«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ағинәйҙәр ҡоро
+  - 

ӨЛӘСӘЙҘӘР ҺАНДЫҒЫНДА…
ҡомартҡылар һәм тарихи хәтер

Баймаҡ районының "Ағинәйҙәр ҡоро" халҡыбыҙҙың тағы бер күркәм йолаһын тергеҙеүгә юл һалды. Улар ойошторған "Өләсәйем һандығы" тип аталған үҙенсәлекле сараның маҡсаты - өләсәйҙәр һәм ейәнсәрҙәрҙең аралашыуы, өлкән быуындың йәш быуынға халҡыбыҙ йолалары, аҫыл ҡомартҡыларыбыҙ тураһындағы хәтерҙе, оҫталыҡ серҙәрен тапшырыу.

Сара тәүҙә үҙәк китапханала ҡаланың 1-се, 2-се, 3-сө, 4-се лицей уҡыусы ҡыҙҙары ҡатнашлығында үтте. Өләсәйҙәр алып килгән ҙур күргәҙмәгә боронғо балаҫтар, яҫтыҡтар, һөлгөләр, күҙ яуын алып торған ҡорама юрған-түшәктәр, күлдәктәр, сигелгән әйберҙәр ҡуйылһа, түрҙән семәрле һандыҡ урын алды. Һандыҡты асыр өсөн тылсымлы һүҙ әйтергә кәрәк ине. Ҡыҙҙар-ейәнсәрҙәр ул һүҙҙең "Хазина" икәнлеген әйткәс, һандыҡ асылды. Иң өҫтә изге ҡомартҡылар - ике Ҡөрьән китабы ята ине. Береһе - бик боронғо, ҡәҙерләп тышлап һаҡланған. Уларҙың хужалары хажиәләр Гөлсара Йәнтүрина менән Сәлимә Батталова ҡыҙҙар-ейәнсәрҙәргә ҡәҙерле китаптың төшөнсәһен аңлатып, тәрбиәүи вәғәздәр һөйләне. Артабан серле һандыҡтан башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының боронғо күлдәктәре, ҡашмау, иҙеү-түшелдеректәр, биҙәүестәр, ҡульяулыҡ, янсыҡтар, хатта батша ваҡытында биҙәкләп, семәрләп мисәт ҡуйып һуғылған бер затлы беләҙек сығарылды. Сәкинә Иҫәнғолова ғорурлыҡ менән әсәһенән ҡалған күлдәк-камзулды кейеп, 17 йәштә сиккән таҫтамалын, 1941 йылда ырғаҡ менән сигелгән селтәрҙе күрһәтте. Өләсәйҙәр аҡса, асҡыс һалғыс түшелдерек, янсыҡ тураһында һөйләне. Фәниә Кәримова элек-электән биҙәүестәр, көмөш беләҙек, йөҙөк, иҙеүҙәр ҡатын-ҡыҙҙың ҙур байлығы һаналған икәнен һөйләп, өләсәһенең ҡәҙерле әйберҙәре менән таныштырҙы. Зөһрә Юнысова әсәһенең ҡомартҡыһы - төрлө төҫтәге йөндән һуғылған, әле булһа ла төҫөн юғалтмаған, 50 йылға яҡын һаҡланған аҫалы балаҫын күрһәтте, ғүмер баҡый өләсәй-ҡартәсәйҙәр эскән үлән сәйҙәре, дарыу үләндәре тураһында ентекләп һөйләне. Яңылбикә Баймырҙина үҙе бәйләгән ҡул эштәре менән таныштырҙы һәм күптәрҙә был шөғөлгә ҡыҙыҡһыныу уятты. Миңзифа Шәрәфетдинова әсәһенән ҡалған үҙенсәлекле көмөш беләҙек, алҡалар һәм йәш ҡыҙҙарҙың һөйөү билгеһе итеп егеттәргә сигеп биргән ҡульяулыҡтар өлгөһө менән таныштырҙы. Әлбиттә, район ҡорама бәйгеләрендә гран-при яулаған Сулпан Нәбиуллинаның ҡул эштәре байрамдың йөҙөк ҡашы булды. Уның үҙе теккән башҡорт милли кейемдәре, иҙеү, ҡашмауҙары һәр кемдең иғтибарын йәлеп итте.
"Өләсәйем һандығы" артабан ҡаланың һөнәрселек лицейына юл алды. Ҡыҙҙар-ейәнсәрҙәрҙең халҡыбыҙҙың тарихына, боронғо ҡомартҡыларға битараф булмауы ҡыуандырҙы. Улар һөйләүенсә, һәр кемдең тиерлек өйөндә өләсәйҙәрҙең ниндәйҙер ҡомартҡыһы, шулай уҡ изге Ҡөрьән китабы бар икән. Лицей уҡытыусылары ошондай тәрбиәүи сараларҙың ҙур әһәмиәткә эйә булыуын белдереп, ағинәйҙәр һәм аҡһаҡалдарҙың егеттәр менән дә килеп осрашыуын теләп, рәхмәт әйтеп ҡалды. Артабан ағинәйҙәр Һаҡмар ауылына саҡырыу алды. Аҡман-тоҡман бураны башланыуға ҡарамаҫтан, ағинәйҙәр автобусҡа ултырып, Ҡаҡтуғайға елдерҙе. Шулай итеп, "Өләсәйем һандығы" Һаҡмар мәктәбендә үҙенең эшен дауам итте. Бай йөкмәткеле программа, күҙҙең яуын алған күргәҙмә, һандыҡтағы хазиналар менән танышып алғас та ҡыҙҙарҙың ағинәйҙәрҙән тиҙ генә айырылғыһы килмәне. Улар "Өләсәйем һандығы"ндағы иҙеү, ҡашмауҙарҙы кейеп, фотоға төшөп, үҙҙәре лә ошондай иҙеүҙәрҙе эшләргә теләк белдереүе һоҡландырҙы. Шулай итеп, Һаҡмар ауылы халҡының ағинәйҙәрҙе ихлас ҡаршы алып, оҙатып ҡалыуына сикһеҙ ҡыуандыҡ. Ауыл мәсетенең имам-хатибы, уҡытыусылар, ағинәйҙәр, китапхана хемәткәрҙәренең бергә уңышлы эшләүе күҙгә салынды. Оло ғорурлыҡ кисереп, рухи аҙыҡ алып әйләнеп ҡайттыҡ Һаҡмарҙан.
Кемдер бөгөн боронғолоҡтоң, иҫке ҡомартҡыларҙың нимәгә кәрәге бар, тип уйлауы ла ихтимал. Шул саҡ Удмурдтияның һәр саҡ милли кейемдәрҙә сығыш яһаған Буран ауылы өләсәйҙәре иҫкә төшә. Улар Рәсәйҙе генә түгел, Европаны яуланы. Күптән түгел Рәсәйҙең билдәле модельеры Вячеслав Зайцевтың Сибай ҡалаһы ағинәйҙәре менән аралашып, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының кейемдәре, биҙәнеү әйберҙәре менән ҡыҙыҡһыныуы ла юҡҡа түгел. Хәҙер бар донъяла этник ҡомартҡыларға иғтибар йүнәлтелә, тарихи хәтер тергеҙелә. Беҙгә лә башҡортлоғобоҙҙо сағылдырған өй ҡаралтыларын, милли кейемдәребеҙҙе ҡыйыуыраҡ индерергә кәрәк ҡулланылышҡа. Әйткәндәй, хәҙер районыбыҙҙа башҡорт милли кейеме тегеп, һатыуға сығарған оҫтабикәләр күбәйҙе. Ир-егеттәребеҙҙең дә төрлө йорт ҡаралтылары эшләүгә тотоноп, шуны кәсепкә әйләндереүен теләйек. Бына шулай, оло быуын тормош һабаҡтарын йәш быуынға түкмәй-сәсмәй еткерергә тейеш, тигән фекер менән янып йәшәй һәм эшләй Баймаҡ ағинәйҙәре.

Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 07.04.14 | Ҡаралған: 2558

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru