«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
уян, уйлан, кеше!
+  - 

ТЕЛЕБЕҘҘӘ - ЯТ ҺҮҘҘӘР,
фиғелебеҙҙә - ят ҡылыҡ

Нәфис һүҙ, матур гөл сәскәһе кеүек, күҙҙәрҙе ҡыҙыҡтыра, моңло ҡурай көйө кеүек, ҡолаҡтарҙы ылыҡтыра, татлы бал кеүек, күңелде ымһындыра, дегәнәктең сәнскеле тажы кеүек, уйға йәбешеп бара. Әгәр ул һөйөү, дәртләндереү һүҙе булһа, йәнде иркәләп, тәнде ләззәтләндереп, аңды албырғатып йөрөй. Әгәр ул тәнҡит һүҙе булһа, үҙе төйгән, йоҡҡан, ҡаҙалған йәндән етешһеҙлек, кәмселек бөтөрөлһә генә, тәндән йолҡоп алып ташланған дегәнәк сәскәһенең ҡаҙауы кеүек, кешене башҡаса борсомай. Шул осраҡта ғына һүҙҙең көсө бар! Шул саҡта ғына һүҙҙең тәьҫире бар! Кешегә екереп, кәмһетеп йә төрләндереп әйткән һүҙҙән бер ниндәй ҙә файҙа юҡ. Ул һүҙҙәр кешелә оторо ҡарышыу тойғолары ғына уята, әйтеүсегә ҡаршы нәфрәт тыуҙыра...

Мәҫәлән, боронғо йырҙарҙың тапҡыр һүҙҙәре, аһәңле моңо йән төпкөлдәренә үтеп инеп, хисле йәндәрҙе тетрәндереүгә һәләтле. Уларҙы теләһә ниндәй еңел-елпе көйҙәргә йырлап та булмай; бер һүҙен генә боҙһаң йә алыштырһаң, йырҙың бөтөн мәғәнәһе үҙгәрә, хатта юғала. Хәҙерге мәғәнәһеҙ йырҙарҙы ниндәй көйгә йырлаһаң да була.
Бөгөн үҙ-ара аралашҡанда хатта ҡарындаштар ҙа бер әсә ауыҙынан ишетеп, аңына тыумыштан һеңгән һүҙҙәрҙе үҙгәртеп һөйләшә. Көндәлек тормошта ауылда ла, ҡалала ла киң таралған "пап", "мам"дар тураһында әйтеп тораһы ла юҡ: хәҙер ғәзиз балаһын тыуҙырып, үҫтергән иң ҡәҙерле кешеләр ҙә, ҡайны-ҡәйнәләр ҙә "атай-әсәй" йәки "пап-мам"дар. Ҡартатай һүҙе лә үҙенең ысын мәғәнәһен юғалтыу кисерә. Ҡайһы берәүҙәр ул һүҙҙең мәғәнәһен белмәйме, белә торопмо, ейән-ейәнсәрҙәренең үҙҙәренә шулай тип өндәшеүен талап итә. Әлбиттә, ҡартатай олатайҙан яҡыныраҡ, абруйлыраҡ булыуын аңғартҡан ҙур мәғәнәгә эйә олпатлы һүҙ. Ләкин, ҡартатай, ҡартәсәй - атайҙың атаһы менән әсәһе, ә олатай, өләсәй - әсәйҙекеләр. Олатай тип хатта атайҙан өлкәнерәк һәр кешегә өндәшәләр ҡайһы бер төбәктәрҙә. Шуға ла улар мәғәнәһенә күрә бүленгәндәр ҙә инде. Өлкәндәр ҡорған хәйләне балалар ҡайҙан белһен? Зарар юҡ, барыбер түгелме ни, тип, телебеҙҙе ярлыландырыуға үҙебеҙ юл ҡуябыҙ. Һүҙҙәрҙең төп мәғәнәһен үҙгәртеп, ят мәғәнә һалғанда, тел ярлылана, көсһөҙләнә, тәрбиәүи тәьҫирен юғалта. Күп башҡорт һүҙҙәре инде юғалған, күптәрен хәҙерге йәштәр түгел, өлкәндәр аңламай, күптәрен ят һүҙҙәр алыштырған. Мин үҙем дә бала саҡта белгән күп һүҙҙәрҙең мәғәнәһен үҙем өсөн яңынан асам, яңынан телемдә тергеҙәм һәм, яңы һүҙ телемә йоҡһа, шатланам. Fәжәп, ләкин ҡалала йәшәгәндәр башҡортса таҙа һөйләшергә, исмаһам, тырышалар, ә ауыл кешеләре, киреһенсә, телдәрен ят һүҙҙәр менән бутайҙар...
Ата-бабаларыбыҙҙың бөтөн ғәмәлдәре, ҡарарҙары, һүҙҙәре мәғәнәле булған һәм йәшәү рәүештәре менән аҡланған. Хәҙерге бисәләр - ир, ирҙәр бисә булып ҡыланған мәлдә, бөтәһе лә ярай, тип уйлау төптән дөрөҫ түгелдер. "Слабея языком, народ уступает не только свое духовное богатство, но и жизненные пространства", тигән бөйөк М.В.Ломоносов. Был һүҙҙәр илебеҙ кисергән үҙгәрештәргә, юғалтыуҙарға, Рәсәй халыҡтарының бөгөнгө аяныслы хәленә тапҡыр һәм тоғро әйтелгән... Тағы ла бер үкендергән күренеш: быуаттар төпкөлөнән килгән тамырҙары менән "сей" башҡорт ире башҡа халыҡтан кәләш алһа йәки башҡорт һылыуы башҡа милләт егетенә кейәүгә сыҡһа, мотлаҡ уларҙың теленә оҡшатып һөйләшергә тырыша. Ниңә уларҙың телендә түгел, ә оҡшатып, тиерһегеҙ. Сөнки кеше бер ваҡытта ла ят телдә үҙенең әсә телендәге кеүек бөтә нескәлектәрен, үҙенсәлектәрен белеп һөйләшә алмай. Мәҫәлән, йыш ҡына "өйгә кереп, йомшаҡ мендәрҙә ҡундым" йәки "ауылға ҡайтып ҡунып китәбеҙ" тигән хәбәрҙе ишеткән бар. Көлкө лә, ҡыҙғаныс та, сөнки тауыҡ ҡына кетәккә осоп менеп ҡуна. Кеше карауат башына менеп ултырып йоҡламай бит. Саф башҡорттарҙа яҫтыҡ - яҫтап ятып йоҡлар өсөн, мендәр - эйәргә һалып менеп ултырыр өсөн. Үҙебеҙҙең әсә телебеҙ тәрән мәғәнәле, кинәйәле, тапҡыр һүҙҙәргә иҫ киткес бай була тороп, уға ят һүҙҙәрҙе ҡушып һөйләшкән кешене йәлләргәме, әрләргәме?..
Тел - халыҡтың йөҙө һәм йәшәү һәләтенең күрһәткесе. Туған телендә халыҡтың бөтөн тарихы, рухы, тормош тәжрибәһе, аҡылы, көсө, ҡеүәте, дәрте сағыла. "Халыҡты юҡ итәм тиһәң, уны теленән яҙҙыр", тигән аҡыл эйәһе. Халыҡты теленән яҙҙырырға теләүселәр телде тыуған тамырҙарынан айырып, генетик хәтерҙән юйып, һүҙҙәргә ят мәғәнә һалғанда халыҡ үҙ асылын юғалтыуын белә һәм шул маҡсатта фиҙаҡәр эшләй.
Мәҫәлән, Африкала эльмоло - "балыҡ ашаусылар" ҡәбиләһе кешелеккә ни бары 1930 йылдан билдәле булып, шул осорҙан бирле донъя халыҡтары менән иркен аралашып, 70 йыл арауығында ҡан, тел, йолаларын вайымһыҙ аралаштырып, көслө халыҡтар йоғонтоһона бирелеп, уларҙың йәшәү рәүешен уйһыҙ үҙләштереп, телдәрен дә, ғөрөф-ғәҙәттәрен дә юғалта. Хатта тағы ла 10-20 йылдан ул ҡәбиләнән бер кеше лә ҡалмаясаҡ, ти ғалимдар.
Беҙҙең файҙаға булмаған тағы бер миҫал. Рәсәйҙең Саха-Яҡут Республикаһының төньяғында 1000 кешенән торған юкагирҙар йәшәй. Ул милләттең 50 кешеһе генә үҙ телендә һөйләшә. Әлеге көндәрҙә Сиссилия Вееб исемле итальян ғалимәһе был аҫаба халыҡ теленең әлифбаһын төҙөп, уҡыу әсбаптары баҫтырып, балаларҙы уҡытып, юкагирҙарҙың телен, мәҙәниәтен тергеҙә. Рәсәйҙә йәшәгән милләтте итальян ғалимәһе ҡотҡарып маташа. Ғәжәп, ләкин факт!
Тәбиғәттә һәр бер сәскә үҙ төрөндәге, үҙ төҫөндәге, үҙ еҫендәге үҫемлек булыуы менән ҡәҙерле. Бакуйҙа бер өйөмдә ятҡан үләндәр сәскә түгел - бесән! Шуның кеүек, төрлө телдәрҙәге һүҙҙәрҙе ҡушып һөйләү - яңы тел белеү түгел, һүҙ бутҡаһы! Төрлө халыҡтар телдәрен беләһең икән, шул телдәрҙе бутамай, таҙа һөйләшә белеү оло ихтирамға лайык! Кемдәрҙер башҡаларға яраҡлашһа, кем менәндер дөйөмләшһә, рәхим итеп, битһеҙләнһен, үҙгәрһен. Ниңә уларға эйәреп, дөйөм hopo көтөүгә ҡушылырға? Халҡыбыҙ яҙмышындағы бөтә еңелеүҙәр һәм юғалтыуҙар шул бәләкәй генә һаналған килешеүҙәр, аҙ ғына тип иҫәпләнгән сигенеүҙәр һәм ғәмһеҙлектең касафаты бит.
Тормош - баҡса: кемдәрҙер унда сүп-сар үрсетә, кемдәрҙер сәскә үҫтерә! Рухи, мәҙәни баҡсабыҙҙа ата-бабаларҙың йола, ғөрөф-ғәҙәттәрен үрсетһәк, туған телебеҙҙе үҫтерһәк, аҡыллы халыҡ булып, башҡаларҙың иғтибарын һәм ихтирамын яулар инек. Ҡорҙаштарым, һеҙгә бер сер әйтәм,
(Түрә-ғара миңә ҡушманы):
Иблистән дә яман була икән,
Бик тырышһа, уның ҡуштаны.
Оло йәшкә етеп инанманым,
Ышанманым татлы теллегә,
Ул йылмайып: "Телең моңло", - ти ҙә,
Ҡороҡ һала һаман телемә.
Татлы телле тырышһа ла бер ни
Ҡыла алмаҫ ине яңғыҙы.
Үкенескә, унда ялсылыҡта
Аумаҡай бар - халҡым аңһыҙы.

Урал МОСТАФИН.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 24.03.14 | Ҡаралған: 1798

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru