«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
йәштәр ҡоро
+  - 

БЕЛЕМГӘ, МАҠСАТҠА ЫНТЫЛЫШТЫ...
аҫыл асылыбыҙ итәйек!

Алдыңа алған маҡсатыңды тормошҡа ашырыу өсөн һин ниндәй ут-һыу аша үтергә әҙерһең, йәш замандаш? Үҙеңдә теләһә ниндәй кәртәләрҙе емерер көс һаҡланғанын беләһеңме? Әллә ул кәртәләр һиңә алға барырға, маҡсаттарыңды тормошҡа ашырырға ҡамасаулай, тип һанайһыңмы? Йәнә, яҡын киләсәктә туған халҡыңа ниндәй файҙа килтерергә теләр инең? Әгәр ошо һорауҙарҙың береһе булһа ла һине ҡасан да булһа бер борсоған икән, тимәк, бөгөнгө әңгәмә тап һинең кеүек уйлы уҡыусыларыбыҙ өсөн әҙерләнгән. Бөгөн беҙҙә ҡунаҡта - "Мәскәү һәм Санкт-Петербургта уҡыусы башҡорт студенттары һәм аспиранттары берлеге" рәйесе Азат БАДРАНОВ, берлектең әүҙем ағзалары -Мәскәү дәүләт юғары иҡтисад мәктәбе фәнни- тикшеренеүҙәр университетының 4-се курс студенты Фатима ЯНБАЕВА һәм К.Циолковский исемендәге Мәскәү авиация-техник институтының 4-се курс студенты Азат ХӘЛИУЛЛИН.

Боландар, кәзәләр, сайғаҡтар йә бүтән төрлө һөтимәрҙәр тырым-тырағай таралып, үлән утлап йөрөгән саҡта, берәй йыртҡыс һөжүм итһә, тәүгеләре йәһәт кенә берләшеп ала. Хәүеф янаған осраҡта берләшеү - кешегә лә хас сифат. Ә һеҙҙең Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта ойошоп йәшәүегеҙҙең төп сәбәбе ниҙә? Был ойошоу үҙегеҙгә ниндәйҙер бер маҡсат ҡуйғандан барлыҡҡа килдеме?
Азат БАДРАНОВ Азат Бадранов: Маҡсат тураһындағы һөйләүгә күсер алдынан бер-нисә йыл элек булған һәм әле хәтергә төшкән бер ваҡиға тураһында һөйләп үтәйем әле. Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетында уҡыған сағымда башҡорт йәштәренең осрашыуҙарын ҡалдырмаҫҡа тырыша торғайным. Улар төрлө йәмәғәт ойошмалары булдырғайны һәм был ойошмаларҙың күбеһенең маҡсаттары, минең ҡарамаҡҡа, изге һәм дөрөҫ булһа ла, уларҙың Дон Кихот кеүек, замана "ел тирмәндәре"нә ҡаршы көрәшеүе оҡшаманы. Өсөнсө Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы алдынан Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте бер төркөм йәштәргә Ҡоролтай эргәһендә Йәштәр ҡоролтайы төҙөргә тәҡдим итте. Йәштәрҙән бары тик ойошманың маҡсаттары һәм идеялары тураһында план төҙөү талап ителде. Финанс ярҙам, бина менән тәьмин итеү мәсьәләләрен Хөкүмәт вәкилдәре үҙ өҫтөнә алырға тейеш ине. Тик йәштәр беренсе көндән үк "Идарала кемдәр ултырасаҡ?", "Идараны кем етәкләйәсәк?" кеүек һорауҙар тирәһендә бәхәс ҡуптарып, ваҡытында ойоша, булған мөмкинлекте үҙ ҡулдарына ала алманы. Беҙ, "Мәскәү һәм Санкт-Петербургта уҡыусы башҡорт студенттары һәм аспиранттары берлеге" ағзалары, ғәҙәттә, төп проблемаларҙы һәм төп маҡсаттарҙы билдәләгәндән һуң ғына ошондайыраҡ һорауҙарҙы күтәрәбеҙ һәм ығы-зығыһыҙ ғына хәл итеп ҡуябыҙ. Алға ҡуйылған ҙур, хатта амбициялы маҡсатыбыҙ шул: "Башҡортостан Республикаһының кадрҙар потенциалын булдырайыҡ!", "Халҡыбыҙҙы берләштерәйек!"
Башҡорт кадрҙары ҡытлығы бер кемгә лә сер түгел. Шуға күрә лә беҙ башҡорт йәштәренә Мәскәү, Санкт-Петербург вуздарына уҡырға инергә, сит тарафта юғалып ҡалмаҫҡа, шәхес булараҡ үҫергә, профессиональ оҫталыҡты арттырырға ярҙам итәбеҙ. Йәштәрҙе юғары уҡыу йорттарына урынлаштырыуҙан, йәғни "атайҙарса" ҡурсалауҙан тыш, беҙ уларҙың үҙҙәрендә ҡыҙыҡһыныу барлыҡҡа килтерергә тырышабыҙ.
Беҙҙең эш бының менән генә сикләнмәй - республика мәктәптәрендә белем алыусы уҡыусыларға киләсәк һөнәрҙәрен һайлашырға ла ярҙам итәбеҙ. Мәскәү, Санкт-Петербург университеттары вәкилдәрен саҡырып, уларҙы райондар мәктәптәре буйлап йөрөтәбеҙ. Был эште былтыр Әбйәлилдә башлағайныҡ, быйыл тағы бер-нисә көньяҡ-көнсығыш райондарында дауам итергә уйлайбыҙ. Йәй айҙарында Әбйәлил районы халҡы менән аралашыуҙарҙан күренеүенсә, ошо районда ғына ла Мәскәү вуздары тураһында хәҙер яҡшы беләләр. Ә биш йыл элек, беҙҙең эшмәкәрлек башланып ҡына торған ваҡытта, "Ниндәй Мәскәү вуздарын беләһегеҙ?" тип һорауға "Мәскәү дәүләт университетын" тигәндән башҡа яуап ишетеп булмай ине. Ә хәҙер иһә, беҙҙең менән хеҙмәттәшлек иткән К.Циолковский исемендәге Мәскәү авиация-техник институтын, Бауман исемендәге һәм башҡа университеттарҙы ауылдарҙа күптәр белә. Был иһә, үҙ сиратында, башҡорт балаларының сифатлы белем алыу мөмкинлеген бермә-бер арттыра. Хәҙерге көндә көньяҡ-көнсығыш райондарының һәр ауылынан кәмендә бер студент Мәскәүҙә йә Санкт-Петербургта белем ала. Мәскәүҙә алған юғары белемдең үҙенсәлеге шунда: ил баш ҡалаһында дәүләт, бюджет юғары уҡыу йорттары бик күп һәм бик ныҡ профилләшкән. Медицина өлкәһендә, мәҫәлән, Өфөләге БДМУ-ла стоматологтарҙы бер факультет әҙерләһә, Мәскәүҙә хатта стоматология академияһы бар.
Дәүләттең үҙ өҫтөндә булған ижтимағи бурыстарын үтәүҙән баш тартҡан, йәғни ауылдарҙа мәктәптәрҙе оптималләштереүҙәр, юғары белем биреү даирәләрендә бюджет урындарын ҡыҫҡартыуҙар барған бөгөнгө көн - беҙҙең станция аша уҙып барыусы поезд кеүек. Беҙ бөтөн мөмкинлектәрҙе файҙаланып ҡалырға - йәштәребеҙҙе уҡытып, "уҙып барыусы поезға" ултыртып өлгөрөргә тейешбеҙ. Юғиһә, капиталистик система, баҙар иҡтисады һәм башҡалар ябай йәш кеше өсөн бөтөн ишектәрҙе лә бикләйәсәк. Күберәк йәштәребеҙҙе уҡытып ҡалмаһаҡ, халҡыбыҙ бик үк яҡшы киләсәк вәғәҙә итмәгән яңы иҡтисади мөнәсәбәттәр хөкөм һөргән заманда үҙ урынын ала алмаясаҡ. Түбәнгә тәгәрәмәҫ өсөн иң тәүҙә үҙ-үҙебеҙҙе формалаштырырға тырышырға кәрәк.

Һеҙҙең ярҙам менән бик күп йәштәр баш ҡаланың юғары уҡыу йорттарына уҡырға инде һәм уҡып йөрөй икәнен беләбеҙ. Әммә ул йәштәр, уҡыуҙы тамамлағас, республикаға ҡайтырмы һуң?
Азат Бадранов: Өфөнөң ҡайһы бер юғары уҡыу йорттары вәкилдәре йыш ҡына беҙҙе республиканың абитуриенттарын "урлау"ҙа ғәйепләй. Беҙҙең эшкә ҡаршы көрәшергә кәрәк, тип дәртләнеүселәр ҙә бар. Был юҫыҡта һорауҙы икенсе төрлөрәк яңғыратырға кәрәктер. Абитуриенттар - крепостной крәҫтиәндәр түгел, улар ошо ерҙә тыуған икән, бында уҡырға тейеш, тип, ергә бәйләп ҡуйылмаған. Төп мәсьәлә уларҙың уҡырға ситкә китеү-китмәүендә түгел, ә власть әһелдәре тарафынан уларҙың ҡайтыуына тейешле шарттар тыуҙырылырмы, юҡмы - шунда. Күптән түгел РФ Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаева менән осрашҡайныҡ, ул беҙҙең профориентация эшендә административ ресурстар менән ярҙам итәсәген белдерҙе. БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың мәғариф мәсьәләләре буйынса комитеты рәйесе Эльвира Айытҡолова ла студенттар араһында ошо темаға һорау алыуҙар үткәрергә йыйыныуыбыҙҙы хупланы. Ошондай кимәлдә аңлаусылар күберәк булһа, беҙ тағы ла һөҙөмтәлерәк эшләр инек, моғайын.
Студенттарҙың республикаға ҡайтырға иҫәбе бармы, тигән һорау беҙҙе ныҡ борсой, әлбиттә. Яңыраҡ, ҡышҡы каникулдар ваҡытында, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында белем алыусы буласаҡ социологтар менән аралаштыҡ. Улар менән берлектә Мәскәүҙә уҡыусы студенттарыбыҙ араһында беҙҙе борсоған темалар буйынса һорау алыу үткәрергә килештек. Был эштең һөҙөмтәләре беҙҙең эште дөрөҫ аңларға теләмәгән иптәштәрҙең "ауыҙын ябыр", тип ышанам.
Фатима ЯНБАЕВА Фатима Янбаева: Мәскәүҙә уҡыусы студенттар менән ошондай һөйләшеүҙәр үткәреүебеҙ арҡаһында ла ҡайһы бер егеттәр һәм ҡыҙҙар беренсе курстан уҡ беҙгә ярҙам итергә теләге барлығын белдерә һәм: "Халҡыбыҙға нисек ярҙам итәйек икән?" - тигән һорауҙарын төбәй. Беҙ уларға яуап итеп: "Әлегә тырышып уҡығыҙ, яҡшы белгестәр булыуға өлгәшегеҙ, шуның менән республикаға ла, халҡыбыҙға ла ярҙам итерһегеҙ", - тибеҙ. Шулай уҡ Мәскәүҙә уҡыусы студенттар менән төрлө сараларҙан һуң нәҡ һеҙ биргән һорау тураһында әңгәмәләшә йөрөйбөҙ. Аралашып һөйләшкәндән һуң, әңгәмәселәребеҙҙең, сама менән әйткәндә, 60-70 проценты мотлаҡ республикаға ҡайтасағын белдерә. Ә инде махсус рәүештә һорау алыуҙар үткәрһәк, уның һөҙөмтәләре, моғайын, милләттәштәрҙең күңелен йылытыр әле, тип ышанам. Нисек кенә булмаһын, беҙ Мәскәүҙә белем алған йәштәребеҙҙе киләсәктә республиканың иң яҡшы кадрҙары сафына баҫырға, республикаға хеҙмәт итеүгә көйләйбеҙ. Беләм, уларҙың күптәре әле үк шуға әҙерләнә: үҙҙәренең университеттағы ғилми эштәрен, дипломдарын, диссертацияларын Башҡортостан темаһына арнай. Кемдер демография мәсьәләләрен өйрәнә, кемдер республикабыҙҙың инвестицион яҡтан өҫтөнлөгө темаһы менән ныҡлап ҡыҙыҡһына. Мин үҙем, мәҫәлән, ғилми эшемде Башҡортостан Республикаһының төбәк иҡтисадын өйрәнеүгә, уны башҡа өлкәләр менән сағыштырыуҙарға арнағанмын. Йәштәр үҙҙәре аласаҡ һөнәрҙәре күҙлегенән Башҡортостанды өйрәнә икән, тимәк, ҡайтыу яғын ҡарайҙар. Күптән түгел бер ҡыҙыбыҙ Башҡортостан ерлегендә тикшеренеүҙәр алып барып, иҡтисад буйынса кандидатлыҡ дисссертацияһы яҡланы. Был ғына ла түгел. Ситтә уҡыған, ситтә эшләгән кешеләр барыбер тыуған ергә икенсе күҙҙәр менән ҡарай, уны ҡәҙерләй башлай. Бөтәһе лә сағыштырыуҙарҙа беленә бит. Мәҫәлән, Башҡортостандағы һымаҡ рухи күтәренкелек Мәскәүҙә юҡ, башҡорттар араһындағы эскерһеҙлек, ихласлыҡты ла башҡа халыҡтар араһында осратмаҫһың. Минең үҙемә, мәҫәлән, ошондай рух, ихласлыҡ етешмәй Мәскәүҙә, йәштәребеҙ менән үҙ-ара аралашыу ғына ошо ҡытлыҡты бер аҙ тулыландыра кеүек.
Ҡайһы берәүҙәр, Башҡортостанға ситтән тороп та хеҙмәт итергә, Рәсәй һәм Ер шарының төрлө нөктәләрендә беҙҙең милләт, беҙҙең мәҙәниәт, беҙҙең республика тураһында белгертеп йәшәргә була бит, ти. Тик барыбер, "мейеләр" ҙур ҡалаларға китеп бөтһә, Башҡортостанда кем ҡала, тигән һорау ҡуйырға кәрәк үҙ алдыңа. Әллә ниндәй ҡәүемдәр Башҡортостаныбыҙға ағыла, уларҙы ниҙер ылыҡтыралыр бит инде беҙҙең төбәктә. Шуға ла беҙ Башҡортостаныбыҙға ҡайтып, һәр кем үҙенең өлкәһендә бына тигән белгестәр булып, республикабыҙға хеҙмәт итергә, тигән хыял менән янабыҙ.
Азат ХӘЛИУЛЛИН Азат Хәлиуллин: Беҙҙең берлек бишенсе йыл ғына эшләй һәм быйыл уның тәүге сығарылыш йылы. Шуға ла һөҙөмтәне быйыл күрербеҙ инде. Егеттәрҙең күбеһе ҡайтасаҡ ул Башҡортостанға, әммә Башҡортостан уларҙы нисегерәк ҡабул итер - был хаҡта әйтеүе ауыр.

Һеҙҙең берлек тарафынан үткәрелгән саралар тураһында, ниндәй идеялар менән яныуығыҙ хаҡында ла әйтеп үтһәгеҙсе...
Азат Бадранов: Беҙ институцион саралар үткәрәбеҙ, тип әйтһәк, маһайыу булмаҫтыр. Ысынлап та, беҙҙең командабыҙ ойошҡан рәүештә эшләй. Һуңғы бер-ике йыл эсендә егеттәр һәм ҡыҙҙар үҫте, эшләргә, ойошторорға өйрәнде, ысын мәғәнәһендә команда барлыҡҡа килде.
Фатима Янбаева: Мәскәүҙә Нәзир Байегетов тигән шәп егет тырышлығы менән беренсе тапҡыр "Алтын Ай" бейеүселәр ансамбле төҙөлдө. Беҙҙең бер генә сара ла улар ҡатнашлығынан тыш үтмәй. Ансамбль шундай тиҙлек менән камиллаша. Быйыл улар йыл башында Өфө тамашасылары алдында сығыш яһаны, "Байыҡ" телевизион конкурсында ҡатнашырға саҡырыу алды. Шулай уҡ Мәскәүҙә беренсе тапҡыр "Һылыуҡай" башҡорт һылыуҙары конкурсы, башҡорт телендә КВН уйындары үткәреү ҙә оло ваҡиға һымаҡ ҡабул ителде. Беҙҙең "Һылыуҡай" конкурсында еңгән Камила Бикҡолова республика кимәлендә үткән "Һылыуҡай"ҙа ҡатнаша, ә беҙҙең КВН уйынында ҡатнашып, 4 команда араһынан еңеүсе тип танылған "Хәйnation" командаһы Өфөлә үткән Башҡорт асыҡ КВН Лигаһында уңышлы сығыштары менән ҡыуандыра. Апрель айында Мәскәүҙең Тверь майҙанында Рәсәй композиторҙар союзы менән берлектә композитор Салауат Низаметдинов иҫтәлегенә арналған башҡорт йыры фестивале үткәрергә йыйынабыҙ.
Азат Бадранов: Хәҙер Мәскәүҙә үҙ тамашасыбыҙ бар, улар беҙҙән яңынан-яңы саралар үткәреүебеҙҙе һорай. Ә бындай саралар Мәскәүҙә башҡорт телен, башҡорт мәҙәниәтен пропагандаларға, үҫтерергә ярҙам итә. Киләсәктә башҡорт теле дәрестәре ойошторорға тигән ниәтебеҙ ҙә бар. Әле был дәрестәрҙе ниндәй методика ярҙамында ойошторорға, тигән һорау өҫтөндә баш ватабыҙ. Юғиһә, Силәбе, Екатеринбург өлкәләрендә ошо эшкә тотонған милләттәштәрҙең башҡорт телен юғары уҡыу йорттары студенттары, уҡытыусылар өсөн тәғәйенләнгән әсбаптар аша өйрәнеүен күреү бер аҙ аптырау тыуҙырҙы. Һис һүҙһеҙ, был китаптарҙы үҙләштереүе ауыр. Шуға ла беҙ, бәлки, был дәрестәр виртуаль донъяла ойошторолор, тип уйлайбыҙ. Кеше интернетҡа инеп, берәй видео-яҙманы асып, күпмелер ваҡыт материал менән танышып сыҡһын да, артабан үҙ эше менән булһын, тибеҙ.
Азат Хәлиуллин: Мин дә грамматика өйрәнеүгә ҡарағанда, йәнле аралашыу яғында. Тәжрибә лә шуны күрһәтә бит: әгәр башҡорт телен белмәгән берәй баланы башҡорт балалар баҡсаһына йөрөтһәң, бала ике-өс айҙан туған телендә һөйләшә лә башлай.
Фатима Янбаева: Беҙ үткәргән бөтә саралар башҡорт телен, мә-ҙәниәтен, башҡорт донъяһын популярлаштырыуы менән дә, Мәскәүҙәге башҡорттарҙың, йәштәрҙең әүҙем тормош алып барыуын күрһәтеүе менән дә әһәмиәтле. Бөтә был саралар тураһында республика халҡы ла хәбәрҙар хәҙер, сөнки БСТ-ның Мәскәүҙәге хәбәрсеһе Гөлназ Ғәлимуллина һәр сарабыҙҙа ҡатнашып, уны үҙенең репортаждарында яҡтырта, хәбәрселәребеҙ беҙҙең осрашыуҙар, конкурстар тураһындағы мәғлүмәттәрҙе интернет селтәренә лә, "Башинформ" порталына ла урынлаштыра һала. Эшләгән эште күрһәтә лә беләбеҙ, тип әйтмәксемен.
Азат Бадранов: 2013 йылда беҙҙең студенттарҙы ла ҡурайҙа уйнарға өйрәтеүен һорап, Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Айытҡоловты Мәскәүгә саҡырғайныҡ. Азат ағай бер аҙна буйы Мәскәүҙәге Башҡортостан вәкиллегендә йәшәп, бер төркөм башҡорт егеттәренә ҡурайҙа уйнау техникаһын өйрәтте. Ошо хаҡта ишетеп, Силәбеләге, Төмән ҡалаларындағы милләттәштәр ҙә олуғ ҡурайсыны үҙҙәренә саҡырып алды. Әйткәндәй, Азат ағай шәп идеяһы менән уртаҡлашып китте: "Мәскәүҙәге ҡурайсыларығыҙҙы Өфөгә Ҡурайсылар союзы үткәргән сараларға килтерһәгеҙ, сараның дәрәжәһе бермә-бер үҫәсәк, идеологик йәһәттән дә был көслө алым буласаҡ", - тине. Ысынлап та, беҙҙең ҡатнашлыҡ булһа, республика конкурстары бөтә Рәсәй конкурсы бейеклегенә күтәрелә бит.
Мәскәү - ул йәмәғәт эшмәкәрҙәре, ижад, фән донъяһы кешеләре тупланған үҙәк булараҡ, бик уңайлы ҡала. Беҙҙең "Дискурс" тип аталған дискуссиялар клубына ла бик күп шәхестәрҙе саҡырып, студенттарҙы борсоған һорауҙар буйынса әңгәмәләр уҙғарабыҙ. Мәҫәлән, журналист Максим Шевченко, яҙыусы Кара-Мурза, профессор Бари Гилс, Кагарлицкий кеүек сәйәсмәндәр, ғалимдар менән ҡыҙыҡлы осрашыуҙар үткәрҙек.

Ҙур нәмәләр алыҫтан күренә, тиҙәр. Ә һеҙ республикабыҙҙы 10-20 йылдан ниндәй итеп күҙ алдына килтерәһегеҙ?
Фатима Янбаева: Үҙемдең Мәскәү ҡалаһында уҡыуымды мин ошо хаҡтағы уйланыуҙарымдың, йәғни республикамдың, милләтемдең үҫешенә булышлыҡ итергә тигән хыялымдың һөҙөмтәһелер, тип уйлайым. Мин Мәскәүгә ҡыҙыҡ эҙләп китмәнем. Унда ҙурыраҡ, тәрәнерәк белем бирәләр икәнен, унда кешеләр аңына ыңғай тәьҫир итә, уны үҫтерә торған күп шарттар, уңайлыҡтар барлығын тоя инем. Тойомлауым раҫҡа сыҡты, тип уйлайым хәҙер. Был ҙур ҡалала беҙ, провинциянан йыйылған йәштәр, бер яҡлы фекер йөрөтөүҙән, төрлө сикләүҙәрҙән арынабыҙ. Башҡа төбәк, башҡа менталитеттағы кешеләр менән аралашып, улар араһында үҙебеҙҙе лә лайыҡлы итеп күрһәтергә өйрәнеп, беҙ үҙебеҙҙе шәхес булараҡ та, башҡорт милләте вәкиле булараҡ та раҫлайбыҙ, яҡты киләсәгебеҙ тураһындағы хыялыбыҙҙы барлыҡҡа килтерәбеҙ, уның тормошҡа ашыуы өсөн ниндәй эштәр эшләргә кәрәк икәнлеген билдәләйбеҙ. Тап ошо йәштәр Башҡортостандың киләсәген билдәләр, башҡорт халҡының интеллигенция үҙәген барлыҡҡа килтерер, тип уйлайым.
Азат Бадранов: Фатиманың фекере менән килешеп, "синэнергетик эффект" тип аталған күренеш тураһында телгә алып үтке килә. Ике-икең дүрттән күп, иң кәмендә биш була, тигәнде аңлата был эффект. Беҙҙең берләшмәнең биш йыллыҡ эш һөҙөмтәһе буйынса ҡарағанда, Башҡортостандан килгән меңдән ашыу йәш кеше күп сығымдар түкмәй генә юғары белем алыу юлында. Командабыҙҙа 20 йәшлек студенттар ғына. Шулай ҙа улар үҙҙәренең илһөйәр, рухлы, аңлы булыуҙары арҡаһында ҙур эштәр башҡара, ҙур маҡсаттар ҡуя белә. Беҙҙең ассоциация ағзаларының бер ҡағиҙәһе бар: беҙ кешеләрҙе эше буйынса баһалайбыҙ. Һуңғы ваҡытта беҙгә Мәскәүҙән дә, Башҡортостандан да күп кенә өлкән йәштәге милләттәш ағай-апайҙар ярҙам итергә, беҙҙең эшкә ҡушылырға теләп мөрәжәғәт итә. Беҙ уларға тәүҙә: "Ә һеҙҙең ассоциация эшенә ҡарата ниндәй тәҡдимдәрегеҙ бар?" - тигән һорау бирәбеҙ. Улар бик күп тәҡдимдәре, идеялары менән уртаҡлаша. Беҙ ризалашабыҙ һәм уларға үҙҙәренең идеяларын тормошҡа ашырыу өсөн ваҡыт билдәләп, ошо ваҡыт эсендә ниндәй һөҙөмтә булырын көтәбеҙ. Ваҡыт үткәс ҡараһаҡ, йыш ҡына тәҡдим итеүсе тарафынан бер ни ҙә эшләнмәгән була. Ул саҡта теге ағай йә апай менән яғымлы ғына хушлашырға тура килә. Кеше ниндәй генә йәштә булмаһын, йәмғиәттә уны нисек кенә ихтирам итмәһендәр, һөйләгән һүҙе менән эше тап килмәй икән, беҙ ундайҙар менән эшләмәйбеҙ.

Башҡорт театр донъяһының элитаһы - 70-80 йәшлек актерҙар бөтөнөһө бергә Мәскәүҙә уҡыған. Бөгөн улар шул ваҡыттарҙы иҫкә алып, хәтеркитаптар, йылъяҙмалар яҙа. Улар Башҡорт академия драма театрын Мәскәүҙә ойошторған, тиһәк тә, хата булмаҫ. Алла бирһә, Башҡортостан Республикаһының киләсәген дә тап һеҙ яҙырһығыҙ, тип ышанғы килә...
Азат Бадранов: Рәхмәт! Беҙгә хәҙер стеротиптарҙы, ҡалыплашҡан фекерҙәрҙе үҙгәртеү ҡиммәт. Минеңсә, башҡорт халҡы кисергән бөгөнгө проблемаларҙың күбеһе аңдарҙағы көрсөк арҡаһында килеп сыға. Минең һүҙҙәрҙе күптәр оҡшатмаҫ. Әммә беҙҙе тормош ошо хәлгә төшөргән икән, унан сығыу юлдарын бергәләп эҙләргә, проблемалар тураһында асыҡтан-асыҡ һөйләшергә ваҡыттыр бит инде. Бөгөнгө хәлгә ҡалыуыбыҙҙа үҙебеҙ генә ғәйепле, тип уйлау ҙа дөрөҫ булмаҫ ине, әлбиттә. Йәштәр ошо хәлде аңлаһын өсөн, бәлки, уларҙы ситкә уҡырға ебәреп, сит мөхит ярҙамында тәрбиәләп алыу яҡшығалыр? Егеттәр әрменән "ысын ир-егет" булып ҡайтҡан кеүек, донъяла, республикала, Рәсәйҙә ниндәй процестар барыуы тураһында хәбәрҙар йәштәр тәрбиәләү өсөн сит мөхиттә сынығыу үтеүҙең файҙаһы ҙур, минеңсә. Йәш кеше теләһә ҡайһы хәлдән үҙе сыға белергә тейеш. Республикала, мәҫәлән, проблемаларҙы атай-әсәй, туғандар хәл итешә ала. Уҡыуҙа "ҡойроҡ"тар килеп сыҡты икән, һинең танышыңдың танышы декан менән таныш булыуы ла мөмкин, хәлде "ҡоҙа-ҡоҙағыйлыҡ" яҡшырта ала. Шунан килеп сыға ла инде беҙҙең булдыҡһыҙ хеҙмәткәрҙәр, етәкселәр, түрәләр... Ә ситтә бер кем дә һине ҡурсалап йөрөй алмай, тәүҙән үк үҙең өсөн яуаплылыҡ барлыҡҡа килә. Бындай мөхит үҙе оло тәрбиәсе ул.

Һуңғы ваҡытта "модернизация" тигән һүҙ йыш ҡулланыла. Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Дмитрий Медведев та йыш телгә ала был һүҙҙе. Ғәҙәттә, модернизация һүҙен төрлө өлкәләрҙә ҡулланалар. Ә һеҙ "милләтте модернизациялау" тигән һүҙҙе нисек аңлатырһығыҙ?
Азат Бадранов: Йәһүд халҡында белем алыу - иң беренсе урында тора. Ул - традиция, ҡанун һәм мотлаҡ башҡарыла торған ғәмәл. Был халыҡ вәкилдәре балаларына сәңгелдәктән алып, иң мөһиме - белем, тип өйрәтә. Ә беҙҙә, шул уҡ беҙҙең быуын йәштәре миҫалынан сығып ҡарағанда ла, белемгә ынтылыу юҡ, ынтылышыбыҙ бары тик диплом алыуға ғына ҡайтып ҡала. Йыш ҡына берәй атай кешегә: "Әйҙәгеҙ, ағай, улығыҙҙы Мәскәүгә уҡырға урынлаштырайыҡ", - тиһәм, яуапҡа: "Юҡ, юҡ, ул үҙебеҙҙә уҡыясаҡ. Улым әле бесәндә йөрөй, башҡа шылтыратмаһағыҙ ҙа була", - тигән яуап ишетергә тура килә. Бына ниндәй ҡиммәттәргә өҫтөнлөк бирә халҡыбыҙ. Был күренешкә ҡаршы нисек көрәшергә? Әле мин белмәйем. Мәскәүгә, йәки Питерға уҡыу мөмкинлеге сығып торғанда, уны ҡулдан ысҡындырырға ярамағанлығын аңлатыуы ауыр икәнен күреп, аптырауымдың сиге булмай. Беҙ үҙебеҙҙең эш алымдары, принциптары тураһында ла ентекләп һөйләйбеҙ, һәр нәмәгә шикләнеп ҡарағандарға юғары уҡыу йорттарында эшләүсе ҡабул итеү комиссияларына шылтыратып, беҙҙең турала беләләрме, юҡмы икәнлекте һорарға ҡушабыҙ. Шылтыратыусылар ҙа табыла. Ә бына кире реакция башланыуы мине бөтөнләй аптыратты. "Һеҙ бушлай уҡырға инергә тәҡдим итәһегеҙ икән, тиккә түгелдер - ул вуздар яҡшы белем бирмәйҙер улай булғас", - тине ҡайһы берәүҙәр...
Йәһүдтәр, әрмәндәр балаларын нисек итеп тәрбиәләй, тиһегеҙ? Бер эшкә тотонғанһың икән, ул эшеңдең яртыһы һин уйлағанса килеп сыҡмаған хәлдә лә, уны аҙағынаса еткер, тиҙәр. Беҙҙә нисек? Берәй эшҡыуар эш аса ла, беренсе көрсөккә килеп төртөлгәс тә: "Эшҡыуарлыҡ - минең өлкә түгел икән", - ти һала. Йәки, берәй студент уҡырға килә лә, артта ҡала башлаһа, уҡыуын ташлап ҡайта ла килә. Халҡыбыҙ ныҡышмаллыҡты, эште аҙағынаса еткереүҙе лә бер ҡағиҙә итеп алһын өсөн ни эшләргә?
Бына ниндәй һорау борсой мине. Беҙҙең эргәлә йөрөгән, беҙҙең менән аралашҡан мең кешенең бер өлөшө ошо уңыш ҡаҙаныу һабаҡтарын отоп алһа, ул да яҡшы. Университеттар ятаҡтарына урынлаштырған ваҡытта беҙҙән: "Һеҙҙекеләрҙе бөтөнөһөн бер ҡатҡа урынлыштырайыҡмы?"-тип һорайҙар. Беҙ: "Юҡ, һәр береһен төрлө милләт кешеләре, төрлө республикалар, өлкәләр вәкилдәре араһына урынлаштырығыҙ, аралашһындар бүтәндәр менән дә", - тип яуаплайбыҙ. Мәҫәлән, Ильяс исемле Ишембай егете Мәскәү Тау университетына уҡырға ингән тәүге йылда бик баҫалҡы ғына ине. Уны йәһүд егете менән бер бүлмәгә урынлаштырғандар. Бер йыл үттеме, юҡмы, егетебеҙ үҙ алдына инглиз телен өйрәнә, төрлө сараларҙа, конференцияларҙа ҡатнаша башланы. Бер йылдан республикаға ҡайтҡайны, тегенең теле-телгә йоҡмай, малай! Хәҙер ул төрлө компанияларҙа эшләй, стажировкалар үтә - барыһына ла өлгөрә. Тағы, Ғәзиз Рәжәпов исемле егет тә сит илдәрҙә булды, унда стажировкалар үтте. Владивосток ҡалаһында ун студентыбыҙ уҡый, уларҙан бер егет Япония грантына лайыҡ булды.
Азат Хәлиуллин: Бөгөн беҙҙең берлек шөғөлләнгән эш - үҙе лә милләттең модернизацияһы ул, минеңсә. Йәштәрҙең яҡшы белем алыуы, күп кешеләр менән аралашыуы - халҡыбыҙҙың белемлелек сифатын үҫтерә. Тимәк, алға китеш тә буласаҡ.
Фатима Янбаева: Милләтте модернизациялау - ул милләтте яңы дәрәжәгә күтәреү, тип аңлайым. Яңы заман менән бергә яңы ҡанундар барлыҡҡа килде, ләкин халҡыбыҙ яңы ҡанундарға бик аҡрын яраҡлаша, ҡайһы саҡта уларҙы ҡабул да итмәй. Ләкин ҡабул итмәй сарабыҙ юҡ шул. Шуға ла халҡыбыҙға был турала аңғартырға, яңы заман геройҙары өлгөләрен таратырға кәрәк. Беҙ бына шул эшкә өлөш индерер быуын булырбыҙ, тип ышанам. Унан һуң, беҙ үҙебеҙҙе, республикабыҙҙы белгертә, тиңдәр араһында тиң итеп раҫлай ҙа йөрөргә тейешбеҙ. Туғандаш халыҡты алайыҡ. Улар шул тиклем әүҙемдәр, Рәсәй телевизион проекттарында ла, башҡа урындарҙа ла ҡатнашып, үҙҙәрен ишеттереп кенә торалар. Ә беҙҙе күптәр белмәй. Бер ваҡыт бер курсташым шундай һорауы менән аптыратты: "Ғәфү ит һорауым өсөн, ә һеҙҙең Өфөлә сауҙа үҙәктәре, метро, аэропорт бармы?" Ҡаҙанда Универсиада үткәс, ундағы йәшәү кимәле тураһында халыҡ хәбәрҙар хәҙер. Ә беҙҙең республикабыҙ, Өфөбөҙ тураһында күптәр белмәй, ниндәйҙер бер артта ҡалған, ҡырағай төбәк һымаҡ күҙ алдына килтерә. Ярай, быныһы ваҡыты менән хәл ителер мәсьәләлер, хәҙер республикала туризмды үҫтереү, төрлө инвестицилар йәлеп итеү тураһында күп һөйләнелә. Ә бына мине ситтәр генә түгел, үҙебеҙ ҙә үҙебеҙҙе белеп бөтөрмәүебеҙ бигерәк тә борсой. Тарихыбыҙҙы, телебеҙҙе, йолаларыбыҙҙы етерлек кимәлдә белһәк, милли үҙаң күпкә юғарыраҡ кимәлдә булыр ине. Бөгөнгө шарттарҙа иң яҡшыһы - телебеҙҙе, тарихыбыҙҙы, йолаларыбыҙҙы, милли үҙенсәлегебеҙҙе һаҡлап, заман ҡуйған талап-ҡанундарға ла яраҡлашып йәшәү. Тик халҡыбыҙ ялҡаулыҡты, вайымһыҙлыҡты милли үҙенсәлек менән бутамаһын ине. Милли үҙенсәлектәребеҙ беҙҙең икенсе.

Һеҙҙән милләтте модернизациялау тураһында ни өсөн һорауыбыҙ тураһында аңлатып үтәйек. Зыялы башҡорт егеттәре кәләшлеккә гел сит милләт ҡыҙҙарын ала, ә ҡыҙҙар - сит милләт егеттәренә кейәүгә сыға. Был хәүеф, ысынлап та, бар. Бөтөн яҡтан үҫкән, аңын үҙгәрткән башҡорттар сит милләт вәкиленә оҡшай башлай һәм ул кешеләр барыбер беҙҙеке булмай түгелме?
Азат Бадранов: Мин кем тураһында һүҙ барыуын аңлайым. Эйе, ундайҙар бар. Моғайын, һәр милләттең бындай кешеләре барҙыр. Шулай ҙа, беҙҙә был күренеш ныҡ таралған, тип әйтеп булмай. Ғөмүмән, беҙ үткәргән сараларҙа танышҡан егеттәр һәм ҡыҙҙар үҙ-ара ғаилә ҡоралар. Яңыраҡ Илшат Рәхмәтуллин атлы егетебеҙ үҙебеҙҙең Сибай ҡыҙына өйләнде, Регина Баймөхәмәтова исемле ҡыҙыбыҙ Рөстәм исемле егетебеҙ менән сәстәрен сәскә бәйләне. Бындай миҫалдарыбыҙ күп. Йәғни, йәштәр аралаша, дуҫлаша. Тиҙҙән ғаиләләребеҙ тағы ла артыр, тип уйлайым. Әйткәндәй, мин дә үҙебеҙҙең башҡорт ҡыҙына өйләндем, былтыр туйыбыҙ булды.
Азат Хәлиуллин: Миңә лә башҡорт ҡыҙҙары ғына оҡшай. Сит милләт ҡыҙҙарын, ғөмүмән, ҡабул итә алмайым.

Мәскәүҙә йәшәп, уҡып, үҙ милләтегеҙең ниндәй ыңғай һәм кире яҡтарын белдегеҙ?
Азат Хәлиуллин: Бала сағымдан Өфөлә йәшәнем. Йәғни, мин интернатта ла, дөйөм ятаҡта ла йәшәгәнем юҡ ине: ябай ҡала малайымын. Халҡыбыҙҙы Өфөлә түгел, ә Мәскәүҙә аңлай башланым, тиһәм дә хата булмаҫ. Мәскәүҙә дөйөм ятаҡта үҙебеҙҙең егеттәр менән йәшәйем. Барыһы ла яҡшы, тик әлегә мин аңлап, ҡабул итеп бөтә алмаған күренештәр ҙә бар. Мәҫәлән, беҙҙең егеттәрҙең бергә йыйылып, бөгөн кем нимә эшләүе тураһында хәбәрләшеүе минең өсөн ят булды. "Ауылдарҙа шулай итәләрме икән?" тип уйлап ҡуйыуым хәтеремдә. Башҡорт егеттәре һәр ваҡыт бергә генә йөрөй, бер-береһе менән нығыраҡ, күберәк аралаша. Бүтәндәр менән аралаша һалып, араларына алып бармайҙар. Башҡалар менән аралашыу манераһы ла үҙенсәлекле, тип әйтергә була. Бына шулай, милләтемдең ҡайһы бер холҡон мин Мәскәүҙә өйрәнәм.
Фатима Янбаева: Мин дә Өфөлә үҫтем, аралашҡан кешеләрем гел үҙебеҙҙең милләттән булды, башҡорт мәктәбендә, башҡорт балалары менән уҡыным. Шулай ҙа Мәскәүгә барғас, башҡортлоҡ - ул туғанлыҡ, яҡынлыҡ икәнен яҡшыраҡ аңлай башланым. Әлбиттә, йәштәребеҙҙең төрлөһө бар, бик яҡшылары ла, ҡайһы бер насар ҡылыҡлылары ла. Ләкин мин уларҙы барыбер яҡын күрәм. Башҡа милләт йәштәре менән аралаша алмайым. Үҙ милләтем кешеләрен генә үҙемә яҡынлата алам. Мәскәүгә уҡырға килмәҫ борон мин улай үҙебеҙҙекеләрҙең дә һәр кеме менән аралаша алмай инем. Ә Мәскәүҙә һәр башҡорт миңә туған һымаҡ, һәр кеме менән еңел генә һөйләшеп китәм, сөнки был аралашыуҙың тәрбиәүи һөҙөмтәһе барлығын аңлайым. Әңгәмәселәремдең хаталарын төртөп күрһәтә һалып бармайым, ә һүҙ ыңғайында ипләп кенә, һылап-һыйпап ҡына, уны үҙем дөрөҫ тип иҫәпләгән йүнәлешкә көйләйем. Беренсе, икенсе курс студентары мине апай тип, үҙҙәренә таяныс, ҡурсалаусы итеп ҡабул итә.
Азат Бадранов: Эйе, йәштәребеҙҙе дөрөҫ юлға әйҙәү менән беҙҙең ассоциация ағзалары әүҙем шөғөлләнә. Йәғни, беҙ милләтте модернизациялау өҫтөндә лә эшләйбеҙ, милләтебеҙҙең ҡайһы бер һыҙаттарын үҫтерергә, ә ҡайһыларын үҙгәртергә теләйбеҙ. Башҡортостандың, халҡыбыҙҙың киләсәге ниндәй булыры бары беҙҙән, башҡорттарҙан ғына тора. Фатима бик дөрөҫ әйтте: беҙ уның менән егеттәрҙе, ҡыҙҙарҙы яҡшы яҡҡа үҙгәртергә тырышабыҙ. "Йомшаҡ көс" теорияһы буйынса эш итһәң, теләһә кемде яҡшы яҡҡа үҙгәртә алаһың. Был теория буйынса кешегә: "Һин шулай итмә, былай итмә!" - тип бойорорға ярамай, ә йомшаҡ ҡына итеп әүҙем эшкә илһамландырырға кәрәк. Кеше әүҙем эш ваҡыттында ғына үҙгәрә.

Мәскәү менән Өфө араһында айырма һиҙелерлекме?
Фатима Янбаева: Ҙур ҡалала һығылмалыҡ, сыҙамлыҡ, үҙаллылыҡ тәрбиәләнә, минеңсә. Һин үҙ алдыңа бер маҡсат ҡуйғанһың икән, тимәк, һин барыбер шул маҡсатыңа бер тайпылыуһыҙ барырға тейешһең. Бында һине артыңдан төртөп, етәкләп алып барыусы юҡ. Йә уңаһың, йә туңаһың, тигәндәй. Шул яҡтан ҡарағанда, Мәскәү һине үҙаллы булырға, үҙеңде яҡларға, үҙ йөгөңдө үҙең күтәреп барырға мәжбүр иткән ҙур бер донъя. Ә Өфөлә йылы, унда һин ҡурсаулы, яҡлаулы, унда һин бер аҙ көсөргәнештән арынып, ял итеп ала алаһың. Шулай итеп, минең өсөн был ике ҡала - ике донъя инде ул. Ысынлап та, улар араһында айырмалар бар. Мәҫәлән, Мәскәү халҡының берәүҙә лә эше юҡ, барыһы ла үҙ эше менән мәшғүл, үҙ уйҙарына сумған. Ә Өфөләге халыҡ бер нимәгә лә битараф түгел, урамдан үткәндә лә, ҡыҙыҡһынып, бер-береһенең күҙҙәренә текләйҙәр, йылмаялар. Моғайын, башҡорттоң ихласлығы йөҙәр йылдар буйы уның йәнәшәһендә йәшәгән башҡа халыҡтарға ла йоҡҡандыр ул...

Өфөлә һыуыҡ көндә урамда туңдырма ашап барыу - баш ҡала халҡына хас күренеш. Ә Мәскәүҙең романтикаһы нимәлә?
Азат Хәлиуллин: Мәскәүҙең романтикаһы - уның Рәсәйҙең баш ҡалаһы булыуында, минеңсә. Тағы миңә әле йоҡоға талмаған төнгө Мәскәү урамдары оҡшай - әкиәт кеүек, күңелгә әллә ниндәй билдәһеҙ хистәр килеп тулыша.
Фатима Янбаева: Мәскәү - ҙур ауыл ул. Әллә нисәмә километрҙарға һуҙылған метрола йыш ҡына таныштар менән осрашаһың. Минең өсөн Мәскәү ҡалаһының романтикаһы - ошондай сит-ят донъяла көтмәгәндә үҙебеҙҙекеләр менән осрашыу, күрешеү, аралашыу ул. Ошо сит-ят донъяла башҡорт телен, башҡорт йырҙарын яңғыратҡан саралар үткәреү ҙә - романтика. Сараларҙы мөмкинлектәр шул тиклем аҙ булған ерҙә үткәреүебеҙ ҙә сәмләндерә торған бер романтика. Мәскәү, үҙегеҙ беләһегеҙ, уҫал ҡала. Ошо мөхиттә яҡташтарҙы, милләттәштәрҙе осраштырған шәп сара үткәрәбеҙ икән, унда ҡатнашыусыларҙың күңеле була, йөҙө яҡтыра икән - был да беҙҙе күккә күтәрә торған романтика. Бына шулай, тыуған ҡалам Өфөлә әллә ни әһәмиәте булмаған бөтөн был хәл-ваҡиғалар Мәскәүҙә, әлбиттә, оло әһәмиәткә эйә һәм ул тотош бер романтиканы, йән тантанаһын, рух күтәренкелеген хасил итә.
Азат Бадранов: Эйе, Мәскәү ҙә тыуған ауыл һымаҡ үҙенә тарта. Ундағы тормош тиҙлегенә өйрәнеп алһаң, артабан ул һиңә бер ниндәй ҙә уңайһыҙлыҡ тыуҙырмай. Мәскәүгә бер-ике көнгә конференцияға, йә бүтән сараға килеүселәрҙән: "Йә, Мәскәү нисек?" - тип һораһаң, уларҙан: "Кешеләр шул тиклем уҫал ҡарашлы, барыһы ла ҡайҙалыр ашыға", - тигән яуапты йыш ишетергә була. Өс көн эсендә ҡаланы аңлап бөтөп булмай. Кешеләр уҫал түгел, уларға барыбер: улар һине бөгөн күрҙе, башҡа бер тапҡыр ҙа осратмаясаҡ. Һәр кем үҙ мәшәҡәтенә, үҙ уйҙарына сумған. Руль артында ипле йөрөүгә килгәндә, Мәскәүҙә машинала йөрөүе еңелерәк: водителдәр бер-береһенә юл бирә, һәр хәлдә, мотлаҡ рәүештә йәйәүлеләрҙе үткәреп ебәрә. Ни өсөн шулай? Сөнки унда алама ғына "Шестерка" машинаһында, кем белә, бәлки, берәй ҙур түрәнең атаһы китеп баралыр, йәки берәй ҡораллы кеше ултыралыр. Ошо ҡурҡыныстың барлығы бөтәһен дә юлда ипле йөрөргә күнектергән. Мәскәүҙең романтикаһы тағы ниҙә, тип һораһағыҙ, уның мөмкинлектәр ҡалаһы булыуында. Бында алдыңа маҡсат ҡуйһаң, теләгән кеше менән осрашырға була. Һәр осрашыу яҙмышыңда ниндәйҙер роль уйнауы бар. Мәскәү - бәйләнештәр, аҡса һәм мөмкинлектәр ҡалаһы.
Фатима Янбаева: Тик шуныһы йәл: күптәр был мөмкинлектәрҙе күрмәй һәм файҙаланмай.
Азат Хәлиуллин: Мәскәү мине юҡ-барға көйәләнмәҫкә, урамда һиңә төртөлөп, тейеп үткән үткенселәргә иғтибар итмәҫкә өйрәтте. Хәҙер мин үҙем дә кешегә юлда аңғармаҫтан ҡағылһам, әһәмиәт бирмәйем; миңә кемдер нимәлер әйтһә, шунда уҡ иҫем китмәй генә яуабын да ҡайтарам.

Ҡытайҙар, Урта Азия халыҡтары сит ерҙә лә ауыл-ауыл булып йәшәй. Йәнә, терһәк психологияһы тигән төшөнсә бар. Мәскәүҙә ошондай "башҡорт ауылын" булдырып булыр ине тип уйлайһығыҙмы?
Фатима Янбаева: Ул ауыл былай ҙа бар. Азат та әйтте бит, беҙҙең егеттәр тик үҙ-ара ғына аралаша, тип. Йәштәребеҙ тырым-тырағай йөрөмәһен, бер-береһе тирәһендә берләшһен, сит йоғонтоларға эйәреп китмәһен өсөн ойошторолған да инде беҙҙең ассоциация ла. Бергә йыйылып алһаҡ, Мәскәү урамдарын да, Ҡыҙыл майҙанды ла үҙебеҙҙең бәләкәй генә бер башҡорт ауылына әйләндерәбеҙ, ҡурайҙа уйнайбыҙ, башҡортса йырҙар йырлайбыҙ. Былтыр, мәҫәлән, Ҡыҙыл майҙанға сығып, күмәкләп Рәми Ғарипов шиғырҙарын ҡысҡырып уҡыныҡ. Республика көнөндә трамвайҙа сәйәхәт итеп, пассажирҙар иғтибарына Башҡортостан тураһында мәғлүмәттәр тәҡдим иттек, сығыштарыбыҙ ҡурай моңона үрелеп барҙы.
Азат Бадранов: Яңы йыл каникулдары алдынан Мәскәүҙә Көнсығышты өйрәнеү институтында "Альтаир" фондын етәкләүсе йәштәр менән эшләүсе лезгин егете Руслан Ҡорбанов менән осрашҡайным. Ул миңә үҙҙәренең фондтары тураһында һөйләне, беҙҙең ассоциацияның эшмәкәрлеге менән дә ҡыҙыҡһынды. Ахырҙа: "Мин үҙебеҙҙең эш тәжрибәһе менән уртаҡлашырға ниәтләнгәйнем, ул эштәрҙе һеҙ атҡарып та ҡуйғанһығыҙ икән", - тине.

Шулай итеп...
Бөгөнгө һөйләшеүҙә ҡатнашыусылар ҡайһы бер күптәнге һорауҙарға яңыса яуап бирҙе һымаҡ. Һәр хәлдә, беҙ үҙебеҙҙе борсоған бик күп мәсьәләләргә яуап таптыҡ. Әлбиттә, беҙ, Өфөлә йәшәүселәр, Мәскәүҙә йәшәүсе милләттәштәр психологияһын тулыһынса аңлап та етмәйбеҙҙер. Әммә барыбер, йәмғиәт - һәр ерҙә лә йәмғиәт инде ул. Айырма тик шунда ғына: улар бер-береһенең күҙендәге осҡондо тотоп алып, ялҡын итеп дөрләтә белә, шуныһы менән бәхетлеләр ҙә.

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ әңгәмә ҡорҙо.
Илгиз ИШБУЛАТОВ яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.03.14 | Ҡаралған: 2554

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru