«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

"Башҡортостан, алға!" тигән саҡырыу һөҙөмтәләр килтерә, республикабыҙҙа һәр өлкәлә барлыҡҡа килгән матур үҙгәрештәр, ҡаҙаныштар, яңылыҡтар ҡыуандыра. Улар хаҡында ни әйтерһегеҙ?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
Биттәр : # « 225 226 227 228 229 230 231 232 233 » #
ЯҘМЫШТЫҢ ҺӘР ТӘҠДИМЕНӘ "ЭЙЕ" ТИП ЯУАП БИР!

Шәһит Хамматов Тормош көн һайын һәр кемгә тиҫтәләгән мөмкинлектәр бирә. Тик кемдер уға, "Эйе", тип әйтергә ҡыйыулыҡ таба, кемдер был мөмкинлектәргә иғтибар ҙа итмәй, тапалған юлы менән бара бирә. Бөгөнгө геройыбыҙ - М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актеры Шәһит Хамматов тап ана шул ҡыйыуҙар һәм үҙ яҙмышын үҙе яҙыусылар рәтенән. Йәш, әммә танылыу яулап өлгөргән актер менән әңгәмәбеҙ уның ижады, театрға алып килгән юлы, милли сәнғәт хаҡында булыр.

"Баян нимә ул?"

Бәләкәй саҡта йырларға һәм һуғышырға ярата торғайным. Уҡырға төшкәс, мәктәптә иң шаян малай булғанмындыр, моғайын. Беренсе класты тамамлағас, әсәйем мине Сибайға, Өфө сәнғәт академияһы эргәһендәге урта махсус музыка мәктәбенең филиалына уҡырға бирергә булды. Унда йырларға өйрәтәләр, тине.

Уҡырға
29.09.14  
 
ДЕПУТАТ МЕНӘН БЕР СӘҒӘТ, ЙӘКИ ҒАИЛӘЛӘ КӨС ҠУЛЛАНЫУҘЫ ТЫЙЫП БУЛЫРМЫ?

Сәлиә МЫРҘАБАЕВА "Кеше - ғорур яңғырай". Совет осоронда Максим Горькийҙың әҫәренән алынған ошо юлдар ҡанатлы һүҙҙәргә әйләнгәйне. Бәлки, ул ваҡытта кешенең, ысынлап та, ҡәҙере лә, баһаһы ла юғары булғандыр. Бөгөн, ололар фекеренсә, кешене себен урынына ла күрмәйҙәр. Юҡ, һүҙем һуғыш-хәтәр түгел, ә йәмғиәттә, дәүләттең иң мөһим ячейкаһы булған ғаиләлә һәр айырым кешегә - индивидуумға, шәхескә әҙәмсә иғтибар һәм ихтирам булмауы, бәғзеләрҙең үҙҙәренең ошо бәләкәй генә дәүләттәрендә йәберләнеүе, ҡыйырһытылыуы, көс ҡулланыу ҡорбаны булыуы тураһында. РФ Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә МЫРҘАБАЕВА менән уның инициативаһы менән тәҡдим ителгән һәм бер нисә йыл дауамында әҙерләнгән "Ғаилә-көнкүрештә көс ҡулланыуҙы иҫкәртеү һәм профилактикалау тураһында" федераль закон проектына бәйләп, бөгөн көнүҙәк булып торған мәсьәлә буйынса әңгәмә ҡорҙоҡ.

Уҡырға
29.09.14  
 
СИБАЙ СӘСӘН ҮҘ ИЛЕНӘ ҠАЙТТЫ...

Быйыл Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылының үҙәк урамында Шәйәхмәт Сибаевҡа - Сибай сәсәнгә обелиск асылды. Сәсәндең таш һынын тыуған еренә ҡайтарыуға күп көс һалған уҙамандар: БДУ-ның Сибай институты директоры, техник фәндәр докторы Зиннур Ғөбәйҙулла улы Йәрмөхәмәтов, Сибай ауыл хакимиәте башлығы Илдус Сәфәрғәле улы Бикбаев, ветерандар советы рәйесе Сабит Сәмиғулла улы Утарбаев һәм башҡаларҙың ҡулдарын ихлас ҡыҫып, оло рәхмәт һүҙҙәре еткерге килә. Изге ғәмәлдәрегеҙ мең сауаптар менән кире ҡайтһын үҙегеҙгә, хөрмәтле ил ағалары!

Күгәрсен районының боронғо (XVII-XVIII быуаттарҙағы) Биктимер (бөгөнгө Санъяп) ауылынан, урыҫ алпауыты И.Л. Тимашев ерҙәрен һатып алып, тыуған төйәгенән ҡыуылған кешеләр Ирәндек буйҙарына юллана һәм Атайсал ауылына нигеҙ һала. Баймаҡ районының бөгөнгө Иҫке Сибай ауылы эргәһендәге Эттотҡан тип йөрөтөлгән туғайҙа урынлаша ауыл. Нимәһе оҡшамағандыр, күпмелер йәшәгәс, атайсалдар яңы урынға күсеп ултыра.

Уҡырға
29.09.14  
 
АТА-ӘСӘ ҺӘМ МӘКТӘП

Баш ҡалала үткән "Балалар өсөн бергәләп" V Бөтөн Рәсәй күргәҙмә-форумына илебеҙҙең 62 өлкәһенән делегаттар йыйылды. Ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау, балалар хоҡуғын яҡлау, ауыр тормош шарттарында йәшәүсе балаларға ярҙам итеү буйынса төрлө яңы технологиялар, проекттар күргәҙмәһенән тыш, форум сиктәрендә "Уҡытыу-тәрбиә эштәрен ойоштороуҙа ата-әсәләр йәмәғәтселегенең роле" тип аталған түңәрәк ҡор ҙа уҙҙы.

Түңәрәк ҡорҙа белем биреү учреждениелары эшенә ата-әсәләрҙе йәлеп итеү мәсьәләһе, уҡытыусыларҙың абруйын күтәреү, өлгөлө ғаиләләр тәжрибәһен пропагандалау, ҡарарҙарҙы коллектив рәүештә ҡабул итеүҙең мөһимлеге тураһында һүҙ барҙы. Баш ҡаланың төрлө белем биреү учреждениеларының ата-әсәләр комитеты рәйестәре был өлкәләге тәжрибәһе менән уртаҡлашты.

Уҡырға
29.09.14  
 
"АЛТЫН ЯМҒЫР" КЕМГӘ ЯУА ЙӘКИ ИМПОРТ ТАУАРҺЫҘ ЙӘШӘЙ АЛАБЫҘМЫ?

Бөгөн магазин кәштәләре ризыҡтан һығылып тора, йәнең нимә теләй - бөтәһен дә табырға була унда. Араларында ер аяғы ер башынан килтерелгәндәре лә байтаҡ. Ташкент томаттары, Польша, Голландия алмаһы, Аргентина ите, Норвегия балығы, хатта Израиль әнисе менән Ҡытай һарымһағына тиклем бар. Элегерәк төшкә лә инмәгән емеш-еләктең иҫәбе-хисабы юҡ. Кемдер бындай ризыҡтарҙы яратып ашаһа, икенселәр тәмләп ҡарар өсөн генә аҡсаһын сығара. Сит ерҙең һауаһы ла, һыуы ла икенсе, иҫкән еле лә башҡа төрлө була. Ғалимдар ҙа, үҙ ерендә, үҙ тәбиғәт шарттарында үҫкән ризыҡтың ғына кеше өсөн шифалы, файҙалы булыуын күптән иҫбат иткән. Башлыса ауыл хужалығы менән көн күргән республикала йәшәп тә, магазин кәштәләрен сит ил аҙығы менән тултырыу нимәнән килә һуң?

Уҡырға
29.09.14  
 
ҠОМАРТҠЫЛАР ҘА ЗАМАНҒА ЯРАҠЛАШТЫРЫЛА

Өфө ҡалаһы үҙенең ҡабатланмаҫ архитектураһы менән ҡунаҡтарҙы ла, баш ҡала халҡын да һоҡландыра. Өфөнөң тарихи һәм мәҙәни ҡомартҡылары тигәндә, иң тәүҙә Ленин, Аксаков урамдарындағы биналар күҙ алдына килә. Өфө-2 ҡаласығы, 1890 йылда төҙөлгән Штехерҙар йорто, 1872-1874 йылдарҙа нигеҙ һалынған Уҡытыусылар йорто (бөгөн был йортта Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы урынлашҡан), Пушкин урамындағы Краевский ҡунаҡһарайы һәм башҡа ҡомартҡылар бөгөн ни хәлдә? Уларҙың ваҡыт һәм тәбиғи шарттар һынауын еңелерәк үтеүен ниндәй саралар ярҙамында тәьмин итергә була? Тарихи ҡомартҡыларҙың элекке хәлен тергеҙеү эшен ниндәй заманса технологиялар ярҙамында атҡырау отошлораҡ? Өфө ҡала округы хакимиәтенең Тарихи ҡомартҡыларҙы һәм архитектура һәйкәлдәрен һаҡлау буйынса Йәмәғәт советының сираттағы ултырышында ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап эҙләнде. Кәңәшмәлә Өфө ҡала округы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов, уның урынбаҫарҙары, республика һәм ҡала ведомстволары, төҙөлөш, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, крайҙы өйрәнеүселәр ҡатнашты.

Уҡырға
29.09.14  
 
"ПАРАЛЛЕЛЬ ДОНЪЯ УЙҘЫРМА ТҮГЕЛ"

Район үҙәгендә егерме йыллап элек "Һаулыҡ" төркөмө ойошторолғас, мин дә ул төркөмгә тәүгеләрҙән булып ҡушылып киттем. Иллеләгән ағзаһы булған был төркөмдө әлеге лә баяғы халыҡ һаулығы өсөн янып-көйөп йөрөгән Марат ағай Ишмөхәмәтов ойошторғайны. Тора-бара төркөмөбөҙ менән Ислам динен өйрәнеүгә күсеп киттек. Намаҙ уҡыйбыҙ, бер-беребеҙгә өйрәтәбеҙ, ураҙалар тотабыҙ, күмәкләп ауыҙ асыу мәжлестәренә йыйылышабыҙ, Ҡөрьән аяттарын ятлайбыҙ. Төркөмдәштәремдең күбеһе Ҡөрьәнде ғәрәпсә уҡырға өйрәнеп алды. Мин транскрипцияһын ғына уҡыйым. Дин дәрестәренә йөрөргә форсат теймәнеме, ғәрәпсә уҡырға өйрәнә алманым. Үҙаллы өйрәнеп ҡарарға булып, ғәрәп теле әлифбаһын асып ҡарайым да, бормалы-йоморсалы хәрефтәрҙән, хәреф баштарындағы өтөр-һыҙыҡтарҙан күҙем ҡамашып: "Ҡуй, минән булмаҫ, ваҡыт әрәм итеп ултырмайым әле, булмағанды..." тип, Әлифбамды ябып, ситкә һалып ҡуям. Бындай хикмәтле хәрефтәрҙе уҡырға бик башлы кешеләр генә өйрәнә алалыр ул, тип уйлайым. Шулай ҙа берәй ваҡыт Ҡөрьәнде һөйөклө бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт салаллаһу ғәләйһи үә сәлләмдең телендә уҡырға өйрәнеремә шул тиклем өмөтөм ҙур. Транскрипция Ҡөрьән теленең матурлығын, өндәрҙең нескәлектәрен бирә алмай бит инде ул. Ҡөрьән тәжүид менән уҡылғанда уның ауазы тулҡын булып тәндең һәр күҙәнәгенә үтеп инә лә, бөтә тәнде ток үткәндәй зымбырлатып, уны әйтеп аңлата алмаҫлыҡ хәлгә килтерә, күңелгә шундай рәхәт булып китә. Белер-белмәҫ уҡылған Ҡөрьәндән мин ундай тулҡынланыу хисе кисергәнем юҡ. Беҙҙең Таһир мулла Ҡөрьәнде шул тиклем матур итеп, үҙенсәлекле бер моң менән көйләп, еренә еткереп уҡый, уның уҡығанын һәр саҡ бөтә ғәм мөкиббән китеп, донъяһын онотоп, ихлас тыңлай. Уны тыңлаһаң, ҡайғыларың тарала, үҙеңде икенсе бер донъяға барып эләккән кеүек хис итәһең. Башҡаларға нисектер, миңә шулай тойола. Минең дә Таһир мулла кеүек матур итеп, шартына килтереп, Ҡөрьән уҡырға өйрәнеп алғым килә ине...

Уҡырға
22.09.14  
 
БЕР АЛДАҠ ТАРИХЫ

Тарихыбыҙҙы беләбеҙме? Хәҡиҡәтте кемдер үҙенең мәнфәғәттәрендә үҙгәртеүен һәр саҡ күҙ уңында тотабыҙмы? Бөгөн илебеҙҙә йөҙҙәрсә мең кешенең яҙмышын ҡыйратҡан һәм әле лә ошо эшен дауам иткән, халҡыбыҙҙы үлемгә этәргән "йәшел йылан" алдағын фашларға көсөбөҙ етәсәкме? "Беҙ быны булдыра аласаҡбыҙ!" ти бөгөн ошо "йәшел йылан" афәтенә ҡаршы көрәшеүсе "Айыҡ Башҡортостан" төбәк йәмәғәт ойошмаһы ағзалары. Тап улар "Айыҡ ауыл - 2014" республика конкурсында ҡатнашыусы ауылдар вәкилдәре йыйылған семинарҙа күрһәтте ошо "Бер алдаҡ тарихы" тигән документаль фильмды. Ә беҙ ул фильмдың йөкмәткеһен аҡ ҡағыҙ битенә күсерҙек.

Уҡырға
22.09.14  
 
ҮҘӘК АРХИВ БОРОНҒОЛОҠ ҺАҒЫНДА

Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Үҙәк тарих архивы август айында үҙенең 95 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Ошо уңай менән архив хеҙмәткәре Зөфәр Ғәбит улы ҒӘТИӘТУЛЛИН ойошманың тарихы, әһәмиәте, бөгөнгө көндәге эшмәкәрлеге менән таныштырыуҙы дауам итә.

Тарихсылар һәм архив

Тарихсылар архивта даими эшләй, әммә артыҡ әүҙемлек күрһәтәләр, тип әйтмәҫ инем. Ғалимдар ҡулы теймәгән өлкәләр етерлек әле. Ни өсөн айырым темалар ситтә тороп ҡала? Быға, моғайын, юғары уҡыу йорттарында алып барылған йүнәлеш һуңғы роль уйнамай ҡалмайҙыр. Сөнки профессорҙар, юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары студенттарға, аспиранттарға ниндәйҙер яңы теманы түгел, ә үҙҙәре тикшергән өлкәне тәрәнерәк өйрәнеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Шул сәбәпле бер урында тапаныу килеп сыға, тикшеренеүҙәр даирәһен киңәйтеү күренмәй.

Уҡырға
22.09.14  
 
РЕСПУБЛИКА ХАЛҠЫ ЕТЕШ ЙӘШӘҺЕН

Төбәк Үҙәк һайлау комиссияһы ваҡытынан алда Башҡортостан Республикаһы Президентын һайлауҙа тауыш биреүҙәргә йомғаҡ яһаны.

Тауыш биреү тамамланған мәлгә исемлеккә индерелгән һайлаусылар һаны 3 миллион 27 мең 300 кеше тәшкил итә. Һайлауҙа ҡатнашҡандар һаны - 2267077. Башҡортостан һайлаусылары иң күп тауышты Рөстәм Хәмитовҡа биргән - 1 миллион 851 мең 625 (81,71 процент).
Илдар Бикбаевҡа һайлаусыларҙан 59475 кеше (2,62 процент), Юнир Ҡотлоғужинға - 229452 (10,13 процент), Иван Сухаревҡа 109040 (4,81 процент) кеше тауыш биргән.
Башҡортостан Республикаһы Президенты итеп Рөстәм Хәмитов һайланды. Ул "Берҙәм Рәсәй" бөтә Рәсәй сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе" һайлау берекмәһе тарафынан күрһәтелгәйне.
"Президент вазифаһы минең өсөн яңы түгел, минең өсөн бер нәмә лә үҙгәрмәй. Һайлауҙарҙан һуң быға тиклем ниндәй эшмәкәрлек алып барғанмын, нимәгә өҫтөнлөк биргәнмен, ниндәй маҡсаттар ҡуйғанмын, артабан да шул йүнәлештә эшләйәсәкмен. Минең өсөн иң мөһиме - кешеләр етеш йәшәһен", - тип белдерҙе республика Президенты Рөстәм Хәмитов журналистар менән осрашыуҙа.

Уҡырға
22.09.14  
 
АУЫЛДАРЫБЫҘҘАҒЫ ИҢ КӘРӘКЛЕ КЕШЕЛӘР УЛАР

"Донъяның төҙөклөгө лә, боҙоҡлоғо ла - ҡатындарҙан", тигән әйтеме бар беҙҙең халыҡтың. Был һүҙҙәр бөтөн яуаплылыҡты тик гүзәл заттар иңенә һалып, уңышһыҙлыҡ өсөн дә уларҙы ғәйепләп, ауыр тормош шарттарының сәбәптәрен дә уларҙан эҙләргә тигәнде аңлатмай әле. Ул ғаилә усағының йылыһын һаҡлаусы, киләсәк быуынды тәрбиәләүсе, ил тотҡаһы - ирҙәрҙең иң терәр таянысы булған ҡатын-ҡыҙҙың әхлаҡ, тәртип, рух төшөнсәләрен үҙ эсенә индергән сифаттарҙы балаларының аңына һеңдереп үҫтереүенә, йәмғиәтте сиктәрҙән сығармай тотоуға ҡағылышлы әйтелгәндер. Донъялағы бөтөн ғауға, ғәҙелһеҙлек, буталсыҡтар өйҙә тәрбиә күрмәгән, инә һөтө менән күңеленә шәфҡәтлек инмәгән бәндәләр арҡаһында килеп сыға түгелме? Борон ата-бабаларыбыҙ нәҡ шуны уйлап та ҡатын-ҡыҙҙарҙы донъя тотҡаһына тиңләгәндер, тигән фекергә киленде ошо көндәрҙә Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ҡарамағындағы "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһының Әбйәлил районында үткәрелгән республика кимәлендәге йыйынында.

Уҡырға
22.09.14  
 
АСЫЛЫБЫҘҒА ТОҒРОБОҘ

Бөгөнгө заманда башҡорт милли театрының йылдар дауамында формалашҡан бөйөк традицияларын һаҡлау мөмкинме, әллә ҡайһы бер нәмәләрҙән баш тартырға ла тура киләме?

Азат ЙЫҺАНШИН, Салауат дәүләт башҡорт драма театры директоры: Һәр заман, һис шикһеҙ, үҙенең ҡанундарын да көсләп таға, шуға ла кисәге тамашасыны ҡыҙыҡһындырған нәмәләр бөгөнгө тамашасы өсөн ҡыҙыҡ булмауы ла ихтимал кеүек. Әммә башҡорт театры электән романтик йүнәлешле, хис-тойғоға бай булыуы менән айырылып тора. Хәҙерге көндә Европа, Рәсәйҙең көнбайыш өлөшө, шул уҡ Мәскәү, Санкт-Петербург театрҙарын алып ҡараһаҡ, улар романтиканы күптән онотҡан.

Уҡырға
15.09.14  
 
ХАҠ ТАМЫРҘАРЫҢ ҮҘ АСЫЛЫҢА ҠАЙТАРА БАРЫБЕР

Бынан ун йыл самаһы элек нәҫел шәжәрәмде өйрәнергә һәм төҙөргә насип булды. Туғыҙынсы быуынға етеп, Ҡунаҡҡужа олатайҙың туғыҙ улын бер епкә теҙгәс, ауылдаштарыбыҙҙың күп өлөшөнөң ошо быуында бер-береһенә ҡан-ҡәрҙәшлеге, туған булыуы асыҡланды. Һәр береһенән киткән тармаҡты өйрәнеү шундай ҡыҙыҡлы һығымтаға килтерҙе. Боронғоларҙың "Алма ағасынан йыраҡ төшмәй" тигән әйтеме бик хаҡ икән. Бала, ысынлап та, йә әсәһенә, йә атаһына оҡшап тыуа. Был йөҙ оҡшашлығына ғына ҡағылмай, ҡылыҡ-фиғел, холоҡ ҡына түгел, ә яҙмыштар уртаҡлығы ла булыуын асыҡланым.

Мәҫәлән, Ҡунаҡҡужа олатайҙың оло улы Буранбайҙың улы Ғәбит 1824 йылда Себергә һөрөлгән. Бына ошо Ғәбитовтың улдарынан бик ҙур нәҫел таралып, бөгөн уларҙың береһе лә юҡ, сөнки улар ҙа олаталары яҙмышына дусар булып, кеме Чита өлкәһендә, икенсеһе Ташкент тарафтарында юғалды. Ҡунаҡҡужаның Хәмит исемле улы диндар булған. Ырыу шәжәрәһен өйрәнеү иһә Хәмиттең балаларының дини юлда йөрөүен күрһәтте. Миҫалға уның кесе улы Әбүбәкерҙе алайыҡ. Ул заманында ауыл мәсетендә мәзин вазифаһын башҡарған. Унан таралған нәҫел дә хаҡ мосолман йолаларын үтәп, ғүмерҙәрен ислам диненә бағышланы.

Уҡырға
15.09.14  
 
"ПАРАЛЛЕЛЬ ДОНЪЯ УЙҘЫРМА ТҮГЕЛ"

Яҡташым һәм рухи остазым Марат ағай Ишмөхәмәтовтың "Киске Өфө" гәзитендә (№ 27, 28) баҫылып сыҡҡан "Параллель донъя уйҙырма түгел" тигән мәҡәләһен уҡып сыҡҡас, үҙемдең дә баштан үткәндәрҙе яҙырға булдым, сөнки күптәр беҙҙең донъя менән бергә тағы ла әллә күпме башҡа донъяларҙың да булыуын инҡар итә, уға ышанып етмәй.

Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, һүҙ сыҡҡанда, әлеге осрашыу тураһында күршелә йәшәгән бер апайға һөйләй ҡуйҙым. Аптыраманы. Улының кәләше шул ауылдан. "Улымдың ҡәйнеше район үҙәгенән ауылға ҡайтырға кисләһә, гел генә еҙнәһенә, шул ерҙе үткәнсе генә оҙатып ҡуй әле, тип ялына, юлыма бер аҡ шәүлә килә лә сыға, ҡурҡам, ти торғайны. Ысынлап та бар унда бер шәүлә, кешеләргә осрағанын ишеткәнем бар", - тине күршем.

Уҡырға
15.09.14  
 
АҠСАНЫҢ ЕҪЕ ЮҠ ӘММӘ ТӘМЕ БАР

Ҡасим ИШЕМБАЕВ Йыш ҡына тотоп айыу йығырҙай ир-егеттәрҙең ауыҙынан, эш юҡ, тигән зарланыу ишетелһә, ирекһеҙҙән, үҙең баҙап ҡалаһың: ауылдарҙа күпме ерҙәр буш ята, баҡсаңды киңәйтеп булһа ла килем алырға өйрән дә бит. Халҡыбыҙ бит юҡҡа ғына "Ер эшкәрт тә тары сәс, тары булмаһа, барын сәс", тимәгән. Иң тәүҙә ғаиләңә етерлек аҙыҡ-түлек әҙерлә, артып ҡалғанын һатып, аҡса эшлә. Эш юҡ, тип зарланыуҙан ғына, әлбиттә, берәү ҙә эш килтереп тоттормаясаҡ. Тәү сиратта, ялҡаулығыңды еңеп, нимәгәлер тотонорға, юҡтан бар яһарға тырышырға кәрәк. Тырыштарға, ныҡыштарға ҡасан булһа ла уңыш йылмая. Ошо фекерҙе Стәрлетамаҡ районының Мәҡсүт ауылында йәшәүсе һәм гәзит уҡыусыларға эшҡыуарлыҡ серҙәрен сисеүсе Ҡасим ИШЕМБАЕВтың тәжрибәһе лә раҫлай.

Сит ағайға тир түккәнсе...

Нефть химияһы производствоһында эшләй инем, 23 йәшемдә ике баламды етәкләп, саҡырыу буйынса ғаиләм менән Ырымбурға сығып киттем. Унда заводта тиҙ арала абруй яулап, алдынғылар рәтенә баҫып, 24 йәшемдә ике бүлмәле фатирлы булдым. Минең менән күптәр барғайны, улар барыһы ла ҡыйыҡлы булып бөткәнсе тип, теләктәшлек йөҙөнән биш йыл эшләп, оло ҡыҙым беренсе синыфҡа уҡырға барыр ваҡыт еткәс, фатирымды алмаштырып, 1989 йылда Башҡортостанға күсеп ҡайттыҡ.

Уҡырға
15.09.14  
 
ҮҘӘК АРХИВ БОРОНҒОЛОҠ ҺАҒЫНДА

Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Үҙәк тарих архивы август айында үҙенең 95 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Ошо уңай менән архив хеҙмәткәре Зөфәр Ғәбит улы ҒӘТИӘТУЛЛИН ойошманың тарихы, әһәмиәте, бөгөнгө көндәге эшмәкәрлеге менән таныштырыуҙы дауам итә.

Халыҡты хеҙмәтләндереү

90-сы йылдарҙан һуң, билдәлелек заманы башланғас, элекке һымаҡ сикләүҙәр бөтөрөлдө. Һәр теләгән кеше архивҡа килеп эшләй, эҙләнә ала. Ләкин һуңғы йылдарҙа ғына, шәжәрә төҙөргә, үҙ крайын өйрәнергә теләп архивҡа килеүселәрҙең һаны артыу сәбәпле, бер аҙ сикләүҙәр индерҙек. Сөнки кешеләрҙең күп булыуы арҡаһында ғалимдарға, ғилми эш менән шөғөлләнеүсе студент, аспиранттарға урын етмәй башлағайны. Шуға күрә ситтән килгән кешеләрҙе шәхси ғариза менән июнь-июль айҙарында ғына ҡабул итәбеҙ. Ҡалған ваҡытта төрлө ойошмаларҙың, ғилми үҙәктәрҙең йүнәлтмәһе буйынса ғына эшләргә мөмкин.

Уҡырға
15.09.14  
 
ҺАЙЛАУҘАРҒА БАРАМ ӘЛЕ…

Яңғыраған, яҙылған, әйтелгәндәрҙең аныҡ тәғәйенләнешенә ҡайһы саҡ иғтибар биреп еткермәйбеҙ. Ә бит ғәмәлдә ҡыҫҡа ғына һүҙ артында тәрән мәғәнәле кинәйә ята. Мәҫәлән "Һайлау" һүҙе нимәнелер үҙ итеүгә, яҡын итеүгә, һайлауға ҡоролған - барыр юлды, тарафты, яҙмышты, башҡарыр шөғөлдө, йәнеңә оҡшаған әйберҙе һайлау… Ғөмүмән алғанда, бөгөн ул һүҙ парламентҡа, урындағы үҙидараға депутаттар, президент һайлауҙарына бәйләп ҡулланыла. Тимәк, уның мәғәнәһе лә киң, сәйәси төшөнсәһе лә тос. Бына тағы беҙҙең өсөн, йәмғиәтебеҙ өсөн үтә лә яуаплы мәл, һайлауҙар осоро килеп етте. Бөгөнгө бер кәлимә әйтерем ана шулар хаҡында. Алдан уҡ иҫкәртеп китәм, яҙғандарым һүҙ булмағанда һүҙ булһын, тип ҡоро әңгәмә сыбалтыу түгел, уйымдағын, күңелемдәген һеҙгә еткерәм, хөрмәтле уҡыусым.

Уҡырға
15.09.14  
 
АУЫЛҒА ЙӨҘ МЕНӘН БОРОЛАЙЫҠ!

Һәр заманда ил-йортҡа ауырлыҡ ишелгәндә йә ниндәйҙер ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк булғанда майҙанға зыялылар сыҡҡан. Уларҙың аҡылы, ялҡынлы телмәре яуға күтәргән, урынһыҙ сәбәләнеүҙәрҙән төңөлдөргән, ярһыуҙарҙы баҫҡан йә тоҡандырған. Бөгөнгө еңел булмаған осорҙа замандаш зыялыларҙың үҙ халҡына әйтер һүҙе ниндәй булыр?
Гөлнур ИШБУЛАТОВА, Баймаҡ телерадиотапшырыуҙар студияһы директоры: Хеҙмәт юлымды район ерлегендә башлап ебәрҙем: юғары уҡыу йортон тамамлағас та, эшкә үҙебеҙҙең төбәккә (Сибай ҡалаһына) ҡайттым. Сибайҙа биш йыл эшләп, байтаҡ тәжрибә туплағас, Өфө ҡалаһына юлландым. Хәтһеҙ генә ваҡыт (15 йыл самаһы) эшләгәндән һуң районға кире ҡайтырға тура килде. Күрәһең, мин бер урында ултырып эшләй торған кеше түгел. Ижад офоҡтары тарая башлаған һымаҡ булды ла, мин ергә, ауылға, кешеләргә яҡыныраҡ булырға теләнем. Өфөлә ултырып, кешеләрҙең аһ-зарын телефондан ғына тыңлау - бер, ә ауыл ерендә халыҡ менән бер тында йәшәү, ижад, хеҙмәт менән шөғөлләнеү - бөтөнләй икенсе нәмә икән.

Уҡырға
15.09.14  
 
ҘУР ЕҢЕҮҘӘР ҮҘЕҢДЕ ЕҢЕҮҘӘН БАШЛАНА

Башҡорт егеттәре араһында милли көрәш иң популяр спорт төрҙәренең береһелер ул. Ҡыйғы районы Арыҫлан ауылы егете Артур ЗӨЛҠӘРНӘЙЕВ та уны ғүмерлек шөғөлө итеп һайлаған. Ун биш йәшендә генә - Рәсәй, ун ете йәшендә көрәштең өс төрө буйынса донъя чемпионы титулын яулаған Артур бөгөн Башҡорт дәүләт университетының Физика-технологик институтында геофизика йүнәлешендә белем ала. Милли спорт төрөн үҫтереү менән бер рәттән, сит ерҙәрҙә башҡорт халҡын, башҡорт илен данлап йөрөгән батыр егет менән әңгәмәбеҙ ҙә көрәш, уға илткән юлдар, ваҡиғалар хаҡында, тырышлыҡ аша еңелеүҙәрҙең еңеүҙәргә әйләнеү мөғжизәһенә эйә булыуы тураһында барыр.

Уҡырға
15.09.14  
 
"ПАРАЛЛЕЛЬ ДОНЪЯ УЙҘЫРМА ТҮГЕЛ"

Яҡташым һәм рухи остазым Марат ағай Ишмөхәмәтовтың "Киске Өфө" гәзитендә (№ 27, 28) баҫылып сыҡҡан "Параллель донъя уйҙырма түгел" тигән мәҡәләһен уҡып сыҡҡас, үҙемдең дә баштан үткәндәрҙе яҙырға булдым, сөнки күптәр беҙҙең донъя менән бергә тағы ла әллә күпме башҡа донъяларҙың да булыуын инҡар итә, уға ышанып етмәй.

Мин үҙем бала саҡтан беҙҙең йәнәшәләге донъяның, унда беҙҙең кеүек үк йәшәп ятҡан йән эйәләренең барлығына ышана инем. Күргәндәремде ата-әсәйемдәргә һөйләп, уларҙы ышандыра алмау ғына түгел, был турала башҡа бер кемгә лә һөйләргә ярамағанлығын киҫәтеп, мине әрләүҙәре ауыҙымды йоморға мәжбүр итте. Әммә был киҫәтеүҙәр минең параллель донъяны күреү һәләтемде бер нисек тә юя алманы, тик мин, әсәйем әйтмешләй, "кеше ышанмаҫлыҡты" һөйләп йөрөмәҫ, шулай ҙа күргән-ишеткәндәремде хәтер йомғағына төйнәп барыр булып киттем. Параллель донъя хаҡында ҡасандыр бер килеп берәү һүҙ башлар, шул ваҡытта мин дә уның һөйләгәндәрен йөпләп, һүҙ әйтермен, тип өмөт итә инем. Кешеләр ышанмаһа ла, минең менән булған хәлдәр минең фантазиям емеше түгел, ә ысынбарлыҡ булыуына иманым камил ине. Бөгөн һеҙгә бәйән итер ваҡиғаларға бер-нисә йыл ваҡыт үтһә лә, хәтеремдә улар әле генә булған кеүек.

Уҡырға
08.09.14  
 
Биттәр : # « 225 226 227 228 229 230 231 232 233 » #
Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн баҫмабыҙға 953 һум 58 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru