
Интернет-платформаларҙа "Ай, былбылым" клибының премьераһы булды. Йырҙы популяр AY YOLA төркөмө йырсы Алһыу менән бергә башҡара.
Халыҡ йыры Рәсәйҙә трендҡа әйләнде һәм юғары баҫҡыстарға күтәрелде.
Стилләштерелгән башҡорт милли костюмдары кейгән Алһыу һәм AY YOLA солистары йылға буйында, ҡышҡы урманда һәм тауҙарҙа йырлай. Клипты бүрәт режиссеры Баяр Барадиев етәкселегендәге ижади төркөм 14-16 декабрҙә Башҡортостанда, шул иҫәптән Өфө муйынсағы биләмәһендә, "Аҫылмалы таш"та төшөргән.
"Ай, былбылым" башҡорт халыҡ йыры Башҡортостанда һәм Татарстанда киң билдәле. Ҡаҙан университетының этнографик экспедицияһы был йырҙы 1913 йылда Өфө губернаһының Стәрлетамаҡ өйәҙендә тыуып үҫкән башҡорт Солтанғәлиевтан фонографҡа яҙып алған, һуңынан ул М.И. Бергтың "Һигеҙ татар-башҡорт йыры" йыйынтығында баҫылып сыҡҡан.
Яҡташыбыҙ, Рәсәйҙең халыҡ артисы Илдар Абдразаҡов был йырҙы Өфөлә үҙенең I Халыҡ-ара музыка фестивален асыу тантанаһында башҡарҙы. Башҡорт эстрадаһында уны Башҡортостандың халыҡ артисы Рәсүл Ҡарабулатов, шулай уҡ Рәсәйҙең халыҡ артистары Ренат Ибраһимов, Илһам Шакиров, йәш йырсылар Динә Ғарипова, Сәйҙә Мөхәмәтйәнова һәм башҡалар йырлай.
"Киске Өфө" гәзите, №2, 16 - 22 ғинуар 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|