«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
Биттәр : # « 216 217 218 219 220 221 222 223 224 » #
ЯҘМЫШТАН УҘМЫШ БАРМЫ?

Гәзитебеҙҙең 25-се һанында ҡуйылған "Балаға матур, мәғәнәле исем ҡушыу уның киләсәк яҙмышына йоғонто яһай, тигән фекер менән килешәһегеҙме?" тигән һорауға ҡарата мин дә үҙ яуабымды яҙып ебәрергә булдым.

Фекерҙәрҙең төрлөсә булыуы ғәжәп түгел, сөнки был һорауға төрлө һөнәр кешеләре яуап бирә. Дин әһелеме ул, ЗАГС бүлеге хеҙмәткәре, йәиһә филология белгесеме - һәммәһенең дә балаға яҡшы мәғәнәле исемдәр ҡушыу зарурлығы яғында булыуы һөйөндөрә. Филология фәндәре кандидаты Резедә Сөләймәнова, исем көсөнә ышанып, ата-бабаларыбыҙҙың балаларына уларҙың "ғүмерен һаҡларҙай" исемдәр, йәиһә, көслө булып үҫеүҙәрен юрап, батыр януарҙар исеме ҡушыуы хаҡында тарихи күҙлектән сығып аңлатма бирә. Хәҙерге ваҡытта балаларға милләтенең һәм мәҙәниәтенең йөҙөн күрһәтерлек исемдәр бирергә кәңәш итә. ЗАГС мөдире Айгөл Бохарбаева ла сабыйҙарға һис бер мәғәнәһе булмаған исемдәр бирмәү яғында. Мөғәллимә Шәмсинур хажиә, ысынлап та, Әбдерәсүл, Абделнәби, Әбделәмир һымаҡ, Аллаһтан башҡа заттарҙың ҡолдары, тигән мәғәнәләге исемдәрҙе ҡушыу мәкрүһ икәнлеге хаҡында иҫкәртә.

Уҡырға
20.07.15  
 
ИСЕМЕҢДӘН ЯҘМА ТЕЛҺЕҘ-ИЛҺЕҘ ҠАЛЫРҺЫҢ

ШОС һәм БРИКС саммиттары һөҙөмтәләре буйынса үткәрелгән матбуғат конференцияһында бер журналистың: "Был ойошмаларҙа аралашыу теле ниндәй булыр, беҙ ниндәй телдәрҙе өйрәнергә тейеш?"- тигән һорауына Рәсәй Президенты Владимир Путиндың: "Рус телен өйрәнегеҙ, башҡорт телен өйрәнегеҙ", - тип яуаплауы, уйынлы-ысынлы әйтелһә лә, ошондай абруйлы халыҡ-ара сараны заманса кимәлдә үткәреү өсөн һәр йәһәттән уңайлы эш шарттары тыуҙырған Башҡортостан еренә рәхмәтле баһа булараҡ та яңғыраны.

Уҡырға
20.07.15  
 
БАРЫҺЫ ЛА ҠУЛЫБЫҘҘАН КИЛӘ, ӘММӘ ОЛОЛАР ТӘЖРИБӘҺЕНӘ ЛӘ МОХТАЖБЫҘ

Милләт киләсәге - йәштәр ҡулында, тигән хәҡиҡәткә күптән төшөндөк төшөнөүгә, әммә йәштәр үҙҙәре ул киләсәкте, иңдәренә ниндәй оло бурыс йөкмәргә тейешлектәрен күҙ алдына килтерәме икән? Уларға ошоно аңғартыу өсөн ниндәйҙер саралар күреләме, етерлек ярҙам күрһәтеләме, милләтебеҙҙең бөгөнгөһө һәм киләсәгенә ҡарата уларҙың үҙҙәренең фекере ниндәй? Ошо һәм башҡа һорауҙар буйынса бөгөн беҙҙә йәштәр үҙҙәре фекер алыша - "Аманат" үҫмерҙәр журналының баш мөхәррир урынбаҫары Мансур ҠАҘАҠАЕВ, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты эргәһендәге Йәштәр советы ағзаһы Таңсулпан РӘСҮЛ, Ижтимағи-сәйәси һәм хоҡуҡи тикшеренеүҙәр институтының ғаилә һәм демография лабораторияһы ғилми хеҙмәткәре Наилә ШӘМСЕТДИНОВА.

Уҡырға
13.07.15  
 
ЙЫЛҒА БУЙЫНДАҒЫ ҠАЛАЛАР УЛАРҘЫҢ ИКЕҺЕНЕҢ БЕРЕҺЕ ӨФӨ БУЛЫР



Билдәле булыуынса, Башҡортостан, башҡорттар һәм Өфө тураһында мәғлүмәт Урта быуатҡа ҡараған төрлө тарихи-географик хеҙмәттәрҙә, карталарҙа, шул заман сәйәхәтселәренең һәм миссионерҙарының яҙмаларында осрай. Көнбайыш Европа илдәрендә эшләнгән карталар, унда Өфө ҡалаһының нисек һүрәтләнеүе тураһында "Киске Өфө" гәзите биттәрендә һөйләгәйнек инде.

Башҡорт иле, Өфө ҡалаһы Урта быуат көнсығыш карталарында ла сағылды-рылған. Шуларҙың береһе -1154 йылғы Иҙриси картаһы.

Уҡырға
13.07.15  
 
ҠАҘЫЛЫ ҠЫМЫҘҘЫ БАЙМАҠҠА БАРЫП ТӘМЛӘ!

Ошо көндәрҙә Әлшәй районы үҙәге Раевка ҡасабаһында Ҡымыҙсылар һәм Йылҡысылар республика бәйгеләре уҙҙы. Быйыл ҡымыҙсылар был бәйгегә унынсы тапҡыр йыйылһа, йылҡысылар ярышы икенсе тапҡыр ғына ойошторола. Ойоштороусылары - БР Ауыл хужалығы министрлығы, Әлшәй район хакимиәте. Бағыусылар - төрлө ойошма-предприятиелар. Мәҫәлән, иң төп бүләкте - тоҡом айғырын "Өфө" дәүләт ат һарайы" дәүләт учреждениеһы биргән.

Уҡырға
13.07.15  
 
БЕЛЕМ ЭСТӘР ӨСӨН ӨФӨЛӘГЕ УҠЫУ ЙОРТОН ҺАЙЛА ЛА ҠУЙ!

Хәҙер бөтөн нәмәне күпселек осраҡта реклама һәм пиар хәл итә икәнен "Башинформ" агентлығында үткән матбуғат конференцияһы ла раҫланы: баш ҡаланың барлыҡ юғары уҡыу йорттары ректорҙары бергә йыйылып, ни өсөн әллә ҡайҙа белем эстәргә юлланмайынса ғына тап Башҡортостан вуздарына өҫтөнлөк биреү зарурлығын дәлилләне.

Уҡырға
13.07.15  
 
БАШҠОРТОСТАНДЫҢ БАШ ҠАЛАҺЫ - РӘСӘЙҘЕҢ ЯҢЫ КОНГРЕСС ҮҘӘГЕ



"Инфраструктураны яңыртыу һөҙөмтәһендә Рәсәй картаһында яңы конгресс майҙансығы барлыҡҡа килде, йәғни Башҡортостандың баш ҡалаһын Рәсәйҙең яңы конгресс үҙәге тип атарға мөмкин. Булдырылған база бынан ары халыҡ-ара кимәлдәге сараларҙы ҡабул итергә мөмкинлек бирәсәк", - тине журналистар менән осрашыуҙа Рәсәй Президенты кәңәшсеһе, 2014-2015 йылдарҙа Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһында һәм 2015-2016 йылдарҙа БРИКС берекмәһендә Рәсәйҙең рәйеслеген әҙерләү һәм тәьмин итеү буйынса ойоштороу комитетының яуаплы секретары Антон Кобяков.

Уҡырға
13.07.15  
 
ӨФӨ - ЙЫЛМАЙЫУСЫ ҠАЛА

Баш ҡалабыҙ ысын мәғәнәһендә бик күп ҡунаҡтар йыйылған байрам майҙанын хәтерләтте был көндәрҙә. Эшлекле форматтағы етди сараға килһәләр ҙә, ҡунаҡтарҙың барыһының да йөҙҙәре яҡты, ҡәнәғәт ине. Иң мөһиме, барыһы ла йылмая. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың йөҙөнән дә йылмайыу китмәне. Ҡытай Халыҡ Республикаһы Президенты Си Цзиньпин да барыһына ла йылмайып баҡты. Был күренешкә ҡаҙаҡ журналистары үҙҙәренсә баһа биреп тә ҡуйҙы: "Өфөгөҙ бит - үҙе ялт итеп, йылмайып торған ҡала. Шуға ла барыһы ла йылмая..." ШОС һәм БРИКС саммиттары барышын яҡтыртыуҙа ҡатнашҡан, бөтөн донъянан килгән 1700 самаһы журналистың да фекере шулай булғанмылар, билдәһеҙ, әммә күптәр шул һүҙҙәрҙе ҡабатланы: сара шул тиклем яҡшы ойошторолған! Ошо сама журналистар барыһы бергә Конгресс-холдан алыҫ түгел 19 мең квадрат метр тәшкил иткән, сатырҙарҙан махсус ҡоролған Халыҡ-ара матбуғат үҙәгендә эшләне. Үҙәктә улар өсөн бөтөн шарттар ҙа тыуҙырылғайны: брифинг залдары, яҙышыусы журналистар өсөн компьютер, ҡала-ара, халыҡ-ара телефон элемтәһе, күсермәләр эшләү өсөн аппаратуралар менән йыһазландырылған павильон, телерадиокомпаниялар өсөн павильон. Саммиттар саралары барышын видеоэкрандарҙан күҙәткән журналистар баш күтәрмәй эшләне, үҙ илдәренә һис һуңлатмайынса мәғлүмәттәр тапшырҙы. Ә беҙ, урындағы журналистар, эштән бушаған мәлдәрендә уларға Башҡортостаныбыҙ, Өфөбөҙ тураһында, саммиттарға әҙерлекте нисек баһалауҙары хаҡында һорауҙар бирергә ашыҡтыҡ.

Уҡырға
13.07.15  
 
БАШҠОРТОСТАН - ЙӘЙҒОР ТӨҪТӘРЕНДӘ

Конгресс-холл эргәһендә төҙөлгән "Ватан" этнопаркы Башҡортостандың мәҙәниәтен сағылдырған йәйғор төҫөндә балҡыясаҡ. Бөгөн "этника", йәғни төбәктәрҙең милли һәм башҡа үҙенсәлектәренең донъя тренды булып тороуын иҫәпкә алып, ойоштороусылар шундай юл менән республиканы ШОС һәм БРИКС илдәре башлыҡтары саммитына килгән ҡунаҡтарға күрһәтәсәк.

Беренсе тирмәлә башҡорттарҙың көнкүреше сағылдырыласаҡ: унда республиканың аҫаба халҡы көндәлек тормошта ҡулланған йыһаздар (һандыҡтар, балаҫтар, көнкүреш әйберҙәре) урынлаштырыласаҡ. Бында тирмә биҙәү өсөн күп һанлы экспонаттар Милли музейҙан алына.

Уҡырға
06.07.15  
 
МӘКТӘПТӘР ГЕНӘ ТҮГЕЛ, "ЙӘЙЛӘҮ" ПРОГРАММАҺЫ ЛА ИЛҺӨЙӘРЛЕК ТӘРБИӘЛӘЙ БАЛАЛАРҘА

Мин быйыл йәмғеһе дүртенсе тапҡыр "Йәйләү" программаһы буйынса эшләгән лагерҙа тәрбиәсе булып эшләнем. Тик быйылғыһы, Әбйәлил районының "Ирәндек" ял үҙәге базаһында булдырылғаны, "Арғымаҡ" тип аталды.

Дөрөҫөн әйткәндә, бер аҙ хәүеф менән килгәйнем бында. Сөнки Мәғариф министрлығы ҡарамағындағы "Йәйләү" сменаһында бөтөн республиканан һайлап алынған, һәләтле балалар ял итә, ә "Арғымаҡ" фәҡәт үҙҙәре теләп килеүселәрҙе туплағайны. Улар менән "Йәйләү" программаһын үтәп булырмы икән? Программа бик ҡатмарлы бит.

Уҡырға
06.07.15  
 
НУҒАЙ ХАНЫ ТОРАХАН



XVIII - XIX быуат рус ғалимдары үҙҙәренең хеҙмәттәрендә баш ҡалабыҙ Өфө тураһында байтаҡ ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр килтерә. Шул ғалимдарҙың береһе - күренекле рус тарихсыһы, географы, иҡтисадсы һәм этнографы Петр Иванович Рычков (1712 - 1777).

П.И. Рычков Башҡортостанға 1734 йылда Ырымбур экспедицияһы составында бухгалтер булараҡ килә. Һуңғараҡ ул Ырымбур губернаһының ҙур чиновниктарының береһе булып китә. Эшенән буш ваҡытта Рычков киң ғилми тикшеренеүҙәр алып бара: уның күп һанлы мәҡәләләре Рәсәйҙең төп фәнни журналдарында донъя күрә. Уңышлы ғилми эшмәкәрлеге өсөн Петр Иванович Рычков 1759 йылда Петербург Фәндәр академияһының беренсе ағза-корреспонденты итеп һайлана, ә 1765 йылда Ирекле иҡтисад йәмғиәтенең (Вольное экономическое общество) ағзаһы булып тора.

Уҡырға
06.07.15  
 
ҠЫТАЙ СТЕНАҺЫН КЕМ ТӨҘӨГӘН?

"Ҡәҙерле редакция! Тиҙҙән баш ҡалабыҙ Өфөлә ҙур халыҡ-ара йыйын буласаҡ. Унда БРИКС һәм ШОС илдәре вәкилдәре килә, тип яҙаһығыҙ. Мине шул илдәр араһынан бигерәк тә Ҡытай Халыҡ Республикаһы ҡыҙыҡһындыра. Ошо айҡанлы уларҙың боронғо тарихи ҡомартҡы булған Бөйөк Ҡытай стенаһы тураһында бик белгем килә. "Киске Өфө"нө алдырып уҡыйым, рәхмәт, матур материалдар бирәһегеҙ. Минең әлеге һорауға ла яуап бирһәгеҙ, шат булыр инем. Ҡасим Йәһүҙин.
Әбйәлил районыҮтәгән ауылы".

Гәзит уҡыусыбыҙҙың хатына былтыр Ҡытайҙың Шэньян ҡалаһындағы Ляолинь университетында махсус курста уҡып ҡайтҡан Гөлфиә МӨХӘМӘТШИНАның яуап биреүен һораныҡ.

Уҡырға
06.07.15  
 
БАЛАЛАР ЕҢЕҮЕ

Ошо көндәрҙә Өфөнөң бер төркөм спортсы балалары Голландияның Алкмар ҡалаһында үткән 2015 йылғы Йәйге халыҡ-ара балалар уйындарында ҡатнашты. Делегацияны Өфө ҡала округы хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов етәкләне.

Өфө командаһы Халыҡ-ара балалар уйындарында 2011 йылдан бирле ҡатнаша. Хәтерегеҙҙәлер, ошондай юғары кимәлдәге, ҡышҡы уйын төрҙәрен үҙ эсенә алған балалар уйындары бынан бер-нисә йыл элек Өфөлә лә уҙғайны. Өфө командаһы ул ярышта ла һынатмағайны. Ләлә сәскәләре илендә үткән быйылғы ярышта ҡатнашыусы дзюдо, еңел атлетика, спорт гимнастикаһы һәм волейбол менән шөғөлләнеүсе 14 бала шулай уҡ оло еңеүҙәр яуланы. Улар иҫәбендә 5 - алтын, 1- көмөш, 2 бронза миҙал!

Уҡырға
06.07.15  
 
ЕТЕ ҠЫҘ ФОНТАН УРҒЫЛТА

Баш ҡаланың Ленин урамында урынлашҡан Театр скверында "Ете ҡыҙ" фонтаны эшләй башланы. Яңы мәҙәни объектты асыу тантанаһында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов, Өфө ҡала округы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов ҡатнашты. Башҡорт халҡының билдәле легендаһынан һәм Ф.Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле ҡуйған бейеүҙән илһам алып эшләнгән музыкаль фонтандың авторы С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, БР-ҙың атҡаҙанған рәссамы, Рәсәй рәссамдары союзы ағзаһы Хәниф Хәбибрахманов.

ШОС һәм БРИКС саммиттарына әҙерлек барышында баш ҡалабыҙ күҙгә күренеп үҙгәрҙе, түбәләре күккә олғашҡан ҡунаҡхана биналары үҫеп сыҡты, ҡала урамдары, парктар, аллеялар яңы һулыш алды. Заманса төҙөлгән биналар араһында Өфөнөң тарихи йөҙө юғалып ҡалыр, башҡорт милләтенең рухиәте, тарихы, мәҙәниәте төҫһөҙләнмәҫме, тигән шомло уйҙар баш ҡаланың үҙәгендә төҙөлгән "Ете ҡыҙ" фонтанын асыу тантанаһын күргәс тә юҡҡа сыҡты.

Уҡырға
06.07.15  
 
"ӨФӨ... ҮҘЕНӘ ОҠШАҒАН. Ә БЫЛ ИҢ МӨҺИМЕ!"

Журналистарҙың геройҙары менән шундай бер әңгәмә ҡороу алымы бар: әйтәйек, билдәле композитор менән әңгәмәләшкәндә - музыка тураһында, спортсы менән аралашҡанда уның эшмәкәрлек даирәһе хаҡында бер һүҙ ҙә ҡыҫтырылмай. Бындай алым һәр ваҡыт ҡыҙыҡлы һөҙөмтә бирә - билдәле кеше бөтөнләй икенсе яҡтан асыла. Ләкин мэр менән ҡала хаҡында бер генә һүҙ менән дә телгә алмайынса һөйләшеүҙе күҙ алдына килтереүе ҡыйын һымаҡ. Сөнки аҫаба өфөлө Ирек Ялалов өсөн ҡала эшмәкәрлек өлкәһенә ҡарағанда күпкә ҙурыраҡ урын алып тора. Ул - уның тормошо. Ирек Ишмөхәмәт улы менән биләгән вазифаһына ҡағылмай йәки бары тик мэр булараҡ ҡына һөйләшергә тырышыу уңышһыҙлыҡҡа дусар булыр ине, моғайын. Шуға ла әңгәмәлә уның был ике асылы бер-береһенә тығыҙ бәйләнгән. Әйткәндәй, Ялалов-өфөлө менән Ялалов-мэр бер-береһе менән бәхәсләшмәйме икән? Был хаҡта саҡ ҡына һуңыраҡ. Ә хәҙер...

Уҡырға
06.07.15  
 
УҒА ТИҢ ШӘХЕС ЮҠ, ЙӘКИ МӨХӘММӘТ БӘЙҒӘМБӘРҘЕҢ ИСЕМЛЕКТӘ БЕРЕНСЕ БУЛҒАНЫ

Яраталар ҙа инде Ҡушма Штаттарҙа төрлө рейтингтар төҙөү менән булышырға. Иң бай кешеләр рейтингы бар, иң ышаныслы автомобилдәр теҙеме, иң матур кешеләр, иң ҙур уңышҡа өлгәшкән музыканттар һәм башҡа төрлө исемлектәр…

Электрон китапты уйлап сығарған американлы Майкл Харт бер көн баш ватырға тотона: "Миллиардлаған Ер шары йәшәүселәренән кем тарих ағышына иң мөһим йоғонто яһаған?". Ошо һорауға үҙ яуабын Харт 1978 йылда донъя күргән һәм 1992 йылда ҡабат баҫылып сыҡҡан "100 иң бөйөк кеше" энциклопедияһына индерә. Китапта күренекле шәхестәрҙең ҡыҫҡа биографияһы рейтинг системаһында бирелгән. Кешелек тарихына иң көслө тәьҫир итеүсене билдәләү ниәтен төп принцип итеп ҡулланған Харт, мәҫәлән, ғалимдың фән өлкәһен үҫтереүгә ғәйәт ҙур булышлыҡ иткәнен күҙ уңында тотоп, Исаак Ньютонды икенсе урынға ҡуя. Пенициллинды асҡан бактериолог Флемингты 43-сө урында табабыҙ, Колумб - 9-сы позицияла, Иосиф Сталин - 66-сы.

Уҡырға
29.06.15  
 
БАТЫР ТӨБӘГЕНДӘ БЕР КӨН, ЙӘҒНИ САЛАУАТ ЕРЕНДӘГЕ БАЙРАМ ТӘЬҪОРАТТАРЫ

Баһалама ағзалары әйтештә еңеүселәр менән Үткән шәмбелә Салауат районында халҡын рух азатлығына, иреккә әйҙәүсе батыр, сәсән-импровизатор, юлбашсы Салауат Юлаевтың тыуыуына 261 йыл тулыу айҡанлы "Салауат йыйыны" фольклор байрамы үткәрелде. Быйыл ул район кимәлендә генә уҙғарылыуына ҡарамаҫтан, Башҡортостандың төрлө төбәктәренән һәм күрше өлкәләрҙән милләттәштәрҙе бергә йыйҙы. Әҙәбиәт йылына, Салауат районы булдырылыуға 80 йыл, Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 70 йыл тулыуға ла бағышланған күләмле байрам илһөйәрлек, рух көсө, батырлыҡ тәрбиәләүсе сара булыуын тағы бер ҡат итбаҫланы.

Уҡырға
29.06.15  
 
МИЛЛИ ВУЗ НИНДӘЙ БУЛЫРҒА ТЕЙЕШ? ӘЛБИТТӘ, СИБАЙ ИНСТИТУТЫ ҺЫМАҠ!

Мәғариф өлкәһендә туҡтауһыҙ барған төрлө үҙгәрештәрҙе урта белем биреүсе мәктәпкә генә бәйләп ҡабул итергә күнектек шикелле. Әммә реформалар юғары белем биреүсе йорттарҙы ла ситләтеп үтмәне. Һуңғы осорҙа Рәсәй вуздарында бюджет урындарының ғына түгел, хатта вуздарҙың үҙҙәренең һаны ҡыҫҡара барғанда республикалағы белем усаҡтарының хәле күптәрҙе борсоуға һалалыр, моғайын. Бөгөнгө заман, ил етәкселеге юғары белем биреүсе уҡыу йорттарына ниндәй талаптар ҡуя? Бындай шарттарҙа вуздарҙың үҫеш перспективаһы ниндәй? Хәҙерге заман хеҙмәт баҙарында ниндәй белгестәр талап ителә? Ошо ябай булмаған һорауҙарға яуаптарҙы Башҡорт дәүләт университеты Сибай институты директоры Зиннур Йәрмөхәмәтовтың уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары, педагогика фәндәре кандидаты Азамат КӨМӨШҠОЛОВ һәм техник фәндәр кандидаты, педагогика фәндәре докторы, профессор Азат ВӘЛИЕВ менән бергә эҙләйбеҙ.

Уҡырға
29.06.15  
 
ӨФӨНӨҢ ЙӘШЕ БОРОНҒО КАРТАЛАРҘА



1737 йылда Санкт-Петербургтағы Фәндәр академияһында "Атлас, сочиненный к пользе и употреблению юношества и всех читателей ведомостей и исторических книг" нәшер ителә. Был донъя атласы 22 картанан тора, шул иҫәптән унда астрономик карталар, ярымшар һәм континенттар карталары күрһәтелгән. Атластың авторы билдәһеҙ, ул, күрәһең, сит ил һәм ҡайһы бер урыҫ сығанаҡтарына таянып эшләнгән. Атласта ун һигеҙенсе номер аҫтында Азия картаһы бирелгән. Беҙгә ундағы бер мәғлүмәт ҡыҙыҡлы һәм мөһим: Өфө урынында Баскирь (Башҡорт) ҡалаһы күрһәтелә. Ни өсөн Башҡорт, ә Өфө түгел? Быны асыҡлар өсөн урта быуаттар тарихына күҙ һалайыҡ.

Уҡырға
29.06.15  
 
ЯҠШЫ БЕЛГЕСТӘР БУЛЫП ӨФӨБӨҘГӘ ҠАЙТЫҒЫҘ!



Ошо көндәрҙә Өфө ҡала округы хакимиәтендә ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Биктимер улы Баязитов быйыл баш ҡала мәктәптәрен тик "бишле"гә тамамлаған, "Уҡыуҙағы ҙур уңыштары өсөн" миҙалы менән бүләкләнгән, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан, төрлө олимпиадаларҙа еңеү яулаған 50 егет һәм ҡыҙ менән, шулай уҡ уларҙың уҡытыусылары, ата-әсәләре, Өфө райондарының мәғариф бүлектәре начальниктары менән осрашты.

Уҡырға
29.06.15  
 
Биттәр : # « 216 217 218 219 220 221 222 223 224 » #
Киске Өфө
 

Һәр көнөң - бәләкәй генә ғүмер: һәр иртән йоҡонан уяныуың - бәләкәй тыуыуың, һәр иртәң - бәләкәй йәшлегең, һәр кисең һәм йоҡларға ятыуың - бәләкәй генә үлемең.

(А. Шопенгауэр).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru