«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
балалар ҡоро
+  - 

ТУҠТА, МӘЛ...
беҙ ижад итәбеҙ!

Ысын талант эйәһе бер ваҡытта ла үҙ эшен кеше алдына хөкөмгә сығармай, бүтәндәр менән ярышмай, тиҙәр. Ә шулай ҙа камиллыҡҡа ынтылыш менән бергә кешелә сәм, ярышырға теләк булмаһа, ниндәйҙер юғары һөҙөмтәләргә өлгәшеп буламы икән? Ярыш һәм ижад тураһында Ҡ. Дәүләткилдиев исемендәге Республика һынлы сәнғәт гимназия-интернаты тәрбиәләнеүселәре, "Рәсәйҙең һәләтле балалары: буяуҙар һәм моңдар донъяһында" Бөтөн Рәсәй конкурс-фестивалендә ҡатнашып, Гран-при яулаусы Алмаз Сакаев, төрлө номинацияларҙа беренсе урындар алыусы Айгиз Солтанов, Әлиә Бәҙретдинова, Иҙел Талипов һәм "Яңы мөғжизәләр көткәндә" Бөтөн Рәсәй һынлы сәнғәт конкурсында I дәрәжә диплом менән бүләкләнеүсе Гөлшат Ғәлиева, төрлө конкурстар лауреаты Гүзәл Ханафина менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

Әле еңеү яулаған конкурс тураһында һөйләшеп алайыҡ. Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән килгән конкурсанттар һеҙҙә ниндәй тәьҫорат ҡалдырҙы? Улар менән үҙегеҙҙе сағыштырып нимә әйтә алаһығыҙ? Тағы ниндәй еңеүҙәрегеҙ бар?
Алмаз: Конкурс Бөтөн Рәсәй буйынса үткәрелде, беҙҙең гимназиянан төрлө йүнәлештәрҙә 25 уҡыусы ҡатнашты. Шарттарға ярашлы, конкурсанттар күргәҙмәгә ҡуйылған предметтар буйынса натюрморт төшөрөргә тейеш ине. Һүрәтте төшөрөп бөткәс, бер-беребеҙҙең эштәрен ҡарап сыҡтыҡ. Беҙҙең конкурсанттарҙың һәр береһенең эше үҙенә генә хас стиле менән айырылып торҙо. Белем биреүсе остаздарыбыҙ беҙгә һәр ваҡыт төрлө стилдә эшләп ҡарарға, һүрәттәрҙе камиллыҡ кимәленә еткереү өсөн тырышырға, ҡулды шымартырға кәрәк, тигән кәңәш бирә, һәм ошо һабаҡтар беҙгә конкурста еңеү яуларға ярҙам иткәндер, тип уйлайым.
Айгиз: Эйе, уҡытыусыларыбыҙ беҙгә һәр ваҡыт, "1 процент талант, 99 процент тырышлыҡ кәрәк", ти. Был беҙгә тырышып уҡырға, һынлы сәнғәт нескәлектәрен өйрәнергә ярҙам итеүсе девизға әйләнгән. Әлеге конкурс-фестивалдән тыш, беҙ халыҡ-ара, республика ярыштарында ла әүҙем ҡатнашабыҙ, еңеүҙәребеҙ ҙә бар. Иҫемдә ҡалғандарының береһе - "Салауат Юлаев" хоккей клубы үткәргән "Минең яратҡан хоккей командам" тигән конкурс булды. Хоккейсы Прошкиндың портретын төшөргән өсөн мин дәртләндереүсе иҫтәлекле бүләк алғайным. Шулай уҡ гимназия сиктәрендә йыл һайын "Иң яҡшы йыл уҡыусыһы" бәйгеһе үтә, унда мин былтыр "Иң яҡшы рәссам" номинацияһында билдәләндем, ә Алмаз "Иң яҡшы графист" тип табылды. Гимназияла спорт түңәрәктәре лә әүҙем эшләй. Мин үҙем баскетбол, еңел атлетика менән шөғөлләнәм, был өлкәлә лә еңеүҙәр бар.
Иҙел: Әлеге конкурс-фестивалдә мин скульптура яһау бүлегендә ярыштым. Һигеҙ кеше араһында беренсе урын яуланым. Дүрт сәғәт эсендә "Хайуандар донъяһы" темаһына ҡағылышлы һын эшләү йөкмәтелгәйне, пластилин ярҙамында һунарҙан ҡайтҡан айыуҙы һынландырҙым.
Гөлшат: Был минең Рәсәй кимәлендәге беренсе ҙур еңеүем. Әле Юрий Гагариндың юбилейына арналған конкурсҡа эшемде тәҡдим иттем, һөҙөмтәләрен көтәм.

Талантты үҫтереү өсөн камиллашыу теләге генә етәме, әллә башҡаларға ҡарап, ярышмайынса булмаймы?

Айгиз: Конкурс өсөн төшөргәндә, әлбиттә, ярышып эшләйһең. Ә дәрес ваҡытында синыфташтар араһында үҙ-ара ярышыу сәме булһа ла, бер-беребеҙгә ярҙам итешеп йәшәйбеҙ. Мәҫәлән, портрет төшөргәндә берәү күҙҙәрҙе матур, дөрөҫ һынландыра, ә танауы килеп сыҡмай. Был осраҡта уҡытыусыбыҙ урындарҙы алмашып ултырып, бер-беребеҙҙең һүрәтен эшләшергә рөхсәт итә.
Алмаз: Дәрестәр өс төргә бүленә: һүрәт, һынлы сәнғәт һәм композиция. Һүрәт һәм һынлы сәнғәт дәрестәрендә натюрморт йәки портрет төшөрәбеҙ. Бөтә класс менән бер үк нәмәне төшөргәндә, әлбиттә, үҙеңдекен иптәштәреңдеке менән сағыштыраһың. Ә композиция дәресендәге сюжетты үҙең уйлап сығараһың һәм унда үҙеңдең эске донъяңды, хис-тойғоңдо сағылдырырға, нимә әйтергә теләгәнеңде аңлатырға кәрәк. Һүрәт төшөрөү дәрестәрендә барлыҡҡа килгән конкуренция иптәштәреңдән бер башҡа өҫтөн тороу маҡсатын алға һөрмәй, беҙгә артабан үҫергә, оҫтарырға этәргес бирә, сәм һәм дәрт өҫтәй.
Гүзәл: Гимназияла һынлы сәнғәттең төрлө йүнәлештәре буйынса түңәрәктәр эшләп килә. Уларға йөрөп, витраж, батик, граттаж кеүек ысулдарҙа һүрәт төшөрөргә өйрәнергә була. Унан һуң, йыл һайын гимназия ихатаһында ҡарҙан һындар яһайбыҙ. Быйыл Сочиҙағы олимпия уйындарына арнап, үҙебеҙҙең 8-се "А" класы менән Олимпиада символы - биш түңәрәк эсендә синхрон йөҙөүселәрҙе һынландырҙыҡ. Бик сағыу килеп сыҡты.
Гөлшат: Ҡарҙан һындар эшләүҙә беҙ ҙә ихлас ҡатнаштыҡ, ат егелгән санаға айыу ултыртып ҡуйҙыҡ. Скульптурабыҙҙы "Сочиға килеп еттек" тип атарға теләгәйнек, уҡытыусыларға оҡшаманы ла, ябай ғына итеп "Ат һәм Айыу" исемен бирҙек тә ҡуйҙыҡ. Беҙҙең тырышлыҡ иң юғары баһаға лайыҡ булды. Тимәк, беҙҙең һәр эштә ярыш сәме бар, тимәксемен.

Ижад һәм илһам бер-береһенән айырылғыһыҙ бит инде ул. Һеҙҙең илһам сығанағы нимә?
Алмаз: Илһамды мин йәшәйештән алам. Көн дә дуҫтар менән аралашаһың, ҡайҙалыр бараһың, нимәлер күрәһең - күҙ алдында, иҫтә ҡалғандарын һүрәт итеп төшөрәһең. Йыш ҡына бала саҡ иҫтәлектәрен һүрәтләйем. Кәйеф булмайынса, дәрестә нимә төшөрөргә белмәй ултырған осраҡта уҡытыусыбыҙ Гапуневичтың мәрәкәләп, шаяртып ебәреүенән дә илһам алам.
Айгиз: Һүрәт төшөргөм килмәй китһә, берәй рәссам тураһында, йәки уның һүрәттәре тупланған китапты асып уҡыйым, ҡарайым. Шулай ҡарап ултырғанда күңел күтәрелеп, илһамланып, һүрәт төшөргө килеп китә. Үҙем пейзаждар төшөрөргә яратҡас, Шишкиндың ысынбарлыҡҡа бик яҡын һүрәттәре оҡшай.
Әлиә: Көн ҡояшлы булһа, минең һүрәтем дә матур була. Шуға күрә, илһам ҡошом һыуыҡты, ҡараңғылыҡты, һоролоҡто яратмай. Ә кумирыма килгәндә, мин айырым ғына бер рәссамдың һүрәттәрен, төшөрөү алымын үҙемә өлгө итеп ҡуймайым. Кемдең төшөрөү алымы ҡыҙыҡ тойола, шуны үҙләштереп ҡарарға тырышам. Әлеге көндә Ван Гогтың һүрәтләү техникаһын өйрәнеү өҫтөндәмен. Башҡортостан мәҙәниәтен сағылдырыусы картинамда аттар һүрәтен төшөрөп тороусы рәссамды Ван Гог стилендә эшләп, конкурсҡа ебәрҙем, һөҙөмтәһен көтәм.
Иҙел: Башҡорт тотоп ҡарамайынса ышанмай, тиҙәр. Минең дә, ысын башҡорт булараҡ, һәр нәмәне ҡулыма алып, тотоп ҡарамайынса, күңелем булмай. Һын яһағанда иң мөһиме - күңел тыныслығы. Ә балсыҡ менән эш иткәндә һаҡ, ипле булырға кәрәк. Сөнки ул һинең ҡулыңдың һәр хәрәкәтен йәнле нәмә кеүек тоя. Шуға күрә, образды һынландырыу эшенә тотонор алдынан күңелемде тынысландырып, әсәйемә шылтыратып, хәлдәрен белешеп алам. Ҡәҙерлемдең тауышын ишетеү менән күңел тыныслығы ла, дәрт тә, илһам да килә.

Рәссамдың милләте юҡ, тиерҙәр, бәлки. Ә шулай ҙа һәр рәссам үҙенә яҡын булған нәмәләрҙе һынландыра. Башҡорт рәссамы нимәне һынландырырға тейеш?
Әлиә: Ҡасим Дәүләткилдиев исемен йөрөткән гимназияла уҡығас, күҙ алдыма ысын башҡорт рәссамы уның образында килеп баҫа. Уның картиналарында сит илдәр, бүтән милләт кешеләре һынландырылмаған. Бөйөк рәссам һүрәттәрендә башҡорт халҡының мәҙәниәте, көнкүреше, милли үҙенсәлеге, рухи байлығы, үткәне-бөгөнгөһө тулыһынса сағылыш тапҡан. Был, моғайын, беҙҙең ижадтың да төп үҙенсәлеге булыр, тип уйлайым.
Алмаз: Дәүләткилдиев кеүек, беҙ ҙә үҙ эштәребеҙҙә Башҡортостанды сағылдырырға тырышабыҙ. Бигерәк тә төрлө халыҡ-ара конкурстарҙа ҡатнашҡанда сит ил кешеһенә ҡарауға ҡыҙыҡ, үҙенсәлекле булһын өсөн Башҡортостанды, үҙебеҙҙең миллилекте сағылдырып, тау-урманлы матур тәбиғәтебеҙҙе, башҡорт аттарын, милли аш-һыуҙы төшөрөргә тырышабыҙ. Ғөмүмән, Башҡортостан рәссамдарының һүрәттәре башҡаларҙан яҡты, йылы төҫтәр ҡулланып төшөрөлгән булыуы менән айырыла, тиҙәр. Был ҙур ҡалалар, мегаполистар урынына тәбиғәт ҡосағына һыйынып ултырған ауылдар күп булыуынан килә, тигән фекер әйтәләр.

Таланттарығыҙҙы үҫтереүгә ошо гимназияға уҡырға килеүегеҙ ярҙам иткәндер, моғайын. Тәүге тапҡыр гимназия ишектәрен асҡас алған тәьҫораттарығыҙ, ҡыҙыҡлы иҫтәлектәрегеҙ менән уртаҡлашығыҙ әле.
Айгиз: Мин етенсе класты Йылайыр ауылы гимназияһында уҡый башланым да, һынлы сәнғәт өлкәһендәге ҡаҙаныштырымды раҫлаусы бөтөн маҡтау ҡағыҙҙары, һүрәттәрем һалынған тупланманы ебәреп, имтихандар биреп тормайынса бында уҡырға ҡабул ителдем. Уҡыу йорто тупһаһын ашатлау менән уның һынлы сәнғәт гимназияһы икәнлеге күҙгә ташланды - стеналарға һүрәттәр эленеп бөткән, һәр класс бүлмәһендә уҡыусылар өсөн ижади мөхит тыуҙырылған. Йәшермәйем, өйрәнеп киткәнсе ауыр булды. Көнөнә туғыҙ дәрес, аҙағынан төрлө түңәрәктәргә йөрөүе еңелдән түгел ине, шулай ҙа күнектем. Тәүге тәьҫорат алдаҡсы була, тиһәләр ҙә, тиҫтерҙәремдең иҫ киткес, һоҡланып бөткөһөҙ ҡул эштәрен күргәс, оҫталарҙы ошонда тәрбиәләйҙәр икән, тигән тәүге уйым дөрөҫкә сыҡты. Хәҙер мине лә уҡытыусыларым оҫтартып, кимәлемде үҫтереп алып килә.
Әлиә: Интернатта йәшәгән балаларға сәғәт киске туғыҙҙан һуң йоҡларға кәрәк. Шундай тәртип булһа ла, бер кис ундан ашыу ҡыҙ беҙҙең бүлмәгә йыйылдыҡ та, компьютерҙа кино ҡарарға ултырҙыҡ. Ҡапыл коридор буйлап бүлмәләрҙе тикшереп йөрөгән тәрбиәсенең тауышын ишетеп ҡалдыҡ. Ишек төбөнә өйөлгән аяҡ кейемдәрен дә, кино ҡуйылған компьютерҙы ла һүндерергә онотоп, йәшенеп бөттөк. Кемдер кейем шкафына, кемдер карауат аҫтына инде, бер карауатҡа икешәрләп менеп яттыҡ. Тәрбиәсе ишекте асып ҡараны ла, бер нәмә лә өндәшмәйенсә, сығып китте. Интернат иҙәнен йыуыуҙан шулай еңел ҡотолдоҡ.
Иҙел: Ҡыҙҙар яғына сыҡҡан өсөн малайҙарға һәр ваҡыт эләгә. Тәрбиәселәр тотһа, интернаттың ҡыҙҙар йәшәгән корпусында иҙән йыуып ҡайтабыҙ.

Гимназияны тамамлағас, буласаҡ һөнәрегеҙҙе һынлы сәнғәт менән бәйләйәсәкһегеҙме? Әллә рәсем төшөрөү шөғөл генә булып ҡаласаҡмы?
Айгиз: Мин инженер йәки дизайнер һөнәрен үҙләштерергә уйлайым. Бөгөнгө көндә рәссамға эш табыуы ауыр түгел, төрлө байрамдар үткәргәндә биҙәү эштәре башҡарып, аҡса табырға мөмкин, тип уйлайым.
Алмаз: Биҙәү эштәре бер вариант булһа, икенсеһе - портрет төшөрөү. Оҫталығың булған осраҡта, был рәүешле лә аҡса эшләргә мөмкин. Ә мин артабан юғары уҡыу йортоноң архитектура факультетында уҡыуымды дауам итергә хыялланам.
Әлиә: Мин һүрәт төшөрөргә лә яратам, балаларҙы ла яратам. Балаларҙы рәсем төшөрөгә өйрәтермен, тип уйлағайным, ата-әсәйем килем килтерерлек һөнәр һайларға өгөтләй. Аҡсаға килгәндә, мин быйыл йәйгеһен балалар баҡсаһын биҙәп, һүрәттәр төшөрөп, арыу ғына аҡса эшләп алдым. Үҙемә оҡшаған эш башҡарып, аҡса ла эшләй алыуым ҡыуандырҙы.
Иҙел: Туғыҙынсы синыфтан һуң Өфө сәнғәт училищеһының скульпторҙар әҙерләү бүлегенә һынау тотоп ҡарарға уйлайым. Унда урта махсус белемле белгес булып сығырға мөмкин.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Тормош - бәйге, тип яҙа халыҡ шағиры. Кеше һәр ваҡыт ярышып, йәшәп өлгөрә алмай "сабып", ашығып донъя көтә. Әгәр ҙә "Туҡта, мәл!" тип ҡысҡырырға кәрәк булһа, күптәр ергә ҡарап йөрөп, иң һоҡландырғыс минуттары үтеп барыуын һиҙмәй ҙә ҡалыр ине әле. Донъяның йәмен, матурлығын күрә белергә, туҡтатырлыҡ мәлдәрҙе үҙ ижадында сағылдырырға өйрәнеүсе Ҡ.Дәүләткилдиев исемендәге Республика һынлы сәнғәт гимназия-интернат уҡыусылары менән һөйләшеүҙән шул асыҡланды: ярыш менән ижад йәнәш йәшәй, тик улар араһындағы сиктәрҙе дөрөҫ ҡуя белеү кәрәк.

Сәриә ҒАРИПОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.05.14 | Ҡаралған: 1860

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru