«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
тураһын әйткәндә...
+  - 

АТА - АТАЙ, ӘСӘ - ӘСӘЙ, БАЛА - УЛ ҺӘМ ҠЫҘ…
Ошондай ғаиләлә генә бәхет сәскә ата

Быйыл Беренсе донъя һуғышы башланыуға - 100 йыл. Балҡан ярымутрауында австрий эрцгерцогы Франц Фердинандты серб студенты Гаврила Принцип атып үлтереүҙән генә ҡубып китә был ғәрәсәт. Был һуғышта ҡатнашҡан башлыса Европа дәүләттәре үҙҙәренең байтаҡ ир-егеттәрен юғалта. Рәсәй империяһының юғалтыуҙары 1,67 млн кеше тәшкил итә - 175 миллионлыҡ дәүләт өсөн ғаилә ҡороп, күпләп бала үҫтерә торған ир-егеттәрҙең уртаса 30-40 процентҡа кәмеүе, шунан һуң уларҙың граждандар һуғышында тағы 700 меңгә кәмеүе беҙҙең ил өсөн эҙемтәһеҙ ҡалмай.

Иосиф Сталин башлаған индустриялаштырыу өсөн ир-егеттәр етешмәүе арҡаһында йәш совет дәүләте күпләп ҡатын-ҡыҙҙарҙы ошо ауыр эшкә йәлеп итә башлай. Патриархаль Рәсәй өсөн ҡатын-ҡыҙҙарҙың өйҙән тыш эшләүен коммунистар партияһы идеологик яҡтан нигеҙләп тә ҡуя - йәнәһе, яңы йәмғиәттә ҡатын-ҡыҙ яңы үрҙәр яулай, көслө зат менән бер кимәлгә күтәрелә. Ҡорос иретеүсе Макар Мазай, шахтер Алексей Стахановтар менән бер рәттән, трактор бригадаһы ойошторған Паша Ангелина заман геройы булып китә. Уға эйәреп, күп ҡатын-ҡыҙҙар ҡулдарына кәйлә, кирбес, бысҡы-балта, лом алалар. Әгәр 1928-1929 йылдарҙа илдә 2,5 млн. эшләүсе ҡатын-ҡыҙ иҫәпләнһә, 1931 йылда иһә улар 3,6 миллионғаса етә. Һуғыштан һуң иҡтисадты үҫтереү өсөн совет дәүләтенә башлыса гүзәл затҡа таянырға тура килә. Балалар үҫтергән хужабикә, ғаиләне ҡараған әсә булып тәрбиәләнгән ҡатын-ҡыҙ өсөн үткән быуат ҙур һынылыш осоро була. Ҡыҫҡа ғына декрет ялы уларҙың балаларына тейешле тәрбиә биреүҙе балалар баҡсаларына, мәктәпкә, төрлө лагерҙарға, түңәрәктәргә йөкмәтеүгә сәбәпсе булды. Был учреждениелар йыш ҡына "балаларҙан ҡотолоп тороу" урыны булып хеҙмәт итте. Мәҫәлән, китапханала эшләгән әсәйем мине, китап шкафында тота торғайным, тип, көлөп һөйләй торғайны. Нишләйһең инде, декрет ялы ике ай ғына булғас. Ярай, беҙҙең заманда олатайҙар-өләсәйҙәр булды. Хәҙер ҡалаларға күсеп китеп йәшәгән быуындың балалары уларҙың тәрбиәһенән дә мәхрүм үҫә. Кем белә, йүнләп әсә тәрбиәһе күрмәй үҫкән балалар ошо сәбәпле лә үҙенә ҡул һалырға ынтылалыр: суицид тап 20-се быуаттың икенсе яртыһында киң таралыш алды бит. Советтар Союзында "Кем эшләмәй - шул ашамай" тигән принцип (һүҙ юҡ, дөрөҫ ҡанун) арҡаһында "эшләмәй" өйҙә ятҡан кеше, ҡатын-ҡыҙ булһа ла, әрәмтамаҡ тип һаналды. Ошоноң арҡаһында 80-се йылдарҙың аҙағында эшкә яраҡлы ҡатын-ҡыҙҙарҙың тик 8 проценты ғына хужабикә булды, ә ҡалған 92 проценты йә эшләй, йә уҡый ине. Был донъялағы иң юғары, мәҫәлән, Көнбайыш дәүләттәренән 30-40 процентҡа юғарыраҡ (20-55 йәштәгеләр араһында) күрһәткес булды. Ҡатын-ҡыҙҙар бөтә эшләүселәрҙең 51 процентын тәшкил итте. Юғары белем кимәле буйынса ла улар ир-аттан өҫтөнөрәк булып сыҡты. Юғары белемлеләренең күпселеге (80 процент) иҡтисадтың алты тармағын яуланы: мәғариф (29,6 процент), сәнәғәт (19,7), фән (12,4), һаулыҡ һаҡлау (9,0), идара (6,6) һәм төҙөлөш (5,6 процент). Бала тапҡан өсөн компенсация рәүешендә дәүләт уларға ир-аттан биш йылға алдараҡ пенсияға сығыу хоҡуғы бирҙе. Әммә был "бүләк" уларға әллә ни ҙур өҫтөнлөк бирмәне. Ир-аттар 59-ға тиклем йәшәһә, ҡатын-ҡыҙҙар 13 йыл яңғыҙы ҡалып йәшәргә тейеш булып сыҡты. Тимәк, ир-аттың пенсия фондына ғүмер буйы түләгән аҡсаһын ҡатын-ҡыҙ "ашап" ята. Ә яңы пенсия реформаһы уларҙы киләсәктә ошо бүләктән дә мәхрүм итәсәк...
Иҡтисадты үҫтереүҙең төп юлы булған яңы техника һәм технологиялар ҡулланыу урынына дәүләт ҡатын-ҡыҙҙарҙы эшкә йәлеп итеүҙе өҫтөн күрҙе. Бының өсөн Союз кимәлендә Валентиналар: Терешкова, Ваганова, Голубева, Башҡортостан кимәлендә - Банат Батырова, Эльвира Гулиналар геройлаштырылды. Ҡатын-ҡыҙҙың йәмғиәттәге ролен күтәреү ғаиләнең "дайсаһы" иҫәбенә атҡарылды. Совет әҙәбиәтендә, кинематографында, сәнғәтендә эшләгән ҡатын-ҡыҙ күтәрелде. Ҡатын-ҡыҙҙың ролен дәүләт, фән эшмәкәре кимәленә күтәрергә тырышыу тейешле һөҙөмтәләр бирмәне һәм бирмәйәсәк тә, сөнки тәбиғәттән ҡатын-ҡыҙ яңы нәмә булдырыу өсөн яратылмаған. Уның төп бурысы -булдырылған нәмәне һаҡлап ҡалыу (Илебеҙҙең күренекле ҡатын-ҡыҙҙары араһынан донъя кимәленә күтәрелгән математик Софья Ковалевскаяны ғына атап булалыр. Ҡатын-ҡыҙҙар үпкәләр, бәлки, әммә ул математик барыбер ир математиктар кимәленә күтәрелә, ә Валентина Терешкова иң түбән әҙерлекле ир-егет космонавтыбыҙҙан уҙҙыра алманы. Ҡатын-ҡыҙға ғына хас тармаҡтарҙа ла беренсе ролде ир-ат алып тора: мода булһынмы, кулинария булһынмы, барыбер ҡатын-ҡыҙ көслө заттан өҫтөн булған иҡтисад тармағы юҡтыр. Бөгөнгө сәйәсмәндәр араһындағы ҡатын-ҡыҙҙарҙы ла башлыса антураж урынына тоталар шикелле).
Ә эшләгән ҡатын-ҡыҙ өсөн бала табыу әкренләп ҡамасауға әйләнә башланы. Карьераны ғаиләнән өҫтөн күргән гүзәл заттар дәүләт тарафынан да шым ғына хупланды. Улар араһында "исем өсөн генә" 1-2 бала табыу ғәҙәти күренешкә әйләнде. Урамда, бигерәк тә ҡала ерлегендә, күпләп бала эйәрткән әсәләргә кире ҡараш барлыҡҡа килде. Уларҙы төрлөсә оялтырға, хурларға маташҡан кешеләр күбәйҙе. Мәҫәлән, Ростовта, Мәскәүҙә уҡыған саҡта минең биш балалы ғаиләнән икәнемде ишеткән тиҫтерҙәремдең күптәре кәмендә мыҫҡыллы йылмая торғайны. Сиған, сусҡа, кролик менән сағыштырып көлгәндәре лә етерлек булды. Үҙҙәренең күп балалы ғаиләнән сыҡҡаны өсөн оялғандар ҙа осраны миңә. Ул ғына ла түгел, әсә, хужабикә булыу етешһеҙлек һымаҡ ҡабул ителә башланы. "Хужабикә" һүҙе кәмһетеүгә тиң ине. Бала табыуҙы туранан-тура кәрәкмәгән шөғөл тип тә иҫәпләгән ҡатын-ҡыҙҙар барлыҡҡа килде. Бер-ике бала менән сикләнгән ғаиләләрҙә үҫкән ҡыҙ бала әсә, ҡатын роленә әҙер булмай сыҡты. Ысынлап та, уның бер бала ғына тәрбиәләгән әсәһенең бала бағыу тәжрибәһе юҡ кимәлендә, ә ҡыҙыныҡы - нулгә тиң. Бер генә мәҡәлә яҙғанды - журналист, бер генә операция яһаған хирургты оҫта табип тип әйтеп булмаған кеүек, бер-ике генә бала менән сикләнгән ҡатын-ҡыҙҙы тәүҙә һәр яҡтан килгән әсәй, һуңынан өләсәй тип атап булмайҙыр. Тик ошоноң менән генә, бер яҡтан, буйҙаҡ егеттәрҙең, икенсе яҡтан, ҡарт ҡыҙҙарҙың баҫып алыуын аңлатып булалыр. Егеттәр ҡыҙҙар араһында буласаҡ балаларына яҡшы әсәй, үҙенә ҡатын булырлыҡты таба алмағас, өйләнергә ҡыймай йөрөй бирә. Хәҙерге ҡыҙҙар араһында хужабикә булырлыҡ кәләштәр бик һирәк. Ә ҡарт ҡыҙҙарға килгәндә, улар әсәй, ҡатын булырға ҡурҡа.
"Киске Өфө"нөң 11-се һанында Баныу Ҡаһарманованың "Балаларығыҙ һуҡыр, һаңғырау, аҡылһыҙ түгел" тигән мәҡәләһе баҫылды. Мәҡәләлә килтерелгән ике миҫал быға раҫ булып тора: бала табып та әсә була алмаған ҡатын-ҡыҙ бихисап. Үҙ балаларын әрләп, һүгеп, күрә алмаған, яратмаған, хатта үҙ балаһын үлтергән ҡатынды әсә тип әйтергә бер нисек тә тел әйләнмәй шул. Үҙҙәре тәрбиәләү урынына балаларҙы төрлө лагерҙарға ебәреүҙе, компьютер, кеҫә телефоны һ.б. алып, йолом биреүҙе хуп күргәндәребеҙ ҙә етерлек арабыҙҙа. Ундайҙарға бала, ғаилә кәрәкмәй булып сыға. Бында ла оптималләштереү күренеше бара түгелме? Үҙен генә уйлаған ата-әсә бер быуындан һуң шәжәрә ағасының ҡороп йығылырын күҙ алдына ла килтермәй шикелле. Европа дәүләттәренә күҙ һалыу ҙа етә: ошо ҡараш арҡаһында француз, инглиз, немецтар дәүләттәрен килмешәктәр баҫып алғанын һиҙмәй ҙә ҡалды. Толерантлыҡ, сәйәси корректлыҡ, мультимәҙәнилек талаптары менән генә ҡотола алмаясаҡ хәҙер улар. Әйтергә кәрәк, социологик тикшеренеүҙәр буйынса, беҙҙә ир-аттарҙың 20,1 проценты ҡатын-ҡыҙҙы ғаиләгә ҡайтарырға кәрәк, тип иҫәпләһә, ҡатын-ҡыҙҙар араһында был күрһәткес - аптырарһың - 16 процент. Ә шулай ҙа ҡатын-ҡыҙҙы ғаиләгә ҡайтарып, ир-атҡа эш хаҡын тейешенсә арттырыу яҡшыраҡ түгелме, йәмәғәт?

Илдар ҒӘБИТОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 31.03.14 | Ҡаралған: 1903

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru