«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҡоролтай зыңғыры
+  - 

ТАРИХИ ВАҠИҒА ЭҘЕ...
Темәскә, Йылайырға, Ишембайға алып барҙы

XX быуат башы айырым милләттәргә, дәүләттәргә һәм бар донъяға йоғонто яһаған әһәмиәтле ваҡиғаларға бай. Ул ваҡиғалар Рәсәйгә, унда йәшәгән халыҡтарға ла туранан-тура ҡағыла. Ил сиктәре, дәүләт ҡоролошо ғына түгел, ә дәүләт төшөнсәһе, фекерләү, аң да үҙгәрештәр кисерә был осорҙа. Ошо шарттарҙа башҡорт халҡының үҙаңында ла үҫеш күҙәтелә. XIX быуат "ялынан" һуң, башҡорттар үҙ дәүләтселеген төҙөү кимәленә күтәрелә. Үҙаң үҫешенең нәтижәһе булып, 1919 йылда Башҡорт хөкүмәте менән Совет власы араһында килешеү төҙөү һәм Башҡорт Совет автономияһын иғлан итеү була. 20 мартта был тарихи ваҡиғаға 95 йыл тулды.

Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ошо оло тарихи ваҡиғаға арнап, Баймаҡ районының Темәс ауылында күсмә ултырыш үткәрҙе. Күсмә ултырышҡа республиканың көньяҡ-көнсығыш райондар ҡоролтайҙары ағзалары, мәғариф, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре саҡырылғайны. Ултырышты үткәреү урыны итеп тап Темәс һайланыуы бушҡа ғына түгел. Темәс 95 йыл элек яңы төҙөлгән Башҡорт автономияһының беренсе баш ҡалаһы була. Әхмәтзәки Вәлиди, Муллаян Халиҡов, Мстислав Ҡулаев, Ильяс Алкин, Юныс Бикбаув кеүек мәшһүр милләттәштәребеҙ бында халыҡ яҙмышы хаҡында фекер алышыуҙар алып бара. Башҡорт хөкүмәте урынлашҡан "аҡ йорт" бөгөн дә бар. Бында тарихи-мәҙәни үҙәк, уның алдында Әхмәтзәки Вәлидиҙең бюсы урынлашҡан. Сара тап ошонан, бөйөк юлбашсы бюсына сәскәләр һалыуҙан һәм үҙәктәге музейға экскурсиянан башланды. Төбәктең үҙенсәлеген, тарихын сағылдырған экспонаттар менән бергә, Башҡорт хөкүмәте ағзалары һындары кәүҙәләндерелгән бүлмә лә бар музейҙа. Мәшһүр шәхестәребеҙ, әйтерһең, шул саҡтағы кеүек үк, мөһим мәсьәләләрҙе хәл итә... Эйе, Темәс Башҡортостандың баш ҡалаһы ролен оҙаҡ үтәмәй. Ошо составтағы Башҡорт хөкүмәтенең дә ғүмере ҡыҫҡа була. Улар тырышлығы һәм фиҙаҡәрлеге менән өлгәшелгән килешеү ҙә икенсе йылда уҡ юҡҡа сығарыла. Ләкин ошо ваҡиға ла дәүләттең киләсәгенә ҙур йоғонто яһай. Ултырыштың пленар өлөшөндә сығыш яһаусылар ул тарихи осорҙоң төрлө мәлдәренә байҡау яһау менән бергә, 95 йыл элек башҡорт милли хәрәкәте нигеҙ һалған федерализм принциптары тураһында ла һөйләне.
- Килешеүҙең Рәсәй федерализмына нигеҙ һалыуҙағы өлөшө хаҡында иҫкә алыу бөгөн бөтә яҡтан да бик әһәмиәтле, - тине тарих фәндәре кандидаты Азамат Аҡъюлов. - Сөнки "федерализм", "милләттәрҙең үҙбилдәләнешкә хоҡуғы"кеүек терминдар күпмелер ваҡыт юғалыңҡырап торғандан һуң, Украиналағы билдәле сәйәси сәбәптәр арҡаһында хәҙер тағы киң ҡулланыла башланы. Улар илебеҙ Президенты Владимир Путиндың, Федерация Советы Рәйесе Валентина Матвиенконың сығыштарында ла сағылыш тапты. Илебеҙ етәкселеге "милләттәрҙең үҙбилдәләнешкә хоҡуғы, федератив ҡоролош" кеүек төшөнсәләрҙе геополитик юҫыҡта әүҙем ҡулланғас, уларҙы дәүләтебеҙҙең эске сәйәсәтендә лә үтәргә кәрәклекте аңлай башлағандыр, тип ышанғы килә. Шулай итеп, федерализм бөгөн башҡорт, татар, чечен, ингуш һ.б. халыҡтарҙың ғына түгел, ә рус халҡының да (күрше илдәрҙә) милли үҙенсәлектәрен, телен, үҙҙәрен халыҡ булараҡ һаҡлаусы инструмент булып тора...
- Бөгөнгө көндә милли мәсьәлә тағы ла ҡуйырып китте, - тине тарих фәндәре кандидаты Нурислам Ҡалмантаев та ошо теманы дауам итеп. -Бер-ике йыл элек В.В. Путин милли мәсьәләгә арналған темаға доклад яһағанда үҙәк власты көсәйтеү хаҡында һүҙ алып барҙы, әммә федерализм хаҡында бөтөнләй телгә алмағайны. Әле яңыраҡ ул беренсе тапҡыр үҙ телмәрендә "Беҙ халыҡтарҙың үҙбилдәләнеше өсөн", тигән һүҙҙәрҙе ҡулланды. Йәғни милли мәсьәлә өлкәһендә сәйәсәт бер аҙ үҙгәрә һымаҡ. Төп этәргес булып, һис шикһеҙ, Ҡырым көрсөгө тора. Әлеге сәйәси хәл республикабыҙға суверенитет яуланған осорҙағы ҡайһы бер хоҡуҡтарҙы ҡабаттан ҡайтарыу мөмкинлеге, тип әйтер инем. Заманында, Рәсәй Конституцияһына яраштырабыҙ, тип, суверенитетыбыҙҙы раҫлап торған Башҡортостан Конституцияһына күп кенә үҙгәртеүҙәр индерелде. Хатта был йүнәлештә артығыраҡ эшләп тә ташланыҡ шикелле. Шул уҡ ваҡытта Татарстан күп өҫтөнлөктәрен һаҡлап ҡалды. Бөгөн Ҡаҙанда үҙҙәренең 1994 йылда төҙөгән килешеү хәлендә йәшәүҙәре хаҡында ҡыйыу һөйләйҙәр. Шундай уҡ килешеүҙе ул ваҡытта Башҡортостан да төҙөгәйне. Ошо мәсьәләләрҙе күтәреп сығырға ваҡыт, тип уйлайым. Ошо юҫыҡта депутаттарыбыҙ, юристарыбыҙ, йәмәғәт эшмәкәрҙәребеҙ әүҙемләшергә тейеш. Бер һинд аҡыл эйәһе былай тип әйткән: "Һәр милләт башҡа халыҡтар менән бергә донъяны яҡтыртыр өсөн үҙенең аң яҡтыртҡысындағы утты һаҡларға тейеш. Яҡтыртҡысы ватылған милләт донъя киңлектәрендәге законлы урынын юғалта. Яҡтыртҡысы булмағандар бәхетһеҙ, ләкин яҡтыртҡысы булып та уны юғалтҡан йәки онотҡандар меңдәрсә тапҡыр бәхетһеҙерәк". Был аҡыллы һүҙҙәрҙе аңдарыбыҙға һеңдереп, уйланырға, тейешле һығымталар яһарға урын бар...
Ултырыштың пленар өлөшөнән һуң бер төркөм башҡорт зыялылары һәм йәштәре Өфө - Темәс - Йылайыр - Ергән - Салауат - Ишембай - Өфө маршруты буйлап автосәйәхәт ойошторҙо. Автосәйәхәттең Темәстән һуңғы икенсе туҡталышы Йылайыр ауылында булды. Нимәһе менән иҫтәлекле һуң был ауыл? Тап ошонда азатлыҡ йырсыһы, 1917-1919 йылдарҙағы милли хәрәкәттә әүҙем ҡатнашҡан Шәйехзада Бабичтың һәм тағы бер нисә тиҫтә кешенең ғүмере аяныслы рәүештә өҙөлә. Язалау машинаһы ҡорбандарҙы ерләү мәсьәләһен хәстәрләп тормайынса, барыһын бергә бер соҡорға тултыра. Шәһиттәр ҡәберендә мәңгелек йортон табыусылар һаман булһа шунда ята әле. Бары тик Шәйехзада Бабичтың ғына һөйәктәре танылған ғалим-антрополог Ринат Йосопов кеүек уҙамандарҙың тырышлығы менән үҙенең маҙарын тапҡан. Бөгөнгө көндә был урында бюст ҡуйылған. Йылайырҙағы сара ошо бюст янында үтте лә инде. Шағир исемен йөрөткән лицей-интернат уҡыусылары матур итеп шиғырҙар уҡыны, Шәйехзада Бабичтың милли хәрәкәткә, әҙәбиәткә индергән өлөшө тураһында һөйләне. Эйе, күп тапҡырҙар онотторорға тырышһалар ҙа, совет классигы Булгаковтың "ҡулъяҙмалар үлмәй" тигән һүҙҙәрен раҫлап, шағирҙың рухи мираҫы бөгөн булһа ла йәшәй, азатлыҡ гимны булып яңғырай.
Мәләүез районының Ергән ҡасабаһы янында ла туҡталды автосәйәхәттә ҡатнашыусылар. Бында Килмәк батыр иҫтәлегенә стела ҡуйылған. Килмәк Нөрөшов халҡыбыҙ тарихының иң ҡанлы биттәренән һаналған 1735-1740 йылдарҙағы ихтилал башлыҡтарының береһе була. Тап ошо урында 1736 йылдың 1 июлендә Килмәк Нөрөшов үҙ отрядтары менән Кирилловтың Ырымбур экспедицияһы менән ҡушылыу өсөн Өфөнән ебәрелгән драгундарҙың 5 ротаһын туҡтата. Ләкин драгундарға өҫтәмә көс ебәрелгәндән һуң, ике фронтҡа һуғыша алмайынса, Килмәк отрядтары сигенергә мәжбүр була. Һуңынан ул ҡулға алына. Өфөгә, Миңзәләгә, Санкт-Петербургҡа ебәрелә һәм эҙһеҙ юғала. 1997 йылда Башҡорт йәштәре иттифағы активистары ошо данлы ла, ҡанлы ла йылдарҙың хәтирәһе итеп, алыш булған урынға стела-һәйкәл ҡуя.
Ергәндән һуң автомобилдәр колоннаһы Салауат ҡалаһындағы милли батырыбыҙ Салауат Юлаев бюсы янында туҡталып китте. Тамара Нечаева кәүҙәләндергән һында Салауат ҡарашын йыраҡҡа, гүйә киләсәккә йүнәлткән. Был ҡараш быуаттар буйы алып барылған көрәштең еңеү менән тамамланасағына ишара иткән кеүек... Батша(бикә) Рәсәйе был исемде халыҡ хәтеренән юйҙыра, оноттора алмай. Уңайы сыҡҡас та, ул азатлыҡ символы булып ҡабаттан ҡалҡа, халыҡтың алыштырғыһыҙ милли батырына әйләнә...
Автосәйәхәттең һуңғы туҡталышы Ишембай ҡалаһында урынлашҡан Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се һанлы гимназия-интернатында ине. Рәсәй федерализмы "атаһы"ның исеме бар донъяға билдәле. Әлбиттә, сит илдәрҙә уны күберәк ғалим-төркиәтсе тип беләләр. Ләкин ул, тәү сиратта, ауыр сәйәси шарттарҙа яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алып, халыҡты ойоштора, үҙәк власть менән уртаҡ тел табып, килешеү төҙөй алған мәшһүр сәйәсмән, юлбашсы. Шәхесенә совет заманында ла, бөгөнгө көндә лә күп ҡара яғылыуға ҡарамаҫтан, ваҡыт уның ҡараштары, идеялары хаҡлығын йәнә һәм ҡайта-ҡайта раҫлай. Милләт юлбашсыһы исемендәге гимназияла уның вариҫтары - рухлы ла, Ватан, милләт тойғоло егет-ҡыҙҙар уҡый бөгөнгө көндә. Гимназия уҡыусылары, белем усағы етәкселәре ҡунаҡтарҙы йылы ҡаршы алды. Тарихтың 95 йыл элек булған осоро хаҡындағы сығыштарҙан һуң, ҡурай моңо аҫтында Шәйехзада Бабичтың үлемһеҙ шиғырҙары яңғыраны.

Шулай итеп...
Автосәйәхәтте ойоштороусы БР Мәҙәниәт министрлығының Тарихи ҡомартҡыларҙы һаҡлау буйынса фәнни-ғәмәли үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин әйтеүенсә, сара маҡсатына өлгәште. "Шаңлы тарихыбыҙҙың мәшһүр биттәре яҙылған урындарҙы гиҙеү, ошо ваҡиғаларға ҡағылышы булған кешеләрҙе хәтергә төшөрөү, ул кешеләрҙең ҡәберҙәренә, бюстарына сәскә һалыу ҙур символик мәғәнәгә эйә. Ул заман (1917-1919-сы йылдар) халыҡтың үҙаңын билдәләүсе һынау осоро була. Ошо осорҙа халҡыбыҙ хәл иткес мөһим аҙым яһай. Аҡтарҙан ҡыҙылдарға күсеү, автономия хаҡында килешеү төҙөү еңелдән булмай. Ләкин ошондай шарттарҙа ла халыҡ лидерҙары, башҡорттар юғалып ҡалмай. Эйе, беҙ был датаны, ул ваҡиғаларҙы оноторға тейеш түгелбеҙ. Уларға беҙҙең тарихыбыҙ ғына түгел, рухыбыҙ ҙа һалынған. Киләсәккә пландар төҙөгәндә, халҡыбыҙҙың яҙмышы хаҡында уйланғанда бер быуат тиерлек элек булған ваҡиғаларҙы ла күҙ уңында тоторға, уларҙан фәһем алырға тейешбеҙ", тине Данир Әхмәҙи улы.

Азамат САЛАУАТОВ әҙерләне.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 31.03.14 | Ҡаралған: 1849

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru