«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
тураһын әйткәндә...
+  - 

"УРАЛ" ҺҮҘЕН БӘЛӘКӘЙ ХӘРЕФТӘН ЯҘМА,
йәки Тәржемә эштәренә бер ҡараш

Оҙаҡ йылдар нәшриәт өлкәһендә, ваҡытлы матбуғат баҫмалары редакцияларында тәржемәсе, мөхәррир, корректор булып эшләү дәүерендә китаптар, гәзит материалдары, мәҡәләләрҙең руссанан башҡортсаға ауҙарылған текстарындағы ҡытыршылыҡтар, хаталарҙы күреп, йән әрнегән саҡтар күп булды, әле лә шулай дауам итә. "Киске Өфө" гәзите аша шул хаталарҙың ҡайһы берҙәре тураһындағы һүҙемде тәржемә менән эшләүселәр иғтибарына еткергем килгәйне.

Теле аңлашылмай, тиҙәр
Тәржемә - ул төрлө яҡлы белем (киң эрудиция), логик фекерләү, телде һиҙемләү (интуиция), егәрлелек, иғтибарлылыҡ, ҙур яуаплылыҡ талап иткән уғата ла ауыр, ҡатмарлы хеҙмәт. Бының өсөн, беренсенән, башҡорт мөхитендә үҫергә кәрәк; икенсенән, тел ғилемен һыу кеүек эсергә тейешһең. Башҡорт теле грамматикаһын йүнләп белмәгән, филологик белемһеҙ кешеләр тәржемә эшенә нисек йөрьәт итә икән? Ә бит шулай итәләр ҙә. "Әй, тәржемә эше пүстәк бит ул, һүҙлектәргә ҡарайһың да, яҙаһың", - тигәнен күп ишеткәнем бар бер туҡтауһыҙ һүҙлеккә ҡарап "тәржемә" итеп ултырған бәғзе берәүҙәрҙән.
Был - төптө хата фекер. Шуға күрә лә бит мәктәп уҡытыусыларынан бик күп тәнҡит һүҙҙәре ишетергә тура килә, сөнки электән үк дәреслектәрҙе махсус белеме булмаған кешеләр тәржемә итә торғайны. "Ниңә башҡортса гәзиттәр алдырмайһың?" - тип һораһаң, "Теле аңлашылмай", тип яуап бирә ҡайһы берәүҙәр. "Киске Өфө" гәзитен халыҡ ни өсөн йығылып ятып уҡый? Бихисап сәбәптәрҙең береһе - теленең халыҡсанлығы. Әлбиттә, унда ла тәржемә ителгән мәҡәләләр менән авторҙар яҙып ебәргәндәренең айырмаһы ер менән күк араһы. Төрлө авторҙың мәҡәләһенең стиле төрлө булыуы ихтимал, шулай ҙа тәржемә ителгән яҙмаларҙы мөмкин тиклем халыҡ теленә яҡынайтыу фарыз. Юғиһә, һуңғы йылдарҙа һутлы туған телебеҙ урынына рус теленән арлы-бирле ауҙарылған ниндәйҙер ҡоро яһалма тел барлыҡҡа килде түгелме һуң? Әҙәби тел тигәс тә, ул ябай һөйләү теленән шул тиклем алыҫлашырға тейеш түгел бит инде. Хатта һөйләгәндә лә майҙай йомшаҡ башҡорт һүҙҙәрен ҡаты итеп әйтә башланылар (телерадио тапшырыуҙарынан ишетеп торабыҙ). Мәҫәлән, "бабай" һүҙе "бавай" тип әйтелергә тейеш.

"Һәм" һүҙе тураһында
Телебеҙҙе сүпләүсе итеп "һәм" һүҙен артыҡ ҡулланыуҙы күрһәтергә була. Ул сит телдән үҙләштерелгән теркәүес, беҙҙең телгә бөтөнләй хас түгел. "Киске Өфө"лә Бөрйәндән Көнһылыу Ҡотлобаева апайҙың мәҡәләләр теҙмәһе баҫылып сыҡҡайны, унда мин бер "һәм" дә тапманым. Тәржемә иткәндә, русса текста күпме "и" булһа, башҡорт телендәге һөйләмдәрҙә лә шунса "һәм" яҙып ултырыу дөрөҫ түгел. Юғиһә, ҡайһы бер һөйләмдә 5-6 "һәм" осрай! Ул һөйләмдәрҙе "һәм" ҡуймайынса ла, бына тигән тәржемә итеп була лабаһа, бының ысулдары бик күп. Мәҫәлән, "Ҡалаға килдем һәм уҡырға индем" тигән ябай ғына һөйләмдә "һәм"дән ошолай ҡотолоп була: "Ҡалаға килдем дә уҡырға индем", йә "Ҡалаға килеп, уҡырға индем", йә "Ҡалаға килгәндән һуң уҡырға индем", йә "Ҡалаға килдем, уҡырға индем". Шулай уҡ "һәм" урынына "менән" һүҙен ҡулланырға була. Рәсми, фәнни стилдәге текстарҙа, бәлки, унһыҙ ҙа булмайҙыр, әммә мөмкин тиклем "һәм"дәрҙән ҡотолорға кәрәк. Шулай итһәң, һөйләмдәр ыҡсым, матур, үҙебеҙсә була. Ауылдарҙа халыҡтың телмәренә иғтибар итегеҙ әле, берәү ҙә ул һүҙҙе ҡулланмай бит.

Һүҙ урынына - һүҙбәйләнеш
Тағы ла шул күҙгә ташлана: рустың "многочисленный" һүҙен "күп һанлы" тип туранан-тура тәржемә итәләр. "Күп" тиң дә ҡуй инде шуны, "һанлы"һы нимәгә хәжәттер. "Бихисап", "байтаҡ", "бик күп" тип тә әйтергә була, үҙебеҙсә варианттар һанап бөткөһөҙ.
"Сегодняшний день" тигәнде "бөгөнгө көн" тип әйтеү ҙә дөрөҫ булмай. "Бөгөн" һүҙе үҙе үк ике һүҙҙән тора (был + көн), уға ниңә тағы ла бер "көн"дө өҫтәргә? Был бит күрәләтә тавтология (ҡабатлау). "Быйылғы йыл" тигәндә лә шул уҡ хәл (был + йыл = быйыл). "Бөгөнгө көндә" һүҙбәйләнешен алмаштырыу юлдары: хәҙерге көндә, хәҙерге ваҡытта, хәҙер; әле, әлеге көндә, әлеге ваҡытта, әлеге мәлдә, хәҙерге заманда һ.б. "Ҡулланыу" һүҙе дөрөҫ ҡулланылмай. Мәҫәлән, "һүҙлек (йәки башҡа әйбер) менән ҡуллана" тигән һүҙбәйләнеш йыш осрай башланы. Был осраҡта "һүҙлек ҡуллана", "һүҙлекте ҡуллана" тип әйтеү дөрөҫ булыр, "менән" һүҙе үҙ урынында түгел. Ә бына "файҙалана" һүҙен ҡулланғанда "менән" тигән вариант урынлы.

Дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәһе
Бер мәҡәләлә барлыҡ осраҡтарҙы ла ҡарап бөтөү мөмкин түгел. Хәҙер дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәләренә ҡағылышлы мәсьәләгә ҡарата бер кәлимә фекер. Русса һүҙбәйләнештәрҙәге бәләкәй хәреф менән яҙылған һүҙҙәр башҡортса ла ҙур хәреф менән ҡала. Мәҫәлән, оренбургские степи - Ырымбур далалары, оренбургский платок - Ырымбур шәле. Русстар бәләкәй хәреф менән яҙа, тип, башҡорттар үҙҙәренең ауыл-ҡала, йылға-күл, тау һ.б. исемдәрен бәләкәй хәреф менән яҙырға тейеш тимәгән бит. Руссала яңғыҙлыҡ исемдәргә -ский (-ская, -ское) ялғауы ҡушылып, был һүҙҙәр сифатлаша, шуға бәләкәй хәреф менән яҙыла. Ә беҙҙә улар исем булып ҡала, өҫтәүенә, яңғыҙлыҡ исем! Был күренеш айырыуса геология, география, биология, зоология, археология өлкәһендәге терминдарға ҡағыла. Ошо даирәләрҙә эшмәкәрлек алып барған ғалимдар үҙ фәнен бик яҡшы белә, әлбиттә. Шулай ҙа улар күбеһенсә русса уҡып, яҙып, русса фекерләп өйрәнгән. Улар башҡорт теле грамматикаһының бөтә нескәлектәрен яҡшы белә, тип әйтеп булмай. Миҫалдар: Көңгөр ярусы, Күгәрсен свитаһы, Байкал йыйырсыҡлығы (геология); Ирәмәл эттабаны, Урал елбәгәйе, Себер таштишәре, Кавказ күрәне (биология); Европа бәрҙеһе, Америка шәшкеһе, Альп ҡуңыҙы (зоология); Бахмут осоро (археология), Ырғыҙ-Кәмәлек башҡорттары (тарих, этнография) һ.б. Ундай һүҙбәйләнештәрҙә, ҡушма һүҙҙәрҙә, мәҫәлән, Урал, Ирәмәл атамаларының бәләкәй хәреф менән яҙылыуы башҡа һыймаҫлыҡ хәл! Быға нисектер ҡул бармай. Илһөйәр булғанға ғына түгел, ә башҡорт теле закондарының тупаҫ боҙолоуы шаҡ ҡатыра. Кеше исемдәре генә ҙур хәреф менән яҙыламы ни? Беҙ, филологтар, ни өсөн биолог, геологтарҙың арбаһына ултырырға тейеш һуң әле? Рус теленең үҙ ҡағиҙәләре, ә башҡорт теленә ул ҡағиҙәләр тап килмәй. "Башҡорт теленең грамматикаһы рус теленекенән күсереп эшләнгән", тип юҡҡа ғына әйтмәгән булып сыға инде беҙҙең телде өйрәнгән немец ғалимәһе. Был, ысынлап та, шулай. Башҡорт халҡын өйрәнеүсе тәүге рус этнографтары башҡорт һөйләштәрен квалификациялағанда ер-һыу атамаларын бәләкәй хәреф менән яҙған (сөнки рус теле ҡағиҙәһе шулай), уларҙың тикшеренеүҙәрен өйрәнгән башҡорт ғалимдары ла шунан күреп ҡабатлағандыр, тип уйлар инең, мәшһүр ғалимыбыҙ Ж. Кейекбаев, унан һуңғы телсе Ғ. Сәйетбатталов һ.б. "Ҡыуаҡан диалекты, Юрматы диалекты, Ҡариҙел һөйләше" тип яҙған. Ниндәй генә һүҙбәйләнештә лә ҙур хәреф менән яҙыла беҙҙең телдә ер-һыу атамалары! Йәштәр оло, абруйлы белгестәрҙән өлгө ала бит - шуны онотмаһаҡ ине. Шуға тәржемә менән бик һаҡ эш итергә кәрәк.

Тағы бер осраҡ
Бер нисә һүҙҙән торған ҡушма һүҙҙәрҙә тәүге һүҙ генә ҙур хәреф менән яҙыла. Мәҫәлән, Донъя кубогы, Әсә көнө, Күҙ ауырыуҙары институты. Урыҫсаһында ла шул уҡ ҡағиҙә: Кубок мира, День матери, Институт глазных болезней. Иҫтә ҡалдырыуы еңел генә был ҡағиҙәне. Тик аптырап ҡалмаҫҡа, ғәмәлдә ҡуллана белергә генә кәрәк.
Район гәзите редакцияһында эшләгәндә, махсус белеме булмаған хеҙмәткәр байрамдар тураһында һүҙ барғанда "көнө" һүҙен ҙур хәреф менән яҙып тик ултыра торғайны, ул ғына ла түгел, ҡыҙып-ҡыҙып бәхәсләшә, үҙенекен иҫбат итер өсөн: "Руссаһында шулай бит", - тип ныҡыша. Ҡоҙа-ҡоҙағыйлыҡ буйынса редакцияға килеп урынлашҡайны шул ул.
- Ә ниндәй һүҙҙәр ҙур хәреф менән яҙыла һуң улай булғас? - тип һораны шулай ҙа.
- Тәүге урында торған теләһә ниндәй һүҙ, - тип яуап бирҙем мин уға.
Оҙонораҡ һүҙбәйләнештәрҙә: "Башҡортостан пионерҙары" төбәк балалар ойошмаһы ("Региональная детская организация "Пионеры Башкортостана"), "Балалар ойошмалары федерацияһы" халыҡ-ара ойошмаһы (Международная организация "Федерация детских организаций"). Күренеүенсә, урыҫса менән башҡортса тап килмәй.

Ҡушма һүҙҙәрҙәге хаталар
Ҡушма һүҙҙәрҙә хата яһауҙарҙың бик күп осраҡтары бар. Мәҫәлән, бер баҫмала "ҡанэскес" тигән һүҙҙе күреп иҫем китте. Беренсе синыф балаһы ла белә (был ҡағиҙә "Әлифба"ны үткәндә өйрәнелә): башҡорт телендә "э" хәрефе бер ҡасан да һүҙ уртаһында яҙылмай. Ул һүҙ "ҡан эскес" тип айырым яҙылырға тейеш, әгәр бергә яҙыла икән, ошолай булыр ине: "ҡанескес" ("үҙешмәкәр" һүҙе кеүек).
Нәҙек һуҙынҡылы ҡушма һүҙҙәрҙә - нәҙек айырыу билдәһе, ҡалын һуҙынҡылыларында ҡалын айырыу билдәһе ҡуйыла. Мәҫәлән, мөьмин (Мөьминшин - урыҫсаһы - Мукминшин), Ҡөрьән, Гөльямал, Хупъямал, Байъегет (Баййегет, Байегет түгел). Айырым яҙылған ҡушма һүҙҙәрҙе һүҙлектәрҙән эҙләй белмәгән тәржемәсегә ҡыйынға тура килә. Мәҫәлән, летучая мышь. Бер гәзиттә уны "осоусы сысҡан" тип тәржемә иткәндәр. Мәҡәлә исемендә ат башындай итеп баҫылып сыҡты ул. Ә бит был йәнлек башҡортса ярғанат була! Шулай уҡ водяная крыса - һыу ҡомағы түгел, көшөл икән. Божья коровка - ҡамҡа (беҙҙең яҡта "күсапай" тиҙәр), ә ул һүҙлектә "алла һыйыры" тип яҙылған. Бына һүҙмә-һүҙ тәржемә итеү ниндәй көлкө хәлгә килтерә! Һүҙлектәрҙә лә, ҡыҙғанысҡа күрә, хаталар байтаҡ. Ә кеше уларға ышана. Бер һүҙлектең бер үк битендә "һыуһаҡлағыс" һүҙе ҡушып та, айырым да яҙылған. Бер нисә һүҙҙән торған ер-һыу атамалары мотлаҡ бергә ҡушылып яҙыла. Мәҫәлән, Шүлгәнташ, Балҡантау, Кәлимосҡан, Ҡарабейәаҫҡан, Дүртөйлө, Кинйәабыҙ. Элек бергә ҡушылып яҙылған ҡушма һүҙҙәрҙә ике һуҙынҡы тура килһә, береһе төшөп ҡала торғайны, мәҫәлән, Миңләхмәт (хәҙер Миңлеәхмәт тип яҙалар).

Тыныш билдәләре
Тәржемә ителгән мәҡәләләрҙәге тыныш билдәләре тураһында әйтеп тә тораһы түгел. Русса һөйләмдәрҙә нисек ҡуйылһа, башҡортсаһында ла шулай ҡуйып тик ултыралар өтөр, һыҙыҡ, ике нөктәләрҙе. Әйтәйек, башҡорт телендә оҙон һыҙыҡ (тире) һөйләмдең тәүге өлөшөндә торһа, руссала һуңғы өлөшөндә урын ала. Мәҫәлән, "Йылҡы итенән - ҡаҙы, ә һыйыр йә һарыҡ итенән тултырма яһағандар". Бында, ҡабатлау булмаһын өсөн "яһағандар" тигән хәбәр төшөрөп ҡалдырылған, уның урынына һыҙыҡ ҡуйылған; был ҡағиҙә һөйләмдең башҡа киҫәктәренә ҡағылмай (һөйләмдәге теләһә ҡайһы һүҙҙе төшөрөп ҡалдырып, уның урынына һыҙыҡ ҡуйыу дөрөҫ түгел, ундай ҡағиҙә бөтөнләй юҡ). Сағыштырыу өсөн руссаһы: "Из конины готовили казы, а из говядины или баранины - тултырма". Ҡайһы бер осраҡтарҙа русса һөйләмдә - һыҙыҡ, башҡортсаһында ике нөктә ҡуйыла.
Бер мәҡәләлә барса осраҡтарҙы ла ҡарап бөтөп булмай, әлбиттә. Һүҙ ыңғайында шуны ғына әйтке килә: юғары уҡыу йорттарында филология буйынса белем алыусыларҙы тәржемә эшенә лә ныҡлап өйрәтһендәр ине. Башҡорт теле ғалимдарының дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәләрен үҙгәртеүе лә буталсыҡлыҡ тыуҙыра. Мәҫәлән, элек "баш ҡала" һүҙе ҡушып яҙыла торғайны, "һүҙьяһалыш" һүҙендә ҡатылыҡ айырыу билдәһе ҡуйыла ине.
Дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәләре буйынса ҡулланма кәрәклеге көн кеүек асыҡ - тел ғалимдарынан шуны дүрт күҙ менән көтәбеҙ. Ҡайһы бер ҡағиҙәләрҙе үҙгәртмәйенсә лә булмай. Рим цифрҙарынан һуң ялғау ҡуйылмай, тигән ҡағиҙә бар ине (был ҡағиҙә лә рус теленән үҙләштерелгән), хәҙер уны үтәмәйҙәр, "Петр I-гә", "Екатерина II-не" тип яҙалар. Дөрөҫ эшләйҙәр, сөнки башҡорт теле - ул ялғауҙар теле (ябайлаштырып әйткәндә). Ялғауын яҙмаһаң, һөйләм аңлашылмай. Ҡыҫҡартылған һүҙҙәрҙә лә шул уҡ хәл. Руссаһында ялғауһыҙ ҙа аңлашыла, сөнки "в", "у", "с" кеүек предлогтар бар. Мәҫәлән, учится в БГУ (башҡортса: БДУ-ла уҡый). Ғәлиевтән өйрәнә - учится у Галиева. Ҡыҫҡартҡан осраҡта "Ғ. өйрә-нә", тиһәк, һөйләмдең мәғәнәһе аңлашылмай. Шуға күрә йә ҡыҫҡартҡан һүҙ янына мотлаҡ ялғау ҡуйырға, йә һүҙҙе тултырып яҙырға кәрәк. Башҡорт теле закондарын белмәгән "белгес" кенә бындай форманы туранан-тура рустарҙан күсереүе мөмкин.

Радио, телевидение хаталары
Гәзит-журналдарҙа ғына түгел, радио, телевидение, театрҙарҙа ла тәржемә эше насар ҡуйылған. Мәҫәлән, театрҙа бер спектакль ҡарағанда (тәржемә ителгән пьеса буйынса) сәхнәнән актерҙың зәйтүнде олива тип әйтеүе аптыратҡайны. Телевизорҙағы балалар тапшырыуында рус әкиәте тураһында һүҙ барғанда, оҫта тимерсе бетте дағалай, тип әйтелде, ә бит ул бөрсәне (блоха) дағалай. Тәржемә ителгән кинофильмдарҙа ла лексик, грамматик, стилистик хаталар быуа быуырлыҡ. Артистар тәржемә эше менән шөғөлләнергә тейеш түгел дә инде. Ә мөхәррирҙәр ҡайҙа ҡарай, тигән һорау тыуа. Ете класс белемле бер төҙөүсе апайҙың, телевизорҙағы башҡортса хаталар өсөн оялам, тип әйтеүе уйландырырлыҡ. Телевидение дикторҙарының, хәбәрселәренең (барыһы ла түгел, әлбиттә), һөйләгәндә логик баҫымды дөрөҫ ҡуймауы арҡаһында, телмәрҙәре бигерәк ҡыҙыҡ яңғырай, хатта минең бәләкәй ейәнем, аптырап: "Өләсәй, ниңә улай һөйләшәләр ул?" - тип һорай. Иманым камил, был хеҙмәткәрҙәр үҙ-ара аралашҡанда, өйҙә үҙебеҙсә "нормаль" һөйләшәлер. Театр сәхнәләрендә лә, телевидениела ла яһалмалыҡ сәскә ата. Бына был осраҡта рус артистарынан өлгө алырға була. Тәбиғилеккә ни етә! Беҙҙең халыҡ бер ҡасан да ҡылансыҡланып һөйләшмәгән.
Иғтибарлыраҡ, ихтирамлыраҡ булайыҡсы үҙ туған телебеҙгә, милләттәштәр!

Хәлиҙә АЛТЫНБАЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.03.14 | Ҡаралған: 2955

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru