тупларға ғына кәрәк. Нисек? Финанс эксперты Булат НАГАЕВ, килем кимәленә ҡарамайынса, тормошта еңел генә ҡулланырға мөмкин булған кәңәштәр бирҙе.

Хыял күпме тора?

Иң башта бының өсөн талап ителгән сумманы билдәләргә кәрәк. Аныҡ маҡсат булһа, уға өлгәшеү юлдарын табыуы күпкә еңелерәк. Шуға күрә теләкте аныҡ билдәләү мөһим. Мәҫәлән, "Мальдив утрауҙарында ял итеү өсөн аҡса йыйырға теләйем" йәки "Яңы телефон алыу өсөн аҡса тупларға теләйем". Теләктәрҙән сығып, был хыялдың күпме тороуы һәм уны күпме ваҡыт эсендә бойомға ашырырға мөмкин икәне билдәле була.
Маҡсаттарҙы уларға ирешеү ваҡыты буйынса бүлеү ҙә мөһим: өс йылға тиклемге пландар - ҡыҫҡа ваҡытлы, өс йылдан ете йылға тиклемгеләре - урта сроклы, ете йылдан ашыуыраҡтары оҙайлы тип иҫәпләнә. Әгәр ҙә өс йылда маҡсатҡа ирешеү мөмкинлеге бар икән, инвестиция алымдарын ҡарарға ярамай, йыйған аҡсаны йәки депозитты ҡулланыу ҙа етә.
Теләктәрҙе яҙғас, мөһимдәрен асыҡлау зарур. Бер йылдан күберәк ваҡыт талап ителгән маҡсат өсөн инфляцияны иҫәпкә алырға кәрәк: һеҙ аҡса йыйғансы, хыял ҡиммәтләнә. Тимәк, күберәк сумма һалырға кәрәк. Бөгөнгәсә хыялығыҙҙың хаҡы нисек үҙгәргәнен ҡарағыҙ. Хаҡтың йылына уртаса 10 процентҡа артыуын иҫәпкә алығыҙ.

Аҡса иҫәп ярата

Хәҙер, сумманы һәм ваҡытты билдәләгәс, ай һайын күпме аҡса һалып барырға кәрәклеген аңлау өсөн килемде һәм мотлаҡ сығымды анализлау мөһим.
Сығымдарға ентеклерәк ҡарарға кәңәш ителә. Мотлаҡ һәм даими булмаған түләүҙәрҙе (мәҫәлән, ял итеү өсөн сығымдар, өйҙән ситтә туҡланыу, эмоцияларға бирелеп һатып алыу) билдәләргә. Артабан артыҡ сығымдарҙы табыу. Төрлө онлайн-сервистарға яҙылып, элемтә һәм интернет тарифтарын яңынан ҡарағыҙ. Бер һүҙ менән әйткәндә, бюджеттың бер өлөшөн һиҙҙермәй генә "ашаған", әммә шул уҡ ваҡытта файҙа килтермәгән сығымдарҙан баш тартырға кәрәк. Әгәр уларҙы ҡыҫҡартһаҡ, йәшәү сифаты бик үҙгәрмәй. Бынан тыш, бюджетты алдан планлаштырырға, үҙеңә ниндәйҙер мотлаҡ булмаған сығымдар лимитын билдәләргә мөмкин.

Копилкамы, әллә онлайн?

Аҡсаны төрлө ысул менән тупларға була. Бала саҡтағы кеүек копилкаға йәки ай һайын күпмелер сумманы конвертҡа һалып ҡуйырға мөмкин.
Эксперт кәңәштәре: хыял өсөн тип йыйылған аҡсаның яҡында ғына булыуы үҙенә ымһындырып тора. Уны тиҙ генә алып тотоноуы ла еңел. Шуға күрә уны үҙеңдән һаҡларға кәрәк. Мәҫәлән, аҡсаны ватып ҡына алырға мөмкин булған копилка һайлау. Ә иң яҡшыһы - даими күсереү мөмкинлеге һәм аҡсаны алыу өсөн сикләү булған банк иҫәбен асыу.

Үҙҙәре аҡса эшләһендәр!

Аҡса тик ятмаһын, ә аҙ булһа ла килем килтерһен өсөн тупланма иҫәп асыу һәм аҡсаны шунда һаҡлау яҡшыраҡ. Был - маҡсатҡа табан тағы бер аҙым.
Әгәр тупланма суммаһы ҙур булһа, уларҙы бер нисә вкладҡа урынлаштырыу яҡшыраҡ, шул рәүешле вкладтың суммаһы процент менән бергә 1,4 миллион һумдан артмаҫҡа тейеш. Был банктың лицензияһы тартып алынған осраҡта аҡсаны юғалтмаҫҡа мөмкинлек бирә: әлеге сумма Вкладтарҙы страховкалау агентлығы тарафынан һаҡлана. Әгәр маҡсатҡа өлгәшеү өсөн өс йылдан ашыу ваҡыт кәрәк икән, акциялар йәки облигациялар һатып алырға мөмкин. Төп ҡағиҙә - тикшерелгән финанс инструменттарын ғына һайлау. Шуны иҫтә тотоу мөһим: потенциаль килем ни тиклем юғары булһа, аҡсаны юғалтыу хәүефе лә шул тиклем юғары. Инвестиция һалыр алдынан был мәсьәләне ныҡлап өйрәнегеҙ, мәҫәлән, Рәсәй банкы сайтында бушлай курстар үтегеҙ. Шулай уҡ финанс мутлашыусыларына эләгеү хәүефе тураһында ла оноторға ярамай.

Планлаштырылмаған килемде лә хыял өсөн һалып ҡуйырға

Әгәр аҡса бүләк итһәләр йәки эштә премия бирһәләр, сумманы хыялға тип һалып ҡуйыу яҡшыраҡ. Йыш ҡына кешелә көтмәгәндә килеп ингән аҡсаны тотоноу теләге тыуа. "Бер минутлыҡ эмоциялар менән" һатып алынған әйбер күп шатлыҡ килтермәй. Шуға уны хыял өсөн ҡалдырыу яҡшыраҡ.

Ләйсән ЗАКИРОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №2, 16 - 22 ғинуар 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 15.01.26 | Ҡаралған: 15

Киске Өфө
 
Тормош - изгелек тә, яуызлыҡ та түгел, ул изгелекте һәм яуызлыҡты үҙенә һыйҙырыусы бер һарай. Ул һарайҙы нимәгә әйләндереү, әлбиттә, һинең ҡулда.

(Мишель де Монтень).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru