«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
тарихи хәҡиҡәт
+  - 

БАШҠОРТ АТЛЫЛАРЫНАН...
тарихтарға һыймаҫ дан ҡалған

"Ҡәҙерле редакция! Күптән түгел бер юғары вазифалы ғына иптәштең сығышында "Башҡорт атлылары дивизияһы составында чечендар ҙа, үзбәктәр, украиндар ҙа һуғышҡан..." тигән фекер яңғыраны. "Башҡорттарҙыҡы ғына түгел ул дивизия", тип әйтеүен әйтмәне, ләкин ишараһын мин шулай аңланым. Ә бит дивизияны ойошторғанда ул ысынлап та 82 процент башҡорттарҙан ғына торған икәнен һәр кем белә. Тарихыбыҙға һөжүм барғанын, күп ҡаҙаныштарыбыҙҙы кемдәрҙер үҙләштерергә тырышҡанын да беләбеҙ. Башҡорт атлылары дивизияһы тураһында әйтелгән әлеге һүҙҙе лә мин шул уҡ беҙҙең дивизиябыҙ тарихы әһәмиәтен кәметергә тырышыу тип ҡабул иттем. Шуға ла йәш быуынға ошо әле генә булған тарихыбыҙ тураһында ла ҡат-ҡат һөйләргә, мәҡәләләр баҫтырырға кәрәктер ул, тип уйлайым..." Уҡыусыбыҙҙың ошо хатын күҙҙә тотоп, өлкән журналист Фәрит Вахитовтан түбәндәге мәҡәләне яҙҙырып алдыҡ.

- "Башҡорт кавалерия дивизияһы башҡорттарҙан ғына тормағандыр бит инде?" тигән һорауҙы миңә лә биргәндәре бар, - тип яҙа Фәрит ағай Вахитов. - Совет власы быға юл ҡуймағандыр, йәнәһе. Командирҙар "Вперед!", "Бегом!" тигән командаларҙы башҡортса бирмәгәндер бит инде, йәнәһе. Быныһына ла ышаныслы дәлилдәрем бар: хатта Хәрби ант тексы ла башҡорт телендә булған! Оло яу юлына сығыр алдынан 112-се Башҡорт атлылар дивизияһында милли составы буйынса башҡорттар 81,4 процент, татарҙар - 14,5, урыҫтар - 3,3 процент тәшкил иткән, ҡалғандары - төрлө милләт вәкилдәре. Абруйлы тарихсы Т.Х. Әхмәҙиевтың "Башкирская гвардейская кавалерийская" китабында (Өфө, "Китап" нәшриәте, 1999) башҡа мәғлүмәттәр ҙә бар. Әйтәйек, колхозсылар - 66,6, эшселәр 26 процент булған.
Ставканан, илдә 20 милли атлылар дивизияһы булдырылырға тейеш, тигән фарман төшөрөлгәс, Башҡортостан 112-се һәм 113-се дивизияларҙы төҙөп, фронтҡа оҙатыу хәстәрлеген күрә башлай. Милли тигәс, төп милләт вәкилдәрен саҡырыу күҙ уңында тотола. 1942 йылдың 17 ноябрендә ВКП(б) өлкә комитеты бюроһы һәм БАССР Совнаркомы берлектә ҡабул иткән ҡарарҙа билдәләнгәнсә, ике дивизия сафтарын фәҡәт "урындағы төп милләт вәкилдәре" иҫәбенә тулыландырыу бурысы ҡуйыла. Ҡала һәм район комитеттарына, хәрби комиссариаттарға был талапты ҡәтғи үтәү йөкмәтелә. "Йәше ҡырҡтан уҙмаған, сәләмәтлеге ныҡ һәм мораль йөҙө шик тыуҙырмаған башҡорттарҙы һайлап алырға" тигән мотлаҡ шарттар була был фарманда. Башҡорт атлылар дивизияһына яҙылыуҙы башҡорт милләте вәкилдәре оло мәртәбә һанай. Милли дивизия ойошторола, тигән хәбәр ишетелгәс, бронь бирелгән ир-егеттәр ҙә фронтҡа китеү тураһында теләктәрен белдереп, ғариза яҙа башлай. Дим районына төркөм-төркөм доброволецтар ағыла. Башҡортмо ни инде уртаҡ Ватаныбыҙ Рәсәй иленә ҡурҡыныс янағанда ситтә ҡала торған кеше!?
Тағы шул ҡыҙыҡ: командирлыҡҡа тәғәйенләнергә тейешле офицерҙар фронттан, ут эсенән ҡайтарыла. Бына бер миҫал: Мәскәү янында ноябрь көндәрендә барған көсөргәнешле һуғыш яланынан (окоптарҙан!) Подольск ҡалаһына 14 офицер саҡырып алына. Өфөгә ҡайтарылғас, барыһы ла тиерлек юғары вазифаға - эскадрон командирлығына тәғәйенләнә. Ә майор Гәрәй Нафиҡов - полк командиры (сығышы Миәкә районынан) булып китә.
Баймаҡ уҙаманы А.Үтәғолов яҙмаларынан өҙөк: "Баймаҡ районы эшсәндәре, 112-се кавалерия дивизияһы ойоштороласаҡ, тигән хәбәрҙе хуплап ҡабул итте. Дивизияға яҙылырға теләүселәрҙән ғаризалар ағыла башланы. Этҡол тулы булмаған мәктәп директоры Исхаҡ Йәнбәков, мәҫәлән, үҙенең ғаризаһында былай тип яҙа: "Ватаныбыҙға ҡурҡыныс килгәндә тыныс була алмайым. Мине үҙ теләгем менән атлы дивизияға яҙығыҙ. Фин һуғышында ҡатнаштым. Дошманға ҡаршы һуғыша беләм". Икенсе бер доброволец Ибраһим Әбсәләмов яҙа: "Һөйөклө Ватанымдың бәйһеҙлеген ҡаным-тәнем менән яҡларға әҙермен. Мине кавдивизия сафына яҙығыҙ". Баймаҡтар дивизияға ярҙам йөҙөнән 500 ат, 250 пар саңғы, 100 фронт санаһы һ.б. кәрәк-яраҡ әҙерләп бирә. Унан һәр буласаҡ һалдат йылы кейем менән тәьмин ителә".
112-се дивизия Өфө ҡалаһының Дим районында һәм яҡындағы ауылдарҙа, 113-сө дивизия Благовещен ҡалаһында һәм ошо райондың Николаевка ауылында урынлаша. Ике дивизия башлыса доброволецтар һәм саҡырылыусылар менән тулыландырыла, ләкин 113-сө дивизияға кешеләр етешмәгәс, икенсенән, фронтта хәлдәр насарайыуы сәбәпле, ундағы һалдаттарҙың күпселек өлөшө фронтҡа оҙатыла, ҡалғандары 112-се дивизияға ҡушыла. 112-се кавдивизияға кешеләр республиканың 37 районынан саҡырыла. Туймазынан - 245, Баймаҡтан - 207, Күгәрсендән - 188, Учалынан - 187, Ғафуриҙан - 174, Миәкәнән - 126 кеше. Политхеҙмәткәрҙәр республикала яуаплы вазифа биләгән һәм сыныҡҡан кадрҙар иҫәбенән һайлап алына.
112-се дивизияға командир итеп фронттан полковник М.Шайморатов ҡайтарыла. Ул Ҡырмыҫҡалы районының Биштәкә ауылында (бөгөнгө Шайморат) тыуып үҫкән. Армия сафына 1919 йылдың 18 июнендә алынған. Шул мәлдән бирле ул яуаплы һәм юғары вазифаларҙа, хатта Генштабта, разведка бүлегендә, оҙаҡ йылдар Ҡытайҙа хәрби атташе сифатында Совет Хөкүмәтенең мөһим бурыстарын үтәгән. Хәрби Академия тамамлаған, ике "Ҡыҙыл Байраҡ" ордены менән бүләкләнгән, 1941 йылда полк командиры булып, Мәскәүҙе дошман ғәскәрҙәренән һаҡлауҙа батырлыҡтар күрһәткән. Шайморатов Өфөгә 1941 йылдың 25 декабрендә килеп төшә һәм шул көндән эш башлай.
275-се кавполктың комиссары С.А. Әлибаев яҙмаларынан: "Полковник Шайморатов килеү менән дивизияға яңы ҡот, йәм инде, дәрт, рух артты. Бәхеткә, полковник бер ҡараштан барыбыҙға ла бик оҡшаны. Уның бик әҙерлекле, юғары культуралы кадровый офицер икәнен шунда уҡ аңланыҡ. Ихласлығы, кешелеклелеге, баҫалҡылылығы күҙгә ташлана: бөтә торошонда аҡыл, йылылыҡ, тәбиғи ҡыйыулыҡ, рух көсө кешеләрҙе үҙенә ылыҡтырып тора..."
Дивизия ойошҡан 1941 йылдың декабрь айы ил өсөн үтә көсөргәнешле була. Вермахт ғәскәрҙәре Мәскәүгә яҡынлай. Ил халҡының "Йә, Хоҙай!" тип торған көндәре. Шайморатов шунда уҡ һуғышҡа әҙерлек уйындарын әүҙемләштереп ебәрә, системаға һала. "Һалдаттарҙы өйрәтер өсөн үҙегеҙ өйрәнегеҙ. Кавалерия бөтөнләй ят нәмә түгел. Башҡорт аяғына баҫҡан көндән тиерлек һыбай йөрөй башлай. Шуға күрә уға квалерия үҙенсәлектәрен үҙләштереү еңел бирелә", - ти ул. Кесе командирҙар мәктәбе эшләп китә, бер-ике айҙан әлеге рядовойҙар сержант званиеһы алып, отделение-бүлексә командирына тиклем үрләтелә тора.
1942 йылдың 20 февралендә буласаҡ яугирҙәр беренсе оло һынау - көньяҡ Урал округынан талапсан комиссия тикшереүе үтә. Ыңғай баһалама алғас, дивизия (ул бығаса тулыһынса республика тәьминәтендә була) тулы ҡанлы ғәскәри берәмеккә әйләнеп, Оборона Халыҡ комиссариаты ҡарамағына күсерелә. Дәүләт Оборона комитеты ағзаһы маршал К.Ворошиловтың килеп, Башҡорт дивизияһына ярҙам ҡулы һуҙыуы, ыңғай ҡарашта булыуы һалдаттарға шулай уҡ көс-дәрт өҫтәй. Тағы бер иҫтәлекле ваҡиға - 22 мартта дивизияға Башҡортостан Хөкүмәтенең байрағы һәм халыҡтың наказын тапшырыу тантаналары үтә. Был көндө Дим районы шаулап тора. Үҙәк майҙанға полктар сығып теҙелә. Бар ерҙә күтәренкелек, "Беҙ барыбер еңәсәкбеҙ!" тигән ышаныс бағлауҙар. Тантаналарҙа иң юғары вазифалы республика етәкселәре ҡатнаша. Байраҡ ҡабул итеп алғанда Шайморатовтың ергә теҙләнеп, уның ефәк суҡтарын ҡулына алыуы, ҡайнар ирендәренә тейҙереп үбеүе кемдәрҙе генә тетрәндермәне икән? Шунан Шайморатов республика етәкселегенә һәм халҡына мең-мең рәхмәттәр әйтә һәм "Беҙ был байраҡҡа тоғролоҡ һаҡлап, дошманды аяуһыҙ ҡыйратасаҡбыҙ!" тип вәғәҙә бирә.

Фәрит ВАХИТОВ.
(Дауамы бар).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.03.14 | Ҡаралған: 1739

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru