«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ата-әсә ҡолағына
+  - 

ЙӘНҺҮРӘТТЕҢ ДӘ…
яҡшыһы, яманы була

Кескәйҙәрҙең барыһы ла йәнһүрәт ҡарарға ярата, был улар өсөн сихри, мөғжизәле бер донъя. Ваҡытты сикләмәһәң, улар зәңгәр экран алдында көндәр буйы ултырырға ла әҙер. Шулай ҙа һәр ата-әсә балаһының ниндәй йәнһүрәт ҡарауына, уның йөкмәткеһенә иғтибар бүлергә тейештер. Кескәйҙәр бит һәр нәмәне отоп алырға ғына тора, йәнһүрәт ҡарағанда ла улар беҙ әһәмиәт бирмәгән күренештәрҙе лә иғтибарынан ситтә ҡалдырмай. Ә һуңынан инде үҙенең яратҡан персонажына оҡшарға тырыша, һәр хәрәкәтендә, телмәрендә уны ҡабатлай башлай.

Йәнһүрәт баланың күңелен асырға ғына түгел, ә уны ниндәйҙер кимәлдә үҫтерергә, тәрбиәләргә тейеш. Ә бөгөнгө заман йәнһүрәттәре баланы үҫтерә, нимә яҡшы, нимә насар икәнен айырырға өйрәтә аламы? Үҙем бер-ике тапҡыр "Дисней" каналына баҫып ҡарағаным булды: экрандағы дүрткел башлы, ҙур күҙле, ыржайған тешле, тупаҫ-мупаҫ һөйләшкән йән эйәләрен күреп, тиҙ генә һүндерә һалам. Бөтә нәмәне отоп алырға әҙер генә торған балам ошоларҙы ҡарар ҙа, үҙе лә шулай ҡылана башлар кеүек тойола миңә. Бөгөн бик модалы "Маша һәм айыу" йәнһүрәте лә ниңәлер күңелгә ятмай. Үҙ һүҙле, еңмеш Маша гел эш боҙа, бахыр айыу уның бойороҡтарын үтәүҙән бушай алмай. Күп ата-әсәләр әйтеүенсә, бәләкәстәр ошо йәнһүрәтте иҫе китеп ҡарай, һуңынан үҙҙәре Маша булып ҡылана икән. Кескәйҙәрҙең Маша роленә инеүе дөрөҫмө? Тиҙҙән улар ҙа теләгәнен уныңса талап итә башламаҫмы?
Әлбиттә, кескәйҙәр телевизорҙы бик һирәк кенә ҡарарға тейеш, уныһында ла ата-әсәнең ваҡыты бик тығыҙ һәм баланы нисек тә әүрәтергә кәрәк булғанда. Мәҫәлән, ҡайһы ваҡытта бала уйынсыҡтарынан ялҡып китә, мыжып, нимәлер таптыра башлай, йә бер аҙ сирләп тора, тынысландырырға кәрәк. Шундай осраҡтарҙа уға фәһемле генә йәнһүрәт ҡаратып алырға мөмкиндер. Мәҫәлән, дуҫлыҡ һәм татыулыҡ, яҡшылыҡтың, дөрөҫлөктөң һәр саҡ өҫтөн ҡалыуы тураһындағы, әйләнә-тирәләгеләргә хөрмәт тәрбиәләүсе йәнһүрәттәр күрһәтергә ярай. Был йәһәттән совет йәнһүрәттәре бик отошло, уларҙа изгелек һәм яуызлыҡ, эшһөйәрлек һәм ялҡаулыҡ, тар күңеллелек һәм йомартлыҡ кеүек төшөнсәләр сағыу ярылып ята. Шулай уҡ йәнлектәр тураһындағы йәнһүрәттәр ҙә шул тиклем матур, сағыу эшләнгән, бала бәләкәй сағынан уларҙы танып, айырырға өйрәнә. Юғиһә, хәҙерге ҡайһы фильмдарҙағы йәнлектәрҙе балаға нисек аңлатырға ла белеп булмай: этме ул, бүреме, әллә бөтөнләй башҡа йән эйәһеме…
Бәлки, ҡайһы бер ата-әсәләр минең менән риза булмаҫ, шулай ҙа мин агрессия, тупаҫлыҡ, ҡатылыҡ һүрәтләнгән, төп герой әйләнә-тирәләгеләргә физик һәм әхлаҡи зыян килтергән, персонаждар бер-береһен үлтерешкән кадрҙар булған бөгөнгө заман йәнһүрәттәрен балаға бөтөнләй күрһәтергә ярамайҙыр, тип һанайым. Бындай фильмдарҙан һуң баланың психикаһы боҙолоуы, күңелендә йәлләү тойғоһо юғалыуы, ҡаты бәғерлеккә өйрәнеүе күренеп тора бит!
Әйткәндәй, хәҙер интернет селтәрендә балалар өсөн тәғәйенләнгән махсус үҫтереүсе программалар бихисап. Мәҫәлән, күңелле йәнһүрәт формаһында һанарға, уҡырға, төҫтәрҙе айырырға өйрәнеү, предметтарҙы исемдәре менән атау, шулай уҡ сит телдәрҙе өйрәнеү өсөн бик ҡыҙыҡлы йәнһүрәттәр бар. Минеңсә, Машаны ҡарап "эш боҙорға" өйрәнгәнсе, ошоларҙы ҡарау сабыйҙарға күпкә фәһемлерәк булыр ине. (ошо урында, эх, үҙебеҙҙең "Урал батыр", "Ҡамыр батыр", "Аҡъял батыр" кеүек халыҡ әкиәттәренә төшөрөлгән башҡорт йәнһүрәттәре булһа ине, тип уйлап ҡуйҙым).
Ә балаға экран алдында күпме ваҡыт ултырырға рөхсәт итергә? Белгестәр фекеренсә, өс йәшкә тиклемге кескәйҙәрҙе экран алдына ултыртып ҡуйыу бөтөнләй ярамай, сөнки был осорҙа уларҙың хәрәкәт итеү функциялары үҫешмәгән була. Йәғни, ул әлегә бер юлы әйбер тота, хәрәкәт итә, ҡарай һәм тыңлай белмәй. Шуға күрә телевизор ҡабыҙған осраҡта улар тулыһынса бирелеп, эргә-тирәләге шау-шыуҙы ла ишетмәй, бер ниндәй хәрәкәтһеҙ ҡарап тик ултырасаҡ. Артабан бындай балаларҙың хәрәкәт итеү, телмәр, күҙ һәм артыҡ ауырлыҡ проблемалары булыуы мөмкин. Ә инде өс йәштән уҙған балаларға йәнһүрәттәрҙе һайлап һәм ваҡытты сикләп кенә күрһәтергә кәрәк. Совет заманында бөтөн йәнһүрәттәр ҙә ҡаты контроль үтеп, һәр бер кадрҙың балаға нисек тәьҫир итеүе өйрәнелгәндән һуң ғына зәңгәр экрандарға сыҡҡан. Бына ҡайҙа ул дөрөҫлөк һәм үҫеп килгән быуынды хәстәрләү!

Шулай итеп...
Ниндәй генә йәнһүрәт булмаһын, хатта беҙ фәһемле тип һанағандары ла бала өсөн өлкәндәр менән аралашыуҙы алмаштыра алмаясаҡ икәнен һәр ата-әсә тәрән аңларға тейеш. Сабыйҙар ата-әсә һөйөүен, наҙын, иғтибарын, уларҙың һәр саҡ янында булыуын тойғанда ғына аҙымдарын ышаныслы баҫыр, күңелендә изгелек, мәрхәмәтлек, сафлыҡ орлоҡтары яралыр. Әгәр ҙә тейешенсә ваҡыт бүлмәһегеҙ, баланың ерле-юҡҡа ҡысҡырып көлә, бүтәндәрҙе семтей, тешләй һәм йәмһеҙ шаярта башлауына аптырамағыҙ. Ул бит үҙенең яратҡан йәнһүрәт геройына оҡшарға тырыша!

Гөлнәзирә ЗӘЙНУЛЛИНА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 24.03.14 | Ҡаралған: 1841

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru