«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
сәләмәтлек әлифбаһы
+  - 

ҮЛЕМ КҮРҺӘТКЕСЕ АРТЫУҒА...
шәкәр сире лә булышлыҡ итә

Бөгөн медицина өлкәһе ҡытлыҡ кисергән белгестәрҙең береһе, моғайын, эндокринологтарҙыр. Сөнки һәр дауалау учреждениеһы бындай белгестәр менән комплектланған тип әйтеп булмай. Шул уҡ ваҡытта эндокринологияға бәйле проблемаларҙы асыҡлағанда ҡарауыл ҡысҡырырға ғына ҡала. Бының сәбәптәрен аңларға тырышыу маҡсатында 2-се Республика клиник дауаханаһының эндокринология кабинеты мөдире, медицина фәндәре кандидаты, юғары категориялы табип Гөлзифа Әбделхәй ҡыҙы ӘБҮШАҺМАНОВАға мөрәжәғәт иттек.

Тарих биттәрен байҡап...
XIX быуаттың һуңында Рәсәйҙең таулы төбәктәрендә (Урал, Алтай, Альп һ.б.), йод етешмәгәнлектән, боғаҡ сире (зоб) киң таралыуы асыҡлана һәм уҙған быуаттың 30-сы йылдарында тотош ил буйынса йод профилактикаһы уҙғарыла. Был эш бик ваҡытлы һәм уңышлы атҡарыла. Сөнки йод етешмәүе арҡаһында халыҡ араһында кретинизм (тыумыштан ҡалҡан биҙе етерлек дәрәжәлә эшләмәүҙән физик һәм психик үҫештең артта ҡалыуы) ныҡ тарала башлаған була. Мәҫәлән, ул ваҡытта Башҡортостанда кретенизм 7-9 процент тәшкил итә. Уртаса күрһәткес 3 процент булырға тейеш, тип иҫәпләнгәндә, 5 процент кретинизм киҫкен хәл булараҡ ҡарала һәм был осраҡта инде ҡарауыл ҡысҡырырға кәрәк. Ә совет власы ойошторолған йылдарҙа тап башҡорттар йәшәгән таулы райондарҙа боғаҡ сире ныҡ таралған була.
Йод профилактикаһы үткәреү һәм уның 30 йыл дауам итеүе һөҙөмтәһендә кретинизм күрһәткесе 1-3 процентҡа тиклем кәмей. Башҡортостан буйынса, һуңынан тотош СССР-ҙа, боғаҡ сире эндемияһы бөтөрөлдө тигән һығымтаға киленә һәм профилактика эше туҡтатыла. Һуңынан инде үҙгәртеп ҡороуҙар осоро башланғас, был сир бөтөнләй онотола. Мин уҙған быуаттың 90-сы йылдарында эшләй башланым. Әгәр берәй пациентта гипотиреоз (организмға гормондарҙың аҙ бүленеп сығыуы) асыҡланһа, бөтөн поликлиника табиптары ул ауырыуҙы күрергә килә торғайны. Уны конференцияларҙа ҡатнашыусыларға, студенттарға, табиптарға күрһәтәләр ине, йәғни ул һирәк осрай торған сир иҫәпләнә ине. Әммә бөгөн дә төбәгебеҙ йодҡа ҡытлыҡ кисерә һәм шуға күрә боғаҡ сире менән ауырыусылар күбәйә. Әгәр артабан да шулай дауам итһә, илдә һәр икенсе кеше боғаҡ сире менән яфалана башлаясаҡ.

Гипотиреоз һәм уның эҙемтәләре
Бөгөн врачтарға гипотиреоз менән көн һайын тиҫтәләгән кеше мөрәжәғәт итә. Ҡалҡан биҙенең функциялары әкренәйеүе йөрәк эшмәкәрлегенең дә әкренәйеүенә, брадокардияға килтерә. Ҡан тамырҙары - ҡанды, бөйөрҙәр шыйыҡлыҡты аҡрын тиҙлек менән ҡыуа, организмда һыу туплана, башта аяҡтар, һуңынан йөҙ, артабан үпкә, йөрәк, иң ахыр сиктә инде эстең аҫҡы өлөшө шешенә. Бындай сирлене йоҡоға тартып тик тора, эс ҡата. Әммә иң ҡурҡынысы - баш мейеһенең шешенеүе. Сөнки баш һөйәге эсенән шыйыҡлыҡ бер ҡайҙа ла китмәй, арҡа мейеһе каналы бик нескә һәм шыйыҡлыҡты бик аҙ күләмдә генә ҡыуып сығарырға һәләтле. Ә инде баш мейеһендә шыйыҡлыҡ тупланыуы шуның менән хәүефле: ул мейегә, һоро матдәгә баҫым яһай. Интеллект өсөн тап һоро матдә яуап бирә. Баҫым һөҙөмтәһендә улар һәләк була һәм интеллект түбәнәйә, кретинизм барлыҡҡа килә. Кешенең хәтере насарая, йәшәү дәрте һүнә, хис-тойғолар тоноҡлана, депрессия башлана. Ғәҙәттә, күп осраҡта гипотиреоз депрессия артына йәшеренә. Элегерәк, ҡан буйынса гормондарҙы асыҡлау ысулы булмағанда, был сирҙе диагностикалау бик ауыр була торғайны, хәҙер был йәһәттән медицина бик алға китте.
Диссертациям өсөн материалды нефть эшкәртеү предприятиеларында эшләүсе ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҡалҡан биҙен тикшереүгә арнағайным. Улар араһында асыҡланған боғаҡ сиренең 70 процентына аутоиммун тиреоидит формаһы (ҡалҡан биҙе туҡымаларының хроник ялҡынһыныу һөҙөмтәһендә зарарланыуы. Иммунитет организмды һаҡламай, киреһенсә, ҡалҡан биҙенә һөжүм итә) диагнозы ҡуйыла ине. Хәҙер, киреһенсә, был сирҙең 70 проценты - төйөр формаһында, 30 проценты - аутоиммун тереоидит. Был нимә тураһында һөйләй һуң? Элегерәк был сирҙе йод дефицитына бәйләмәйҙәр ине. Ә хәҙер, сир төйөр формаһында асыҡланғас, уның сәбәбен барыбер йод дефицитында күрәләр. Йәғни йод дефициты ла арта, боғаҡ сиренең төйөр формаһы ла күбәйә. Был бик хәүефле, сөнки төйөрҙәр яман шешкә әүерелеүе мөмкин. Теләһә ниндәй яман шеш агрессив була, әгәр ул ҡалҡан биҙендә барлыҡҡа килһә, ахыры насар тамамлана. Йәғни теләһә ниндәй яман шеште дауаларға, уны күҙәтеп торорға, дауалағандан һуң кеше күпмелер йылдар йәшәргә мөмкин, ә ҡалҡан биҙе яман шешенең 70 һәм унан да күберәк осрағында кешене ҡотҡарып ҡалыуы мөмкин түгел.
Гипотиреоз диагнозы ҡуйылған кеше даими рәүештә, ғүмер буйы организмдағы териод гормонын тулыландырыу өсөн тироксин - гормональ таблеткалар эсергә тейеш. Хәҙер был гормондың синтетик аналогын уйлап таптылар, шуға күрә уларҙы ҡайҙан алыу проблемаһы юҡ. Уларҙың уңайлы яғы бар: миллиграммға йәки микрограммға тиклем аныҡ доза билдәләргә мөмкин.

Шәплек тә яҡшы түгел...
Шулай уҡ ҡалҡан биҙе үҙ функцияларын артыҡ шәп, етеҙ башҡарған осраҡ та бар. Артыҡ гормондар бүленеүгә бәйле сир гипертиреоз тип атала һәм ул Башҡортостанда барлыҡ ауырыуҙар һанынан 0,01 - 0,1 процентын тәшкил итә. Гипертиреоз бик һирәк барлыҡҡа килә. Был осраҡта инде барлыҡ ағзалар саманан артыҡ эшләй. Йөрәк рецепторҙарының туранан-тура стимуляцияланыуы тахикардияға килтерә, йәғни йөрәк шәп тибә, тирләтә, матдәләр алмашыныуы көсәйә. Майҙар, углеводтар, аҡһымдар тиҙ эшкәртелә, һөҙөмтәлә кеше күп ашай, шул уҡ ваҡытта һимермәй, киреһенсә, ябыға, эсе йомшара. Былар - күҙгә ташланып торған билдәләр. Ғәҙәттә, эндокринологияла ауырлыҡтың үҙгәреүе - кәмеүе йәки артыуы - табипҡа мөрәжәғәт итергә сәбәп булып тора. Гипертиреоз булғанда ҡалҡан биҙенең эшмәкәрлеген баҫыусы препараттар тәғәйенләп, тулыһынса дауалап була. Бары тик кеше бер йыл, йыл ярым туҡтауһыҙ дауаланырға тейеш. Был ваҡытта ҡояшта ҡыҙынырға, саунаға йөрөргә һәм башҡа йылытыусы процедуралар алырға ярамай.

"Татлы", әммә хәүефле сир
Гормон бүлеп сығарыусы ағзаларҙың иң мөһиме, әлбиттә, ашҡаҙан аҫты биҙе һәм, мәғлүм булыуынса, тап ашҡаҙан аҫты биҙе организмды инсулин менән тәьмин итә. Әгәр инсулин дефициты барлыҡҡа килһә, диабет йәки шәкәр ауырыуы башлана. Диабеттың беренсе төрө - ашҡаҙан аҫты биҙендәге бета-күҙәнәктәрҙең юҡҡа сығыуы. Үлгән күҙәнәк ҡабат терелмәй һәм кеше сирләй башлағандың беренсе көнөнән үк инсулин ҡаҙатырға тейеш була. Әгәр өс көн эсендә инсулин ҡаҙатмай икән, үләсәк, сөнки инсулинһыҙ йәшәү мөмкин түгел. Бында диабеттың аутоиммун сир булыуын да оноторға ярамай, йәғни иммунитет сит антитәнсәләргә, вирустарға, бактерияларға ҡаршы түгел, ә организмға ҡаршы эшләй һәм ашҡаҙан аҫты биҙенең күҙәнәктәрен ашай башлай. Был процесс бик тиҙ бара һәм 2-3 ай эсендә кеше диабет сирлегә әүерелеүе мөмкин.
Диабеттың икенсе төрө - барлыҡ бета-күҙәнәктәр бар, улар эшләй, хатта саманан артыҡ эшләй. Әммә ул туҡланыуын контролдә тотмай. Углеводлы ризыҡты күп ҡуллана. Организмға углеводтар ни тиклем күберәк инә, шул тиклем инсулин эшләп сығарыла. Әгәр инде бындай туҡланыу айҙарға, йылдарға, тиҫтә йылдарға һуҙылһа, ашҡаҙан аҫты биҙендәге генетик программаға ярашлы һалынған бета-күҙәнәктәр запасы кәмей. Йәғни был ағза үҙенә сикле күләмдә һалынған инсулинды ҡулланып бөтә. Шул сәбәпле бөгөн шәкәр сире оло йәштәгеләр араһында ғына түгел, йәштәр араһында ла арта бара. Сөнки урта йәштәгеләр туҡланыуын контролдә тотмай, ә организм углеводтар күләмен үҙләштерә алмай. Шулай итеп диабет йәшәрә. Элегерәк 45 йәшлектәрҙе хәүеф сиге тип ҡарай инек, хәҙер Бөтөн донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы 30 йәшлектәрҙе лә хәүеф төркөмөнә индерә.
Шәкәр ауырыуы шуныһы менән хәүефле - ул бер ниндәй симптомһыҙ башлана, йәғни күҙгә салынып торған клиникаһы юҡ. Шул сәбәпле диагностика саҡ ҡына һуңлауы ла мөмкин. Әммә уны ауыҙ кибеүе, иртән йоҡонан тороу менән йәки төн уртаһында һыуһап һыу эсергә йүгереү, иртән сәй эскәс, төшкө ашҡа тиклем түҙә алмау кеүек симптомдар аша белергә һәм ваҡытты һуҙмай, шунда уҡ табипҡа күренергә кәрәк. Юҡһа, сирҙе аҙҙырырға ла мөмкин. Йыш бәҙрәфкә йөрөгәндә лә табип менән кәңәшләшеү зарур. Сөнки бәүел менән организмдан глюкоза сыға, йәғни ул һыу ярата һәм үҙе менән бергә организмдан һыуҙы күп итеп алып сыға. Шуға күрә шәкәр сире булған кешенең көнөнә 20-40 тапҡыр хәжәт үтәргә йөрөүе, ә бүленеп сыҡҡан бәүел күләме 3-10 литрға тиклем барып етеүе мөмкин. Һөҙөмтәлә организм һыуһыҙлана, тире ҡорой, тән ҡысыта. Һыу етешмәгәнлектән, күҙ яҫмығы тоноҡланып, күреү һәләте насарая, катаракта башлана. Йәки күҙ төбөндә селтәрле шекәрә шартлауы ихтимал. Шулай уҡ ҡул һәм аяҡ ойой, сәнсә башлай, сөнки нервылар үлә, глюкотоксик эффект башлана. Әгәр бәләкәй бала ла тиктомалдан һыуҙы күп эсә, тиктомалдан ябыға икән, тиҙ арала табипҡа алып барырға һәм ҡандағы шәкәр күләмен тикшертергә кәрәк.
Бөтөн донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы шәкәр сире менән ауырыу хәүефенең 15 факторын билдәләй. Шуларҙың иң тәүгеһе - 45 йәштән олораҡ булыу. Ғаиләлә шәкәр сире менән ауырыусылар (ата-әсәләр, олатай-өләсәйҙәр, балалар, ейән-ейәнсәрҙәр, ағай-апайҙар) бар икән, хәүеф тағы ла арта. Шулай уҡ тыуғанда дүрт килонан - халыҡ-ара стандарттан юғарыраҡ ауырлыҡ - артығыраҡ булып тыуған балалар һәм уларҙы тапҡан әсәләр, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре менән ауырыусылар, гипертония, йөрәктең ишемик ауырыуы, гастероэнтерологик сирҙәр, ашҡаҙан аҫты биҙе, панкреатит менән ауырыусылар барыһы ла хәүеф төркөмөнә инә. Бөтөн донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы стресты үҙ аллы хәүеф төркөмөнә индерә. Йәғни ул беҙгә даими рәүештә йоғонто яһап торған, идара итеп булмаған хәүеф факторы. Шуға күрә Бөтөн донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы, һәр көнөгөҙ стресс икән, уға ҡарашты, мөнәсәбәтте үҙгәртегеҙ, тип кәңәш итә. Япондар иһә, әгәр етәксең алама һәм һин уны алмаштыра алмайһың икән - эшеңде алмаштыр, ти. Әгәр көндәлек тормошоғоҙҙа стресс бар икән, унан мөмкин булған юлдар менән, хатта эш урыныңды алмаштырып булһа ла, арынырға кәрәк. Сөнки көн һайын стресс кисереп, ҡаһармандарса эшләүегеҙҙең хаҡын сәләмәтлегегеҙ менән түләйһегеҙ. Көндәлек стрестың сәләмәтлеккә килтергән зыян күләмен фән әлегә баһалай алмай. Әгәр үҙегеҙҙә ике генә фактор тапһағыҙ ҙа, шәкәр сире менән ауырыу хәүефе бар һәм тиҙ арала табипҡа мөрәжәғәт итеп, тикшереү үтеү зарур.
Әйткәндәй, сит илдә бер генә табип та психотерапевт менән кәңәшләшмәйенсә, ауырыуҙы дауалай башламай. Сөнки әгәр кешенең психологик статусы тотороҡло түгел, уны нимәлер борсой икән, табиптың тырышлығы бушҡа ғына буласаҡ, дауалау бер нисек тә тәьҫир итмәйәсәк. Шуға күрә, тәү сиратта, психологик торошто тотороҡландырырға, мөмкин булған ҡәҙәр стрестан арындырырға кәрәк. Табиптың уңышының 50 проценты - ул пациенттың инаныуына, уның оптимизмына, тынысланыуына бәйле.
Шәкәр сире барлыҡҡа килеүҙә, әйтеп үтеүемсә, саманан тыш ашау ҙа, бигерәк тә шәкәрҙе һәм картуфты күп ҡулланыу тора. Төрлө тәм-том, торттар, туңдырма бик ҡурҡыныс. Хәҙер кешенең саҡ ҡына аҡсаһы булһа, ул магазинға йүгерә һәм сәтләүек, ярмалар, шыттырылған һоло һ.б. алыу урынына еңел үҙләштерелеүсе углеводтарға бай продукттар ала. Организм 98 процент энергияһын углеводтар иҫәбенә бүлеп сығара, ә 1-2 процент аҡһым һәм майҙар өлөшөнә ҡала. Йәғни ул уларҙы бөтөнләй эшкәртә белмәй. Әммә углеводтар углеводтарҙан айырыла. Организмға уларҙы ҡайҙан - ҡара икмәктәнме, ағынанмы, торттанмы йәки бутҡананмы - алыуы мөһим түгел. Бутҡа, ҡаты сортлы ярмаларҙан, ярҙырылған ондан бешерелгән икмәктәге углеводтарҙы организм оҙағыраҡ үҙләштерә, углеводтар мейегә барып етһен өсөн 15 минут ваҡыт кәрәк, ә инде тәм-томдан ул шунда уҡ, ашағандан һуң 4 секунд үткәс, мейегә барып етә. Организм ошоға өйрәнә һәм тиҙ барлыҡҡа килгән энергияны талап итә башлай. Был бигерәк тә аҡыл талап ителгән эшмәкәрлектә (студенттар имтиханға әҙерләнгәндә, отчеттар ваҡытында, интеллектуаль эшмәкәрлек менән шөғөлләнгәндә) сағылыш таба. Ләкин ошо ваҡыт үтеү менән тиҙ үҙләштерелеүсе углеводтарҙы ҡулланыуҙы туҡтатып, сәләмәт ризыҡҡа күсергә кәрәк.

Ялҡаулыҡ ғәйепле...
20 йыл эшләү дәүеремдә шәкәр сиренән ҡотолоуҙың бер нисә генә осрағын күҙәттем. Ул да булһа, диагностика ваҡытындағы яңылышлыҡҡа бәйле. Йәғни кеше киҙеү менән ауырыһа, инсульт, инфаркт үткәрһә, операция эшләтһә - ҡанда шәкәр күтәрелә. Был осраҡта табиптар диагноз ҡуйырға ашыҡмай. Ә инде өс ай тикшерелеп йөрөп, ауырыуының киҫкен ваҡытын үткәреп ебәргәндән һуң ғына ҡандағы шәкәр кимәле юғары булһа, артабан диабетҡа диагностика үткәрәбеҙ. Ҡайһы бер ауырыуҙар йылдар буйы күҙәтеү аҫтында тора, шул уҡ ваҡытта татлы ризыҡтар ҙа ашай, әммә ҡандағы шәкәр кимәле нормала ҡала. Өҫтәмә рәүештә тикшереүҙәр үткәргәндә инде, ул кешегә диагноздың яңылыш ҡуйылғаны асыҡлана. Йәғни эндокринолог кешенең алда атап киткән ауырыуҙар үткәреүен иҫәпкә алмайынса диагноз ҡуйһа, был диагноз ғүмерлеккә ҡала, сөнки бер табип ҡуйған диагнозды икенсе табип бер ваҡытта ла икенсе төрлө итеп раҫламаясаҡ.
Шулай уҡ шәкәр кимәле һимереү һәм артыҡ ашау фонында күтәрелеүе мөмкин. Әгәр кеше аҡылға ултырып, сәләмәтлеге өсөн яуаплылыҡты үҙ ҡулына алып, йәшәү, ашау рәүешен ҡәтғи контролдә тота икән, диабет кире ҡайтмай. Ләкин бының өсөн углеводһыҙ, майһыҙ диета һаҡларға, ауырлығыңды контролдә тоторға, даими рәүештә физик күнегеүҙәр эшләргә кәрәк. Әммә бындай режим менән йәшәүселәр бөтөнләй юҡ тиерлек. Ни өсөн? Сөнки кешеләрҙең ялҡаулығы көслөрәк. Миңә бер пациент шулай тигәйне: "Диабет менән сирләүселәр - иң ялҡау кешеләр". Ысынлап та, кеше бит эш күплеккә, вазифаһына, балалары, ғаиләһенә һәм башҡа сәбәптәргә һылтанып, аҡланырға ярата, ләкин үҙенең сәләмәтлеген хәстәрләмәй. Ә бит хатта психологтар ҙа, кеше, тәү сиратта, үҙен яратырға тейеш, тип билдәләй. Кемдер, мин эшемде яратам, эшем өсөн шуны-шуны үтәргә лә әҙермен, ти икән, ул алдаша. Үҙен яратмаусы, үҙенә яҡшы мөнәсәбәттә булмаусы бер ваҡытта ла үҙен урап алған башҡа нәмәләргә яҡшы мөнәсәбәттә була алмай. Үҙен яратҡан кеше генә һәр саҡ үҙе өҫтөндә эшләйәсәк, камиллыҡҡа ынтыласаҡ, табиптарҙың ҡушҡанын үтәйәсәк. Табип талаптарының иң ябайы: йылына бер тапҡыр ҡалҡан биҙенә ультратауыш тикшереүе үтергә, өс ай һайын ҡандағы шәкәр кимәлен тикшертеп торорға, йылына бер тапҡыр гормондарға анализ тапшырырға кәрәк.

Өйөңдәге хәлде күршеңдән һора
Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында бер коллегам Германияла халыҡ-ара конференцияла ҡатнашҡайны. Уның: "Германияла диабет диагнозы беренсе тапҡыр асыҡланған пациентҡа табип-эндокринолог, эндокринология шәфҡәт туташы, диетолог, физик культура табибы өс көн буйына көн режимын төҙөй, физик күнегеүҙәр билдәләй, ауырыуҙың һорауҙарына яуап бирә, шәфҡәт туташы нисек укол яһарға, дарыуҙарҙы нисек эсергә өйрәтә",- тип һөйләгәнен әкиәт кеүек итеп тыңлағайныҡ. Өҫтәүенә, бындай курстар даими рәүештә ҡабатланып тора икән. Шулай уҡ телевидение, радионан сәләмәтлек тураһында тапшырыуҙар даими була, һәр ерҙә плакаттар эленгән. Шәкәр сирлеләр "Диабет мәктәбе"ндә уҡый. Әгәр диабет мәктәбен үтмәһәң, страховка түләнмәй, имеш, ә уларҙа һәр ерҙә страховка кәрәк. Беҙҙә иһә ауырыуҙы беренсе тапҡыр ҡабул итеүгә 15 минут ваҡыт бирелә, ҡабаттан ҡабул итеүгә - 12 минут. Ошо ваҡыт эсендә нимә аңлатып өлгөрәһең инде. Икенсе яҡтан, тағы бер тапҡыр ҡабатлау булһа ла, әйтмәй сара юҡ: ауырыуҙар бөтөн яуаплылыҡты табиптар елкәһенә генә һалып ҡуйырға тырыша. 20 йыл эшләү дәүеремдә күҙәтеүемсә, ауырыу стаждары минең эш стажым менән бер булған кешеләр бар. Улар ошо ваҡыт эсендә үҙҙәренең сире тураһында, исмаһам, берәй китап йәки брошюра уҡыһа икән. Беҙҙә профилактика эше лә аҡһай. Белем бирелмәй, табиптар етешмәй, уларға эләгеүе ауыр, дарыуҙар менән тәьмин итеүҙә өҙөклөктәр бар. Шуға күрә, исмаһам, үҙ аллы китаптар уҡып, һорауҙары тыуһа, табипҡа килгәндә яҙып алып килһендәр ине. Әйткәндәй, шәкәр сирлеләрҙең һаны йылдан-йыл артыуға, баш ҡаланың 46-сы поликлиникаһында бушлай "Диабет мәктәбе" эшләүгә ҡарамаҫтан, уға йөрөүсе юҡ...

Шулай итеп...
Ҡайһы ғына табипты тыңлама, уларҙың һәр ҡайһыһы медицинаның профилактика йүнәлешендә булырға тейешлегенә айырыуса баҫым яһай. Ысынлап та, ауырыуҙы дауалағанға ҡарағанда уны иҫкәртеү яҡшыраҡ икәнен хәҙер инде доға урынына ҡабатлайбыҙ. Әммә шул уҡ ваҡытта, ауырып үлеүселәр араһында тәүге урындарға йөрәк-ҡан тамырҙары, яман шеш һ.б. ауырыуҙар ҡуйылғанда, уларҙың сәбәптәренең береһе булып эндокринология сирҙәре тороуын да онотмаһаҡ ине. Хәйер, был инде табиптар, ауырыуҙар кимәлендә хәл ителеүҙән бигерәк, республика етәкселегенең күҙ уңында торорға тейешле мәсьәләлер, моғайын. Сөнки, уйлап ҡараһаң, республикала айырым кардиология, онкология диспансерҙары бар. Ә эндокринология буйынса, баш ҡалала ғына көн һайын тиҫтәләгән кешене кисекмәҫтән дауалауға һалыу талап ителһә лә, дауаханаларҙағы бүлексәләрҙән башҡа бер ниндәй учреждение юҡ. Һүҙ милләт сәләмәтлеге хаҡында барғанда, үлем күрһәткестәрен арттырған сирҙәрҙең тәүсәбәбе, сығанағы булып торған сирҙәрҙе профилактикалауға, уларҙы булдырмауға йүнәлтелгән эшмәкәрлек киң йәйелдерелһә, насармы ни?..

Зәйтүнә ӘЙЛЕ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 24.03.14 | Ҡаралған: 2066

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru