«Киске Өфө» гәзите
Баш бит Һуңғы номер Мәҡәләләр Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2018

Ғинуар
  01  |  02  |  03  |  04
Февраль
  05  |  06  |  07  |  08
Март
  09  |  10  |  11  |  12  |  13
Апрель
  14  |  15  |  16  |  17
Май
  18  |  19  |  20  |  21
Июнь
  22  |  23
 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

"Ағы барҙың туғы бар", ти халҡыбыҙ. Ауылда бөгөн мал-тыуар аҫрарға форсат бармы, ғаиләңде һөт ризыҡтарына кинәндерәһеңме?

 
Сайттың архивы
 

2017

  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

2016

  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

2015

  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

2014

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52

 
хаҡ тамырыбыҙ
+  - 

БЫЛ МУЗЕЙҘА...
ысын тарих һаҡлана

Ошо көндәрҙа Башҡортостан Республикаһының Милли музейы үҙенең 150 йыллығын билдәләне. 1864 йылдың 23 апрелендә асылған музей бөгөнгө көндә республика халҡының рухи, матди байлығын күрһәткән мәҙәни үҙәк булып тора, уның экспозиция һәм күргәҙмә залдарында тарих бөгөнгө көн менән тоташа. Мәғлүмәти шартлау осоронда, халыҡтың иғтибары ысынбарлыҡтан виртуаль донъяға ауышҡанда, фекер азатлығы ғилем бушаҡлығына килтергән заманда музейҙың йәмғиәттәге, мәҙәниәттәге, тарихтағы роле хаҡында Милли музейҙың генераль директоры Ғәли Фәйзрахман улы ВӘЛИУЛЛИН менән әңгәмәлә уҡый алаһығыҙ.

Милли музей өфөлөләрҙе һәм баш ҡала ҡунаҡтарын нимә менән аптырата, һоҡландыра, ниндәй тәьҫораттар менән байыта?

- Милли музейҙа бөгөнгө көндә 35 зал эшләй. Был залдарҙа Башҡортостанда йәшәгән халыҡтарҙың этнографияһына, археологияға, тәбиғәткә, тарихтың төрлө осорҙарына, тарихи ваҡиғаларға арналған экспозициялар эшләп килә. Тарихи ваҡиғалар тигәндә, 1812 йылдағы Ватан һуғышына арналған ике диорама - беҙҙең ғорурлығыбыҙ. 2012 йылда француздарға ҡаршы һуғыштың башланыуына 200 тулыу айҡанлы эшләнгән диораманың беренсе экспозицияһында башҡорт атлыларының француз ғәскәрҙәре менән Малоярославск ҡалаһы янындағы алышы һүрәтләнгән. Беренсе планда хәрби ҡорамалдар, емерелгән арбаның киҫәктәре, ат егеү кәрәк-яраҡтары, артҡы планда рус ғәскәрҙәре составында француздарға ҡаршы һуғышҡан башҡорттар. Икенсе панорама башҡорт егеттәренең еңеү уңайы менән Парижда үткәрелгән парадта ҡатнашыуын һүрәтләй. Был парад тарихта билдәле ваҡиға, унда еңеүсе илдәрҙең бөтә полктары, батшалар, императорҙар, меңдән ашыу генерал ҡатнашҡан. Экспозицияла ике яугир һыны бар. Береһе башҡорт милли кейемендә ҡурай тотоп тора, икенсеһе казак хәрби кейемендә. Был диорамаларҙы һүрәткә төшөрөр алдынан беҙ ошо тарихи урындарҙа булдыҡ, сөнки тарихты дөрөҫ итеп һүрәтләү үтә лә мөһим.
Музейҙың эше мәғлүмәт менән бәйләнгән, ә мәғлүмәт ҡомартҡыларға ҡайтып ҡала. Әгәр ҙә беҙ экспонаттар даирәһен киңәйтмәһәк, яңыртмаһаҡ, экспедицияларға сығып, шул ҡомартҡыларҙы эҙләп, табып, эшкәртеп, халыҡҡа күрһәтмәһәк, эшебеҙ алға бармаясаҡ. Йыл һайын ошо экспедицияларҙа беҙ бик күп археологик, этнографик һәм башҡа төрлө әйберҙәргә юлығабыҙ. Уларҙың иң сағыуҙары музей залдарында урын ала. Ҡайһы берҙәре, бигерәк тә археология менән бәйле булған табылдыҡтар, тәрән, профессиональ тикшеренеүҙәр үткәрелеүен көтә.
Музейға йөрөү йәмғиәттең индикаторы һымаҡ. Ҡыуандырғаны -халыҡтың музейға ҡыҙыҡһыныуы арта бара. Был тормоштоң яҡшыра барыуын да аңлата. Сөнки йәшәү шарттары һәйбәттән булмағанда кеше үҙенең мәҙәниәте хаҡында уйланмай. Тормош көйләнгәс кенә халыҡ мәҙәнилеген хәстәрләй башлай.

Ә шулай ҙа мәҙәниәт донъяһында музей ниндәй урынды алып тора? Уның тәрбиәүи әһәмиәте ниндәй?

- Мәғлүмәт төрлө юлдар менән, бигерәк тә интернет селтәре аша туҡтауһыҙ аҡҡанда кеше ошо тотҡарлыҡһыҙ ағымға эләгеп, юғалып, ҡаушап ҡала. Үҙенең кем икәнен, ни өсөн тыуғанын, ҡайҙа йүнәлгәнен белмәгән, аңламаған затҡа әйләнә. Ошондай ҡатмарлы, мәғлүмәти баҫым осоронда беҙҙең музейҙар халыҡты уйландырған, туҡтап, булмышы, ысынбарлыҡ хаҡында уйланырға этәргән нигеҙ булып тора. Беҙҙең музейҙарҙа ысын тарих һаҡлана. Ысынбарлыҡтың тарихи нигеҙен күрер өсөн халыҡ музейға килә, мәғлүмәт ала. Тыуған еренә, иленә булған ҡарашы яҡшыра, ғорурлыҡ тойғоһо уяна. Уйлана башлай, баһа бирә, иң мөһиме, зиһене, күңеле өсөн ниндәйҙер бер нур алып ҡайта. Шуның өсөн бөгөнгө көндәге мәғлүмәти коллаж ваҡытында музейҙар мәҙәниәт һәм әхлаҡи, хоҡуҡи ҡанундарҙың бер ныҡлы терәге булып тора.
Эйе, көслө мәғлүмәт ағымында халыҡ барыһын да аңлап өлгөрә алмай, бының өсөн ваҡыты ла юҡ. Шуның өсөн ошондай мәғлүмәти тауыш йәнәшәһендә беҙҙең музейҙарҙың тауышы ла ишетелергә тейеш. Ул саҡта уның әһәмиәте көндән-көн арта барасаҡ. Музейҙарҙы ябып, уларҙы юҡ итеү халҡыңдың тамырын ҡырҡыу менән бер. Сөнки үткәнен белмәгән халыҡ киләсәген дә аңлай алмаясаҡ. Шуның өсөн иң тәүҙә үҙеңдең үткән тарихыңды белергә, унан фәһем алырға кәрәк. Ошо фәһемде, белемде киләсәк бурыстарыңды, маҡсаттарыңды үтәү өсөн, аңлы, матур итеп ҡулланырға кәрәк. Шуның өсөн музейға ябай халыҡтың ғына түгел, ә етәкселәрҙең, чиновниктарҙың, халыҡ менән эшләгән барлыҡ вазифалы кешеләрҙең дә йөрөүе мотлаҡ. Бәлки, ошо музейҙарҙа булмайынса, тере тарихҡа күҙ һалмайынса, халыҡ менән эшләү ҙә мөмкин түгелдер. Беҙ бөгөн Ер шарының күп нөктәләрендә кире мәғлүмәти тулҡын арҡаһында ҡайһы бер илдәрҙең юҡҡа сығыуын, уларҙың төрлө "төҫтәргә" буялыуын күреп торабыҙ. Украинала хатта фашистарҙың лозунгылары ла күтәрелә башланы. Был фажиғә. Кире мәғлүмәт артығы менән булыуы, ә ыңғайы еткерелмәүе арҡаһында халыҡ буталды, буталыуын дауам итә. Былай килеп сыҡмаһын өсөн халыҡтың мәҙәни булыуы мөһим, ә был мәҙәнилекте шулай уҡ матур итеп музей залдарында ла аңларға, аңлатырға була. Шуны төшөнһөн ине етәкселәр ҙә.

Музей тарихты һаҡлай, ләкин айырым мәсьәләләрҙә тарихсылар менән бәхәстәр ҙә килеп сыға түгелме?

- Музей, һис шикһеҙ, тарихты сағылдыра. Ләкин музей һәм тарихсылар - ул айырым, хатта урыны менән бер-береһенә ҡаршы килгән ике төшөнсә. Музей ысын тарихты һаҡлай. Музейҙа тарихты кирегә әйләндереп тә, бороп та күрһәтеп булмай. Мәҫәлән, Әхмәтзәки Вәлидиҙең Башҡортостан, башҡорт халҡы тураһында янып йөрөгәнен, уның федерация тураһында, республиканың автономияһы тураһында уйланыуҙарын сағылдырған мәғлүмәт тә урын алған беҙҙең залдарҙа. Музей залдарындағы экспозициялар документтарға нигеҙләнеп эшләнә, ә тарихсылар уны үҙ белемдәренә, ҡараштарына, холоҡтарына ярашлы тәфсирләй. Улар йыш ҡына үҙҙәренең уҡымышлылығын күрһәтеп, яңы мәғәнәләр индерергә тырыша, хатта хәҡиҡәттән ситкә китеүгә тиклем барып етә. Тарихи материалды дөрөҫ еткерә белеү һәләте һәр бер ғалимға ла бирелмәгән шул. Шуның өсөн ҡайһы берәүҙәр туранан-тура тарихты боҙа башлайҙар. Вәлиди фашистик Германия, немецтар менән бергә булған, тип раҫлай башлай берәүҙәр. Әммә беҙ етди тикшеренеүҙәр үткәрҙек, абруйлы органдарҙан ошоно раҫлаған йәки инҡар иткән мәғлүмәт һораныҡ. Беҙгә Вәлидиҙең фашистик Германия етәкселәре менән бәйләнештә булмауы хаҡында яуап килде. Ошонан сығып, ҡайһы бер тикшеренеүселәрҙең бөйөк шәхескә яла яғырға тырышыуын инҡар иттек.
Һәр бер ваҡиғаны дөрөҫ итеп күрһәтеү өсөн беҙ тәүҙә уларҙы ныҡлап өйрәнәбеҙ. Шул уҡ диорамаларҙы яһау өсөн 4 йыл тикшеренеүҙәр, эҙләнеүҙәр алып барҙыҡ, мәғлүмәт тупланыҡ. Дискуссиялар ойошторолдо, һәр бер аҙым ғилми советта тикшерелде. Музей эше ябай ғына хеҙмәт түгел. Ул тарихты күрһәтеү менән бергә, уның ябай тикшеренеүселәр күрмәгән яҡтарын да өйрәнеүҙе үҙ эсенә ала. Ана шул нескәлектәр беҙҙең экспонат һәм күргәҙмә залдарында урын ала ла инде. Шуның өсөн, әгәр ҙә тарихтың нигеҙен белергә теләһәгеҙ, музейға йөрөгөҙ, тип мөрәжәғәт итәм "Киске Өфө" гәзитен уҡыусыларға.

Азамат САЛАУАТОВ яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.04.14 | Ҡаралған: 1076

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! Июнь аҙағына тиклем һеҙ 2018 йылдың икенсе яртыһы өсөн 50665 индекслы "Киске Өфө"гә 560 һум 82 тингә, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм инвалидтары - 505 һум 08 тингә, 50673 индекслы (юридик ойошмалар һәм предприятиелар) "Киске Өфө"гә 590 һум 82 тингә яҙыла һәм теләгәндәр квитанцияларын редакцияға ебәреп, Йәдкәр Бәшировтың "Башҡорт хан"; Миләүшә Ҡаһарманованың "Күңелем йылы теләй"; Зөлфиә Ханнанованың "Мин - башҡорт, тип танышығыҙ"; Варис Ғүмәровтың "Тыуған яҡтың шифалы үҫемлектәре" һәм башҡа матур китаптарға эйә була ала. Әйҙәгеҙ, кем алыҡ!

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Юлдаш радиоhы

 
Баш бит Һуңғы номер Мәҡәләләр Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2018 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ
файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.


Сайтты төҙөнө zahir, дизайн һәм алып барыу BArt