«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
көнауаз
+  - 

БЕҘГӘ ЕҢЕҮҘӘР КӘРӘК,
ысын еңеүҙәрҙе белмәгән быуын өсөн

Ниһайәт, ҙур өмөттәр бағлап көтөп алынған Олимпиада уйындары тамамланды. Рәсәй командаһы 13 алтын миҙал менән беренсе урын яулап, ил етәкселәрендә, халыҡта спортыбыҙ өсөн ғорурлыҡ тойғоһо уятты, шикелле. Был - рекорд, быға тиклем беҙҙең дәүләт спортсыларының бындай уңышҡа өлгәшкәне юҡ ине. Ысынлап та, субтропик бүлкәттә быға тиклем булмаған ҡышҡы спорт ярышын үткәреү өсөн Рәсәй күп көс һалды. Олимпиада объекттарын төҙөү өсөн йәмғеһе 1,536 триллион һум аҡса тотонолдо.

Кемгә нисектер, минең өсөн әлеге Олимпиада ярыштары элекке һымаҡ уҡ ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырманы. Ишетеп белеүемсә, был фекерҙә мин яңғыҙ түгелмен. Үҙебеҙҙең спортсыларҙың еңеүе өсөн советтар осорондағы һымаҡ рухи күтәренкелек юҡ кимәлендә хәҙер. Беренсенән, Валерий Харламов, Борис Михайлов, Ирина Роднина, Раиса Сметанина һымаҡ бөйөк спортсылар ҡатнашҡан традицион хоккей, саңғы, биатлон ярыштары урынына күптәр өсөн сәйер булған, әллә ни аңлашылып бөтмәгән, әммә "миҙаллы" керлинг, фристайл, шорт-трек, скелетон кеүек спорт төрҙәренең баҫып килеүен беҙҙең быуын көйәрмәндәре ҡабул итә алмай. Икенсенән, Украинала барған бола ла иғтибарҙы Олимпиаданан ситкә йүнәлтте, быны хатта Көнбайыш тарафынан махсус ойошторолған сара, тип ҡабул итеүселәр ҙә етерлек.
Яуланған миҙалдарҙың байтағы юғарыла әйтеп үтелгән яңы спорт төрҙәре буйынса булды. Рәсәй гражданлығы алған легионерҙар ҙа был еңеүҙәргә тос өлөшөн индерҙе. Иң үкенеслеһе -саңғы, биатлон буйынса Рәсәй спортының үҙ позицияһын юғалтыуы. Тик һуңғы көндәрҙә генә саңғы марафоны һәм биатлон эстафетаһында ир-егеттәр еңеү яуланы. Ҡатын-ҡыҙҙар иһә, ғүмерҙә булмаған хәл, бер миҙалһыҙ тороп ҡалдылар. Ярай, фигуристар оятҡа ҡалдырманы әле.
Хоккей тураһында айырым әйтеп үтмәйенсә булмай. Был беҙҙең ил өсөн иң мөһим ҡышҡы спорт төрө. Бында беҙ миҙалһыҙ тороп ҡалдыҡ. Биш уйында ни бары 13 шайба индерҙек. Шуларҙың бишәүһе Словения командаһына тура килде. Дүрт йыл буйына махсус рәүештә үҙебеҙҙә үткән олимпиадаға әҙерләнеп, команда составына донъяның иң көслө хоккейсыларын йыйып, тренер Зиннәтулла Биләлетдиновҡа бөтә шарттар тыуҙырып, илебеҙҙә иң популяр ҡышҡы спорт төрөндә бөтә донъя алдында рисуай ҡалдыҡ. 12 команда араһында тик 8-се урын ғына алдыҡ. Бының төп сәбәбе, моғайын, тренерҙың иң көслө хоккейсыларҙан берҙәм команда төҙөй алмауында булғандыр. Бында Рәсәй Хоккей федерацияһы чиновниктарының артыҡ киң күңеллелеге лә роль уйнағандыр. Рәсәй - АҠШ матчына американ арбитрын тәғәйенләү үҙе генә ни тора! 28 судьяның 17-һе НХЛ-дан һайланыуы ла дөрөҫ булманы. З.Биләлетдинов ғәйепте үҙенә алды алыуға, әммә тренерлыҡтан киткеһе килмәне. Владислав Третьяктың да Хоккей федерацияһы президенты посын ташлап китеүе икеле. Тиҙҙән Белоруста үтәсәк донъя чемпионатында хатаны төҙәтербеҙ, тип вәғәҙә итһәләр ҙә, хатта ундағы алтын миҙал да көйәрмәндәрҙә тейешле ҡәнәғәтләнеү хисе тыуҙырмаҫ. Ул миҙалды олимпиада миҙалы менән сағыштырып булмай бит инде. Көслө хоккейсылар төрлө һылтау табып, был чемпионатта ҡатнашмаясаҡ та.
Сочиҙағы олимпиада донъялағы көсөргәнешле ваҡытҡа тура килде. Уйындар башланмаҫ элек Ҡара диңгеҙгә АҠШ хәрби караптарынан торған эскадра килеп инде. Юҡҡа булмаған икән. Украиналағы революция тип аталған сыуалыштың олимпиада менән тап килеүе алдан планлаштырылған акцияға оҡшаған булып сыҡты. Ул ғына ла түгел, ҡайһы саҡта Украинала Олимпиаданың бер ярышы барған һымаҡ тойолдо, тик бындағы "уйында" көйәрмәндәр төп ролде атҡарҙы. Көнбайыш дәүләттәре Евросоюз менән килешеү төҙөүҙән баш тартҡан Виктор Януковичты яңы бандерасылар ҡулы менән президентлыҡтан алып ташланы. Ярай, украин халҡы үҙ проблемаларын нисектер үҙе хәл итер. Мине ошо ике ваҡиғаның бер ваҡытҡа тура килеүе улар араһындағы ҡайһы бер параллелдәр тураһында уйланырға мәжбүр итте. Олимпиаданың спорт бәйгеһе булғанын аңлатыу кәрәкмәҫ. Ә бына Украиналағы ҡыялҡының да үҙенә күрә ярыш икәненә әҙерәк туҡталып үтергә кәрәктер.
Йыл аҙағында Украинаның Евросоюзға инеүҙән баш тартыуын Рәсәйҙең, башлыса, Владимир Путиндың, еңеүе тип ҡабул иткәйнек. Ысынлап та, Рәсәй туғандаш дәүләткә ярҙам итеү маҡсатында 15 миллиард доллар аҡса бүлде, газға хаҡты төшөрҙө. Әммә ярыш (алыш) бының менән генә тамамланманы. Көнбайыш дәүләттәре украин халҡының бер өлөшөн һөсләтеп, шул иҫәптән Олимпиаданан иғтибарҙы кәметеү маҡсатында, параллель "шоу" ойошторҙо. Бының махсус рәүештә ойошторолған шоу икәненә ышаныу өсөн телевидениенан күрһәтелгән бер нисә кадрҙы ғына атап үтеү ҙә етә: бер милиционерҙың күҙен соҡоп сығарыу, Януковичтың резиденцияһын күрһәтеү ябай кешелә тейешле тойғолар тыуҙырыу өсөн атҡарылды ла инде. Олимпиадала ярыш алдан билдәләнгән рәсми ҡағиҙәләр буйынса барһа, Украиналағы "сәйәси ярыш" ябай кешегә аңлашылмаған ҡанундар буйынса үткәрелә. Рәсәйҙең Олимпиадала еңеүенә компенсация булып уның Украинала еңелеүе булыр, тип иҫәпләгәндәр ҙә етерлек.
Олимпиада тамамланды. Спортта көслө мотлаҡ һәм ғәҙел еңә. Унда мутлашыу юҡ кимәлендә. Ярыш барышын меңәрләгән һәм миллионлаған көйәрмән күҙәтеп тора. Йәмғиәт күҙлегенән спорттың кәрәклеген һис тә аңлатып булмай. Кешелек өсөн сана-саңғыларҙа, коньки-бобтарҙа шыуған спортсылар бер ниндәй файҙа килтермәгән кеүек. Әммә бөтә талантын, көсөн һалып еңеү яулаған спортсы йәмғиәт өсөн рухи күтәренкелек, яңы өмөттәр тыуҙыра. Нисек кенә булмаһын, Олимпиаданан телерепортаждар беҙҙең хәтерҙә еңеү бәхетенән шатлыҡҡа тулған йөҙҙәр, күҙ йәштәре галереяһы булып һаҡланасаҡ (Мәҙәниәт өлкәһендәге еңеүҙәрҙең дә ошолай ғәҙел булыуын теләге ҡала). Был спорт байрамын ойошторған Владимир Владимирович Путинға Рәсәй халҡының мең рәхмәте яуһын! Беҙгә хәҙер еңеү бик кәрәк. 1945 йылдағы Бөйөк Еңеү тантанаһын кисергән шаһиттар бөтөп бара, 1961 йылдағы Юрий Гагарин менән бәйле еңеү ҙә онотолоп бара. Бөтә донъяны шаҡ ҡатырған еңеүҙәрҙе күрмәгән, белмәгән йәш һәм урта быуын кешеләре өсөн был ысын мәғәнәһендә тарихи ваҡиға.

ӘЙТКӘНДӘЙ...
Беҙгә быйылғы 2014 йылдың Мәҙәниәт йылы икәнен дә оноторға ярамай. Спортҡа ҡарағанда, мәҙәниәт йәмғиәт өсөн күпкә файҙалыраҡ булыуына ҡарамаҫтан, дәүләт тарафынан уға тейешле иғтибар бүленмәй. Дәүләт бюджетындағы сығымдарҙан мәҙәниәт һәм сәнғәт тармаҡтарына бүленгән аҡса 1 проценттан да артмай, уныһы ла йылдан-йыл кәмей бара. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре олимпиада кеүек байрамдар тураһында тик хыяллана ала. Евровидениены был иҫәпкә индерергә кәрәкмәйҙер. Олимпиада призерҙарының еңеү өсөн алған суммалары - уларҙың ике ятып бер төшөнә инмәй.

Илдар ҒӘБИТОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.03.14 | Ҡаралған: 1693

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru