«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ағинәйҙәр ҡоро
+  - 

АҒИНӘЙЛЕК - ҠАРТЛЫҠ БИЛДӘҺЕ ТҮГЕЛ,
ағинәйлек - рухиәт билдәһе

Белорет ағинәйҙәре Шишмә тау-таштар араһынан үҙенә юл ярған кеүек, халҡыбыҙҙың күңел талабы заманалар бик ауыр, ҡатмарлы булған хәлдә лә рухты һаҡлап ҡалыр сара-юлын тапҡан. Һуңғы арала әүҙемләшеп киткән ағинәйҙәр, аҡһаҡалдар ҡорҙары ла ошо бурысты үтәй тип әйтергә була. Белорет районының Шығай ауылы мәҙәниәт йорто директоры Сәғирә Шәрәфетдинова ойошторған "Аҡтамыр" ағинәйҙәр ойошмаһы, мәҫәлән, өс-дүрт быуын ҡатын-ҡыҙҙарҙы берләштереп, кис ултырыу, халҡыбыҙҙың онотолоп барған ҡул эштәрен, мәҫәлән, кейеҙ баҫыу йолаһын тергеҙеү, ейән-ейәнсәрҙәрҙе лә ошо шөғөлдәргә өйрәтеү эшен бик дәррәү башлап ебәргәйне. Асы ауылында иһә хакимиәт башлығы Фәрхәнә Сәлимйәнова ауылдың абруйлы ағинәйҙәре менән "Йома сәйе" тип аталған йәмле сараға нигеҙ һалды. 2012 йылда Баймаҡ районында булып үткән ағинәйҙәр йыйынынан һуң районыбыҙҙың Шығай, Үткәл, Хөсәйен, Аҙналы, һуңғараҡ Сосновка, Рысыҡай, Сермән ауылдарында "Ағинәйҙәр ҡоро" йәмәғәт ойошмалары барлыҡҡа килде.

Былтыр Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының Ғаиләне, балалыҡты, әсәлекте һәм атайлыҡты яҡлау буйынса комиссия рәйесе, "Киске Өфө" гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы Янбаева иһә Шығай ауылы мәҙәниәт йортона районыбыҙ ауылдарының ҡатын-ҡыҙҙарын йыйып, "Ағинәйҙәр ҡоро"ноң бурыстарын аңлатып, шул осорға эш башлаған ойошмалар рәйестәренә таныҡлыҡ тапшырып, фатихаһын биреп китте һәм был осрашыу башҡа ауылдар ағинәйҙәрен дә дәртләндерҙе, әүҙемләштерҙе. Шығай ауылы ағинәйҙәре "Аҡтамыр"ға яңы һулыш өрҙө. Ағинәйҙәрҙең халыҡ араһында тағы ла киңерәк ҡолас менән эшләү мөмкинлеген, уның ҡеүәтен күреп, тиҙ арала элекке уҡытыусы-ветерандар, социаль өлкәлә эшләп хаҡлы ялға киткәндәр улар тирәләй тупланды. "Ағинәйҙәр ҡоро" етәксеһе Динә Ҡанафина һәр ағзаның мөмкинлегенән, ауылда, мәктәптә, халыҡ араһында тотҡан роленән сығып, эш планы төҙөнө. Баштан уҡ ағинәйҙәр ҡоро эшенә аҡһаҡалдар, ауыл хакимиәте, мәктәп коллективы, уҡыусылар, депутаттар, участка милиционеры йәлеп ителде. Әйткәндәй, Шығайҙа "Аҡһаҡадар ҡоро" ла эш башланы. Етәксеһе итеп ғүмерен балаларға белем биреүгә арнаған остаз, оҙаҡ йылдар мәктәп директоры вазифаһын башҡарып, хаҡлы ялға сыҡҡан Нәҙерғәле Асылғужин һайланды. Ҡорға ауылдың иң әүҙем һәм абруйлы ир-егеттәре Инсаф Ҡанафин, Хәбир Шиһапов, Флүр Мөхәмәтдинов, Рәмил Шәрәфетдинов, Исмәғил Әбүталипов инде. Шығай ағинәйҙәренең һәм аҡһаҡалдарының ошо ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендәге ҡайһы бер эштәрен барлап үтәйек әле. Ауыл старостаһы Инсаф Ҡанафиндың тырышлығы, ярҙамы һәм ағинәйҙәрҙең теләге менән ябыҡ торған мәсетте асып, йылытып, Мәүлит байрамы үткәреүҙән башланы быйылғы эштәрен шығайҙар. "Һуғым ашы" йола байрамына күрше Үткәл, Хөсәйен ағинәйҙәрен саҡырҙылар. Борон-борондан малға таянып, мал менән һыйлы-аҡлы йәшәгән халҡыбыҙҙың был йолаһы - үҙе бер яҡты байрам. Шығайҙар уны урын-еренә еткереп, күргәҙмәгә ҡуйырлыҡ юғары кимәлдә үткәрҙе. Ошонда уҡ ағинәйҙәрҙең һәр береһенә йөкмәтелгән айырым бурыстары, һәр береһенең тәғәйен эше тураһында мәғлүмәтле булдыҡ. Берәүҙәр ерлектәге милли кейем өлгөләрен һаҡлау, тергеҙеү эшен ихлас алып бара, һәр урында башҡорт кейемдәренең, ундағы биҙәк-тамғаларҙың мәғәнәһен аңлатып йөрөй. Кемдәрҙер онотолған йолаларҙы иҫкә төшөрә, икенселәр экологик өмәләр ойоштороу мәшәҡәтен үҙ иңенә ала, өсөнсөләр мәктәптәрҙә балалар менән эскелектең яман афәте тураһында йәнле әңгәмә ҡора. Ғөмүмән, Динә Ҡанафина, Ғинуара Сөнәғәтова, Сәмсиниса Мырҙабаева, Мәрйәмә Хажина, Алмабикә Ғәлиуллина, Нурбикә Ҡанафина, Рифа Йәғәфәрова, Рәшиҙә Нуретдинова, Земфира Фәсхетдинова, Эльвира Сәйәхова, Сәғирә Шәрәфетдинова кеүек иң әүҙем, иң зыялы ағинәйҙәр балалар баҡсаһына ла, ауыл ҡарттарына ла, буйҙаҡ егеттәргә лә ҡағылған бөтә мәсьәләләрҙе иғтибар үҙәгенә алып, ҡулдарынан килгән ниндәйҙер бурысты атҡарырға тырышалар. Бына әле Шығай ағинәйҙәре ауылдың дүрт быуын 88 өләсәйе, ейән-ейәнсәрҙәре ҡатнашлығында "Хоҙай беҙҙе ҡатын итеп яратҡан" исемле тамаша әҙерләй. Уның маҡсаты - йәш быуын ҡатын-ҡыҙҙарының булмышына үтеп инә барған сит-ят, йәмһеҙ ҡылыҡтарҙан ҡотолорға ярҙам итеү, ғаиләлә хөкөм һөргән именлектең дә, яманлыҡтың да башында ҡатын-ҡыҙ тороуын, әсә мөхәббәтенең ҡеүәтен, атайҙарҙың ғаиләләге урынын, йәмғиәттәге баһаһын, сабыйҙарыбыҙға мәғәнәле башҡорт исемдәре ҡушыуҙың әһәмиәтен аңлатыу - бына ошо етди мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшмәксе улар йыйында. Шулай уҡ яҡын арала "Рәхмәт һиңә, Һыу!" акцияһы, "Башҡорт бейеүҙәре" конкурсы, "Ҡарға бутҡаһы", шулай уҡ Аҙналы ағинәйҙәрен саҡырып, "Кәкүк сәйе" йола байрамдары ойоштормаҡсылар. Ә 14 майҙа иһә шығайҙар Белорет һәм башҡа райондарҙан килгән ҡунаҡтарға кейеҙ баҫыу йолаһын күрһәтәсәк. Әле шул байрамға әҙерләнеп, ағинәйҙәр, балалар, ейәнсәрҙәр кистәрен йөн тетә. Ил иртәгәһен уйлаған, ғаиләләр именлеген хәстәрләгән Шығай ауылы аҡһаҡалдары һәм ағинәйҙәре ауыл биләмәһендә иғлан ителгән "Айыҡ ауыл" конкурсын ғәмәлгә ашырыуға ла ең һыҙғанып тотондо, иҫерткес эсемлектәр һатҡан, эскелек сиренә бирелгән ғаиләләргә рейдтар яһай башланы.
Шығайҙа хәҙер бер генә сара ла ағинәйҙәр, аҡһаҡалдар ҡатнашлығынан башҡа үтмәй. Мәҙәниәт тармағы ошондай йәмәғәтселәре менән көслө булған кеүек, йәмәғәт ойошмаларының да тик мәҙәниәт тармағы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә генә эшләй ала икәнен дә билдәләп үтергә кәрәк. Юҡһа, ҡайһы бер урындарҙа ағинәйҙәр, аҡһаҡалдар ҡорҙарын ҡатын-ҡыҙҙар, ветерандар советтарына, мәҙәни усаҡтарға ҡапма-ҡаршы ҡуйырға тырышыусылар ҙа табыла. Күмәкләгән - яу ҡайтарған, тигәндәй, бөтә ошо ойошмалар бер төптән егелеп эшләгәндә генә һөҙөмтә була икәнен аңлау кәрәк таһа. Тағы ла өҫтәп шуны әйтеп үтәйек әле. Ҡайһы бер ауылдарҙа ағинәйҙәр ҡороноң тик йәштәрҙән тороуы ниндәйҙер бәхәстәр, ризаһыҙлыҡтар тыуҙыра. Дөрөҫөн генә әйткәндә, ауылда ағинәйҙәр бер ваҡытта ла күп булмаған. Бәғзе бер ауылдарҙа көндөҙөн шәм яндырып эҙләһәң дә, бер өлкән ҡатын-ҡыҙҙы таба алмаҫһың, сөнки күптәре ҡартайып сирләй, бәғзеләренең һаулығы шәп булып та, йәмәғәт эшенә барымы юҡ. Бындай осраҡта ни эшләргә? "Ағинәйлек - ул ҡартлыҡ билдәһе түгел, ағинәйлек - рухиәт билдәһе, ул абруй, ул дәрәжә. Әгәр ҙә үҙ артынан башҡаларҙы эйәртә, эшләтә, үҙ һүҙен һанлата ала икән, 30 йәшлек ҡатын-ҡыҙҙы ла беҙ ағинәй тип атай алабыҙ", тигәйне ағинәйҙәр ҡорондағы сығышында Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы Янбаева. Тимәк, беҙ дөрөҫ сырамытҡанбыҙ: Үткәл ауылындағы төп ағинәй әле йәш кенә өләсәй - ауыл фельдшеры Айһылыу Йомағужина. Уның ойоштороу һәләте лә бар, ололар менән аралашырға ла ярата, яңынан-яңы идеялар табып, ағинәйҙәрен яңы эштәргә әйҙәп, саҡырып ҡына тора. Иң мөһим сифаты, әлбиттә, битарафлыҡтан азат булыуы. Күршеләрҙе ҡунаҡҡа саҡырыу йолаһын да нәҡ үткәлдәр башлап, өлгө күрһәтте. Шулай уҡ оло кешеләрҙең өйҙәренә барып, унда сәй табыны ойоштороп, хәл-әхүәл белешеп, һөйләшеп, күңелдәрен күреүҙе лә бер ғәҙәткә индерҙеләр. Был ғәмәлдәр балалар өсөн дә ҙур һабаҡ. Былтыр һыу баҫыуҙан зур ҡазаға тарыған ғәбдүктәргә, балалар йортонда тәрбиәләнеүселәргә, яңғыҙ ҡалған оло кешеләргә ярҙам ойоштороуҙа Үткәл ағинәйҙәре беренселәрҙән булып инициатива күрһәтте. Йөндән аяҡ кейемдәре баҫыу йолаһын тергеҙеүгә ихлас ҡушылдылар. Быйыл иһә "Иң матур баҡса", "Иң күркәм йорт" конкурстары ойошторасаҡтар.
Хөсәйен ауылының "Ағинәйҙәр ҡоро"на ауыл старостаһы Рәйлә Иҫәнғужина етәкселек итә. Хөсәйендәр сатнама һыуыҡ көндө тышта усаҡ яғып, боронғоса ике ҡаҙан аҫып, күршеләрен - Шығай ағинәйҙәрен тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында ҡунаҡҡа саҡырҙы. Бәләкәй генә ауыл сәхнәһен тултырып, ике ауылдың ағинәйҙәре "Йәгеҙ әле, ағинәйҙәр!" ярышында ҡатнашты. "Ярыш" тигән һүҙ тура ла килмәй был танһыҡ тамашаға. Зиһен эйәһе халҡыбыҙҙың тапҡыр теллелеген, матур һүҙле, кинәйәле әйтемле, аҡыллы таҡмаҡлы, йомаҡлы, изгелек сәскән әкиәтле булыуын иҫбатлаусы күңелле бер дәрес булды ла ҡуйҙы ул. Ауылдың иң оло йәштәге ағинәйҙәре - 79 йәшлек ҡул оҫтаһы, нурлы йөҙлө Сафия Ҡәләмова, 81 йәшлек ағинәй, тәрән фекерле, матур телле Камила Дәүләтбаевалар Шығайҙан Динә Ҡанафинаға ҡапма-ҡаршы боронғо таҡмаҡтарҙы әйтешә башлағайны, түҙеп кенә тор, тигәндәй... Онотолған мәҡәлдәрҙе әйтешеү, бик һирәк осрай торған, халыҡсан ғына йомаҡтар ҡойошоу, борон заман булған мәҙәк хәлдәрҙе һөйләү, бәйеттәр көйләү, үҙҙәре уйлап сығарған ҡобайырҙар әйтеү - был ярыштың мәғәнәһен тәрәнәйтте. Ун бала әсәһе, иң оҫта хужабикәләрҙең береһе Сәйбә апай Мәхмүтованың бүлә-бүәләсәрҙәре өләсәйҙәренең йырлап-бейеп сығыш яһауын ҡарай-ҡарай тәмле йоҡоға талды. Осрашыу бишбармаҡ менән һыйлау, һуғым ашын һоғондорошоу, Сәйбә апайҙың күпереп торған буҙаһынан тәм итеү аралаш күңелле һөйләшеү, фекер алышыу менән тамамланды. Залда ултырған уҡыусылар өсөн генә түгел, ҡунаҡтарға ла боронғолоҡҡа йоғоноу, ҡаҙандар аҫып ҡунаҡҡа саҡырышыу йолаһы, табын артында кәңәш-төңәш итеп ултырыу ифрат ныҡ оҡшаны. Бына ҡайҙа йәшеренеп, онотолоп, мүкләнеп ятҡан ул халҡыбыҙ хазиналары, тип уйланыҡ күңелгә ятышлы боронғобоҙҙоң осмоттарын, осҡондарын күреүебеҙгә һөйөнөп. Әгәр ҙә "Ағинәйҙәр ҡоро" ойошторолмаһа, был саралар үтер инеме лә, ауылдарыбыҙ халҡы шулай дәррәү күтәрелер инеме икән?
Аҙналы ауылы ағинәйҙәре лә быйыл әүҙемлек күрһәтеп, изге эштәргә орлоҡ һалды. Ауылдың тарихын байҡап, билдәле кешеләрҙең, һуғышта һәләк булғандарҙың, һуғышта ҡатнашҡандарҙың исемлеген барлап, китапханала альбом төҙөүҙе тарих уҡытыусыһы Айһылыу Сәмсетдинова үҙ өҫтөнә алды. Ауылдың оло инәйҙәре менән мәктәптә дин тәртиптәре, "Өләсәйҙәр уйнаған уйындар", ҡул эштәре, йортто, ихатаңды, урамды тәртиптә тотоуҙың мөһимлеге тураһында аңлатыу дәрестәре ойошторҙолар. Күмәкләшеп, йыйылып, юлда һәләкәткә осрап, оҙаҡ ваҡыт дауаханала ятҡан ауылдаштарының ғаиләһенә, балаларына ярҙам күрһәтте Аҙналы ағинәйҙәре.
Сосновка, Рысыҡай ауылдарында "Ағинәйәр ҡор"ҙары һуңлабыраҡ ойошторолһа ла, улар ҙа байтаҡ сараларҙа ҡатнашырға өлгөрҙө, кейеҙ баҫыу йолаһын тергеҙеүҙә ҡатнашалар. Сосновка мәҙәниәт йорто директоры Земфира Аҙнабаева, художество етәксеһе Рима Йосопова, китапхана мөдире Ғилә Фәтҡуллина ҡатын-ҡыҙҙарҙы ағинәйҙәр ҡорона йәлеп итеп, бик уңышлы эшләйҙәр. Ағинәйҙәр ҡорона етәксе итеп элекке уҡытыусы, мәҙәниәт йортонда "Хужабикә" оҫталыҡ түңәрәген алып барыусы, йыраусы Рима Йосопова һайланды.
Бер ҡараһаң, һанап сыҡҡан саралар әллә ниндәй ҙур эштәр ҙә түгел кеүек. Шул уҡ ваҡытта ата-бабаларҙан ҡалған рухи ҡиммәттәрҙе үҫеп килгән йәш быуынға бөртөкләп тапшырыу, цивилизация уңайлыҡтарына күмелеп, юҡҡа сыға барған ата-бабалар кәсебен тергеҙеү, ерҙе, илде, телебеҙҙе һөйөргә, һаҡларға, яҡларға өйрәткән йолаларыбыҙға йән өрөп ебәреү, сит-ят һүҙҙәрҙән йәберһетелгән әсә теленең, сүп-сарға бата барған урман-болондарҙың, шишмә-йылғаларҙың сафлығы, ауылдаштарҙы эскелек һаҙлығынан йолоп алыу өсөн көрәшкә ҡушылыусыларҙың эше бөйөк түгелме ни!..

Зилә АБЗАЛОВА,
Белорет районы һәм ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының "Ағинәйҙәр ҡоро" рәйесе.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.05.14 | Ҡаралған: 3383

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru