«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
әйт, тиһәгеҙ...
+  - 

Башҡортостандың ил тарихында иң беренсе булып автономиялы республика статусы яулауына 95 йыл тулды. Рәсәй федерализмының нигеҙ ташын тәшкил иткән ошо тарихи ваҡиғаға бөгөнгө ҡараштан сығып ниндәй баһа бирергә була?

Нурислам ҠАЛМАНТАЕВ, тарих фәндәре кандидаты: Ошо көндәрҙә беҙ Башҡорт автономияһының 95 йыллығын һәм был ваҡиғаны Әхмәтзәки Вәлиди менән уның арҡаҙаштары башлап ебәргән милли хәрәкәт уңышҡа өлгәшкән дата тип билдәләйбеҙ. Автономия яулау бик ҡатмарлы була. Әйткәндәй, беренсе булып юл ярыусыларға бер ваҡытта ла еңел түгеллеген яҡшы беләбеҙ. Шуныһы ҡыҙыҡ: милли хәрәкәтте башлап ебәреү Әхмәтзәки Вәлидиҙең башына 1917 йылда килә. Ошо йылдың февралендә ул "Шура " журналына "Бөрйән башҡорттары" тигән мәҡәлә яҙа. Унда Вәлиди бөрйән башҡорттарының ҡыйыу, ғәскәри халыҡ булыуы менән һоҡлана. Тап бына шул мәлдә Февраль революцияһы башланып китә. Урамға сығып, шул ваҡиғаларҙың шаһиты булған Вәлидигә шул саҡ ҡыйыу фекер килә: "Башҡорттар бына тигән ғәскәри рухлы, ҡыйыу халыҡ, улар менән дә милли хәрәкәт башлап ебәрергә, үҙ республикабыҙҙы төҙөргә була бит!" Әйтергә кәрәк, ғалим булыуы, тарихты бик төплө белеүе өҫтөнә, Әхмәтзәки Вәлиди бик көслө рухлы шәхес тә була. Алдан күрә белеп, эште ваҡытында башлап ебәрергә лә кәрәк бит. Бер йыл эсендә генә лә Ырымбурҙа өс-дүрт тапҡыр ҡоролтай һәм съездар уҙғарыла. Вәлидиҙең көрәштәштәре лә уҡымышлы, егәрле, рухлы, эш эшләй торған йәш егеттәр була. Шул тиклем төплө итеп яҙылған программа, ер һәм башҡа мәсьәләләр буйынса ҡарарҙар, резолюциялар ҡабул ителә. Был мәл милли мәсьәләләрҙең дә өлгөрөп еткән осоро булғандыр, сөнки халыҡ та уға әҙер булған бит. Әйткәндәй, халыҡ та көсө, берҙәмлеге менән айырылып торған, араларында уҡыған, белемле кешеләр ҙә күп булған. Беҙ илде тотоп килгән ерле халыҡ, үҙебеҙҙең республикабыҙ булырға тейеш, тигән фекер йәшәгән халыҡ араһында.Тарихтан мәғлүм булыуынса, В.И. Ленин федерализм идеяһы яҡлы була, ләкин уның арҡаҙаштары Сталин һәм башҡалар унитар дәүләт төҙөйбөҙ, тип, һәйбәт идеяны тарҡатыуға, юҡҡа сығарыуға күп көс һала. Федерализм идеяһын һәм традицияларын бөгөн беҙ бөтә камиллығында тергеҙергә һәм үҫтерергә бурыслыбыҙ. Рәсәйҙән бер ҡайҙа ла китмәйбеҙ, киреһенсә, республикабыҙҙы лайыҡлы йәшәтеп, Рәсәйҙең дә ҡеүәтен арттырыуға булышлыҡ итәбеҙ. Әйткәндәй, бөгөн донъя кимәлендә көнүҙәк темаға әүерелгән Ҡырым ваҡиғалары ла федерализм мәсьәләһенә барып тоташа. Ил Президенты В.В Путин Ҡырым халҡына үҙаллылыҡ һәм байтаҡ вәкәләттәр вәғәҙә итә икән, тимәк, федерализм да, ҡайһы бер сәйәсмәндәр теләгәнсә, юҡҡа сыҡмаясаҡ, йәшәйәсәк, тигән һүҙ.

Гөлнур ДӘҮЛӘТЙӘРОВА, Стәрлетамаҡ ҡалаһының "Ашҡаҙар" гәзите баш мөхәррире: Республиканың хоҡуҡтары элекке автономия хәлендәгенән тарайҙы, әлбиттә. Шул уҡ федератив мәнәсәбәттәр юҡҡа сыға бара, федераль кимәлдәге чиновниктар күбәйҙе, уларҙың етәкселәрен ситтән килтереп ҡуялар, мәғарифта төбәк компонентын алып ташланылар - былар барыһы ла хоҡуҡтарыбыҙҙың тарая, кәмей барыуы тураһында һөйләй.
Конституция менән нығытылған хоҡуҡтарыбыҙ әле лә етерлек, тик уларҙы закон нигеҙендә яҡлау өсөн беҙгә берҙәмлек һәм ныҡышмаллыҡ етмәй. Беҙҙең зыялыларыбыҙ бөгөн халыҡ мәнфәғәтен юғары ҡуйып, килешеп, бер фекергә килеп эш итә алмай. Халыҡ бит уларға ҡарап тора, уларҙың тын алышын тоя. Ошондай һынылышлы осорҙа милләтте тупларҙай көслө шәхестәребеҙ ҙә күренмәй. Халыҡ шағирҙарыбыҙ ҙур трибуналарға сығырға баҙнат итмәй. Битарафбыҙ. Бына ошо битарафлыҡ беҙҙе ниндәйҙер билдәһеҙ бер хәлгә килтереп терәне лә инде. Башҡорт милләте булғаны өсөн генә Башҡортостан Республикаһы бар, ә бөгөн башҡортлоҡто һаҡлап ҡалыу өсөн һәр кем дә ҡулынан килгәнен эшләйме? Юҡ. Телде генә алайыҡ. Әлеге лә баяғы, тел бөтә, тип зарланыуҙан ары китә алмайбыҙ, ә ошо уҡ зарланған зыялыларыбыҙҙың балалары тел белмәй бит. Ә ҡалғандар тураһында ни әйтәһең! Бер генә миҫал: бынан бер нисә йыл элек ижадында йыш ҡына башҡорт телен данлаған оло шағирыбыҙҙың юбилейы айҡанлы хәтер кисәһе ойошторолғайны (ул хәҙер мәрхүм инде), бына шунда шағир улдарының бер ауыҙ ҙа башҡортса белмәгәнен күреп, ишетеп, йөрәгем әрнегәйне. Әхмәтзәки Вәлиди ҙә бит, иң элек телде һаҡлағыҙ, тип әйтеп ҡалдырған. Әгәр һәр беребеҙ ошо васыятты иҫендә тотоп, балаларына иң элек әсә телен өйрәтһә, ғаиләһендә милли мөхит булдырһа, йортона туған телдә гәзит-журналдар килеп торһа, йыр-моңдарыбыҙ тынмаһа, йәш быуында телебеҙгә, мәҙәниәтебеҙгә бермә-бер ихтирам артыр ине, тип уйлайым. Үҙаллылыҡтан бер нәмә лә ҡалманы ул, тип ҡул һелтәү урынына, әйҙәгеҙ, һәр беребеҙ бөгөндән эште ғаиләнән башлайыҡ, мөстәҡиллегебеҙҙе яҡларҙай, һаҡларҙай, уның мөмкинлектәрен киңәйтерҙәй телһөйәр, илһөйәр, эшһөйәр, сая, белемле улдар һәм ҡыҙҙар үҫтерәйек!

Данир ҒӘЙНУЛЛИН, БР Мәҙәниәт министрлығының Тарихи ҡомартҡыларҙы һаҡлау буйынса фәнни-ғәмәли үҙәк директоры: 1919 йылда бер төркөм йәш зыялылар тормошҡа ашырған милли үҙаллылыҡ идеяһы бөгөн дә дауам иттерелә. Эш башланған, ләкин ул тамамланмаған, уны әле беҙҙең балаларыбыҙҙың балалары, уларҙың балалары дауам итәсәк, тип уйлайым. Автономия онотолдо, суверенитет бөттө, тип хәбәр һөйләү - ул төптө дөрөҫ түгел. Мәҫәлән, минең ҡыҙым башҡорт мәктәбендә үҙ телен өйрәнә, әсә теле һәм туған әҙәбиәт буйынса төрлө конкурстарҙа ҡатнашып йөрөй, телевидениенан башҡортса тапшырыуҙар алып бара, ә баш ҡалабыҙ Өфө урамдарында башҡортса яҙыуҙар эленгән, театрҙарҙа башҡортса тамаша һәм концерттар бара икән, нисек итеп беҙ автономия, унан ҡала суверенитет ҡаҙаныштары юҡҡа сыҡты, тип әйтә алабыҙ? Былар бит бөтөнөһө лә Әхмәтзәки Вәлиди, Шәйехзада Бабичтарҙың аҡыл ижады һәм аяуһыҙ көрәше емештәре. Киләсәктә бына ошо ҡаҙаныштарыбыҙҙы артабан ишәйтеү, камиллаштырыу һәр беребеҙҙең көндәлек эше булырға тейеш. Билдәле бер аҡыл эйәһе әйтмешләй, милләт миңә нимә бирҙе, тип һорама, ә милләтем өсөн мин ни эшләнем, тип үҙеңдән һора, сөнки ҡаҙаныштарыбыҙҙы һаҡлау ҙа, яҡлау ҙа, уны сәскә аттырыу ҙа күп йәһәттән үҙебеҙгә бәйле.

Клара ХӘМИҘУЛЛИНА, Дәүләкән районы Мәкәш ауылы ағинәйе: Автономия тураһында һүҙ сыҡһа, бәғзе берәүҙәр:"Эй, онотолдо бит инде ул..."- тип, ҡул һелтәп кенә ҡуя. Мин бындай әҙәмдәр йөҙөндә тотош тарихына ҡул һелтәүсе битараф наҙандарҙы күрәм. Һуңғы йылдарҙа халҡыбыҙ тарихы ентекләп өйрәнелә. Элек, совет осоронда баҫырылып килгән бик күп мәғлүмәттәр, тарихыбыҙҙағы "аҡ таптар" асыҡлана. Шуларҙан күренеүенсә, автономия еңел генә яуланмаған. Ваҡытында автономия идеяһының башында торған зыялы шәхестәребеҙҙең, айырыуса Әхмәтзәки Вәлидиҙең, тарихи ҡаһарманлығы ул автономия. Уны яулаған замандарҙан күпкә элгәрерәк тә әле ерле, аҫаба халыҡ булараҡ, Рәсәй батшалары башҡорт иле менән фәҡәт килешеү нигеҙендә йәшәгән. Башҡорттарҙа һәр заманда ла ватансылыҡ хисе көслө булған. Был, берҙән, оло ватаны итеп ҡараған Рәсәйгә тоғролоҡ һаҡлауҙа, уның именлеге хаҡына яуҙар сабыуында күренһә, икенсенән, ултыраҡ, аҫаба халыҡ булараҡ, һәр дайым милли үҙаллылыҡҡа ынтылышында сағыла. Башҡортостан Украина түгел, ул ватанына бер ҡасан да хыянат итмәгән, үҙ илен дә талауға, ҡыйырһытыуға юл ҡуймаған. "Рус түгелмен, ләкин россиянмын" тигән ҡанатлы шиғри юлдар ошо торош рәүешенән килеп сыҡҡан да инде.

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 24.03.14 | Ҡаралған: 1826

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru