«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
диалог
+  - 

ӘҘӘМ БАЛАҺЫ ЕР МЕНӘН КҮК АРАҺЫНДА:
унда иблислек тә, фәрештәлек тә бар...

Мәҙәниәтте формалаштырыуҙа, уны үҫтереүҙә сәнғәт баһалап бөткөһөҙ ҙур роль уйнай. Рафаэль картиналарының, Шекспир трагедияларының, Роден скульптураларының мәҙәниәткә тәьҫир көсөн билдәләп буламы? Әлбиттә, быны билдәләүе еңелдән түгел. Сәнғәттең һәр төрөнөң тик үҙенә генә хас алымдары бар. Скульптура, архитектура һәм һынлы сәнғәт - "ҡатып ҡалған" матурлыҡ булһа, музыка - һығылмалы, көйлө тауыш гүзәллеге. Улар бөтә халыҡтарға ла аңлашылған сәнғәт төрҙәре. Ә бына әҙәбиәт теле музыка һымаҡ абстракт түгел. Музыка бер осор, дәүер өсөн генә танһыҡ булһа, әҙәбиәт бер көнлөк ижад була алмай. Башҡа сәнғәт төрҙәренән айырмалы рәүештә, әҙәбиәт ысынбарлыҡты уның айырым бер ләхзәһендә, йәғни бер киҫәгендә түгел, ә бөтә үҫешендә сағылдырыу мөмкинлегенә эйә. Ысынбарлыҡты тик һүҙ менән генә һүрәтләй алыу - сәнғәттең иң ҡатмарлы төрөлөр, моғайын. Ни тиһәң дә, һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе ҡулланып, мәҙәниәтте үҫтерерлек ҡомартҡылар төҙөү- һәр кемгә лә бирелмәгән һәләт инде ул. Шунлыҡтан, әҙиплек һәр ваҡыт ҙур мәртәбә һаналған. Ғөмүмән, әҙәбиәттең бөгөнгө хәле нисек, киләсәге ниндәй фекерҙәр уята? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап ишетеү маҡсатында бөгөнгө һөйләшеүгә яҙыусылар - Фәнил КҮЗБӘКОВ менән Фәрзәнә АҠБУЛАТОВАны саҡырҙыҡ.

Һәр кемдең яҙыусылар менән осрашыу, һөйләшеү ихтыяжы бар. Йәш саҡта беҙ ҡайһы бер әҙиптәр менән осрашыуға айырыуса ҙур теләк менән йөрөй торғайныҡ. Яҙыусы һүҙе беҙҙе рухландыра, ниндәйҙер һорауҙарҙың сиселешен табырға ярҙам итә ине. Мәҫәлән, Мостай Кәримдең уҡыусылар менән осрашыуҙарында әҙиптең төрлө-төрлө һорауҙарға төплө итеп яуап ҡайтарыуы хәтерҙә ҡалған. Хәҙер бындай яҙыусылар ҙа аҙ, улар менән осрашыуҙар ҙа һирәгәйҙе һымаҡ. Ғөмүмән, кем ул яҙыусы? Был оло исем менән Әҙәбиәт институтын тамамлаған кеше генә нарыҡланамы, әллә хобби рәүешендә генә яҙышҡандарҙы ла ошо һөнәр кешеләре рәтенә индерергә мөмкинме?
Фәнил  КҮЗБӘКОВ Фәнил Күзбәков: Беҙ художестволы әҫәр яҙған кешене яҙыусы тип беләбеҙ. Уның 4-5 жанрҙың, йүнәлештең береһендә эшләүе мөмкин, тибеҙ. Йә ул проза менән эш иткән прозаик, йә - драматург, йә - шағир, йә - әҙәби тәнҡитсе, йә - әҙәбиәт теорияһы белгесе. Ә дөйөм, ҙурыраҡ планда ҡарағанда, яҙыусы - һәр күренешкә, хәлгә үҙенсә ҡылыҡһырлама биргән, ижади күҙлектән ҡараған кеше. Һүҙ оҫталарының бер өлөшө - профессионал, икенсе өлөшө үҙенең күңеле өсөн эшләгән "професссионал булмаған" яҙыусы. Ләкин, нисек кенә булмаһын, ҡулына ҡәләм алған ижадсының телгә маһирлығы, ҡәләме шыма булырға тейеш. Һәр эштең, шул иҫәптән әҙәбиәттең дә үҙ нескәлектәре, "эш бүлмәһе", лабораторияһы бар. Һүҙ ҙә юҡ, филология факультетын, йә булмаһа, махсус рәүештә Мәскәүҙә Әҙәбиәт институтын тамамлаған кеше - күп белемгә эйә һәм ундайҙарға ҡулына ҡәләм алып, яҙыша башлауы күпкә еңелерәк.
Ҡыҫҡаһы, яҙыусылыҡ - ижад, ә ижад - донъяны үҙенсәлекле күреү. Кеше ошо юлды һайлаған икән, башҡаса яҙмышты күҙ алдына ла килтерә алмай. Профессионал яҙыусы, тип, бер яҡтан, ҡәләм тирбәтеү менән махсус рәүештә шөғөлләнгән, икенсе яҡтан, тәбиғи һәләте булған кешеләрҙе атарға була. Профессионал булғас, һөнәрең һине ашата, кейендерә алырлыҡ, донъя көтөрлөк кимәлдә булырға тейеш. Ләкин бөгөнгө көндә яҙғандарың өсөн түләнгән гонорарға ғына йәшәп булмай. Шуның өсөн беҙҙең яҙышҡан ижадсыларҙың күбеһе редакцияларҙа эшләй, йә булмаһа, уҡытыусылыҡ һөнәрен һайлай.
Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА Фәрзәнә Аҡбулатова: "Яҙыусы кем ул?" тип, артыҡ баш ватҡаным юҡ, йәмғиәттә ҡабул ителгән ҡағиҙәгә буйһонам, әгәр ҙә танытмаһы бар икән, ул кеше, ысынлап та, яҙыусы, сөнки бындай танытма тиктомалдан бирелмәй, тимәк, уның ниндәйҙер китаптары сыҡҡан һәм халыҡ алдында хеҙмәте бар. Ә бына яҙғандарының сифаты һәм йөкмәткеһе ниндәй - улары инде икенсе мәсьәлә. Сөнки дәүерҙәр һынауын үткән ижад бар, уларҙы тыуҙырыусылар ниндәйҙер ҡатырғаға, танытмаға мохтаж булмаған, гәрсә, халыҡ уларҙың ижадына можтажлыҡ кисергән һәм кисерә. Яҙыусыларыбыҙ араһында ла Әҙәбиәт институтын тамамлағандар һирәк, ә ижад итеү, бөтәһенән элек, күңел талабылыр. Ҡайһы бер яҙыусылар бөгөнгө заман өсөн яҙа һәм ваҡыт үтеү менән уларҙың ижады онотоласаҡ, илаһи һулыш өрөлгән бәғзеләрҙең генә ижады килер быуынға хеҙмәт итәсәк. Ваҡыт - иң ғәҙел хөкөм итеүсе.

Яңыраҡ Башҡортостан юлдаш телеканалының "Телеүҙәк" тапшырыуында бер төркөм әҙиптәр әңгәмә ҡорҙо. Шунда Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай: "Әҙәбиәт - мәҙәниәттең нигеҙ ташы. Мәҫәлән, айсберг икән, айсбергтың өҫтөндә - мәҙәниәт, аҫтында - әҙәбиәт ята", - тине. Беҙ Мәҙәниәт йылын иғлан иттек тә, айсбергтың өҫ яғын ғына күрәбеҙ, ә аҫ яғын күрмәйбеҙ. Ысынлап та, мәҙәниәттең нигеҙендә әҙәбиәт ятамы, әллә был - матур һүҙ өсөн генә әйтелдеме?
Фәнил Күзбәков: Киңерәк планда ҡарағанда, был дөрөҫ фекер. Бөтә сәнғәттең, мәҙәниәттең нигеҙендә әҙәбиәт, һүҙ ята. Сәхнә әҫәрҙәре тураһында әйтеп тә тормайым. Айсбергҡа бәйләп сағыштырыу ҙа, миңә ҡалһа, урынлы. Хәҙерге заманда әҙәбиәт Башҡортостан мәҙәниәтенең нигеҙ ташы булып ятамы? Дөрөҫөн әйткәндә, нигеҙ ташы булырға тейешле әйберҙәр ҡайһы берҙә бөтөнләй инҡар ителә. Яп-ябай ғәҙеллек булғанда, әҙәбиәт мәҙәниәттең нигеҙе итеп ҡабул ителһә, күп проблемалар үҙлегенән, автоматик рәүештә хәл ителер ине, тим. Ә ғәҙеллекте кем индерергә тейеш һуң, тигән һорау тыуыуы ла мөмкин. Кемгәлер ғәҙеллек булған нәмә икенсе берәүгә ғәҙеллек булмауы ла бар. Ғәҙеллек - мәңгелек һорауҙарҙың бер осо инде ул.
Беҙ яҙыусыларҙы милләттең "ҡаймағы", интеллектуаль байлығы, юл күрһәтеүсеһе, юлбашсыһы, рухи етәксеһе, тибеҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың үҙҙәрен ҡайһы берҙә дөрөҫ юлға төшөрөргә кәрәк. Рәшит ағай Солтангәрәев йыш ҡына: "Беҙҙең күп кенә әҙиптәрҙең кимәле уҡыусы кимәленән түбән", - тип әйтә торғайны. Был фекер элек тә бик актуаль ине, бөгөн дә шулай ҡала килә. Бер яҡтан, аңлашыла ла: Яҙыусылар союзында ағзаларҙың уртаса йәше хәҙер 65 йәшкә яҡынланы. Бөгөнгө заманда 65 йәштә тулыһынса асыҡ зиһен менән ижад итеп буламы? 80 йәштә лә, 90-да ла ҡайһы берҙә зиһен етерлек, аҡыл салт аяҙ булыуы мөмкин дә ул, ләкин иртәгәге көн йәштәрҙеке икәнен дә онотмайыҡ. Шуға, был һандар уйландырырға тейеш. Оло йәштәгеләр күберәк, әммә әүҙемдәре самалы, йәштәр иһә әҙерәк тә, тәжрибәләре лә юғыраҡ. Тулҡын-тулҡын булып килгән йәштәр араһында балҡып торған бер-икәү булһа ла ни әйттең дә бит!..

Яҙыусыны "замандың көҙгөһө", тиҙәр. Көҙгө яңылыш сағылдырырға ла мөмкин бит. Дөрөҫ сағылдырыу өсөн яҙыусы әхлаҡи яҡтан өлгө лә булырға тейеш. Һуңғы ваҡытта яҙыусылар араһында бер-береһен яманлаған әҫәрҙәр ҙә күренә башланы. Бындай яҙыусы ижады халыҡсан буламы? Беҙ яҙыусыларға "өлгө булығыҙ" тигән талап ҡуйырға тейешбеҙме?
Фәрзәнә Аҡбулатова: Яҙыусы, ғөмүмән, зыялы кеше көҙгө булырға тейеш, сөнки халыҡ унда аҡыл һәм рух тупланышын күрә. Уның фекере йәмғиәтте хәрәкәткә килтерә, алға йүнәлтә, уларҙы тоҡандыра, кешенең үҙе белмәгән мөмкинлектәрен аса, рухландыра. Ш. Бабичты йәш быуын ни өсөн бөгөн дә бик ярата? Тап ошо юғары сифаттары алға сыҡҡаны өсөн, һүҙенең ғәмәлдән айырылмағаны өсөн. Ә бындай юғары талапты яҙыусы иң элек үҙенә үҙе ҡуйырға тейештер. Бер-береһен фашларға маташҡан әҫәрҙәрҙең нигеҙендә нимә ята? Аҡламаһаҡ та, сәбәптәре төрлөлөр. Ҡай саҡ "ул да әҙәм балаһы бит", тип әйтергә генә ҡала. Тағы ла, бындай әҫәрҙәр ҙә тик ҡара төҫкә мансылмаған, уйландырырлыҡ урындары ла була. Ижад кешеләренең холҡо төрлө, ҡай саҡ ярһыулыҡты ваҡытында һүндерә алмайҙар. Принциптар бәрелеше килеп сыға. Ижадсыларҙы ҡалыплаштырып, бер кәртәгә индереп булмай.
Фәнил Күзбәков: Был бик сетерекле мәсьәлә. Ижадсынан иң тәүҙә әҫәр талап ителә. Бында ижадсы менән уның әҫәрен айырып күрһәтергә кәрәк. Миҫал өсөн, һөнәрсе менән ул яһаған өҫтәлде күҙ алдына килтерәйек. Ҡулланыусыны өҫтәлде эшләүсенең ниндәйерәк холоҡло кеше булыуы бөтөнләй ҡыҙыҡһындырмай. Уны, тәү сиратта, өҫтәл ныҡлымы, иртәгә емерелеп төшмәҫме - шул борсой. Ябайлаштырып әйткәндә, уҡыусыны ла, тәү сиратта, әҫәр ҡыҙыҡһындыра. Яҙыусы әҫәре аша: "Әйҙә, күтәрелеп сығайыҡ!" - тигән саҡырыу ташлап, халыҡты алға әйҙәне лә, ипләп кенә артта ҡалды, ти. Ябайлаштырып әйткәндә, ул һаман алға барырға, үҙенең һүҙенә тап килергә тейеш. Әгәр ҙә ул әйткән һүҙенә тап килмәйенсә, әҫәре менән генә сығыш яһай икән, был да насар түгел. Сөнки был саҡта ла уҡыусыны әҫәр ҡыҙыҡһындыра. Кемдер "Әгәр яҙыусыла ниндәйҙер етешһеҙлек булһа, уның әҫәре уҡыусыны ышандыра аламы икән?" тигән һорау күтәреүе мөмкин. Яҙыусының үҙ яҙғандарына тап килеү-килмәүенә бәйле бер миҫал килтермәксе булам. Сократ үҙенең уҡыусылары менән баҡсала һөйләшеп йөрөгән мәлдә бер физиогномист килеп сығып (ул билдәле философты танымаған була), тыңлап йөрөй-йөрөй ҙә, Сократҡа баһа бирә башлай. "Бына һин аҡыллы фекерҙәр әйтәһең, яҡшылыҡҡа әйҙәйһең - былар бөтәһе лә һәйбәт. Ләкин үҙеңдең бик насар ғәҙәттәрең бар бит", -ти. Уҡыусылар аптырап, физиогномистҡа ташлана. Сократ уҡыусыларын туҡтата ла: "Ул дөрөҫтө һөйләй, минең насар ғәҙәттәрем бар ине, әммә мин әкренләп уларҙан арына алдым. Ләкин улар барыбер минең йөҙ-ҡиәфәтемдә сағылып ҡалған",- ти. Сократтың насар ҡылыҡтарынан арына алыуы - бер хәл, ләкин иң мөһиме: ул һөйләгәндәренә, йәшәү принциптарына тоғро ҡалыуын үҙенең ғүмере менән иҫбат итә.
Йөҙ, ике йөҙ йыл үтер, кешенең әҫәре йәшәй икән, уның биографияһы, уның ниндәй шәхес булыуы белгестәрҙе генә ҡыҙыҡһындырасаҡ. Әлбиттә, киңерәк белергә теләгән уҡыусы уныһын да белергә тырышасаҡ, ләкин, тәү сиратта, алғы планда ул ижад иткән әҫәр тора. Шуның өсөн, әгәр яҙыусы үҙенең саҡырыуҙарына, әҫәрҙәренә тап килерлек итеп йәшәй икән, был - идеаль осраҡ. Ләкин идеаль осраҡ бер ҡасан да булмай, сөнки бер кем дә идеаль түгел. Ни саҡлы ғына тырышһаҡ та, һәр кемебеҙҙең ниндәйҙер кәмселеге бар. Идеаль кеше - изге йән, Алла булыр ине. Әҙәм балаһы, шул иҫәптән әҙип тә, шуға ынтылырға тейеш, әммә тулы камиллыҡҡа бер ҡасан да өлгәшә алмаясаҡ. Сөнки әҙәм балаһы - ер менән күк араһында: ул, минең күҙ алдыма килтереүемсә, шайтан да, иблис тә, фәрештә лә түгел. Ләкин унда күпмелер иблислек тә, фәрештәлек тә бар. Фәрештәлек күберәкме, иблислекме - уныһын билдәләүе ҡыйын. Берәүгә ул иблис, икенсегә фәрештә булып күренеүе мөмкин. Ҡылыҡҡа шәхсән тығылырға ярамай. Әммә "һары матбуғат" тигәндәре кешенең күңелен ҡытыҡлау өсөн "йоҙаҡ тишегенән" ҡарай, керле донъяла соҡона...

Ҡайһы бер яҙыусыларыбыҙ ҙа керле донъяла соҡоноу менән шөғөлләнә бит...
Фәрзәнә Аҡбулатова: Бындай эш менән шөғөлләнеүселәр бик күп түгел, минеңсә. Ләкин, ундайҙар ҙа булырға тейеш, сөнки улар - йәмғиәтте ҡуҙғытып тороусылар. Юғиһә, беҙ ойоп китәсәкбеҙ. Улар яҙған нәмәләр ҡаршы фекер уята, бәхәс тыуҙыра, уйландыра, йә һағайта, йә уяуыраҡ булырға өйрәтә. Тормошто быларҙан тыш күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Ниндәйҙер ҡаршылыҡтар, кәртәләр мотлаҡ булырға тейештер, тип уйлайым.
Фәнил Күзбәков: Был юҫыҡта Фәрзәнә менән килешәм: әгәр ҙә уҡыусыны "ҡытыҡлап" торған яҙмаларға, әҫәрҙәргә мохтажлыҡ бар икән, улар һәр ваҡыт буласаҡ. Шуның өсөн асыҡларға кәрәк: теге йәки был мәғлүмәткә, әҫәргә мохтажлыҡ бармы, әллә уҡыусы ғәли йәнәптәренә мелодраматик характерындағы әҫәрҙәр танһығыраҡмы? Мелодраматик характерҙағы әҫәрҙәр ҙә кәрәк. "Ағиҙел"дә уларҙы баҫҡыланыҡ, ҡайһы берҙәрен иҫтәре китеп уҡынылар, фекерҙәрен белдереп, редакцияға хаттар яҙҙылар, ә фәлсәфәүи пландағы, беҙҙең тормошто, ысынбарлыҡты сағылдырған әҫәрҙәр тураһында - ләм-мим. Ә саҡ ҡына киреһенсәрәк булырға тейеш бит. Тимәк, беҙҙең уҡыусының кимәле шулайыраҡ килеп сыға: уларҙың күпселеге әле уйландырған әҫәрҙәргә өлгөрөп етмәгән.
Фәрзәнә Аҡбулатова: Йәмғиәтте мелодрама түгел, ә фекер алға этәрә. Нескә тойғо, кисерештәр менән тулы мелодрама ял иттерәлер, тик ул оҙон ғүмерле түгел, бындай әҫәр тап үҙ мәлендә (уҡығанда, ҡарағанда) уҡыусыға, тамашасыға ялған комфорт, уңайлыҡ хисе лә бирәлер, әммә тормошто һәр саҡ аҡыл алға әйҙәй. Шуға фәлсәфәүи, уйландырырылыҡ әҫәрҙәр йәмғиәтте хәрәкәткә килтергәнсе бер ни тиклем ваҡыт кәрәк буласаҡ.

Күптәр Яҙыусылар союзына инергә ашҡына. Мин аңлап торам: даими рәүештә бер яҙыусыға Салауат Юлаев премияһы бирелә, тора-бара орден-миҙал, бәлки, фатир, торлаҡ биреләлер, халыҡ яҙыусыһы, халыҡ шағиры булып китеү мөмкинлеге лә барҙыр... Улайға китһә, кешене матди файҙа ғына ҡыҙыҡһындырырға тейешме? Яҙыусылыҡ статусы нимә бирә һуң ул? Яҙыусылар союзы айырым бер кастамы әллә?
Фәрзәнә Аҡбулатова: Мин быны, ниндәйҙер кимәлдә, йәмғиәттә бер статус тип тә аңлайым. Сөнки яҙыусының йәмғиәттә үҙенә генә хас бурысы бар, ул шуны үтәргә тырыша. Был юл мауыҡтырғыс һәм уның үҙ ауырлыҡтары ла етерлек. Яҙыусылар союзы - ул бер ғаилә. Ғаиләлә йәмғиәттең күпселек проблемалары сағылыш ала, быны ла онотмайыҡ. Каста - саҡ ҡына икенсерәк бит. Кастаның талаптары ҡаты, һәр социаль төркөмдөң үҙ йәшәү ҡағиҙәһе, юғары каста - мәңге юғары, түбәне - мәңге түбән. Был үҙгәрмәҫ ҡанун. Был баҫҡыс һиңә ғүмерлеккә бирелгән. Исем-дәрәжәләр алыуға, ихтимал, Союздың йоғонтоһо барҙыр. Был мәсьәләгә төрлө яҡтан ҡарарға була.
Фәнил Күзбәков: Ниндәйҙер касталыҡ, бәлки, идаралыҡта үҙен һиҙҙереп ҡалалыр ул, сөнки барлыҡ яҙыусылар съезда ғына бергә осраша. Съезд иһә 4-5 йылға бер мәртәбә үткәрелә, ә йыйылыш йыл һайын булһа ла, унда һәр кем ҡатнаша алмай. Йәғни, көндәлек проблемаларҙы идаралыҡҡа ингән 4-5 генә кеше хәл итә. Кемделер Союзға алыу-алмау мәсьәләһе лә ошо кешеләр ҡарамағында. Шунан сығып ҡына тотош һығымта яһарға ярамайҙыр, тип уйлайым. Был - бер. Икенсенән, бына һеҙ "һәр кем яҙыусы булырға ынтыла" тинегеҙ. Миңә ҡалһа, был традицияға бәйле. Сөнки, яҙыусыларҙың баһаһы Совет осоронда бик ҙур булды. Бына мин мәктәптә 5-6-сы кластарҙа уҡығанда, ни сәбәптәндер, яҙыусылар менән осрашыуға бара алмай ҡалдым. 5-6 саҡрым алыҫлыҡтағы сит ауылда уҡыйбыҙ. Иртәгәһенә класс етәксебеҙҙән Баһырмандың клубында ике шағир - Абдулхаҡ Игебаев, Сафуан Әлибай менән осрашыу үтеүе тураһында ишеттем. Минең: "Эх, тере яҙыусыларҙы күрмәй ҡалғанмын", - тип, шундай ҙур үкенес кисереүем әле булһа хәтерҙә. Бына был традиция - яҙыусыларға ололоҡло мөнәсәбәт - әле лә хөкөм һөрә. Яҙыусылар бөгөн үҙҙәре лә шуны талап итә. Ләкин хәҙер заман бөтөнләй икенсе. Әҙип ҡатырғаһын алам, тип тырышҡан ҡайһы бер иптәштәр яҙыусының статусы ниндәй кимәлдә икәнен, башҡа күп кенә нескәлектәрҙе аңлап та етмәйҙер, бәлки. Улар элеккесә: "Бына мин Союзда ағза булып алам да, яҙыусы булып китәм, яҙыусыға булған бөтә хөрмәт минеке буласаҡ", - тип уйлай. Дөйөмләштереп әйткәндә, хәҙер халыҡ һинең кеҫәңдә ҡатырғаң бармы, юҡмы, ул турала уйламай, ә эшеңә ҡарай. Әйтер һүҙең бармы, нисек сығыш яһайһың, һорауҙарға яуап бирә алаһыңмы? Әҫәрҙәрең ниндәй?

Яҙыусылар союзы социализм осоронда барлыҡҡа килде. Яҙыусылар башлыса халыҡ мәнфәғәтендә яҙҙы, власть та улар алдына шундай талап ҡуйҙы. Социализм осоронда яҙыусыларға дәүләт ярҙамы күрһәтелде, ял йорттарында ял итеү ойошторолдо. Хәҙер баҙар иҡтисады шарттарында йүнәлештәр ҡырҡа үҙгәрҙе. Дәүләткә халыҡ мәнфәғәтен яҡтыртыусы яҙыусылар кәрәкмәй булып сыҡты...
Фәнил Күзбәков: Бөгөнгө власҡа, ғөмүмән, яҙыусылар кәрәкме икән ул? Финанс ярҙамы ла булмағас, Яҙыусылар союзы ҡәҙимге бер ижади ойошма булып ҡына ҡалмаҫмы, тигән борсолоу ҙа бар. Юғарылағылар әҙәбиәткә мохтажлыҡ кисермәйҙер һымаҡ. Уларға хатта яҙыусының яҡлауы ла кәрәк түгел, буғай. Ҡайһы берәүҙәр, власть ярҙам итһә, беҙ уларҙы маҡтар инек, тип хыяллана. Ябайлаштырып әйткәндә, улар үҙҙәренең ҡулъяҙмаһын һоноп: "Бына мин һине маҡтайым, тик һин ярҙам ит", - тиергә лә әҙер. Ләкин парадокс шунда: власҡа хатта ул кешеләрҙең дә кәрәге юҡ. Беҙ әле булһа, совет осоронда шулай ине, былай ине, тип һөйләнергә яратабыҙ. Аңларға күптән ваҡыт: әҙәбиәттең ул осоро бик-бик теләһәк тә бер ҡасан да ҡабатланмаясаҡ, ул тарихта ҡалды. Ләкин идеаль осраҡтан сығып ҡарағанда, аҡыллы власть халыҡҡа, яҙыусыларға таянырға, үҙенә һәйбәт мәғәнәләге аҡыллы оппозиция булдырырға бурыслы. Бутафорик түгел. Бутафорик оппозициялар беҙҙә етерлек ул. Аҡыллы власть нисегерәк эшләй? Ғаилә менән сағыштырып ҡарайыҡ. Һәйбәт ғаиләлә аҡыллы атай бармаҡ ҡына янап ҡуя. Ул һиңә һуғыу түгел, урынһыҙға әрләмәй ҙә, ә ҡарашы менән генә лә күпте аңлата. Ә иң мөһиме - үҙенең эше, өлгөһө менән һабаҡ бирә, хатаң булһа, төҙәтеп, белеп еткермәһәң, өйрәтеп ебәрә. Бөгөнгө йәмғиәтте мин йыш ҡына атай тәрбиәһе күрмәй үҫкән кешеләй күҙаллайым.

Оҙаҡламай Яҙыусылар союзының яңы етәксеһен һайларға йыйынаһығыҙ. Уны яҙыусылар үҙҙәре һайлаясаҡмы, әллә власть тәғәйенләйәсәкме?
Фәнил Күзбәков: Власть, әлбиттә, Союз эшен ниндәйҙер бер контролдә тоторға, үҙенең кәңәшен бирергә, теләген еткерергә тейеш. Ләкин ижади ойошма үҙенең мәсьәләһен үҙе хәл итә алмай икән, ул ниндәй ойошма инде ул?..

Баҙар шарттарында барлыҡҡа килгән "эффектив менеджер" тигән вазифа бар. Финанс мәсьәләләрен һәйбәт белгән кеше өсөн был вазифа. Уны хәҙер күп ижади ойошмаларға, вуздарға ла индерәләр. Бәлки, Яҙыусылар союзына ла шундай эффектив менеджер кәрәктер?
Фәнил Күзбәков: Мин быныһы менән тулыһынса килешәм. Яҙыусылар союзына ниндәйҙер бойондороҡһоҙлоҡ булдырыу өсөн был бик кәрәкле вазифа, тип иҫәпләйем. Идаралыҡ үҙ аппаратын аҫырай алһын өсөн унда ысын мәғәнәһендә менеджер эшләһә, бик һәйбәт булыр ине. Союз эргәһендә Әҙәби фонд бар, ул ағзалыҡ өсөн түләнгән взностарҙы йыя, яҙыусыларға күпмелер ярҙам итә, әммә уның мөмкинлектәре сикләнгән. Әҙип бөтөнләй ҡараусыһыҙ, ярҙамһыҙ ҡалырға тейеш түгел.

Башҡорт йәмәғәтселеге араһында, халыҡ шағиры исеменә кем лайыҡлы, тигән һорау буйынса фекер алышыуҙарҙы ишеткәнем бар. Ә һеҙ халыҡ яҙыусыһы, халыҡ шағиры исемдәре кемдәргә бирелергә тейеш, тип уйлайһығыҙ?
Фәнил Күзбәков: Был мәсьәләләрҙе, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, иң юғарыла ғына хәл итәләр. Икенсе яҡтан, премиялар, исемдәр биреүҙе Яҙыусылар идаралығы ғына хәл итеп ултырыуы ла яҡшыға алып килмәй. Иң һәйбәте - халыҡ фекеренә ҡолаҡ һалыу, матбуғатта фекер алышыу, шуға нигеҙләнеп, идаралыҡта кәңәшләшеү һәм тәҡдим индереү.

Шундай критерий индереп буламы: әгәр һинең китабыңдың дөйөм тиражы 500 меңдән үтһә һәм ул һатылып бөтһә, һин халыҡ яҙыусыһы, халыҡ шағиры исеменә дәғүә итә алаһың...
Фәнил Күзбәков: Ниндәйҙер критерийҙар булырға мөмкин. Ләкин тап ана шул критерийҙар ғына мәсьәләне хәл итә, тип ҡарау ҙа дөрөҫ булмаҫ ине, сөнки бер-ике шиғыры менән генә әҙәбиәт тарихында ҡалған шағирҙар ҙа бар. Был юҫыҡта, миңә ҡалһа, Михайло Ломоносовтың шундай фәһеме иғтибарға лайыҡ: "Хоҙай Тәғәлә ихтыярын циркуль менән үлсәргә теләгән математикты айыҡ фекерләй тип әйтеүе ҡыйын. Астрономияға йәки химияға псалтырь буйынса өйрәнергә мөмкин тип иҫәпләгән дин уҡытыусыһы ла шундай уҡ хәлдә", - ти. Был һығымтаны ижадҡа бәйләп тә ҡарап була бит. Йәғни, дини мәсьәләләргә үлсәмдәр ҡулланып булмаған һымаҡ, ижад эшен дә тәғәйен генә үлсәп, ниндәйҙер бер критерий менән генә баһалап булмай. Шағирҙы тәғәйен аңлау, баһалау өсөн уҡыусыға ла, күпмелер дәрәжәлә, шағир булырға кәрәк. Тимәк, әле һин әйткән тиражды шартлы күрһәткестәрҙең береһе итеп ҡабул итергә мөмкиндер. Ләкин... Заманында Рәшит Назаровтың йоҡа ғына ике йыйынтығы донъя күрҙе. Тәүге китабында уҡ уның кем икәне билдәле ине һәм уға шул китабы өсөн генә лә Салауат Юлаев премияһын биреп була ине... Ә халыҡ шағиры, халыҡ яҙыусыһы тигән исемдәргә кире әйләнеп ҡайтҡанда, ижад эшенә сәйәсәттең килеп ҡыҫылыуы һис кенә лә яҡшыға килтермәүен күрәбеҙ. Бер генә миҫал килтереү менән сикләнәм: әйтәйек, Зәйнәб апай Биишеваның, йә булмаһа Ноғман ағай Мусиндың халыҡ яҙыусыһы исемен алыуы бик тәбиғи. Был бер кемдә лә бәхәс уятмай, уларҙы халыҡ үҙе яратып ҡабул иткән. Ә инде ниндәйҙер осраҡта һөмһөҙлөктөң, йылғырлыҡтың, яраҡлаша белеүҙең еңеп сығыуы бик үкенесле. Бындай күренештәрҙең әҙәбиәткә ни тиклем зыян килтереүен күҙаллауы ла ҡыйын! Фәрзәнә Аҡбулатова: Эйе, был рухлылыҡ менән бәйле. Һүҙ сәнғәте күңел менән эш итә. Уны яралай ҙа, дауалай ҙа. Ул ут та, һыу ҙа. Айырым талаптар булһа ла, һүҙ сәнғәтен ҡалыптар, үлсәмдәр эсендә тотоу ауыр. Урта ҡуллы яҙыусы, әйтәйек, әрһеҙ, сауҙагәрлек һәләтле булып, китабын үҙе һатып йөрөй, ярҙамсылар ҙа таба икән, шул рәүешле күп тиражлы китабын да таратып бөтөрә ала. Ләкин был уның талант кимәлен билдәләмәйәсәк.

Салауаттың, Зәки Вәлидиҙең һүҙҙәре, өндәмәләре онотолмай. Хәҙерге заман да һынылыш осоро, ләкин беҙ яҙыусыларҙан ундай һүҙҙәр ишетмәйбеҙ ниңәлер...
Фәнил Күзбәков: Бөтөнләй ишетелмәй, тип әйтмәҫ инем, төрлө сәйәси ваҡиғаларға бәйле шиғырҙар ҙа баҫылып тора. Шул уҡ "Киске Өфө"нөң 1-се битендә "Шағир һүҙе" тигән рубрика күренгеләп ҡала. Ул рубриканың һирәк килеп сығыуын да аңлайым: гәзит мөхәрририәте унда баҫыласаҡ әҫәргә Рәми Ғариповтың, Шәйехзада Бабичтың туған телгә, туған ергә, милләткә арналған әҫәрҙәре юғарылығы талабын ҡуйған. Ысынлап та, ул юғарылыҡтағы әҫәрҙәр бик һирәк бөгөн. Хикмәт шунда: берҙән, һүҙҙең ҡәҙере киткән, бәҫе төшкән мәл. Әлеге лә баяғы, һүҙҙең күптәргә кәрәге юҡ. Унан һуң, яҙыусыларҙың үҙҙәренең араһында ла битарафлыҡ көслө. Ә битарафлыҡты мин ябай ғына аңлатмаҫ инем, сөнки нимә тип әйтһәң дә, әҙип һүҙенә иғтибар итеүсе юҡ. Яҙыусылар менән әҙәбиәт, мәҙәниәт проблемалары тураһындағы ошондайыраҡ һөйләшеүҙәрҙән һуң беҙҙе, моғайын, власть та ишетер, беҙҙе саҡырып алып, һөйләшеүҙәр ойошторор, тип өмөтләнәбеҙ (Совет заманында бындай бәйләнеш булды бит барыбер). Ләкин өмөттәр аҡланмай. Тимәк, яҙыусы ниндәйҙер һүҙ әйтә лә, уны ишетмәгәстәр, был ғәмәлдән төңөлә, битарафлыҡҡа бирелә.

Власть ишетһен өсөн нимәне үҙгәртергә кәрәк?
Фәнил Күзбәков: Бәлки башта үҙебеҙҙе үҙгәртергә, власҡа, кемдеңдер килтереп биреренә, кемдеңдер беҙҙең мәсьәләләрҙе хәл итеренә генә ышанып ултырыуҙан арынырға кәрәктер. Бөгөн беҙ бары тик үҙебеҙгә, үҙ көсөбөҙгә генә ышана алабыҙ - заманы шундай. Ә яҙыусының бурысы - заман йүгәнен үҙ ҡулына алыр лидерҙар, геройҙар, уйлана белгән кешеләр тәрбиәләй алырлыҡ, илһамлы, тәрбиәүи һүҙ әйтеү.
Фәрзәнә Аҡбулатова: Уныһы шулай, ләкин яҙыусы үҙе яҙған китаптың баҫылып сыҡҡанын биш, унан да күп йылдар көтә икән, уның һүҙенең һуңлауы, иҫкереүе лә бар бит әле. Тормош бит хәҙер йәшен тиҙлеге кеүек үҙгәрә. Ижадсы ла ваҡыт үтеү менән камиллаша бара, шуға элекке ижадсы менән бөгөнгө ижадсыны сағыштырмаҫ инем. Хатта ҡайһы берәүҙәр бер нисә йыл элек яҙған әҫәрҙәрен үҙҙәре лә уҡымай.
Фәнил Күзбәков: Шулай, ләкин ижадсымын тигән ижадсы барыбер ҙә күпкә иҫәп тоторға тейеш, быйылға, бер йылға, биш йылға ғына түгел. Уның әҫәре килер быуындар ҙа уҡый алырлыҡ булырға тейеш.

Шулай итеп...
Шағирлыҡ менән мөтәшағирлыҡ, китаптар сығарыу-сығармау, китап уҡыу-уҡымау, премиялар биреү-бирмәү мәсьәләләре көнүҙәк, улар тураһында ваҡытлы матбуғат биттәрендә фекер алышыуҙар ҙа кәрәк. Ләкин улар, уҡыусыларҙан бигерәк, әҙиптәр өсөн ҡыҙыҡлы. Уҡыусы өсөн иң тәү сиратта әҫәрҙең сифаты, күңел талаптарына, халҡыбыҙ мәнфәғәтенә яуап биреүе мөһим. Бөгөнгө һөйләшеүҙә яңғыраған төплө, уйландырырлыҡ, ишаралап та әйтелгән фекерҙәр яҙыусы - халыҡ -хаким бәйләнешен нығытырға ярҙам итер, тип ышанабыҙ.

Илдар ҒӘБИТОВ әңгәмә ҡорҙо.
Илгиз ИШБУЛАТОВ яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 07.04.14 | Ҡаралған: 2404

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru