«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
көнауаз
+  - 

ХЕҘМӘТҺЕҘ НИҒМӘТ БУЛМАЙ...

Рәсәй территорияһында беренсе тапҡыр 1 Май байрамы 1890 йылда Варшава ҡалаһында ойошторола. Шунан алып йыл да был маевкалар гел үткәрелә килде. Совет осоронда Мәскәүҙең Ҡыҙыл майҙаны был байрамды үткәреүҙең төп урынына әйләнгәйне. СССР тарҡатылып ебәрелгәс, 1990 йылдан башлап (теүәл 100 йылдан һуң) бындай тантаналар туҡтатылды. Быйыл бына Рәсәй етәкселеге профсоюздарға бындай мөмкинлекте яңынан ҡайтарҙы.

Был факттан шундай параллель үткәрергә була: Ҡыҙыл майҙанда ҡаршылаған 1 Май тантаналары барыбер ҙә дәүләттең ябай хеҙмәт кешеһенә булған мөнәсәбәтен күрһәткән бит. Хеҙмәткә булған юғары ихтирам арҡаһында Советтар Союзы ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә донъялағы икенсе иҡтисади яҡтан көслө төбәккә әйләнде, Бөйөк Ватан һуғышында еңеп сыҡты, беренсе булып йыһанды яуланы. Ә яңы Рәсәй ошо совет халҡы булдырған байлыҡты, ҡаҙаныштарҙы тейешенсә файҙалана алманы. Беҙ донъяла әле биләгән бишенсе урын башлыса нефть һәм газ ятҡылыҡтары арҡаһында ғына тотолоп килә.
Боронғоларҙың "Байлыҡтың атаһы - хеҙмәт, әсәһе - ер" тигән һүҙҙәре, ниһайәт, дәүләт етәкселәренә лә барып етте шикелле. Тәбиғәт, ер биргән байлыҡтарҙы ғына файҙаланып, етди уңыштар яулап булмай шул. Быны Украина менән бәйле Рәсәйгә ҡаршы санкциялар асыҡ иҫбатланы.
Төрлө финанс пирамидалары, ялған тауарҙар һатыу кеүек хәҙер киң таралып киткән күренештәр иң юғары кабинеттарҙан алып ябай кешегә тиклем бөтәһендә лә эшләмәй генә байып була тигән психология булдырҙы. Бигерәк тә йәш быуын быны тиҙ арала үҙләштерҙе. "От работы кони дохнут" тигән ҡараш хатта мәктәп эскәмйәһенән алып кешенең ҡанына һеңдерелә башланы. Элекке һымаҡ, ағас ултыртып, сөгөлдөр утап, бесән әҙерләп, үҙенә кәрәк-яраҡлыҡ аҡса эшләгән балалар хәҙер юҡ кимәлендә. Ғалимдар иҫбатлауынса, берәй нәмәне - гимнастика яһауҙы, намаҙ уҡыуҙы, берәй эш менән булышыуҙы көндәлек ғәҙәт итеп алыу өсөн баланы кәмендә 60 тапҡыр шөғөлләнергә мәжбүр итергә кәрәк. Хәҙерге мәктәп педагогикаһында был шарт бөтөнләй ҡаралмаған. Дәрескә һуңлап килеү уҡыусылар ғәҙәтенә һеңә бара - киләсәктә был кешенән ниндәй уҡыу, хеҙмәт дисциплинаһы көтөргә була инде?
Хәҙерге йәштәр үҙҙәренең ҡайһы бер тиңдәштәренең мәктәпкә барғаны өсөн бүләккә айфон алғандарын, армия хеҙмәтенән нисек "ҡотолғанын", диплом һатып алғандарын, вуз тамамлағаны өсөн машина йәки фатир бүләк иткәндәрен күреп, хеҙмәттең бер нәмәгә лә кәрәкмәгәнен белеп үҫә: эшлә-эшләмә - һиндә был нәмәләр булмаясаҡ.
Мәктәптә, юғары уҡыу йорттарында уҡыусыларҙың, элекке мәғариф министры Фурсенко билдәләүенсә, өстән бер өлөшө бөтөнләй уҡымай, тик ваҡыт үткәреү өсөн генә йөрөй (ошо контингентты вузда тотҡансы, ПТУ системаһы аша предприятиеларға ебәреү отошлораҡ түгелме икән- мигранттарҙың да кәрәге бөтөр ине). Уҡыу йорттары "хеҙмәт кешеһе" әҙерләү урынына "замана ҡулланыусыларын" ғына тәрбиәләй (Шул уҡ финанс грамотаһы тигән предметты ғына алып ҡарағыҙ). Мәктәпте тамамлаған уҡыусыларҙың 100 проценты тиерлек вуз дипломы алырға тырыша (юғары белем түгел). Рәсәй юғары белемле кешеләр буйынса донъя лидеры булып тора - 1 мең кешенең 620-һе вуз тамамлаған. Был күрһәткескә беҙ тик ошо һуңғы 15 йылда өлгәштек. Ысынында, бөгөн юғары белем мотлаҡ атрибутҡа әйләнде. Студенттар һайлаған профессиялар араһында күпселеге гуманитар йүнәлештә - юрист, иҡтисадсы, дәүләт идарасыһы, шоумен, артист, филолог һ.б., йәғни былар киләсәктә матди байлыҡ булдырыусы һөнәрҙәр түгел. Күпселеге тик офиста ғына ултырып эшләйәсәген күҙаллап йәшәй. Бөтә ҡара эште улар түгел, ниндәйҙер шартлы үзбәк йәки тажик башҡарырға тейеш. Хеҙмәт кешеһе урынына креатив ҡатламға ингәнең хәйерлерәк. Росстат мәғлүмәттәре буйынса, 1980 йылдар уртаһында производствола йәштәрҙең 80 проценты эшләһә, бөгөн тик 33 проценты ғына эшләй, станок артында хәҙер тик "ҡарт гвардия" ғына ҡалды.
Социализмдың төп нигеҙе булған "Кем эшләмәй - шул ашамай" тигән принципты емереүгә Рәсәйҙә үткәрелгән хосусилаштырыу бик ныҡ булышлыҡ итте. Бөтә халыҡ хеҙмәте менән йылдар буйы тупланған мөлкәт ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә власҡа яҡын булған олигархтар ҡулына күсте. Халыҡта, эшләмәйенсә лә бик яҡшы ашап була икән, тигән фекер барлыҡҡа килде. Ошо сирек быуат эсендә баҫыуҙарҙы билсән, әрем, кесерткән, ағастар баҫып алды, заводтар, фабрикалар ябылды, күп фәнни һәм инженер мәктәптәр юҡҡа сығарылды. Иң күп һанлы инженерҙары менән дан алған совет дәүләтендә уҡытыусылар, ғалимдар, инженерҙар сауҙа менән шөғөлләнә башланы. Әйтергә кәрәк, сауҙа тармағы ла яңы байлыҡ булдырмай. Дәүләт етәкселәре нисә йыл инде, беҙгә инженерҙар етешмәй, тип ҡабатлай, баҡтиһәң, уларҙың тик 30 проценты ғына үҙ һөнәре буйынса эшләй, тағы 30 проценты ябай эшсе икән. Медиктарҙың - 80 проценты, математик һәм юристарҙың - 60 проценты, ә агрономдарҙың тик 5 проценты ғына үҙ һөнәре буйынса эшләй. Был мәғлүмәттәрҙең дөрөҫлөгөнә ышаныуы ла еңелдән түгел, сөнки былтыр Рәсәй хөкүмәтенең вице-премьеры Ольга Голодец "86 миллион эшкә һәләтле кешенең тик 48 миллионы ғына хөкүмәткә күренгән һәм аңлашылған секторҙа эшләй, ә ҡалғандарының ҡайҙа йөрөгәнен беҙ белмәйбеҙ", тине. Ошо 38 миллион кеше пенсия фондтарына бер тин дә һалым түләмәгәс, уларҙың киләсәге бик тә ҡараңғы.
Дәүләттең Хеҙмәт геройы исемен кире ҡайтарыуы менән генә хеҙмәткә булған тейешле ихтирамды ҡайтарып булырмы, тип уйланыла. Бының өсөн етди үҙгәрештәр талап ителә. Йәмғиәтебеҙҙә хеҙмәт кешеһенә лайыҡлы урын тапмайынса, Рәсәй иҡтисады алдында торған бер генә маҡсатҡа ла өлгәшеп булмаясаҡ икәне көн кеүек асыҡ.

Илдар ҒӘБИТОВ,
иҡтисад фәндәре кандидаты.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.05.14 | Ҡаралған: 1586

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru