«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
уян, уйла…
+  - 

ЙӘШ БЫУЫНҒА ЯҠЫН КИЛӘСӘКТӘ...
йөҙөн һаҡлау бәхете тейерме?

Байлыҡ, аҡса йоғонтоһондағы донъяла берәүҙәрҙең икенселәрҙе үҙ ихтыярына буйһондороуын аҡлаған сәйәсәт еңде һәм илдә халыҡтың шул сифатта йәшәү рәүешен раҫланы. Һөҙөмтәлә, күптәр йәшәү мәғәнәһе һәм маҡсаты тигән төшөнсәләрҙән ваз кисте, тормошонда ниндәйҙер уңыштарға (бәхет тураһында һүҙ ҙә юҡ!) өлгәшеүҙән төңөлдө. 2011 йылда Рәсәй халҡы кәмеү темптары һәм яртаҡылдары һаны буйынса донъяла 1-се урынға сыҡты! Күптәр үҙҙәренең тәне менән генә түгел, аңы менән идара итеү һәләтен юғалтып, йәки башҡаларға тапшырып, дөрөҫтө ялғaндaн, яҡшыны ямандан айыра алмай, үҙҙәрен талаған, көсләгән, кәмһеткәндәргә тоғро хеҙмәт итергә күнде.

Йәмғиәтебеҙ матди, сәйәси, хәрби өҫтөнлөктәрен юғалтып, ситтәр йоғонтоһона бирелеп, рухи байлыҡтарын юғалта, тәбиғи ресурстарын, халыҡ милкен аяуһыҙ талауға юл асып, феодаль йәмғиәткә күсә бара кеүек. Күрше туғандаш халыҡтарҙы эргәһенә туплап, Евразияла үҙе лидер булаһы урынға, илебеҙ сит илдәр сәнәғәтен үҫтереүсе сеймал базаһына әүерелде, тәбиғи булмышына, асылына ят йәшәү рәүешен үҙләштерә, йәш быуынға аҙғын идеяларҙы көсләп һеңдереүгә түҙеп ҡарай... Рәсәйҙе ҡыҫырыҡлаусылар, илдең сәйәсәтен, халҡының йәшәү рәүешен үҙҙәренең ҡалыбына һалыу менән бер рәттән, рухиәтенән, тарихынан ваз кистерергә, тәбиғи ресурстарынан яҙҙырырға тырыша. Был юҫыҡта ил хөкүмәте лә үҙен күралмаусыларҙың тирмәненә һыу ҡоя. Мәҫәлән, туҡтауһыҙ реформалар һөҙөмтәһендә Рәсәйҙә, 1990 йыл менән сағыштырғанда, уҡыусылар һаны 42 проценҡа, уҡытыусылар һаны 30 проценҡа кәмегән. 2012 уҡыу йылы башына 20300 мәктәп, 22000 балалар баҡсаһы ябылған. Бөгөн Рәсәйҙә 2 млн. үҫмер - наҙан, 700 мең бала етем. Һуңғы 20 йылда Ер йөҙөндә рус телен белеүселәр 350 миллиондан 278 миллионғаса кәмегән. Төрлө тикшеренеүҙәрҙән күренеүенсә, 2025 йылда был һандың 150 миллионға тиклем кәмеүе күҙаллана. Был хәл Рәсәй халҡын мәғлүмәтлелектә 120 йылға артҡа ташлаясаҡ, тигән фараз бар.
Ә бит донъяла халыҡ милке менән халыҡ файҙаһына идара итеү өлгөләре лә бар. Мәҫәлән, һуңғы йылдарҙа Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренең сәйәси, иҡтисади һәм социаль яҡтан йылдам үҫеше күптәрҙе аптырата һәм һоҡландыра. Улар берҙән-бер байлыҡтары - нефть запасы тағы ла 20-25 йылға ғына етерен белә һәм нефтедолларҙарҙа алынған табышты байҙары сит илдәрҙә аҙып-туҙып йөрөһөн өсөн түгел, ә сәнәғәт тармактарын үҫтереүгә, торлаҡ йорттар, юлдар һ.б. халыҡ мәнфәғәтeнә хеҙмәт итеүсе объекттар төҙөүгә ҡуллана, һөҙөмтәлә, нефттән алынған табыш күләме кәмегәндә лә, ил халҡы үҙаллы һәм лайыҡлы йәшәһен өсөн шарттар тыуҙырыла, киләсәк быуындың яҙмышы хәстәрләнә. Илдә бер кемдән дә бер ниндәй ҙә һалым түләтелмәй. Граждандары тураһында кеше тыумаҫ элек үк ҡайғырта башлайҙар һәм ул хәстәрлек уның ғүмере буйына дауам итә. Мәҫәлән, һәр йәш ғаиләнең никах туйына 100 мең доллар аҡса һәм бушлай фатир бүләк ителә, һәр яңы тыуған балаға 20 мең доллар күләмендә ярҙам күрһәтелә. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының рәсми мәғлүмәттәренән күренеүенсә, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре һаулыҡ һаҡлау, мәғapиф, иҡтисад һәм социаль үҫеш буйынса иң aлдынғы илдәр рәтендә 14-се урынды биләй (Рәсәй - 97-се урында!)
Сүллек араһындағы ҡомло- ташлы уңдырышһыҙ ерҙәрҙе һыуһуғарғыстар менән һуғарып сәскә аттырыуҙың, бай, уңышлы илгә әйләндереүҙең сере - ил сәйәсәтенең һәм халыҡ инаныуының ислам диненә һәм берҙәмлек идеяларына тоғро булыуында, тип ышаныслы әйтеп була. Дини тәғлимәттәргә таянып йәшәгән халыҡ тәртипле, тәүфиҡлы, ғәҙел тормош рәүеше алып барыуы арҡаһында бәхетле лә, бөйөк тә булыуға лайыҡлы!
Төрлө-төрлө ер аҫты хазиналарына, ер өҫтө байлыҡтарына эйә, сикһеҙ уңдырышлы ерҙәре, урмандары, иҫәп-хисапһыҙ йылға, быуа, күлдәре булған илебеҙҙе Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре кимәленә күтәреп йәшәргә беҙгә бер кем дә, бер нәмә лә ҡамасауламай. Был маҡсатты тормошка ашырыу өсөн бөтә уңайлыҡтар ҙа, мөмкинлектәр ҙә бар, тик иман, ихтыяр көсө, теләк кенә кәрәк, биллаһи! Теләге барҙың иле лә, теле лә, етеш тормошо ла, өмөтлө киләсәге лә бар!
"Аллаһ биргән байлыҡты һәр кем үҙ белдеге менән, үҙ файҙаһына ҡуллана башлаһа, тормошта, тәбиғәттә һәм бәндәләр күңелендә лә тарҡалыу башлана", тиелә "Әш-Шүгәрә" сүрәһендә. Шуның һымаҡ, тормошо матди ҡиммәттәр туплауға, байлыҡҡа табыныуға һәм ҡомһоҙлоҡҡа ҡоролған йәмғиәттә ғәҙелһеҙлеккә юл асыла, татыулыҡ, тыныслыҡ юҡҡа сыға, әхлаҡи ҡанундарҙы, рухи ҡиммәттәрҙе тәкәбберлек, көнсөллөк, нәфсе алмаштыра. Был фекерҙе дәлилләү өсөн бер генә миҫал килтереү ҙә етә: донъя халыҡтарын өгөтләү, ҡурҡытыу менән дә, сәйәсәте менән дә үҙ ихтыярына буйһондороп, үҙ йәшәү рәүешенә күндереп маташҡан АҠШ 1945 йылдан бирле үҙ мәнфәғәттәрен яҡлап, 300-ҙән ашыу тапҡыр яҡын һәм алыҫ күршеләренә һөжүм итте, 200-ҙән ашыу тапҡыр аҫтыртын һәм асыҡтан-асыҡ рәүештә бойондороҡһоҙ илдәрҙең лигитим хөкүмәтен ауҙарырға маташты. Бәлки, ошо һандар уйланырға мәжбүр итер өҙлөкһөҙ үҙгәртеү, реформалар менән мауығыусыларҙы...
Хакимдарыбыҙ туҡтауһыҙ тәжрибәләр үткәреп, илде, халыҡты тарҡатыу урынына, Ватанының именлеген, халҡының берҙәмлеген һәм лайыҡлы йәшәүен хәстәрләп, күберәк ышаныслы киләсәген тәьмин итеүҙе күҙ уңында тотһа, халыҡтар телдәре өсөн дә, илдәре өсөн дә, киләсәге өсөн дә хәүефләнмәй, донъяларын төҙөкләндереү, тормоштарын камиллаштырыу менән булышырҙар ине... Килер заман, көслө ихтыярлылар үҙ асылын, үҙ йөҙҙәрен һаҡлап, һый- хөрмәттә һәм оло ихтирамда донъяға хужа булып йәшәр. Ә башҡалар? Башҡалар - көслө ихтыярлыларҙың хеҙмәтселәре булып, уларҙың берҙәмлегенә һоҡланып, уларға оҡшарға тырышып, көнләшеп һәм үсләшеп...
...Борсой мине уйҙар. Хәтәр уйҙар.
Уйланмаҫ та инем, көймәһәм.
Тел болғауҙар хәүефлеген түгел,
Күҙ буяуҙар хаҡын күрмәһәм.
Борон башҡорт башына ҡамсат бүркен
Тәкәбберлек ҡылып кеймәгән.
Үҙ мөлкәте өсөн йәнен биргән,
Ят милкенә ҡулы теймәгән.
Йәш быуынға яҡын киләсәктә
Йөҙөн һаҡлау бәхете тейерме?
Йә башына үзбәк түбәтәйе,
Йәһүд кипаһы ла кейерме?..

Урал МОСТАФИН.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 21.04.14 | Ҡаралған: 1588

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru