«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
рухиәтебеҙ
+  - 

ЯҘЫУСЫЛАРЫБЫҘ...
яңы рәйес һайланы

Ошо көндәрҙә Башҡортостан яҙыусылары сираттан тыш ҡорға йыйылып, өс кандидат - яҙыусы, драматург Наил Ғәйетбай, "Һәнәк" журналының баш мөхәррире Рәлиф Кинйәбаев, "Бельские просторы" гәзитенең баш мөхәррире урынбаҫары Игорь Фролов кандидатуралары араһынан Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесен һайланы. Йыйылышҡа Союзға ингән 227 яҙыусының 169-ы килде, һайлауҙа 155 әҙип ҡатнашты.

Яҙыусылар ҡоро һәүетемсә генә барҙы, рәйес һайлау ҙа тыныс үтте. Уның ҡарауы, күптәрҙе трибунанан яңғыраған ҡайһы бер сығыштарҙағы факттар һиҫкәндерҙе. Әйтәйек, проза һәм публицистика секцияһы рәйесе Сабир Шәрипов прозала "аяҡ менән" яҙыусылар күбәйҙе, тип, ҡулъяҙмаларында тел-стиль хаталары ебәреүсе бер-ике әҙипте тәнҡит утына тотһа, унан һуң сығыш яһаған поэзия секцияһы рәйесе шағирә Тамара Искәндәриә шиғыр яҙыуҙы кәсепкә әйләндереп алған ҡайһы бер "рифмасылар" күбәйеүе өсөн борсолоуын йәшермәне. Драматургия секцияһы рәйесе Наил Ғәйетбай драматургияның да көрсөк хәлендә булыуын, кисекмәҫтән йәш драматургтарҙы йәлеп итеү саралары талап ителеүен әйтеп үтте. Кандидат шулай уҡ үҙенең һайлау алды программаһы - планлаштырған эштәре менән дә таныштырҙы. Ул йәштәргә, китаптар нәшер итеүгә, яҙыусыларҙың ялын ойоштороуға айырыуса күп иғтибар бүләсәген, Риф Тойғон башлаған эштәрҙе дауам итәсәген вәғәҙәләне. Рәлиф Кинйәбаев менән Игорь Фролов сығыштарында ла ыңғай, өмөт уятырлыҡ һүҙҙәр яңғыраны.
Һайлау һөҙөмтәләренә килгәндә, йәшниккә төшөргән 155 бюллетендең 109-ы - Наил Ғәйетбай, 35-е - Рәлиф Кинйәбаев, 9-ы Игорь Фролов исеменә булыуы асыҡланды. Йәғни, киләһе съезға тиклем идара рәйесе вазифаһын Наил Ғәйетбай атҡарасаҡ. Беҙ ҡорға Яҙыусылар союзы идараһы рәйесен һайлауға тамаша ҡылыу өсөн генә түгел, ә милләт яҙмышына ыңғай йоғонто яһарлыҡ, ҡайһы бер проблемаларға асыҡлыҡ индерерлек фекерҙәр ишетеү маҡсатында ла килгәйнек. Әҙәбиәттең бөгөнгө торошона ниндәй баһа бирелер - шуны ла көткәйнек. Яҙыусылар союзы ниндәй эштәр атҡарырға тейеш? Идара рәйесенең төп бурысы нимәгә ҡайтып ҡала? Яҙыусымын, тигән яҙыусы ниндәй булырға тейеш? Ошо өс һорауға яуап ишетеү маҡсатында әҙиптәребеҙгә мөрәжәғәт иттек.
Йыһат СОЛТАНОВ: Союздың беренсе бурысы - бөтә яҙыусыларға тигеҙ ҡарап, уларҙы бергә туплау. Ни өсөн? Беҙҙең әҙәбиәт үҫешһен өсөн. Бының өсөн нимә кәрәк? Яҙыусыларға шарттар тыуҙырыу кәрәк. Беренсе шарт нимә? Яҙыусының китабы сығырға тейеш. Китап сығарыу иң ауыр мәсьәлә хәҙер. Шуның арҡаһында яҙыусының яҙған әйберҙәре, ижады туҡталып тора. Бына шуны Яҙыусылар союзы юлға һалырға тейеш. Хөкүмәтебеҙ менән бергәләп.
Яҙыусы өҙлөкһөҙ белем алырға тейеш. Бер кем дә, белем алып бөттөм, тип әйтә алмай. Шундай ҙур өлкә бит ул - белем. Уның осона сығырлыҡ түгел. Белем алған һайын, кеше лә, уның ижады ла үҫә. Беҙҙә юғары кимәлдәге яҙыусылар бар, әммә яҙыусыларыбыҙҙың яртыһынан күберәгенең белем кимәле уҡыусының белем кимәленән түбәнерәк. Был - әҙәбиәттең үлеме, тигән һүҙ. Уҡыусыны юғары күтәрергә кәрәк. Ә яҙыусыларҙың ҡайһы берҙәре үҙ әҫәрен уҡыусының аң кимәленә яраҡлаштырып, түбән төшә. Был - ысын яҙыусының эше түгел. Яҙыусы уҡыусыны үҙенең ижады, таланты, бөтә белеме ярҙамында үҙе менән ҡуша юғары күтәрергә тейеш. Ләкин, үкенескә ҡаршы, был һәр ваҡыт улай барып сыҡмай. Бына мин компьютер, интернет менән еңел эш итәм. Компьютер менән эш иткән яҙыусылар аҙ һаман. Мин ауылдан сыҡҡан элекке колхозсы. Ауылда ағас күсәрле, ағас тәгәрмәсле көлтә арбаһында шалтыр-шолтор ултырып йөрөй торғайныҡ. Компьютерһыҙ эш итеү - көлтә арбаһында ултырып йөрөү, ә заман техникаһында түгел. Шуны тоймайҙар, ахыры: компьютер ниндәй еңеллек килтерә бит! Бөтә донъя менән һөйләшеп, мәғлүмәт алып була!
Ноғман МУСИН, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы: Булып үткән йыйылышта Союздың уставына төҙәтмә индереп, рәйес булып һайланыусының рәйес вазифаһынан тыш, бүтән вазифа биләй алмауы тураһындағы пунктты алып ташларға кәрәк, тигән тәҡдим менән сығыш яһаусылар булды. Кемдер образлы итеп был мәсьәләне "ике ултырғыста ултырыу" тип атаны. Минең ҡарашым шул: рәйес тик ошо вазифаны ғына тейешенсә алып барырға тейеш. Мин Башҡортостан яҙыусыларының 1954 йылда үткән икенсе съезынан башлап бөтә съездарҙа ла ҡатнашҡанмын. Яҙыусылар союзы идараһы рәйесен һайлағанда ике кеше күрһәтелә лә, береһен һайлап ҡуя инек. 2001 йылда үткән 13-сө съезға тиклем бындай ике төрлө ҡараш - ике урында эшләү мәсьәләһе күтәрелмәне. Был юлы ошо төҙәтмәнең индерелмәүе өсөн үҙ фекеремде асыҡтан-асыҡ әйттем һәм күптәрҙе икеле уйҙарынан арындыра алғанмындыр, тип ышанам. Һәр хәлдә, рәйес ике урында ла эшләй ала, тигән тәҡдим үтмәне. Хәҙер беҙҙең Яҙыусылар союзы ҙур - уның ағзаларының һәр береһе үҙен ҙур кеше, айырым эшмәкәр итеп күрә, улар менән эшләүе лә ҡыйын. Унан һуң, хәҙер яҙыусыларҙың иҡтисади хәле һәйбәт түгел. Йәштәрҙең фатир алыу мәсьәләһе лә хәл итеүҙе талап итә. Юғары ойошмалар менән һөйләшмәйенсә, был проблемаларҙы хәл итеү мөмкин түгел. Яңы рәйестән беҙ шундай эштәр көтәбеҙ...

Илгиз ИШБУЛАТОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 21.04.14 | Ҡаралған: 1717

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru