«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Сығарылыш уҡыусыларының юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеү этабы тамамлана. Улар күберәк ниндәй һөнәрҙәргә өҫтөнлөк бирә икән, шул турала бер кәлимә әйтһәгеҙсе?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
тарихи хәҡиҡәт
+  - 

САЛАУАТ ЮЛАЕВ ИСЕМЕНДӘГЕ ПОЛК

Билдәле булыуынса, Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында Башҡорт АССР-ы үҙенең кеше һәм матди ресурстары менән 6 уҡсылар дивизияһы, 2 уҡсылар бригадаһы, 4 кавалерия дивизияһы һәм күп һанлы артиллерия полктары һәм бронепоездар төҙөй. Башҡортостанда төҙөлгән артиллерия полктары араһында 1292-се танктарға ҡаршы истребитель артиллерия полкы хаҡында айырым әйтеп китергә кәрәк. Дошмандың ауыр техникаһын юҡ итеү өсөн тәғәйенләнгән хәрби часть данлыҡлы юл үтә. Тағы ла шуныһы ҡыҙыҡ: махсус төҙөлгән ошондай полк һуғыш ваҡытында ла, һуңынан да СССР-ҙың башҡа төбәктәрендә булмай. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Салауат Юлаев исемендәге полктың төҙөлөү тарихы һәм хәрби юлы әҙ өйрәнелгән. Бөйөк Ватан һуғышы осорон өйрәнеүсе тикшеренеүселәр, ғәҙәттә, полктың исемен республикала төҙөлгән хәрби формированиелар рәтендә телгә алыу менән генә сикләнә.

Төҙөлөү тарихы

Полк 1943 йылдың 21 апрелендә Көньяҡ Урал хәрби округы командующийы бойороғо нигеҙендә ойошторола. Бындай хәрби часть төҙөү тураһындағы ҡарар осраҡлы ғына тыумай. Был осорҙа фронтта көсөргәнешле алыштар бара. Көнбайыш Европала икенсе фронт әле асылмағанға күрә, Советтар Союзына фашистик дәүләттәр блогына ҡаршы япа-яңғыҙ һуғыш алып барырға тура килә. Фронттағы өҫтөнлөклө хәлде үҙ яғыңа ауҙарыу өсөн яңы көстәр, тырышлыҡ талап ителә. Ошо маҡсатта илдең төрлө төбәктәрендә хәрби берәмектәр ойошторола башлай. Башҡортостан да бынан ситтә тороп ҡалмай.
1943 йылдың март айында партия Үҙәк Комитетының хәрби бүлеге партияның өлкә комитетына республика кешеләре һәм матди ресурстары менән тәьмин ителгән ирекле миномет бригадаһы төҙөргә тәҡдим итә. Был тәҡдим урындағы партия органдары, Совнарком тарафынан ҡарала. Йыйылышта Башҡорт АССР-ында танктарға ҡаршы истребитель артиллерия полкы төҙөргә ҡарар ителә. Был полкҡа Салауат Юлаев исеме биреп, уны 16-сы Башҡорт гвардия кавалерия дивизияһына беркетеү буйынса талап оборонаның хәрби комиссарына ебәрелә. Был ваҡытта округ командующийы полк төҙөү тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуя.
16-сы Башҡорт гвардия кавалерия дивизияһының ойоштороу-штат төҙөлөшө үҙенең составында танктарға ҡаршы бындай хәрби подразделение булыуын күҙ уңында тотмағас, полкты уның составына биреү талабы хупланмай. Әммә Салауат Юлаев исемен биреү тәҡдиме яҡлау таба. Шулай итеп, Көньяҡ Урал хәрби округы, партияның өлкә комитеты, БАССР-ҙың Совнаркомы һәм республиканың хәрби комиссариатының уртаҡ тырышлыҡтары менән полк ҡыҫҡа ваҡыт эсендә төҙөлөп, кәрәкле ресурстар менән тәьмин ителә. Ойошторолғандан һуң, полк Башкомандованиеның резервындағы Салауат Юлаев исемендәге 1292-се танктарға ҡаршы Башҡорт истребитель артиллерия полкы тип атала. Хәрби подразделение ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ойошторола һәм 1943 йылдың 17 июлендә полк командиры майор Кривенцов етәкселегендә Коломналағы артиллерия уҡыу лагерына юллана. Полк Парфентьево ауылы янында 17 ноябргә тиклем ойошторолоуҙы һәм әҙерлекте дауам итә.

Михаил БИКМЕЕВ,
тарих фәндәре докторы.
(Дауамы бар).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.05.14 | Ҡаралған: 1563

Киске Өфө
 
Мөхәббәт ихтыярһыҙ булырға тейеш түгел, ул аҡыллы булырға тейеш. Был мөхәббәттең яратҡан кешеңдең дә, тирә-йүндәгеләрҙең дә етешһеҙлектәрен күрә, шуларға ҡаршы көрәшә белеү менән берләшкәнлеге шарт булыуын аңлата. Ул аҡыл, зарурҙы буш һәм ялғандан айыра белеү менән дә берләшергә тейеш. Ул һуҡыр булырға тейеш түгел.

Дмитрий ЛИХАЧЕВ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru