«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҡоролтай зыңғыры
+  - 

УРАЛ ТӨБӘГЕНЕҢ АҪАБАЛАРЫ...
ҡор йыйҙы

Екатеринбург ҡалаһында Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты һәм Свердловск өлкәһе Башҡорт үҙәге менән берлектә төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференция уҙғарылды. "Башҡорттар - Урал төбәгенең аҫаба халҡы" тигән темаға арналды ул. Ун ете меңдән ашыу башҡорт йәшәгән был өлкәлә ике Башҡорт үҙәге әүҙем эшләп килә. Береһенә - Фәимә Йосопова, икенсеһенә Нәфисә Тюменцева етәкселек итә.

Милләтте шәхестәр күтәрә, тигәндәй, киң Рәсәйҙең ҙур тәбәгендә тауҙай эштәр башҡарған был гүзәл заттар ер күкрәген ярып сыҡҡан шишмәләргә тиң. Беҙҙе ҡабул иткән Үҙәктең етәксеһе Фәимә Фәхритдин ҡыҙының ойоштороу һәләтенә айырыуса һоҡландыҡ. Урындағы дәүләт эшмәкәрҙәрен, Венгрияның Екатеринбургтағы генераль консулын, Силәбе, Өфө, Пермь, Екатеринбург, Каменск-Уральск һ.б. ҡалаларҙан килгән ғалимдарҙы, архив, музей, китапхана хеҙмәткәрҙәрен, хәрби хеҙмәттәгеләрҙе, юғары уҡыу йорттары студенттарын, аспиранттарын ҡыҙыҡһындырыу өсөн ғәйәт ҙур тырышлыҡ кәрәклеген барыбыҙ ҙа аңлайҙыр.
Свердловск өлкәһе башҡорттарына тарих заңын даими еткереүселәрҙең береһе - БДУ профессоры Нәзир Ҡолбахтиндың былтырғы ошондай йыйындағы докладына туҡталып, танылған яҙыусы Таңсулпан Ғарипова: "Уның сығышының һәр юлын, һәр фекерен доғалай күреп диҡҡәт менән тыңланым",- тип яҙғайны. Быйыл да залдағылар олпат ғалим-педагогтарыбыҙ Нәзир Ҡолбахтиндың, Роза Буканованың сығыштарын ҡыҙыҡһынып ҡабул итте. Уралда, Волга буйҙарында йәшәгән ата-бабаларыбыҙҙың быуаттар сылбырында ниндәй катаклизмдар кисереүен документаль факттар аша күрһәтеү уйландырҙы, тетрәндерҙе. Әммә тарих тирмәне таштары уларҙы күпмелер мөсһөҙләндерһә лә, бөтөнләй көстән яҙҙыра, юҡҡа сығара алмауы ғорурлыҡ тойғоһо уятты.
Тарих фәндәре докторы, профессор Роза Буканованың "Екатеринбург ҡалаһына нигеҙ һалыусы В.Н.Татищев һәм башҡорттар" тигән докладына урындағы халыҡ айырыуса иғтибарлы булды. Роза Ғафар ҡыҙын трибунанан ебәрмәй һорауҙарға күмеү ошо хаҡта һөйләй. Докладсы Екатеринбург ҡалаһына нигеҙ һалыусы инженер-төҙөүсе В.Н. Татищевтың биографияһындағы иң сағыу биттәр Башҡортостан менән бәйле булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. "Мәҫәлән, 1720-1722, 1734-1737 йылдарҙа В.Н. Татищев - Урал буйындағы заводтарҙың хужаһы була, - тип билдәләне Роза Ғафар ҡыҙы. - Был осорҙа Рәсәйҙәге хәрби-сәйәси хәлде бер-бер артлы башҡорт ихтилаладары тоҡаныуы ҡатмарлаштыра. Аяу белмәгән И.К.Кирилов 1737 йылдың мартына Башҡортостан сиктәренә 9900 регуляр, 7700 регуляр булмаған хәрбиҙәрҙе ҡуя. 4500 кешене резервта тота. Был ҙур көс (22100 кеше) 1737 йылдың йәйенә тәғәйенләнгән башҡорт ихтилалын баҫтырыу өсөн әҙерләнә. Әммә "Бәндә теләй, Хоҙай бойора" тигәндәй, И.К. Кирилов ҡаты ауырып, донъя ҡуя. Уның урынына Ырымбур комиссияһы башлығы итеп В.Н.Татищев тәғәйенләнә. Ҡулына ҙур хакимлыҡ күскән В.Н. Татищев, үҙ дәүерендәге хөкүмәт кешеһе (башҡорт тархандары, бейҙәре уға полковник тип өндәшә) булһа ла, террор алымы менән түгел, булдыра алған тиклем миһырбанлы-гуманлы юлдар менән эш итергә тырыша. Әйтәйек, "Баш күтәргән башҡорттарҙы тынысландырыу маҡсатында законһыҙ ҡулға алынған башлыҡтарҙы иреккә сығара, халыҡты 1737 йылдың йәйенә тәғәйенләнгән ҡан ҡойоштан ҡотҡара, илдә килешеүҙәр ярҙамындағы реформаларҙы яҡлай. Рәсәй тарихында беренселәрҙән булып башҡорттар тураһында ҡиммәтле тарихи-этнографик мәғлүмәттәрҙе ҡалдырған ғалим да ул".
Ғөмүмән, Башҡортостандан барған ғалимдарҙың һәм сәйәсмәндәрҙең сығыштары берәүҙе лә битараф ҡалдырманы. Сарала, ысынлап та, милли үҙаңды үҫтереү буйынса һүҙ күп булды. Фекер алышыуҙарҙа урыҫ, татар, удмурт, ингуш һ.б. милләттән булған кешеләр ҙә ҡатнашты. Ленин ордены кавалеры, 86 йәшлек Ғәлимә Ишбулатова ла иртәндән алып ҡара кискә тиклем беҙҙең арала ҡалды. Ғәжәп итеп: "Арыманыңмы, инәй?"- тиеүселәргә: "Арыу түгел, йәшәп-йәшәреп ултырам, балалар",-тип яуапланы ул. Беҙҙе, Башҡортостандан барған делегацияны, Свердловск өлкәһе башҡорттарының Ҡоролтай ҡарарҙарын тормошҡа ашырыу өсөн дәррәү, бер төптән эшләргә ынтылышы һоҡландырҙы.

Әнисә МУЛЛАҒОЛОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.04.14 | Ҡаралған: 1607

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru