«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ағинәйҙәр ҡоро
+  - 

АУЫЛ ТОРМОШОНДАҒЫ БУШЛЫҠТЫ…
ағинәйҙәр, аҡһаҡалдар тултыра

Әбйәлилдә Ағинәйҙәр ҡоро төҙөлә башлауы хаҡында һүҙ сыҡһа, күптәр: "Бәй, беҙҙә ул электән бар түгелме һуң?" - тип аптырап ҡала. Әлбиттә, Әбйәлил булһын да, нисек ағинәйҙәрһеҙ булһын инде! Тик беҙҙә башлыса сәсәниәләрҙе "ағинәйҙәр" тип йөрөттөләр. Район, билдәле булыуынса, сәсәнлек мәктәбе менән дан тота. Хәнифә Әбүбәкерова менән Вәсилә Садиҡова - бөтә республикаға билдәле һүҙ оҫталары. Шулай уҡ Гөлнур Мамлеева, Мәфтуха Мусина, Вазифа Хәйретдинова, Мәүҙиға Баймөхәмәтова, Фатима Һибәтова, Әсмә Солтанова, Флүрә Низамова, Айһылыу Хәсәнова, Сәфинә Солтанова, Ләлә Ғүмәрова, Фәүҡинур Сафина һәм башҡа бик-бик күптәр үҙҙәренең шиғри юлдарға һалынған аҡ һүҙҙәре, өгөт-нәсихәттәре менән элек-электән халыҡ араһында тәрбиәүи эш алып барҙы.

Ә рәсми рәүештә Ағинәйҙәр ҡоро беҙҙә былтырғы йыйында ойошторолдо. Ҡорҙоң етәксеһе итеп Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, китапханалар эше ветераны Роза Таһирова һайланды. Шунда уҡ ун биш ауыл биләмәһенең дә Ағинәйҙәр ҡоро төҙөлөп, уларҙың етәкселәре һайланды, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының Ғаилә, әсәлек, балалыҡ һәм атайлыҡ мәсьәләләре буйынса комиссия рәйесе Гөлфиә Янбаева уларға танытмалар тапшырҙы, ә район хакимиәтенең аналитика бүлеге етәксеһе Лениза Сәғәҙиева символик аҡ яулыҡтар ябындырҙы. Шул көндән алып Роза Вәли ҡыҙы райондың ун биш ауыл биләмәһендә Ағинәйҙәр ҡорҙары эшен әүҙемләштереүгә ең һыҙғанып тотоноп китте. Был эш бер ниндәй ҙә өҫтән баҫымһыҙ, күтәренке рух менән ойошҡан рәүештә бара. Илле-алтмыш-етмеш йәшлек ханымдарҙың өйҙә ултырмай, кеше араһында булғыһы килә, әле эшкә дәрттәре лә һүнеп бөтмәгән. Шуға ундайҙар үҙҙәре теләк белдереп, ағинәйҙәр сафында булырға ынтылып тора.
-Ҡайһы берәүҙәр ағинәй мотлаҡ аҡ яулыҡты яҙып ябынған, намаҙ уҡыған, дин тотҡан әбей булырға тейеш, тип уйлай. Әлбиттә, улар ағинәй. Тик беҙ ойошмаға ҡырҡ, илле йәшлек ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙы ла саҡырабыҙ, - ти ҡор етәксеһе Роза Таһирова. - Иң мөһиме, был ҡатындар ире, ҡәйнәһе, күршеләре менән татыу йәшәгән, өлгөлө балалар үҫтергән, эшендә абруй менән файҙаланған, белемле, әүҙем һәм милли рухлы кешеләр булһын. Матур кейенеп, үҙеңде тәрбиәләп йөрөү бик мөһим. "Башта үҙеңде бел әле" тип бармаҡ менән төртһәләр, ундай инәйҙән ниндәй тәрбиәсе сыҡһын?..
Роза Таһирова урындағы биләмә башлыҡтарынан Ағинәйҙәр ҡоро өсөн эш бүлмәһе булдырыуҙы ла талап итә, әле Таштимер, Хәлил биләмәләрендә был талапты үтәп, ағинәйҙәргә махсус йыйылыу урыны бүленгән.
- Уҡытыусы-ветеран Әсмә Тайыпова етәкселегендә таштимерҙәр ойошҡан эшләй, буйҙаҡтарға иштәрен табырға ярҙам итеүҙе үҙҙәренә төп йүнәлеш итеп һайлаған, - ти Роза Вәли ҡыҙы. Ул шулай уҡ Асҡар (етәксеһе Сафия Мансурова), Амангилде (етәксеһе Ләлә Ғүмәрова), Хәлил (Сәүҙә Ғәбитова), Ҡужан (Фәйрүзә Кәримова), Әлмөхәмәт (Мәҙинә Ғүмәрова) һәм Дәүләт (Фая Ҡаһарманова) ауылдарының ағинәйҙәр ойошмаларының яҡшы эшләүен билдәләне. Тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында әбйәлилдәр Сибай Ағинәйҙәр ҡорона ла барып ҡайтты, улар үҙҙәре Әбйәлилгә килде.
Амангилде биләмәһе ағинәйҙәре "Халҡымдың боронғо кәсептәре" тип аталған республика сараһы әҙерләй башлаған. Улар башҡа яҡтарҙа инде онотолған тула һуғыу кәсебен күрһәтергә йыйына. Әле күптән түгел Амангилде биләмәһенә ҡараған Ҡаҙмаш ауылындағы ағинәйҙәр урындағы клуб мөдире Разия Ғиззәтова менән берлектә "Өләсәйем һандығы" тип аталған ололар, йәштәр һәм балалар ҡатнашлығындағы быуындар осрашыуын юғары кимәлдә үткәрҙе. "Ғөмүмән, Ҡаҙмаш ойошмаһын етәкләгән уҡытыусы-ветеран Сәрбиямал Рәжәпова инициатива һәм әүҙемлек менән айырылып тора, - ти Амангилде Ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Ләлә Ғүмәрова. - Ул һәр өлкә - мәҙәниәт, спорт, йәштәр эштәре буйынса яуаплы кешеләр тәғәйенләгән. Хәҙер ауылда бер сара ла ағинәйҙәрҙән тыш үтмәй…"
"Өләсәйем һандығы" кисәһендә Үтәгән, Рысҡужа, Амангилде, Әбделғәзе ауылдары ағинәйҙәре лә ҡатнашты. Бына ҡайҙа тормош һабаҡтары! Халыҡ хәтере - бөтмәҫ-төкәнмәҫ хазина бит ул. Өләсәйҙәрҙең мәҡәлдәренә, йомаҡтарына, таҡмаҡтарына һәм әкиәттәренә күпме аҡыл, йәшәү мәғәнәһе һыйған. Уларҙы тыңлап, сисеп, арттарынан һамаҡлап, бала күңеле һәм аңы үҙенә күпме тәрбиә һәм һабаҡ алды. Кисә барыһына ла оҡшаны: уны башҡа ауылдарҙа ла үткәрергә ҡарар иттеләр, ә эстафетаны үтәгәндәр алды.
Әбйәлил Ағинәйҙәр ҡоро үҙҙәренең эшмәкәрлек төрҙәрен киң йәйелдермәксе. Роза Таһирова әйтеүенсә, ағинәйҙәр аҡрынлап дини йолаларҙы ла өйрәнә, намаҙға баҫа. Ғаиләнең ролен күтәреү, айырыуса атай, ир-ат абруйын үҫтереү буйынса ла бик күп тәрбиә саралары планлаштыра. Эскелеккә ҡаршы көрәшеү, ауылдарҙы "Айыҡ ауыл" конкурстарында ҡатнашыуға ҡыҙыҡтырыу, экологик өмәләрҙе әүҙемләштереү, ғөмүмән, һәр кемдә ошо ерҙең хужаһы булыу тойғоһон уятыу өсөн тырышыуҙары ағинәйҙәрҙең. Был ҡорҙар ауылдарыбыҙ тормошондағы һуңғы йылдарҙа барлыҡҡа килгән бушлыҡты тултырыу сараһы һымаҡ ҡабул ителә хәҙер - бына шуныһы иң мөһиме.

Рәхимә МУСИНА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 21.04.14 | Ҡаралған: 1240

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru