ЮҒАРЫ СӘНҒӘТ...
юғары зауыҡҡа тәғәйенләнә
Баш ҡаланың тиҫтәләгән мәҙәниәт усаҡтары араһында Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының үҙенең лайыҡлы урыны бар. Тәү сиратта, ул халҡыбыҙҙың тамырҙары боронғолоҡҡа уҡ барып тоташҡан милли музыка традицияларын һаҡлаусы, уларҙы сәхнәнән яңғыратып, халыҡ моңоноң ғүмерен оҙайтыусы ғына түгел, киләсәк быуындарға ишеттереүсе лә. Шау-шоуҙар заманында милли филармонияларға урын бармы? Ул үҙенең йөҙөн юғалтмаҫ өсөн ниндәй йүнәлештә хәрәкәт итә ала, ғөмүмән, филармонияның киләсәген ниндәй жанрҙар билдәләйәсәк? Ошолар тураһында филармонияның эстрада буйынса художество етәксеһе, ҡуйыусы режиссер Илшат Мәғәфүр улы ФӘХЕРТДИНОВ менән әңгәмәләшәбеҙ.
75-се ижад миҙгелендә филармония оло юбилейын да билдәләне. Был миҙгел филармония артистары һәм тамашасылар хәтерендә нимәһе менән иҫтә ҡаласаҡ?
- Быйыл да ҡыҙыҡлы проекттар күп булды. Һәр сараны, һәр концертты филармонияның 75 йыллыҡ юбилейына арнаныҡ. Барыбыҙ ҙа был байрамды әҙерләнеп, көтөп алдыҡ, хәҙер инде миҙгелде тантаналы ябыу концертына әҙерләнәбеҙ. Шулай ҙа миҙгелдең иң мөһим ваҡиғаһы - бөйөк шәхесебеҙ Хөсәйен Әхмәтовтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған саралар булғандыр.
Филармония үҙаллы эшләүсе бер нисә коллективты үҙенә туплаған. Шулай булғас, филармонияның төп бурысы - уларға ярҙам итеү һәм "ҡыйыҡ" менән тәьмин итеүме?
- Һәр коллективтың гастроль тормошо айырым булһа ла, беҙҙең дөйөм эшмәкәрлек тә бар. Шуға ла филармонияның бурысы һәм маҡсаттары күпкә киңерәк. Унан һуң, музыканың ҡайһы бер йүнәлештәре, әйтәйек, шул уҡ халыҡ музыкаһы һәр ваҡыт ҡурсалауға мохтаж. Ниндәй генә концерт булмаһын, халыҡ музыкаһына айырыуса иғтибар бүләбеҙ. Гастролдәрҙә солистар халыҡ йырҙарын башҡарамы, юҡмы - быны ла күҙәтәбеҙ. Филармония - профессиональ музыка яңғырай торған урын. Шоу-бизнес заманында еңел-елпелек өҫтөн ҡуйыла. Ә профессиональ булмаған композиторҙарҙың йырҙарын башҡарып йөрөү йырсыны үҫтермәй, киреһенсә, уның талантын юҡҡа сығара. Эстрада булғас, артисҡа, бәлки, шундай йырҙар йырлау ҡыҙыҡтыр, әммә филармонияла быға юл ҡуйыла алмай, эстрада профессиональ булырға тейеш. Режиссер булараҡ, минең өсөн концерттарҙа халыҡ йырҙары, халыҡ моңо яңғырауы төп шарт. Классик әҫәрҙәр, ретро йырҙар яратыусылар бар, уларҙың зауығын да иҫәпкә алабыҙ.
Концерттарҙы төрлө-төрлө итеп эшләр өсөн һәләтле артистар ҙа кәрәк. Был йәһәттән зарланырлыҡ түгел, филармонияла шәп тауышлы егеттәр бар, улар менән эшләүе лә еңел. Улар үҙҙәре һәм, иң тәүҙә, репертуары өҫтөндә эшләһә, бындай йәштәр менән филармонияның киләсәге бар, тип әйтер инем. Филармонияға йәштәр килергә тейеш, шоу заманы, тип, барыһы ла еңелгә ынтылһа, профессиональ сәнғәтте кем үҫтерер!
Мәҙәниәт йылында республиканың мәҙәни тормошонда нимәгә төп иғтибар бүленергә тейеш, тип уйлайһығыҙ?
- Минең фекеремсә, беҙ күберәк үҙ ҡаҙаныбыҙҙа ҡайнайбыҙ. Ситкә сығырға, исмаһам, Рәсәй кимәлендә үҙебеҙҙе күрһәтергә ваҡыт. Филармонияны алып ҡарағанда, мәҫәлән, Халыҡ музыка ҡоралдары милли оркестры республикала берҙән-бер коллектив. Уларҙы ситтәр ҙә күреп, үҙ баһаһын бирһен ине. Юғиһә, башҡалар башҡорт халҡын Ф. Ғәскәров исемендәге Дәүләт академик халыҡ бейеүҙәре ансамбле, "Мираҫ" йыр һәм бейеү фольклор ансамбленә генә ҡарап таный.
Республикала мәҙәниәткә иғтибар арта барған кеүек, Президент гранты йәштәрҙең ижадын үҫтереү йәһәтенән ҙур этәргес булды. Тик был проекттар бер көнлөк булмаһын ине. Беҙ ҙә Мостай Кәримдең "Ташлама утты, Прометей!" буйынса үҙе яҙған либреттоһын ҡуйыу өсөн грантҡа яҙғайныҡ та, үтә алманыҡ. Филармонияның йырсылары менән бер актлы, ҙур булмаған рок-опера, оперетта ҡуйырға ине, бының өсөн йырсыларыбыҙҙың тауыш мөмкинлектәре бар. Рок-опера тыңларға теләүсе тамашасылар булыр ине, минеңсә, беҙ уларҙы концерттарҙан тыш ваҡытҡа репертуарға ҡуйыр инек. Салауат Низаметдиновтың "Мөхәббәт йондоҙо" рок-операһы ҡасандыр ҡуйылған, әлбиттә, тик уны мин үҙемсә күрәм, икенсе төрлөрәк аңлайым. Был да киләсәккә маҡсаттарҙың береһе булып ҡала әле. Һәр хәлдә, бындай жанрҙарҙан филармония репертуары байыр ғына ине, артистар өсөн дә бер үҫеш буласаҡ. Үҙем Санкт-Петербург дәүләт театр сәнғәте академияһында уҡығанда "Рок-опера" Санкт-Петербург дәүләт театрында өс йыл йырланым. Хәҙер режиссер булараҡ, был һәләтем бик ярҙам итә. Академияла иһә Аркадий Райкиндың уҡыусылары уҡытты, шуға эстрада буйынса иң яҡшы мәктәптәрҙең береһен тамамлау бәхете эләкте миңә.
Филармонияның киләһе миҙгелгә эш планы билдәлеме?
- Һәр миҙгел үҙенсә ҡыҙыҡлы була, киләһе миҙгелдең иң эре проекттарына ғына туҡталып үтәйек. Халыҡ-ара "Урал тауышы" халыҡ ҡоралдары оркестрҙары һәм ансамблдәре конкурс-фестивале, Халыҡ-ара "Розовая пантера" джаз фестивале үтәсәк. Яңы йыл тамашалары, балалар өсөн мюзиклдан тыш, Заһир Иҫәнсурин, Рөстәм Шаһыбалов кеүек йырсыларыбыҙ айырым концерттарын үткәрһен, репертуар һайлаһын, тип теләйем. Шулай уҡ Ғашиҡтар көнөнә, башҡа даталарға арналған саралар булыр. "Әрме мажаралары"ның дауамын эшләп, филармонияның бөтөн составын сәхнәгә сығарырға ла хыялланам.
Уйҙар, теләктәр бар, әлегә иһә Башҡорт дәүләт филармонияһы 75-се юбилей миҙгелен ябыу тантанаһына саҡыра. Ул 14 майҙа үтәсәк. 6 майҙа филармония йырсылары тамашасыларын Еңеү көнөнә арналған концертта көтөп ҡала.
Ләйсән НАФИҠОВА әңгәмәләште.
КИРЕ СЫҒЫРҒА