«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Йәмғиәтебеҙҙә бөгөн әхлаҡлылыҡ кимәле ниндәй дәрәжәлә һәм был юҫыҡта һеҙҙе борсоған йәки ҡыуандырған мәсьәләләр бармы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
рухиәтебеҙ
+  - 

МИЛЛӘТТЕ ҺАУЫҠТЫРЫРҘАЙ...
уйын ҡоралы "Арғымаҡ"та

Ир-егеттең йөрәгендә эйәрле-йүгәнле ат ятыр, ти халыҡ аҡылы. Бөгөн был мәҡәлде үҙгәртеп, һәр башҡорт йөрәгендә "Арғымаҡ" ятыр, тип әйтергә лә мөмкин. Бөтәһенең дә йөрәгенә Аң, Рух, Ғәм, Ырыҫ, Моң, Аҡыл, Ҡот һалыусы "Арғымаҡ" этно-рок төркөмө етәксеһе Ринат РАМАЗАНОВтың үҙенең йөрәк түрендә, күңел күгендә нимә ятыуын белеү ниәтен алға һөрөп, уның менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

Дөрөҫ юл һайлауы ауыр

Сәхнәгә сығыу - һәр сәнғәт кешеһе өсөн тулҡынландырғыс мәл. Тәүге тапҡыр сығаһыңмы, йөҙөнсөгәме - һәр ваҡыт ниндәйҙер эске кисереш тояһың. Шуға күрә, һәр кем әҙер булыуына ҡарап, төрлө сәхнәләрҙә, төрлө аудитория алдында, төрлө кимәлдә сығыш яһай. Минең сәхнәгә сығыу өсөн әҙерлегем тыуғандан алып барған, тигән һығымтаға киләм бөгөн. Әсәйем һөйләүенсә, сабый сағымда мин шул тиклем илаҡ булғанмын. Патефонда "Сәрмән" халыҡ йыры яҙылған пластинканы уйнатһалар ғына, тымып, тынысланып ҡалам икән. Әсәйем, көн-төн шул пластинканы әйләндерә лә ҡуя, әйләндерә лә ҡуя торғайныҡ, тип һөйләне. Шулай башҡорт моңон күңелемә һеңдереп үҫкәнмен. Бер көн әсәйем эштән ҡайтһа, инәйем (әсәйемдең бер туған апайы): "Улың төрлө һауыт-һабаны йыйып, ҡалаҡ менән һуғып, көй сығарып йөрөй", - тип ҡаршы алған. Йыш ҡына буш банка, кәстрүл, табаҡтарҙы шаҡылдатып уйнап йөрөгәс, музыкаль һәләттәремде артабан да үҫтереү ниәтендә ата-әсәйем мине сәнғәт мәктәбенә уҡырға бирҙе. Унда яҙмыш ҡулыма башлап ҡурай тоттороусы, был сихри моң сығанағының барлыҡ нескәлектәренә төшөндөрөүсе беренсе остазым Тәлғәт Мөхәррәм улы Нуриев менән осраштырҙы. Мәктәптә уҡыған йылдарҙа уҡ 10 һумға ҡайҙандыр гитара һатып алдым. Уны аҡ һәм ҡара буяу менән буяным. Гитарала уйнау теләге шул тиклем көслө ине, хатта бер-нисә ҡылы өҙөлгәс, мопедтың тоҙағын ҡулайлаштырып алғаным хәтерҙә. Был уйын ҡоралында үҙаллы уйнарға өйрәнеп, ОРТ каналының "До 16 и старше" тигән тапшырыуында ҡатнашыуым, Ю.Шевчуктың "Это все" йырын гитарала башҡарыуым иҫтә ҡалған. Ҡурайҙан башҡа икенсе музыка ҡоралдарында уйнарға өйрәнеүемдең сере, егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә әҙ, тип иҫәпләүҙән килә.
Тормошомда шулай йыр-моң, сәхнә, ижади еңеүҙәр күп булһа ла, Мәләүез ҡалаһының 9-сы гимназияһын тамамлағас, артабан белемде техник йүнәлештәге юғары уҡыу йортонда алырға ниәтләндем. Артист халҡының күсмә тормошон күрә йөрөгәс, сәнғәтте хобби итеп кенә ҡалдырырмын, тип уйланым. Концерт, репетиция, конкурстар арҡаһында дәрескә килмәгән саҡтарҙа математика уҡытыусымдың "Ҡурай өрөп кенә йөрөһәң, кеҫәңдә лә ел уйнап торасаҡ инде" тигән иҫкәртеүе лә йоғонто яһағандыр был ҡарарыма. Әммә ата-әсәйемә минең сәнғәт юлынан тайпылыуым оҡшаманы. Бер көндө төрлө маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттары, ҡиммәтле һәм иҫтәлекле бүләктәр - бөтәһе лә алдыма теҙеп һалынды. Әсәйем: "Ҡурайың арҡаһында бөтә Рәсәйҙе урап сыға яҙҙың, күпме бүләктәргә лайыҡ булдың, хәҙер килеп ошо юлды ташлайһыңмы?"- тип, ауыр һайлау алдына ҡуйҙы. Шулай ҙа мин алдыма алғанды ҡуймай торған кеше булараҡ, үҙем уҡырға теләгән Өфө авиация техник университетының ситтән тороп уҡыу бүлегенә һәм бер юлы ата-әсәйемдең һүҙен йыҡмаҫ өсөн Салауат ҡалаһындағы сәнғәт училищеһына уҡырға индем. Беренсе сессияны тамамлағас, күңелемә яҡыныраҡ тойолған Салауат сәнғәт училищеһында уҡырға ҡалдым. Инженер булып сыҡһам да был тормошта үҙ урынымды табыр инем, әммә эшем ҡәнәғәтләнеү тойғоһо килтерер инеме-юҡмы, билдәһеҙ. Ә бөгөн мин яратҡан, күңелемә ятҡан, теләп башҡарған эш менән мәшғүлмен.

Башҡортса этно-рок төркөм төҙөргә...

Заманға ярашлы, йәмғиәт, йәштәрҙең идеалдары, ихтыяждары ла үҙгәрә. Мин үҫмер саҡта ижадтары менән һоҡландырған, йәштәрҙең кумирҙары һаналған йырсыларҙың күбеһе бөгөн сәхнәнән ситләште, улар урынына икенселәр килде. Хәҙер йәштәр бейеү, күңел асыу өсөн мәғәнәһеҙ булһа ла дәртле сит ил йырҙары менән мауыға. Донъя классиктарының мәшһүр композициялары, тарихи, тәрән мәғәнәле башҡорт халыҡ йырҙары улар өсөн модала түгел. Оҙон көйҙәрҙе, ҡурай моңон да бик тыңлай һалып бармайҙар. Ахыр сиктә, күп ҡурайсылар үҙ репертуарына сит ил көйҙәрен дә индереүҙе ғәҙәт итеп алды. Бындай сығыштар күңелемә ятып бөтмәй. Шуға ла замандаштарыма үҙем тойған, үҙем ишеткән, яратып тыңлаған ҡурай тауышын, унан урғылған көс, дәртте еткереү ысулдары тураһында уйлана йөрөнөм. Шулай бер ваҡыт осраҡлы рәүештә генә училище коридорында гитара уйнап ултырыусы Илдар Нагаевты тап иттем. Уға ҡушылып, ҡурайҙа уйнап ебәрҙем. Беҙҙең дуэттан этно-лаунжға тартым үҙенсәлекле генә бер көй килеп сыҡты. Һуңыраҡ уны Илдарҙың өй студияһында яҙҙыртып та ҡараныҡ. Төркөм төҙөү, костюмдар тектереү, гастролдәргә йөрөү идеяһы барлыҡҡа килде, әммә бойомға ашманы. Быға тәү сиратта йәштәштәрем араһында башҡорт халыҡ музыкаһын тыңлаған, уға нигеҙләнеп ижад итергә теләгәндәр һирәк булыуы сәбәпсе, тип уйлайым. Өҫтәүенә, матди яҡтан мөмкинлектәр ҙә сикле ине.
Училищены тамамлап, бер аҙ Стәрлетамаҡ дәүләт филармонияһында һәм Мәләүез ҡала мәҙәниәт һарайында эшләп алғандан һуң, З. Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт академияһына уҡырға индем. Шунан М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында эшләүсе дуҫым Зөлфәр Әхмәтов менән быға тиклем тупланған репертуарҙы яңыртып, вокаль-инструменталь ансамбль төҙөргә ҡыҙығып киттек. Төрлө сит ил йырсыларын, этник музыканттарҙы, Алтай, Тыва халҡының өзләү ҡушылған үҙенсәлекле йырҙарын тыңлап ҡараныҡ. Шулай яйлап, уйлап, ете ҡат үлсәп йыйына торғас, ҡурайға ҡушылып өзләү беҙҙең төркөмдөң төп "фишкаһы" булырға тейеш, тигән һығымта яһап, этно-рок төркөмө булдырырға ҡарар иттек. Төркөмдөң атамаһын уйларға ваҡыт еткәс, Зөлфәр уға "Арғымаҡ" тип исем ҡушайыҡ, тигән тәҡдим яһаны. Был идея яҙыусы Мәрйәм Бураҡаеваның ошо уҡ атамалы китабын уҡығас килгән икән. "Арғымаҡ" - ул аң, рух, ғәм, ырыҫ, моң, аҡыл, ҡоттоң һынланышы, башҡорттоң бөтә асылын, уның йәшәйешенең төп ҡиммәттәрен үҙ эсенә алып тороусы төшөнсә. Йәштәргә, халыҡҡа үҙебеҙҙең ижад аша ошо ете ҡиммәтте еткереүҙе бурысыбыҙ, маҡсатыбыҙ иттек. Исем, йүнәлеш һайланғас, төркөмгә музыканттар йыя башланыҡ. Бөгөнгө состав формалашҡансы "Арғымаҡ" аша күп ижад кешеләре үтте. Йәштәргә килеп: "Төркөм ойошторабыҙ, уйнарға теләгең юҡмы?"- тип һораһаң, иң тәүҙә ниндәй төркөм тураһында һүҙ барыуын һорайҙар. Башҡортса этно-рок, тиһәң, эстәрен тотоп көләләр. Ә профессиональ музыканттарға мөрәжәғәт итһәң, улар башта "Һин алйотмы?" тигән ҡараш ташлай, һуңынан кеҫәңде ҡапшай... Беренсе сығыштарыбыҙҙы үҙешмәкәр төркөм булараҡ башлағанда уйын ҡоралдары етешмәй, профессиональ кимәлебеҙ аҡһай, репетициялар ойоштороу өсөн база юҡ ине. Шулай ҙа унда-бында йүгергеләп йөрөп, сығыш яһарға рөхсәт, уйнарға инструменттар, студиялар һорай-һорай, төркөм дә тупланды, халыҡ араһында билдәлелек тә яулай башланыҡ, шөкөр. Билдәлелек, тигәндән, нишләптер башҡорт йәштәре ситтән ингәнде тиҙерәк үҙ итә. Сит ил музыкаһын күберәк тыңлай, сит ил йырсыларын нығыраҡ ярата, сит илдең бөтә нәмәһе лә сифатлыраҡ, тип һанай. Шуға күрә, үҙебеҙгә баштан уҡ сит илдә танылыу яулап, бындағы тамашасыға сит ил аша килергә тейешбеҙ, тигән маҡсат ҡуйҙыҡ. Ҡайҙа, ниндәй фестиваль, этник музыка концерттары булаһын ишетеп ҡалабыҙ - барыһына ла өлгөрөргә тырыштыҡ. Лондон, Париж, Ашхабад, Истанбул, Астана, Анкара - бөтә тарафтарҙы урап сыҡтыҡ.

Ниәтең дөрөҫ булһа...

Ҡайҙа ғына йөрөһәк тә, сығыштарыбыҙҙы һоҡланып ҡарайҙар. Сөнки беҙҙең йырлау стиле береһенә лә оҡшамаған, ә ҡурай бүтән бер халыҡта ла юҡ. Шуға күрә, концерттарҙан һуң башҡа милләт кешеләре лә килеп, ҡурайҙы тотоп ҡарай, беҙҙе ауыҙҙырын асып тыңлай. Әйтергә кәрәк, ҡайһы саҡ башҡорттарҙың да иҫен китәреп ҡуябыҙ. Билдәле башҡорт халыҡ көйөнә башҡа милләт йырҙарына хас ритмдар ҡушып уйнағанды ишетеп, бүтән уйын ҡоралдары араһында ҡурай ни тиклем уңышлы яңғырауына төшөнөп, башҡорт йәштәре лә беҙҙең ижадты үҙһенә. Ижадыбыҙ аша улар башҡорт халыҡ йырҙары, ҡобайырҙар, мөнәжәттәр менән таныша. Ҡурай моңо яңғыраған концертта йыйылған халыҡ алдында йәштәрҙе рух юғарылығына, күңел сафлығына, тура юлда булырға саҡырып һүҙ тотоу ҙа кәрәкмәй. Сөнки ҡурай менән бер бөтөн булып, дөрөҫ уйналған көй һәр кемдең йөрәгенә туранан-тура үтеп инерлек, уның иң яҡшы сифаттарын тергеҙерлек, рухын үҫтерерлек, мәғәнәүи көс өҫтәрлек, халыҡты уятырлыҡ ҡөҙрәткә эйә. Хатта Ҡытай руханийы ҡурай моңон тәүге тапҡыр ишеткәс: "Беҙҙең медитацияға китеү өсөн кәрәк бөтә өндәр һеҙҙең уйын ҡоралығыҙҙа бар. Ниндәй ауырыуҙы һауыҡтырыу өсөн ҡайһы көйҙө унарға кәрәк булыуын да әйтә алам", - тип белдергән. Был бит башҡа һыйырлыҡ түгел! Беҙҙең бөтөн милләтте һауыҡтырырҙай, бөтә замана сирҙәренән арындырырҙай уйын ҡоралыбыҙ бар икән дә баһа! Шулай була тороп, йәштәр ниндәйҙер мәғәнәһеҙ һүҙҙәр теҙмәһенән торған, тупаҫ яңғыраған музыкаға өҫтөнлөк бирә. Шуға күрә, "Арғымаҡ" этно-рок төркөмөнөң маҡсаты - йәш быуынды сит ил музыкаһынан тулыһынса арындырыу, уларҙы "һауыҡтырыу". Ижадыбыҙ ата-бабаларыбыҙ мираҫ итеп ҡалдырған йырҙарҙы, традицион фольклорҙы һаҡлап ҡалыу, уның дәрәжәһен күтәреүгә булышлыҡ итергә тейеш. Беҙ уйнаған илаһи ҡурай моңо бала күңеленә үтеп инһен, ул башҡорт телен, фольклорын, динен йөрәгенә һеңдереп үҫһен - әлеге көндә фекерҙәштәрем, төркөмдәштәрем менән башҡарған барлыҡ эшебеҙ ошо изге ниәткә ҡоролған. Ә изге ниәт - һәр саҡ Юғарыла ҡабул була, ул саҡта һинең эшеңә береһе лә, бер нәмә лә ҡаршы тора алмай.

Президент гранты

Минең ниәтем дә, Аллаға шөкөр, ҡабул булды шикелле. Сөнки ижади пландарыбыҙҙы тормошҡа ашырыу өсөн Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитовтың 10 миллионлыҡ грантына лайыҡ булдыҡ. Әгәр ҙә мин үҙем өсөн машина, дача, аҡса көҫәп йөрөһәм, бындай оло мөмкинлек асылмаҫ ине. Күптәр кеүек 50-100 һумлыҡ билеттар һатып, сифаты шикле концерттар биреп йәшәр инек. Башҡарған эшем өсөн ҙур яуаплылыҡ тойғоһо, халҡым мәнфәғәттәрен ҡайғыртыуым, изге ниәтем үҙ баһаһын алды, тип иҫәпләйем. Яҡын киләсәктә грант аҡсаһына асыҡ майҙанда сығыш яһарға мөмкинлек бирә торған "машина-сәхнә" тип әйтәйемме, эшләтеп алырға ниәтләйбеҙ. Уның ярҙамында хатта урам уртаһында туҡтап, "һә!" тигәнсе машина-сәхнәне йәйеп ебәреп, халыҡ алдында сығыш яһарға буласаҡ. Был машина беҙҙе төрлө техник белгестәр яллап, икешәр көн аппаратура ҡуйып, музыка ҡоралдарын урынлаштырыуҙан арындырасаҡ. Сөнки концерт ҡуйыу өсөн кәрәкле һәр нәмә үҙ урынында беркетелгән буласаҡ, сәхнә лә төҙөп торорға кәрәк булмаясаҡ. Бынан бер йыл элек кенә бындай уңыш төшкә лә кермәй ине әле! Ниһәйәт, ең һыҙғанып эшләргә, яңынан-яңы йырҙар ижад итергә, идеяларыбыҙҙы тормошҡа ашырырға мөмкинлек тыуҙы.
Аллаһы Тәғәлә барыһын да күреп тора, һин ҡылған һәр изгелек бер яҡшылыҡ булып кире ҡайта. Шуға, йыш ҡына хәйриә концерттарында сығыш яһайбыҙ. Был икмәклек аҡса эшләй алмайбыҙ, тигәнде аңлатмай. Мәҫәлән, шул концертта сығыш яһап, килгән тамашасыға концерттан һуң ҡорбан ашы ашатһаң, уларға хаҡ һүҙҙе еткерһәң, ҡурай аша йөрәктәренә иман нуры, рух сәсергә тырышһаң, Хоҙай һиңә берәй "Башнефть", "Газпром" корпоративы, йәки сит илдәге түләүле концертта ҡатнашыу мөмкинлеген бирә. Сит илгә сығып, тағы ла аҡса эшләп киләһең дә, бында ҡайтып, "халҡым өсөн" тип янып-көйөп йөрөй башлайһың. Теүәл фәндәрҙә билдәле формулалар булған кеүек, беҙҙең уңыштың да бына ошондай ябай ғына формулаһы бар: фарыз ғәмәлдәрҙе үтәһәң, өлөшөңдө алаһың.
Билдәле төркөмдәрҙең, Рәсәй эстрада йондоҙҙарының барыһының да продюсерҙары, менеджерҙары бар. Беҙ иһә, үҙебеҙ йырсы, ҡурайсы, барабансы, продюсер ҙа булып эшләйбеҙ. Сөнки әлегә башҡорттар араһында продюсер эшенең айышын аңлаусы эшмәкәрҙәр юҡ. "Продюсер үҙәге" тип аталған ойошмаларҙың эше йондоҙҙарға концерт ойошторорға ярҙам итеүгә генә ҡайтып ҡала. Ысынында, продюсер - ул әле билдәлелек яуламаған йәш талантты күреп ҡалып, уға аҡсалата ярҙам итеп, концерттарын үткәреп, йырҙарын яҙҙырып, хатта фотосессия ойошторорға ярҙам итергә тейеш кеше. Беҙ үҙ ижадыбыҙҙы үҙебеҙ этәрәбеҙ, ундай ярҙам итеүсе кешебеҙ юҡ. Шуға күрә, бөтә эштәр үҙебеҙҙең тырышлыҡҡа, ҡуйған маҡсаттарға табан тура юлдан барыуға ҡайтып ҡала. "Тормошта уңыш яулай алыу тик үҙеңдән һәм дөрөҫ ҡуйылған ниәтеңдән генә тора", тием икән, мин үҙебеҙҙең өлгөнән сығып әйтәм.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Ниәт - ул осор ҡош, тип күҙ алдына килтерәйек. Бер ҡанаты доға, икенсе ҡанаты - сәбәп. Доға ҡылып, Аллаһы Тәғәләнән һорап ҡына ултырһаң, ҡошоң бер ҡанатлы ғына буласаҡ. Уның юғарыла, иректә булыуын теләйһең икән, сәбәп тә ҡылырға бурыслыһың. Әңгәмә барышында Ринат Заһир улы: "Ике ҡанатлы ҡошом, ниһайәт, күккә күтәрелде",- тигәйне. Ниндәй генә ел-дауыл, ғәрәсәт ҡупҡанда ла һеҙҙең ниәт ҡанаттары ҡайырылмаһын, күктәрҙе иңләп, башҡорт халҡына ҡурай моңон еткерер көсө булһын!


Сәриә ҒАРИПОВА яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.04.14 | Ҡаралған: 1867

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡал! 8 апрелдән 18 апрелгә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 786 һум 24 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru