«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
афарин!
+  - 

БАШҠОРТСА ШАЯРТЫУ...
балалар телендә лә ныҡлы урын алды

"Шаяниум" йылына бер тапҡыр ғына үткәрелгәнгәме, тамашасы өсөн генә түгел, уның төп уйынсылары өсөн дә көтөп алынған оло ваҡиға. Был юлы шаяндар һәм отҡорҙар уйынының финал бәйгеһендә Өфө ҡалаһы мәктәптәренең ҡырҡтан ашыу командаһы араһынан һайлау турын уңышлы үткән иң көслө алты команда көрәште. Уларҙың һәр береһе "Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын" темаһын үҙҙәренсә төрлө яҡлап асырға тырышты. Уйын бик йәнле, шаяртыуҙар урынлы булды. Шулай ҙа был өлкәлә күберәкте белгән жюри ағзаларының фекерен тыңлайыҡ.

Ләйсән Мәзитова, "Тамыр" балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы режиссеры: Һәр "Шаяниум" миндә ҡаршылыҡлы фекерҙәр, хис-тойғолар ҡалдыра. Быйыл да мин командаларҙың сығышын күңелем елкенеп, ихлас бирелеп ҡараным, башҡорт балаларының юмор донъяһында рәхәтләнеп сәйәхәт иттем. Ф. Мостафина исемендәге 20-се Ҡала башҡорт гимназияһынан "ХХ централ" командаһының сәйәси темаға ни тиклем оҫта шаяртыуын ишетеп, халҡыбыҙҙың, туған телебеҙҙең киләсәгенә битараф булмаған йәш быуын үҫеп килеүенә һөйөндөм. Бигерәк тә балаларҙың һәр нәмәгә ҡарата үҙ фекере булыуы ҡыуандырҙы.
Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер етешһеҙлектәрҙе күреп, улар өсөн көйөнөп тә ултырҙым. Мәктәп уҡыусыһы булған саҡта, бәлки, тәнәфестәрҙә мин дә иптәштәремдән ҡаты көлгәнмендер. Әммә әлеге финал уйынында ҡатнашыусы ҡайһы бер командаларҙың үҙ иптәштәрен йәберләп, ҡыйырһытып, шунан көлкө тыуҙырырға тырышыуы миңә оҡшаманы. Мәҫәлән, М. Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһының "Кендектәр" командаһы үҙенең һәр уйынсыһынан, "Пышка" ашханаһы Дианаға 148 бәлеш инвестициялаған", тигән юҫыҡта көлөп сыҡты. М. Исҡужин исемендәге 136-сы Башҡорт лицейы уҡыусыларынан торған "Һупайлы дәрүиштәре" командаһы конкурстың видеояҙма өлөшөндә Радик Юлъяҡшиндың тормош юлын төшөрөп, уның башын ашҡа тығыуы менән "айырылды". Бына бындай көсләү сәхнәләре балалар юморында урын алырға тейеш түгел, минеңсә. Сөнки "Шаяниум" балаларҙа әхлаҡи тәрбиә, мәҙәни ҡиммәттәрҙе һанлауға нигеҙ һалыу өсөн дә хеҙмәт итергә тейешле бәйге.
Марсель Байдәүләтов, "Юлдаш" радиоһы продюсеры: "Шаяниум" шаяндар һәм отҡорҙар бәйгеһе башҡорт юморын, телен һаҡлау өсөн ойошторолған сара булараҡ, үҙ ролен тулыһынса теүәл башҡара, тип уйлайым. Сөнки уйында ҡатнашыусы командалар араһында башҡорт теле дәүләт теле булараҡ өйрәнелгән мәктәп уҡыусылары ла башҡортса бик лайыҡлы кимәлдә сығыш яһаны. Саф башҡортса яңғыраған шаяртыуҙар ни тиклем ҡолаҡҡа ятышлы, йөрәккә май булып яғылыуын бөгөн залда ултырыусы барлыҡ тамашасылар ҙа тойғандыр. Шуға күрә, командалар телмәрҙәрен шымартыу өҫтөндә артабан да эшләүен дауам итһен, тип теләйем. Башҡорт КВН уйындарында киләсәктә билдән түбән юмор ғына түгел, русса һүҙҙәр ҙә урын алмай башлар, тигән өмөттәмен.
Фидан Ҡолмөхәмәтов, "Башҡорт асыҡ КВН лигаһы"ның беренсе миҙгел уйындарында Гран-при яулаусы: Мин элек бөгөн Гран-при яулаусы "Ҡыҙыҡ-мажор" командаһы составында уйнаным, уға исемде лә мин ҡушҡайным. Ул ваҡытта берәй ҡасан үҙем жюрила ултырырмын, ә минең тәүге командам шул тиклем юғары кимәлгә күтәрелер, хатта иң юғары баһа яулар, тигән уй башыма ла инеп сыҡмағайны. Әлеге "Шаяниум"да Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернатының "Ҡыҙыҡ-мажор" командаһы уйынсылары үткер көләмәстәре, балаларға ғына хас эскерһеҙ юморҙары менән генә түгел, ә артислыҡ һәләттәре менән дә күңелде арбаны. Тимәк, бәләкәс квнсылар араһында башҡорт юморын артабан да үҫтерерҙәй лайыҡлы алмаш үҫеп килә. Тик бер нисә йыл рәттән сығыш яһап, көслө позиция биләп өлгөргән командаларға ҡаршылыҡ күрһәтерҙәй яңы төркөмдәрҙең финал уйындарына сыға алмауы ғына бер аҙ күңелемде ҡырҙы. Һәр ярышҡа хас булған, бәйгене бәйге иткән конкурентлыҡ тигән күренеш "Шаяниум"да йылдан-йыл кәмей бара, тип иҫәпләйем.

ӘЙТКӘНДӘЙ...
Быйылдан башлап "Шаяниум" бәйгеһендә еңеүсе командалар "Башҡорт асыҡ КВН лигаһы"ның Юниор-лигаһында уйнаясаҡ. Балаларға ижади яҡтан үҫергә, сәмләнергә яңынан-яңы мөмкинлектәр асылып тора әле. Һүҙҙең йомғағында "Шаяниум" шаяндар һәм отҡорҙар бәйгеһенең еңеүселәре менән таныштырабыҙ:
III урын - Мостай Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһының "Кендектәр" командаһы;
II урын - Фатима Мостафина исемендәге 20-се Ҡала башҡорт гимназияһының "ХХ централ" командаһы;
I урын - Республика башҡорт лицей-интернатының "Башҡорттар.ru" командаһы;
Гран-при яулаусы - Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия интернатының "Ҡыҙыҡ-мажор" командаһы.
"Иң яҡшы ир-егет роле" номинацияһында Нурлан Сабитов ("Башҡорттар.ru"), ә "Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле"ндә Филүзә Рәшитова ("Ҡыҙыҡ-мажор") билдәләнде.

Сәриә ҒАРИПОВА яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.03.14 | Ҡаралған: 2017

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru