«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
уйлыға - уй
+  - 

ЕР АҪТЫНДА ХАЗИНАЛАР
Уларға һуң кем хужа?

Башҡортостаныбыҙҙа төрлө ҡаҙылма байлыҡтарҙың мул булыуын яҡшы беләбеҙ. Тик әле һүҙ ер аҫтындағы башҡа хазиналар тураһында барасаҡ.

Ер аҫты иҫ киткес күп серҙәр һаҡлай икән ул. Үҙемдең ишеткән-күргәндәрем буйынса шундай һығымтаға килдем әле. Тыуған төйәгем - Көйөргәҙе районының Бәләкәй Муса ауылы тирәһендәге һуңғы тиҫтә йылдар эсендәге күҙәтеүҙәрем менән уртаҡлашмаҡсы булдым. Мин бәләкәй саҡта атайым мәрхүм (1909 йылғы) беҙҙең ауыл менән Ҡансыра ауылы араһындағы убаларҙы күрһәтеп, уларҙың атамаларын да аңлата торғайны. Хәҙер ул урындар һөрөлөп, ер менән тигеҙләнгән. Ә бит был убалар боронғо серҙәрҙе һаҡлауы ихтимал ине. Бик йәл...
Ә бына күрше Яңы Муса ауылы эргәһендә кемдәрҙер бик оҙаҡ ҡаҙыу эштәре алып барҙы. Тик улар ысын археологтар булдымы икән, тигән шик тыуа. Ысын ғалим-археолог булһалар, боронғо ҡәберлектән сыҡҡан һөйәктәрҙе, көршәк ярсыҡтарын (бик матур амфора булған ул) тырым-тырағай ташлап китмәҫтәр ине. Был ҡыҙыҡлы әйберҙәрҙе ауыл балалары өйҙәренә алып ҡайтып, уйнатып йөрөнөләр. Ә ҡәберлектән табылған иң һоҡландырған хазина - ул ҙур алтын табаҡ ине. Уны республиканан ситкә олаҡтырҙылар, тинеләр...
Беҙҙең ауыл янынан аҡҡан Ҡушбүләк йылғаһы (Мәләүез йылғаһының ҡушылдығы) буйындағы тау башында ҡыҙыл балсыҡ сығара башлағайнылар (төҙөлөш өсөн ташығандарҙыр инде). Шул ваҡытта экскаватор һоҫҡоһо боронғо ҡәберлекте соҡоп сығара. Ике кеше бергә ерләнгән ҡәберлек була ул. Һөлдәләр эргәһенә төрлө әйберҙәр һалынған булған. Ҡаҙыу эштәре туҡтатыла. Был осраҡта ла ҡәберлектән табылған ҡылыс менән ауыл малайҙары уйнап йөрөй. Ә һөйәктәрҙе балсыҡ ташыған ойошмала ҡарауылсы булып эшләгән Бәләкәй Муса ауылы кешеһе ауыл зыяратына алып барып күмә. Ҡәберлектән тағы нимәләр табылғандыр - уныһы билдәһеҙ. Ҡылыс ҡына булмағандыр бит инде унда. Ауыл Советы рәйесенә лә, район музейы хеҙмәткәренә лә мөрәжәғәт итеп, белгестәр саҡырырға кәрәклеге тураһында әйтеп ҡараным, әммә эш шул урында туҡтап ҡалды, шикелле. Дөрөҫ, хәҙер был тауҙа балсыҡ сығарғандары тойолмай. Ә ҡәбер соҡоро таҡталар менән ҡаплап ҡуйылған... Күрше Илкәнәй ауылында ла археологик ҡаҙыу эштәре алып барылды. Уларҙан һуң тәрән соҡор тороп ҡалды. Бында табылған ҡәберҙә боронғо яугир менән уның аты ерләнгән булған. Бынан саҡ ҡына арыраҡ ошо ауыл кешеһе миңә бер серле урынды күрһәтте. Тигеҙ яландағы ер өҫтөндә бик күп оҙонса дүртмөйөштәр ҡалҡып сығып тора ине. Был боронғо торама булыуы ихтимал, тип уйланым мин, үҙемсә һығымта яһап. Шул турала Әнүәр Әсфәндийәровҡа төбәп хат та яҙғайным (ул ошо Илкәнәй ауылының кейәүе ине), тик ниңәлер ул хат ебәрелмәй ҡалды. Һуңғараҡ бер фермер был яланды һөрөп, көнбағыш сәскәйне. Быны күргәс, ниңә эште аҙағына алып барып еткермәнем икән, тип бик үкендем...
Бына шулай, беҙҙең күҙ алдында мәңгелеккә юйыла бара ер аҫты серҙәре, тарих эҙҙәре...
Ер аҫты хазиналарына, әлбиттә, дәүләт хужа. Әммә ул хазиналар бит ошо ерҙәрҙең аҫабалары булған башҡорттарҙың тарихы менән бәйле. Шуға ла хөкүмәтебеҙ археология өлкәһенә тейешле иғтибар бүлһен ине, тип теләге килә. Әйтәйек, хоккейға бихисап аҡса түгелә лә баһа, ә ниңә фәнгә шунса сығым йәлләргә? Һүҙ ыңғайында шуны ла әйтеп китәйем: үҙебеҙҙең киноиндустрияны үҫтерһәк, күпме иҫ китерлек тарихи фильмдар төшөрөргә булыр ине Башҡортостан ерлегендә! Тарихыбыҙ - баһалап бөтөргөһөҙ ҡиммәтле хазина ул, шуны аңлаһаҡ ине.
Ошо юлдарҙы яҙғанда, беҙҙең райондың Таймаҫ ауылында булған хәл иҫкә килеп төштө. Унда бынан байтаҡ йылдар элек бер кеше өй һалырға нигеҙ ҡаҙған саҡта хазинаға тап була. Унан боронғо тәңкәләр, мәрйендәр һ.б. байлыҡ килеп сыға. Улар ауыл халҡы араһында бик тиҙ таралып бөтә, бик әҙҙәре генә ғалимдар ҡулына барып эләгә. Бынан шул күренә: кешеләр ер аҫтынан сыҡҡан хазинаның дәүләттеке булыуын, уның оло тарихи әһәмиәткә эйә икәнен аңлап етмәй. Һуңғы ваҡытта ер аҫтында ниндәй хазина ятҡанын билдәләй алыусы металл эҙләгестәр һатыла башланы. Шуны ҡулланып, теләһә кем хазина таба һәм уны үҙләштерә аламы икән, тигән һорау тыуа. Уны тапҡан хәлдә лә, хөкүмәткә тапшырып, күпмелер процентын ғына алырҙарына ышаныс юҡ. Хәҙер элекке кеүек энтузиаст археологтар, намыҫлы эҙәрмәндәр бармы икән ул? Беҙ арҙаҡлы ғалимыбыҙ Нияз Мәжитов алдында баш эйергә тейешбеҙ. Уның кеүек археологтарыбыҙ күберәк булһа, тарихи хазиналарыбыҙ шул тиклем әрәм-шәрәм ителмәҫ ине, моғайын...
Мин әле үҙ ауылымдың тирә-яғына ғына байҡау яһаным, ә бөтөн Башҡортостан буйынса хәлдәр нисек икәнен күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын. Бәләкәйҙән археология менән ҡыҙыҡһынһам да, мин был өлкәлә белгес түгел. Шуға күрә, ҡайһы бер мәсьәләләр буйынса, бәлки, яңылышамдыр. Ошо мәҡәләлә күтәрелгән проблемалар тураһында белгестәр ни әйтер икән?

Хәлиҙә АЛТЫНБАЕВА.

ТЕМАНЫ ДАУАМ ИТЕП...

Нияз МӘЖИТОВ, тарих фәндәре докторы, археолог: Авторҙың яҙғандарын уҡып, тарихҡа битараф булмаған кешеләрҙең булыуы менән шатландым. Бында, ысынлап та, хәҙерге Көйөргәҙе районындағы археологик ҡомартҡыларҙың күплеге тураһында һүҙ бара. Шул уҡ ваҡытта районда ошо хазиналарҙың төрлө сәбәптәр арҡаһында емерелеүе, юғалыуы, урланыуы, билдәһеҙ кешеләр тарафынан ҡаҙылыуы борсоуға һалды. Тимәк, районда археологик ҡомартҡылар тейешле кимәлдә һаҡланмай, был өлкәлә етешһеҙлектәр бар.
Яҙылғанды анализлап, шуны әйтергә була: теге йәки был тарихи объект тураһында хатта телдән генә әйтелгән һәр бер факт та айырым тикшерелергә тейешле мөһим археологик сығанаҡ ул. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдарҙа беҙ ошондай факттарға иғтибар итмәй башланыҡ. Шул арҡала тарихи факттар юғала. Минең фекеремсә, әлеге автор яҙғандар эҙенән беҙҙең профессионал археологтар мотлаҡ тикшереүҙәр үткәрергә тейеш.
Алтмыш йыл тирәһе мин археологик тикшеренеүҙәр менән шөғөлләнәм, бер ҡасан да бындай мәғлүмәттәрҙе урап үтмәнем. Һәр береһе буйынса айырым зҙләнеүҙәр алып барҙым. Яҡын арала Көйөргәҙе районына үҙем бара алмаһам, башҡа археологтарҙың ошо табылдыҡтарҙы өйрәнеп, тикшереп ҡайтыуын хәстәрләйәсәкмен. Көндәр йылынғас та йә Башҡорт дәүләт университетынан, йә Мәҙәниәт министрлығынан кешеләр йәлеп ителәсәк һәм ошо йүнәлештә экспедицияға ебәреләсәк. Бәлки, шунда табылған табыштарҙың ҡайһы берҙәре ауыл, мәктәп музейында булһынмы, башҡа урындамы, һаҡланалыр ҙа әле. Улар беҙгә тикшеренеүҙәр алып барғанда бик ныҡ ярҙам итәсәк. Табылдыҡтарҙы юғалтырға, берәйһенә һатырға, бирергә ярамай. Бигерәк тә ҡомартҡыларҙың "ҡара" археологтар ҡулына эләгеүенән һаҡ булырға кәрәк. "Ҡара" археология беҙҙә тыйылған. Был эште алып барыусылар закон буйынса яуаплылыҡҡа тарттырылырға тейеш. Ләкин улар артынан һәр саҡ өлгөрөп булмай. Халыҡтың да уяу булыуы кәрәк был осраҡта.
Дөйөм алғанда, Көйөргәҙе районында ғына түгел, бар республикала, илдә ошондай археологик хазиналарҙы һаҡлау, өйрәнеү өсөн күп эшләргә кәрәк әле.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 21.04.14 | Ҡаралған: 1571

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru