«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
сәләмәтлек әлифбаһы
+  - 

АНТЫН АҠСАҒА АЛМАШТЫРМАҺА...
шул инде ысын табип!

Дүрт тиҫтә йыл самаһы хеҙмәт стажы булған, әлеге көндә 49-сы поликлиникала участка терапевы булып эшләгән һаулыҡ һаҡлау отличнигы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы Рәфиә Фазыл ҡыҙы БУРАНБАЕВА менән терапия, сәләмәтлек һәм медицинала күҙәтелгән ҡайһы бер күренештәр, халыҡты борсоған һорауҙар тураһында һөйләшәбеҙ.

Терапевҡа ниндәй сирҙәр менән мөрәжәғәт итергә була?
Терапия - ул һаулыҡ һаҡлау системаһының киң таралған бер өлөшө. Иғтибар итһәгеҙ, бөгөн терапияның төрлө алымдары бар - психотерапия, арттерапия, энә ҡаҙау терапияһы, үлән менән дауалау терапияһы һ.б. Әгәр шундай сағыштырыу урынлы булһа, терапевт - ул юл сатындағы хәрәкәтте көйләп тороусы кеүек. Ҡарайбыҙ, тыңлайбыҙ, анализдар тапшырырға ҡушабыҙ. Йәғни терапевҡа һыуыҡ алдырғанда, киҫкен респиратор-вирус ауырыуҙары булғанда, ҡурылдай һәм үпкә, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре, хроник талсығыу, ашҡаҙан-эсәк тракты ауырыуҙары, умыртҡа һөйәге һәм арҡа, быуындар сирҙәре, бөйөр эшмәкәрлеге, неврологик проблемалар, матдәләр алмашыныуы боҙолоуы, ҡан ауырыуҙары менән мөрәжәғәт итәләр. Әммә ауырыу менән гел генә сирҙәр тураһында ла һөйләшеп булмай, ҡыйын булғанда ла, шатлыҡтары ташып түгелеп торғанда ла беҙгә киләләр. Уйлап ҡараһаң, дауаханаға килеүсенең һәр ҡайһыһы стресс хәлендә бит. Шуға, ниндәй генә һорау менән мөрәжәғәт итһәләр ҙә, һәр кемде тынысландырыу, кәңәштәр биреү - беҙҙең бурыс. Шуға, терапевт -ул психолог та, социолог та, юрист та тиергә була.

Әле киҙеү таралған осор. Ауырыуҙар барыһы ла табиптарға мөрәжәғәт итмәй, ҡайһы берәүҙәр үҙ аллы дауаланыуға өҫтөнлөк бирә. Үҙ аллы дауаланыу йәки сирҙе аяҡ өҫтө үткәреү ниндәй эҙемтәләр менән янай?
Әҙ генә тымау һиҙгәндә, тән һыҙлағанда, мускулдар, тамаҡ ауыртҡанда, баш шаулағанда, танау менән тын ала алмай башлағанда сирлегә өйҙә ҡалырға тәҡдим итәм. Вирус йылыны яратмай. Өйҙә йылы юрған аҫтында, баллап сәй, һөт, һут эсеп кенә ятырға кәрәк. Урамға сығып йәки ҡаһарманлыҡ күрһәтеп эшкә йөрөгәндә иһә, үҙегеҙ сирләүегеҙ етмәгән, әллә күпме кешегә сир йоҡтораһығыҙ, вирус таратаһығыҙ. Ә инде өйҙә тороп, табип ҡушҡандарҙы теүәл үтәгәндә, өс көндән хәлегеҙ еңеләйеп, ауырыу ваҡыты ҡыҫҡарасаҡ. Сирҙе аяҡ өҫтө үткәргәндә уның эҙемтәһе булараҡ гайморит, синусит, пневмония барлыҡҡа килеүе мөмкин. Былтыр, мәҫәлән, балалар араһында үпкәләре шешеүселәр һаны ҡырҡа артты. Ә иң мөһиме - сирләмәҫ өсөн йыл әйләнәһенә иҫкәртеү саралары атҡарыу, витаминдар эсеү зарур. Мин витаминдарҙың үҙебеҙҙә етештерелгәндәренә өҫтөнлөк бирәм. Сөнки улар тикшереү үткән, беҙҙең мөхиткә яраҡлаштырылған, төбәктә ниндәй микроэлементтар етешмәй, шулар менән байытылған. Шулай уҡ йоҡоға ныҡ иғтибар бүлергә кәрәк. Бер үк ваҡытта йоҡларға ятып, хатта ял көндәрендә лә бер үк ваҡытта уянырға, торорға кәрәк. Режим боҙолорға тейеш түгел. Туҡланыу ҙа мөһим роль уйнай. Миҙгел буйынса кейенмәү ҙә үҙенең мәкерле эшен яйлап ҡына башҡара. Шулай уҡ хәрәкәтләнмәү ҙә организмдың эшмәкәрлегенә тотҡарлыҡ яһай. Шуға күрә, күберәк хәрәкәтләнергә, йәйәү йөрөргә кәрәк. Бөгөн илле аҙым атланығыҙ икән, иртәгә 100-гә еткерегеҙ, көн һайын шулай 50-гә арттыра барығыҙ.

Рәсәй Хөкүмәте бынан бер нисә йыл элек медицинаны ла өҫтөнлөклө милли йүнәлеш иҫәбенә индерҙе. Әммә ошо өҫтөнлөклө проект буйынса эшмәкәрлек алып барылыуға, дауалау учреждениелары заманса ҡорамалдар менән бушлай тәьмин ителеүгә ҡарамаҫтан, медицина нисектер түләүлегә әйләнә бара һымаҡ...
Өҫтөнлөклө милли проект буйынса ҡиммәтле аппаратуралар бушлай бирелә һәм уларҙа тикшереү бушлай үткәрелә. Бына, мәҫәлән, беҙҙең поликлиникаға флюорография ҡоролмаһы алдылар. Элек плеврит булған осраҡтарҙа диагноз ҡуйыу ҡыйыныраҡ, пациенттың хәл-торошо аңлайышһыҙыраҡ була торғайны. Хәҙер ошо аппарат ярҙамында дөрөҫ диагноз ҡуйыу күпкә еңелләште.
Һуңғы ваҡытта халыҡ араһында магнит-резонанс томографияһы, компьютер томографияһы үтеү ҙә түләүле, тигән фекер ишетергә тура килә. Бында шуны әйтеп китер инем: бындай аппаратура ниндәйҙер поликлиникала юҡ икән, улар булған дауаханалар менән килешеү төҙөп, пациенттарға шунда йүнәлтмә бирелә. Йүнәлтмә буйынса, әлбиттә, сират бар, әммә иң оҙағы - бер-ике аҙна. Йүнәлтмәгә ҡасан ҡабул итеү датаһы, ваҡытына тиклем күрһәтелә. Ә инде ашығыс осраҡтар булһа, бындай тикшереүҙәрҙе шунда уҡ эшләйҙәр. Шулай уҡ хәҙер бигерәк тә ауыл халҡы араһында: "Эй, ул дауаханаға барҙың ни ҙә барманың ни, яҡшылап дауалаһындар тиһәң, түләргә кәрәк", - тигәнерәк һүҙҙәрҙе лә ишетергә тура килә. Ауыл ерендә "йүкә телефон" шәп эшләй, берәйһенән ишетеп ҡалһалар, шунда уҡ ҡабартып, арттырып һөйләйҙәр. Ғөмүмән, ауыл ерҙәренән, райондарҙан йүнәлтмә менән килеүселәргә медицина хеҙмәтләндереүе бушлай күрһәтелә. Ләкин кемдер көтөп торорға теләмәйенсә, тиҙ генә тикшереү үтергә, дауаланырға, операция яһатырға теләй икән, улар өсөн альтернатив рәүештә түләүле хеҙмәттәр ҙә бар. Әммә мин ауырыуҙарҙан аҡса алыуҙы, медицинаны түләүле итеүҙе аңламайым да, аңларға ла теләмәйем һәм был бер ниндәй әхлаҡ нормаларына ла һыймай, тип иҫәпләйем.

Совет осоронда белем алған табиптар намыҫлы, уларға һәләтте Аллаһы Тәғәлә биргән, тиҙәр. Хәҙерге йәштәрҙә элекке табиптарҙа булған энтузиазм бик һиҙелмәй. Медик булараҡ, йәш коллегаларығыҙҙың эше һәм белеме менән ҡәнәғәтһегеҙме?
Бик ауыр, йөрәкте тетрәткес һорау һәм мәсьәлә. Ысынлап та, хәүефле заманда йәшәйбеҙ. Медуниверситет студенттарының белем алырға тырышмауына аптырайым. Әллә күңелдәре ятмай, әллә ата-әсәләренең теләге буйынса ғына ошо уҡыу йортона баралармы икән? Ҡайһы берҙәре эш ваҡытында иғтибарын ауырыуға түгел, икенсе нәмәләргә, ситкә йүнәлтә, эш урынында артыҡ бер минутҡа ла тотҡарланмайҙар. Табип булып эшләр өсөн кешене яратырға, кешенең күңелен аңлай, уның проблемаларын, сирен үҙеңдекеләй ҡабул итә белергә кәрәк. Табип - ул ауырыу менән бергә тын алырға, бер һулышта булырға тейеш. Әлбиттә, йәштәрҙең барыһы ла насар тип әйтә алмайым, эшен яратып башҡарғандары ла, белемлеләре лә бар. Әммә араларында осраҡлы килеп эләккәндәре лә бихисап.

Ғөмүмән, медицинаның киләсәген нисек күҙаллайһығыҙ?
- Киләсәктә генә түгел, һәр заманда ла медицина профилактика йүнәлешендә булырға, табиптар иһә ауырыуҙы дауалауға ҡарағанда, уны булдырмау өҫтөндә эшләргә тейеш. Әммә бының өсөн ваҡытыбыҙ ҡалмай. Айына ни бары 4 сәғәт кенә профилактика эштәре өсөн бүленә. Мин студенттар менән эшләгәс, уларға һаулыҡты һаҡлауҙың зарурлығы тураһында һөйләп-һөйләп, 100 кешенең 5-6-һы ҡолағына элһә лә, бик шатмын. Бик йыш телевидениенан, радионан сығыш яһарға тура килә. Ләкин беҙ биргән мөһим мәғлүмәт кешенең бер ҡолағынан инә лә, икенсеһенән сыға. Әгәр һәр кем беҙҙең сығыштарҙы тыңлағандан һуң уйланып, үҙенең сәләмәтлегенә иғтибарлы була башлаһа, милләтебеҙ күпкә сәләмәтерәк булыр ине. Дауалау медиктар өсөн икенсе урында торорға тейеш. Ә беҙ хәл-тороштан сығып, уны беренсе урынға ҡуябыҙ. Шуға күрә мин һаман да профилактика медицинаһы барлыҡҡа килеүен өмөтләнеп көтәм.

Шулай итеп...
Бер ваҡыт бер дин әһеле вәғәз тыңларға килеүселәргә вәғәз һөйләгән. Уның фәһемле һүҙҙәрен тыңлап, ҡәнәғәт булған халыҡ икенсе тапҡыр ҡасан килергә кәрәклеген белешкән. Диндар уларға ваҡытын әйткән. Икенсе ваҡыт йыйылып килгәс, шул уҡ дин әһеле шул уҡ вәғәзен ҡабатлап һөйләгән. Бер нисә тапҡыр шундай хәл ҡабатланғас, берәү түҙмәгән: "Килгән һайын бер нәмәне һөйләйһегеҙ, инде ятлап бөттөк, икенсе нәмәләр тураһында һөйләгеҙ", - тип ҡәнәғәтһеҙлек белдергән. "Ярай, - тигән дин әһеле. - Әгәр арағыҙҙа мин һөйләгәндәрҙе теүәл үтәгән бер генә кеше табылһа, мин икенсе нәмәләр тураһында һөйләргә риза". Ләкин дин әһеленең әйткәндәрен үтәүсе бер генә кеше лә табылмаған...
Медиктар менән аралашҡанда ла шул хәҡиҡәт өҫкә сыға: табиптарҙың биргән кәңәштәре "ике-икең дүрт" булған кеүек һәр ҡайһыбыҙға мәғлүм булһа ла, ниңәлер, уларҙы үтәргә ашыҡмайбыҙ, ә уларҙың икенсе кәңәш биреүен көтәбеҙ. Бәлки, ысынлап та, уларҙың һүҙҙәренә ҡолаҡ һалып, сәләмәтлегебеҙ өсөн яуаплылыҡты үҙебеҙгә алырға кәрәктер?

Зәйтүнә ӘЙЛЕ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.03.14 | Ҡаралған: 2009

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru