«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
"Киске Өфө"нө уҡыйбыҙ
+  - 

ЮЛДАШ БУЛҺАҢ - ЮЛ УҢА,
серҙәш булһаң - сер һыя

"Киске Өфө" гәзитен зыялылар гәзите тиҙәр. Был ниндәйҙер кимәлдә шулайҙыр. Һәр хәлдә, "Киске Өфө"нө мин күңелендә рухиәт, матурлыҡ йөрөткән, тыуған ер, тыуған ил, туған тел кеүек төшөнсәләр бер генә минутҡа, бер генә секундҡа ла уйынан сыҡмаған кешеләрҙең өҫтәл баҫмаһы, тип уйлайым.

"Киске Өфө" - ул иманлы, инсафлы гәзит, күңелде таҙартыусы, күңелде үҫтереүсе, күңелде күтәреүсе гәзит. Эсең бошоп киткәндә, өҫтөңә сүп-сар һүҙ, ваҡлыҡ, кәмһетеүҙәр ябырылғанда ҡулыңа "Киске Өфө"нө алыуың була, бар насарлыҡтар юйыла, ҡараштар киңәйә, тын алыу иркенәйә, йөрәкте тулыһынса Оло йыһанға торошло Мөхәббәт солғап ала. Бәлки, баҫманы әкиәттәге теге тылсымлы таяҡ менән дә тиңләргә булыр ине. Айырыуса бөгөн - мәңгелек ҡиммәттәр юйыла барғанда, күлдәр ҙә, күңелдәр ҙә бысранған, сер һаҡларҙай, бергәләп "разведкаға барырҙай" ирҙәр ҡалмағанда кәрәк беҙгә был баҫма. "Киске Өфө" менән юлдаш булһаң - юл уңа, серҙәш булһаң - сер һыя.
БДУ-ның Сибай институты менән "Киске Өфө" гәзите редакцияһы бик күптәнән хеҙмәттәшлек итә. Ысынында, ике коллективты үҙ-ара дуҫ ҡына түгел, ә рухташ тиергә лә була. "Киске Өфө" һымаҡ уҡ, Сибай институты ла үҙенең генә йәшәү рәүеше, моңо, хыялы, үҙенең генә пландары, үҙенең генә эске конституцияһы - төп законы булған уҡыу йорто ул. Институт бинаһына аяҡ баҫҡан һәр кем үҙенә ҡарата оло ихтирам, иғтибар ғына тойоп ҡалмай, ә рухи мөхит эсенә инеп китә. Бында ул аҙым һайын башҡорт донъяһының ҡабатланмаҫ үҙенсәлеген раҫлаған, данлаған, милләтебеҙ тарихын сағылдырған күренештәр - һүрәттәр, бюст, композициялар менән осраша. Студенттар уға ихтирам менән сәләм бирә, уҡытыусылар ике ҡуллап килеп күрешеп, хәл белешеп китә, ә техник хеҙмәткәрҙәр иһә уны кәрәкле урынға оҙатып ҡуя. Тәртип шулай ҡуйылған был уҡыу йортонда.
Техник хеҙмәткәрҙәр, тигәндәй. Улар тураһында ла йылы һүҙҙәр әйтеп китке килә. Сөнки уҡыу йортоноң таҙалығы, һауаһының сафлығы, ҡаттарҙағы урман шикелле үҫкән сәскә-гөлдәрҙең торошо нәҡ ошо ябай, итәғәтле, эштәренә үтә лә яуаплы ҡараған хеҙмәткәрҙәр ҡулында бит. Йәштәр менән иң күп аралашыусы, улар менән иң күп һөйләшеүселәр ҙә улар. Кәрәк икән - студенттарға кәңәш бирә, кәрәк икән - ярҙам ҡулы һуҙа, һәр студентты үҙенең балаһы кеүек ҡабул итә, әсәйҙәрсә хәстәрләй, ҡурсалай ул апайҙар. Ә инде эшен тамамлап, уҡыу йорто бинаһына таҙалыҡ, сафлыҡ ҡундырғандан һуң улар китапханаға юллана һәм ниндәйҙер бер мөғжизә менән осрашҡандай тулҡынланып, ҡулдарына "Киске Өфө" гәзитен ала. Ғәҙәттә, был ваҡытта уларҙы берәү ҙә борсорға ҡыймай, сөнки шул тиклем бирелеп уҡый улар гәзитте. Ошо урында был апайҙарҙың исем-шәрифтәрен дә яҙып китәйем әле: бына улар - Зәйтүнә Сүбәрғошова, Рәйсә Йосопова, Минзәлә Мөхәмәтшина, Фәрзәнә Вәлиева, Фәниә Зәйнуллина, Фәйрүзә Моталлапова, Вәлимә Тимербулатова, Алһыу Ишйәрова, Гөлсөм Хәжәбиргәнова, Зөлфирә Ирғәлина. Был апайҙарҙың гәзит уҡығандарына хайран ҡалып ҡарап торғаным булды, хайран ҡалырлыҡ та шул, бөгөн бындай ихласлыҡты, мөкиббән китеп гәзит, журнал, китап уҡыусыларҙы бик һирәк осратаһың. Апайҙар әйтеүенсә, "Киске Өфө"лә уларға төрлө үләндәр менән дауалау тураһындағы кәңәштәр, йәштәрҙе, балаларҙы тәрбиәләү буйынса өгөт-нәсихәт оҡшай. Әммә апайҙарҙы айырыуса әҙәби әҫәрҙәр әсир итә. Мәҫәлән, "Мәк сәскәһе" , "Шәүрәкәй", "Ҡуңыр буға" әҫәрҙәрен көтөп алып, үҙ-ара фекер алыша-алыша уҡыны улар. "Ҡайҙан килә ул һеҙҙә гәзиткә булған бындай һөйөү?" - тип һораным бер көндө уларҙан әкрен генә. "Беҙ бит киләсәк быуын тәрбиәләнгән юғары уҡыу йортонда эшләйбеҙ, шуға бөтә булмышыбыҙ менән бында эшләгән уҡытыусы-тәрбиәселәргә лә, студенттарға ла тап килергә тырышабыҙ. Юҡ-юҡта йәштәргә аҡыллы фекерҙәр ҙә әйтеп ебәрергә кәрәк, был йәһәттән әлдә "Киске Өфө" гәзите бар елле фекерҙәр менән беҙҙе һуғарырға", - тип яуапланы гәзит уҡыусы апайҙар.
Бына шулай, үҙ фәнен сикһеҙ яратҡан ғалимдарҙы, үҙ эшенә бирелгән уҡытыусыларҙы, киләсәк улар ҡулында икәнен тойған, республика, халҡыбыҙ яҙмышы өсөн яуаплылыҡ йөкмәргә әҙерләнгән студенттарҙы, уларға тап килергә ынтылып торған хеҙмәтләндереүсе персоналды бергә туплаған урын ул Сибай институты. Ә бындай берҙәмлек, дуҫлыҡ, рухиәт мөхите, әлбиттә, уҡыу йорто директоры Зиннур Ғөбәйҙулла улы Йәрмөхәмәтов ихтыяры менән булдырыла. Уның ойоштороу оҫталығы, киң диапазонлы, киң масштаблы фекер йөрөтөүе, тыуған төйәкте, милләтте, туған телде сикһеҙ яратыуы һоҡландыра. Нисек итеп шундай етәксе ҡулы аҫтында насар эшләмәк кәрәк, тип иҫәпләй институт коллективындағы һәр кем.

Рәүилә ХӘСӘНОВА,
Сибай институтының матбуғат хеҙмәте етәксеһе.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.05.14 | Ҡаралған: 1647

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru