«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Йәмғиәтебеҙҙә бөгөн әхлаҡлылыҡ кимәле ниндәй дәрәжәлә һәм был юҫыҡта һеҙҙе борсоған йәки ҡыуандырған мәсьәләләр бармы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
тураһын әйткәндә...
+  - 

ҮҘЛЕГЕҢДЕ ҺАҠЛАУ ҘА…
Мәҙәнилек

"Киске Өфө"лә башҡорт бейеүе буйынса мәҡәләләр баҫылып тора. Әле күптән түгел Әнүәр Шафиҡов та "Башҡорт бейеүен боҙмайыҡ!" тигән саҡырыу ташланы. Уның әйткәндәре лә, әле мин әйтәсәк ҡайһы бер фекерҙәр ҙә беҙҙең барлыҡ бейеү коллективтарына ла ҡағыла. Уны шулай уҡ "Байыҡ" бейеү конкурсында ҡатнашыусылар һәм ҡатнашасаҡ оҫталар ҙа ҡолағына киртеп ҡуйһа ине.

Рәссам-скульптор булараҡ, халҡыбыҙҙың бейеү сәнғәтен күптәндән күҙәтеп барам һәм ул минең ижадыма ла ҙур йоғонто яһай. Дөрөҫ ҡуйылған, дөрөҫ башҡарылған бейеүҙәр халҡыбыҙҙың рухын тойорға, һаҡларға ярҙам итә, ғорурлыҡ тойғоһо уята. Башҡорт халыҡ бейеүҙәре бик үҙенсәлекле, бай булған кеүек үк, уның мөһим элементы булған милли кейемдәребеҙ ҙә бик үҙенсәлекле һәм күп төрлө. Шуға күрә лә, һәр бер бейеүгә тәғәйенләп тегелгән кейемдәргә лә иғтибарлы булырға кәрәк. Сөнки ҡайһы бер бейеүҙәрҙә халҡыбыҙ өсөн ят, традицион булмаған деталдәрҙе күреп, күңел ҡырыла. Мәҫәлән, еләнгә нескә ҡулдарҙы тағы ла нескәртеп, һылаштырып тегелгән еңдәр башҡорт кейемдәренә тап килмәгән күренеш. Әлеге лә баяғы, Кавказ халыҡтары кейемдәрен хәтерләтә ул.
Ҡайһы саҡта ир-егеттәр еләненең арҡа яғына, ҡалаҡ һөйәге тапҡырына ҡыҙҙарҙың ҡашмау ҡойроҡтарындағы биҙәктәрҙе сигеп ҡуялар, бындай биҙәкләү иһә ир-егеттәрҙең егетлеген юя һымаҡ. Башҡорт бейеүендә бит яурындарын һелкетеп, ҡалаҡ һөйәген уйнатып бейеүе ир-егеттең беҙҙең халҡыбыҙға ғына хас сифаттарын да төҫмөрләтә! Ә уның еләнендәге баяғы биҙәктәр күҙ ҡарашын урлай. Тамашасы күҙҙәрен берсә ҡыҙҙарҙың ҡашмауына, берсә егеттәрҙең арҡаһындағы биҙәктәргә күсерә һәм тамашаны бер бөтөн итеп ҡарай алмай. Шулай итеп, урынһыҙ ҡулланылған һәр бер биҙәк матурлыҡ була алмай, киреһен эшләй башлай.
Әнүәр Шафиҡов үҙенең мәҡәләһендә "Тәпән" исемле ҡатын-ҡыҙҙар бейеүендәге тәре һүрәтенә аптыраған. Әммә тәпәндә тәре түгел, башҡорт халыҡ тамғаһы - ҡойошҡан төшөрөлгән. Уның саманан тыш ҙур булыуы, төҫтәрҙең контраст ҡулланылыуы арҡаһында биҙәк кейемдән айырылып, күҙгә ныҡ ташланып тора, шуға ла ул Әнүәр Шафиҡовты аптыратҡандыр.
Буянғандың буяуы матур, буянмағандың йөҙө матур, тигәндәй, кейемдәге төҫтәр буйынса ла күңелде борсоған мәлдәр күп. Йыраҡтан күренһен типмелер, сәхнә кейемдәрендә артыҡ сағыу төҫтәр ҡулланыу менән мауығыу китте. Беҙҙең халҡыбыҙ шул тиклем тотанаҡлы, тыйнаҡ, баҫалҡы, әҙәпле. Ошо сифаттар быуаттар буйы уның көнкүрешендә, кейемдәрендә сағылыш тапҡан. Төҫтәр иһә тәбиғәттән алынған. Ҡыҙыл төҫ икән - көңгөрт ҡыҙыл, бешкән сейә төҫөндәгерәген, йәшел төҫ икән - ап-асыҡ, ҡысҡырып торған йәшел түгел, тәбиғәттең үҙе кеүеген, ҡатмарлыраҡ төҫтәрен үҙ иткәндәр.
Сәхнәлә артыҡ сағыу ғына түгел, киреһенсә, артыҡ тоноҡ төҫтәрҙе лә күрергә мөмкин. Миҫал өсөн "Байыҡ" телевизион бейеү конкурсында ҡатнашҡан Әбйәлил районынан килгән егет һәм ҡыҙҙың кейемен алайыҡ. Улар үтә тоноҡ зәңгәр, хатта көл төҫөнә яҡын камзулдарҙа, егет ҡыҫҡа ҡуныслы итектә, тәпәш кейеҙ ҡалпаҡта (барыһы ла сонтоҡ) бейенеләр. Был төҫтәр ҙә халҡыбыҙға хас түгел. Бейеү хәрәкәттәре лә ят булып, ирекһеҙҙән мари бейеүен хәтерләтте.
Тағы. Елән салғыйының бер яғын билбауға ҡыҫтырып бейеү күренешен дә ҡайһы бер осраҡта биҙәк менән генә, заманса күрһәтә башланылар, эште еңеләйттеләр.
Был етешһеҙлектәр нилектән килеп сыға һуң? Сәхнә кейеме тегеүселәр, күрәһең, билдәле белгестәр, этнографтар менән кәңәшләшеү тигәнде онотто. Бейеү сәнғәтеме, йыр сәнғәтеме, башҡа йүнәлеш булһынмы- профессионалдар менән кәңәш-төңәш итеү, оло, урта быуын вәкилдәре менән эҙмә-эҙлекле быуындар бәйләнеше, күсәгилешлек булдырыу зарур. Ошонда күренә лә инде үҙ традицияларыбыҙға ҡарата һаҡсыл ҡараш, ошо була инде үҙлегеңде һаҡлау һәм мәҙәнилек! Шуға күрә лә бейеү һәм йыр сәнғәтебеҙ оҫталарын үҙҙәре иҫән саҡта мөмкин тиклем ҡәҙерләп, уларҙан өйрәнеп, өлгө алып, түкмәй-сәсмәй йәш быуынға, киләсәккә еткерергә бурыслыбыҙ икәнде онотмайыҡсәле.

Өлфәт ҠОБАҒОШОВ,
скульптор.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.03.14 | Ҡаралған: 1790

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡал! 8 апрелдән 18 апрелгә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 786 һум 24 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru