«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
күңел мөһөрө
+  - 

БЕР ТӨБӘКТӘН - ИКЕ ГЕРОЙ

Батырлыҡҡа илткән тәүәккәллек

Тимербулат Халиҡов Советтар Союзы Геройы Тимербулат Ғәләүетдин улы Халиҡов ағай минең ауылдашым. Ишембай районы (элекке Маҡар) районының Кинйәбулат ауылында 1917 йылда донъяға килгән данлы ауылдашымды күреп, хатта бер ни тиклем аралашыуҙан беләм.

Бер аралашыу әле лә хәтерҙә ҡалған. Быны аңлатыу өсөн атайым Ҡотлоәхмәтов Фәйзрахман хаҡында ла әйтеп үтеү урынлы булыр, тип уйлайым. Ул һуғышҡа тиклем үк "Уран" колхозының (ул саҡта ул шулай атала) тәүге шоферы булған кеше. Һуғыштан ҡайтҡас, Ишембайҙа заводта ла эшләп алды. Әммә 50-се йылдар уртаһында уны, шофер- автомеханик, слесарь һәм токарь булған һөнәр кешеһен, оҙаҡ ҡына юллап, яңынан ауылға ҡайтарҙылар. Был саҡта колхоздың бер нисә машинаһы бар ине. Атайым шуларға гараж төҙөргә уйланы ла, колхоз ярҙам ҡулы һуҙмағас, үҙебеҙ ғаилә менән эшләргә булдыҡ. Беҙ Нәфиҡ ағайым менән көндәр буйы шул эш менән мәшғүлбеҙ. Бер көндө яныбыҙға Тимербулат ағай килде. Ҡабығы әрселгән бүрәнәгә урынлашҡас, атайым:
- Энем, йәштәр, бигерәк тә ошо минең малайҙар, һинең һуғышта күрһәткән батырлығың хаҡында ишеткеһе килә, һөйләп, иҫкә төшөрәһеңме әллә? - тип һорай ҡуйҙы.
- Эй, Фәйзрахман ағай, уларҙы нисек һөйләп бөтөрәһең, иң мөһиме, беҙ дошманды еңеп ҡайттыҡ, - тип ҡулын һелтәп кенә ҡуйҙы ағай. - Малайҙар үҫә, ҡәләмдәре лә шымара төшһөн. Бәлки, һөйләшеп, серләшеп тә ултырырбыҙ...
Үкенескә ҡаршы, Тимербулат ағай менән әңгәмәләшергә насип булманы. Ул 1948 йылдың ноябрь айында ни бары 41 йәшендә яҡты донъяларҙан китеп барҙы. Ауылдашым батырлығы хаҡында материалдарҙы туплауҙы үҙ өҫтөмә алғайным ул саҡта. Улар миндә хәҙер байтаҡ йыйылды. Иң мөһимдәренә генә туҡталайыҡ.
Тимербулат ағай Бөйөк Ватан һуғышы башланырға ике йыл ҡалған арала алыҫ Көнсығышта хеҙмәт итә. Һуғыш башланыу менән Башҡортостанда ойошторолған Башҡорт кавалерияһына үҙ теләге менән яҙылып, 1941 йылдың декабрь айында яуға китә. Ул хеҙмәт иткән генерал-лейтенант Г.А.Белов етәкселегендәге 61-се армия ғәскәре, төрлө хәтәр бәрелеш-ҡыйралыштарҙа ҡатнашып, ниһайәт, 1943 йылдың сентябрендә Черниговтан төньяҡтараҡ ятҡан Десна йылғаһына яҡынлаша. Был саҡта Тимербулат ағай хеҙмәт иткән 16-сы Башҡорт гвардия кавалерия дивизияһы, корпустың 1-се эшелонында булып, Зметнево-Сосница-Баба һәм Березна ҡасабаһына һөжүм итә. Төп маҡсат: дошманға тын алырға ла ирек бирмәй, һәр яҡтан ҡыҫырыҡлау, көтмәгәндә флангыларына һәм тылына сығыу, дошмандар сафында паника тыуҙырыу...
18 сентябрҙә Т. Халиҡовҡа Мена станцияһын алырға бойороҡ бирелә. Быға ҡәҙәр улар 50 километрҙан артыҡ юл үткән була. Ләкин туҡталырға ярамай. Кинәт алда тәгәрмәс, ат тояҡтары тауышы ишетелә. Оҙаҡламай һалдаттар оло йөк колоннаһын күрәләр һәм уға ташланалар. Бер взвод фашистар юлда ятып ҡала, күптәре әсирлеккә алына.
Ауылдашым хеҙмәт иткән взвод район үҙәге Березнаға яҡынлаша. Был ҡасабанан төп юл Чернигов һәм башҡа ҡалаларға алып бара. Стратегик яҡтан әһәмиәте иҫ киткес ҙур. Березнала дошмандың ике батальоны урынлашҡан була. Бында минең ауылдашым, взвод командиры тиңһеҙ ҡаһарманлыҡ күрһәтә. Бына нимә тиелә был хаҡта Тимербулат ағайға бирелгән награданың яҙмаһында: "1943 йылдың 18 сентябрендә Березнаға һөжүм иткәндә иптәш Халиҡов икенсе взводтан беренсе булып ауылға барып инә һәм дошмандың көслө миномет утына эләгә. Иптәш Халиҡов тиҙ генә немецтарҙың батарея флангыһына күсеп, пулеметын урынлаштыра ла, сигенеүсе дошманға ут аса. Нәтижәлә, взвод 87 һалдатты һәм офицерҙы ҡырып, 78 гитлерсыны әсирлеккә алып, дошман гарнизонын юҡ итеүҙе тәьмин итә".
Ауылдашымдың һәм башҡа ҡаһарман егеттәрҙең тиңһеҙ батырлығы һөҙөмтәһендә иң әһәмиәтле Березна дошмандан таҙартыла. Был пункт өсөн барған һуғыштан 400-ҙән ашыу фашист әсирлеккә алына. Әллә күпме трофей һуғыш ҡоралдары ҡулға төшөрөлә.
Әлеге ҡаһарманлығынан һуң ун көн үтеүгә, 28 сентябрҙә, Тимербулат ағай тағы ла бер батырлыҡҡа илткән тәүәккәллек ҡыла. Төнөн эскадрондан беренсе булып үҙенең пулемет расчеты менән Днепрҙы кисеп сыға ла фашист автоматсылары өҫтөнә төрлө яҡтан үлем яуҙыра башлай. Көтөлмәгән бындай һөжүмдән немецтарҙың тере ҡалғандары, ҡоралдарын ташлап, ҡаса башлай. Яр буйы, ҡыуаҡтар араһы фашист мәйеттәре менән тула. Ошо һөжүм арҡаһында полктың башҡа подразделениелары йылғаны иҫән-имен кисеп сығып, яуға, алға ташлана.
Был ҡаһарманлыҡты күрмәү, баһаламау мөмкин түгел, әлбиттә. Оҙаҡламай, Чернигов полкының 60-сы гвардия командиры майор И.Ф. Горлатов гвардия сержанты Тимербулат Ғәләүетдин улы Халиҡовҡа Советтар Союзы Геройы исеме биреүҙе юллап рапорт яҙа. Уға Г.А. Белов та ҡул ҡуя. Юғары Хәрби совет ағзалары ла ауылдашымдың ҡаһарманлығын иң юғары награда менән баһалай. 1944 йылдың 15 ғинуарында уға Советтар Союзы Геройы тигән юғары исем бирелә. Геройыбыҙ ауылыбыҙға ҡайтҡас, тәүгеләрҙән булып СССР-ҙың юғары Советына депутат итеп һайланды. Күп ауылдарҙы берләштергән тыуған ерендә колхоз-совхоздарға етәкселек итте, әммә һәр саҡ ябай, баҫалҡы, киң күңелле булып ҡалды. Ауылдаштарыбыҙ, бигерәк тә йәш быуын, уның исеме менән ғорурланып йәшәне, йәшәй. Кинйәбулат ауылының урта мәктәбе уның исемен йөрөтә. Мәктәп алдындағы Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына арналған стелала Советтар Союзы Геройҙары Тимербулат Халиҡов, Ғәли Бирҙиндың һәм өс Өсөнсө дәрәжә Дан орденына лайыҡ Камал Шәрәфетдиновтың исеме һәм фотоһы айырым урын алып тора. Тыуған ереңдәге хәтер - иң оло баһа!

Һуғыш һәм тыл комиссары
Ғәли Бирҙин Икенсе яҡташым, улай ғына ла түгел, бер ауыл Советына ҡараған күрше Байғужа ауылында тыуып үҫкән Советтар Союзы Геройы Ғәли ағай Бирҙин менән миңә йышыраҡ күрешеү, аралашыу бәхете тейҙе. Башланғыс мәктәпте тамамлағас, беҙ уның ауылына йөрөп уҡыныҡ, ете класс белемде шунда алдыҡ. Һуғыштан һуң ул ғүмеренең һуңғы көнөнәсә ҙур һәм бәләкәй ауылдарҙы берләштергән ошо ауыл Советына етәкселек итте. Бер нисә тапҡыр РСФСР Юғары советы депутаты итеп һайланды. Уға ҡайһыбыҙ ғына ниндәй генә йомош менән килмәй торғайныҡ! Ул эшләгән осорҙо уйлаһам, "Егет булһа, ебеп тормаҫ, ебеп торһа, егет булмаҫ" тигән бер халыҡ мәҡәле иҫкә килеп төшә. Әйтерһең, Ғәли ағай характерына ҡарап сығарылған. Кем генә килмәһен, аптырап ҡалмаҫ, тыңлар ҙа уның ихтыяжын үтәргә тырышыр, күңел күтәрер һүҙҙәрен дә табыр, шаяртып та алыр...
Характер, холоҡ, тәбиғәт... Был үҙенсәлекле сифаттар, моғайын, кешегә тыуғандан уҡ һалыналыр. Тормош шуны раҫлай. Уларҙа, ғәҙәттә, ихтыяр көсө ҙур була. Ғәли ағай Бирҙиндең биографияһына ғына күҙ һалайыҡ. 1907 йылда тыуған үҫмер, 1924 йылда уҡ комсомол сафына баҫып, комсомолдың волость комитеты секретары булып эшләй башлай, унан партия комитетына күсә. Әлбиттә, был осор, бигерәк тә ауылдарҙа синфи бәрелештәрҙең ҡыҙған сағы, кешеләрҙең тиҙ өлгөргән мәле. Артабан уны машина-трактор станцияһына етәксе итеп ҡуйыуҙары ла ошо тәүәккәл характерының дауамы, бер саҡта ла ебеп ҡалмаҫ егеткә ышаныс билдәһе булғандыр.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғас та Ғәли ағай үҙ булмышына, тәбиғәтенә тоғро булып ҡала. Уны 261-се уҡсылар дивизияһының саперҙар полкына политрук итеп ҡуялар. Беренсе алыш Ржев ҡалаһы янында була. Был алышта пуля уның аяҡ сирағын сәрпәкләп үтә. Политрукка туғыҙ ай дауаланырға тура килә. Аяғы шәбәйеп етмәһә лә, ул алғы һыҙыҡҡа - фронтҡа ынтыла. Ваҡыт, алыш ниндәй бит: һәр һалдат, һәр командир иҫәптә. Бигерәк тә нәҡ уның кеүек яугирҙарҙы рухландырыусы агитатор-командирҙар кәрәк. Оҙаҡламай һуғыш юлдары уны Сталинградҡа килтереп еткерә. Ябыҡҡан, бит һөйәктәре беленеп торған Ғәли ағай Бирҙинды Чуйков командаһындағы 62-се армияның танкка ҡаршы рота политругы итеп тәғәйенләйҙәр. Бына ошонда, Сталинградтағы алыштың трактор заводына ҡаршы урынлашҡан Спартаковка тигән ҡасабаһында, башынан аҙағынаса уға йәшәү менән үлем сигендә - ут араһында булырға тура килә. Унан Курск дуғаһы... Кешелек донъяһында үткән иң аяуһыҙ ҡанлы бәрелеш. Әҙәм рухының көсөн, бейеклеген һәм бөйөклөгөн раҫлаған алыш... Ғәли ағайға был алышта ла ҡатнашып, иҫән ҡалыу насип була. Бигерәк тә Мелихово тигән ауыл янында булған яу хәтеренән сығырлыҡ түгел. Бер саҡ кемдер "Танктар!" тип ҡысҡырып ебәрә. Башҡаһын хәтерләмәй... Ғәли ағайҙы тупраҡ күмеп киткән, кемдәрҙер ҡотҡарған.
Яҡташымдың һуғыш юлының икенсе этабы Днепр йылғаһын аша сығыу менән бәйле. Курск алышынан һуң хәрби частарҙы үҙгәртеп ҡоралар. Улар яңы йәш һалдаттар менән тулыландырыла. Капитан Бирҙин эләккән батальонда бөтәһе лә тип әйтерлек комсомол сафындағылар булып сыға. Днепр яры өсөн барған алышта батальон командиры Старунский һәләк була. Бөтә яуаплылыҡ комиссар Ғәли Иркәбай улы Бирҙин елкәһенә ята. Ул 1943 йылдың 22 сентябрендә ҙур бер мәмерйәлә асыҡ йыйылыш үткәрә. Днепр йылғаһын нисек сығыу, кәмәләр эшләргә кәрәклеген аңлата ла:
- Утыҙар кеше өс кәмәлә сығабыҙ. Беренсеһендә - мин, икенсеһендә - парторг Рафанов, өсөнсөһөндә - Скапков. Артҡа сигенеү юҡ! Партия беҙгә ғүмерҙе лә, йәшәр өсөн торлаҡты ла тик теге ярҙа ғына бирә!
Ярты сәғәттән уны полк командиры Батурин саҡыра:
- Минең бойороҡ: һеҙ өсөнсө кәмәлә бараһығыҙ!- ти.
- Так точно! - тигәс, улар ҡосаҡлаша.
- Салауат батырлығын иҫеңә төшөр, уға лайыҡ бул. Беҙ бит һеҙҙең геройҙы яҡшы беләбеҙ...
Ғәли ағай, күтәренке кәйеф менән атлап китһә лә, төнгө ҡурҡыныс сәйәхәт хаҡында бер туҡтауһыҙ уйлана. Мотлаҡ теге ярға сығасаҡтарына ышана. Ысынлап та, төнөн Днепрҙың уртаһына еткәнсе кәмәләрҙе дошман күрмәй, тик күктә ракеталар яҡтырып, һыуға сума. Әммә йылғаның иң ағым урыны - уртаһына еткәс, пулеметтар "телгә" килә, эргәләрендә генә снарядтар туҡтауһыҙ ярыла, кәмәләрен төрлө яҡҡа сайҡай, ҡаға-болғай башлай. Ракеталарҙан түгелгән ҡот осҡос яҡтылыҡ күкте яра. Кәмәләргә снарядтар тейеүҙән бигерәк тә тәүге кәмәләрҙә яраланыусылар күбәйә бара... Бирҙин ағайҙың кәмәһенә имен-аман ярға сығыу бәхете тейә. Ул ярға сыҡҡандарҙы ҡарай-тикшерә башлай. Кемдер:
- Иптәш, майор! - ти. Ул сержант Иванов булып сыға.- Беҙҙең яраланғандар бар!
- Бына нимә, Иванов. Һиңә яралыларҙы ҡарау, яраларын бәйләүҙе ойоштороу йөкмәтелә. Уларҙы алып, теге ярға сығығыҙ!
- Немецтарҙың иманын уҡытырға ине...
- Бойороҡто үтәгеҙ! Тик яралыларҙы теге ярға сығарғас, майор Жеребцов менән яңынан был ярға сығығыҙ!
- Тыңлайым, иптәш командир!- ти Иванов, шатлығын йәшермәй.
Төн ҡараңғылығы, прожектор яҡтыртылмағас, ҡуйыра төшә. Бына бер саҡ беҙҙекеләрҙең "Ура!" тауышы ишетелеп ҡуя. Шул саҡ Бирҙин ағай ракетаһын юғары сөйөп атып ебәрә лә:
- Һалдаттар, Тыуған ил өсөн, ура!- тип ҡысҡырып, немец траншеялары яғына атыла. Әллә нисә тауыш "Урра!" ҡабатлап, уның артынан атакаға ташлана. Дошман траншеяһына яҡынлауын тойоп, майор бер-бер артлы гранаталарын сөйә башлай... Дошман пулеметтары бер юлы тетелдәй башлай. Шул саҡ алыҫта беҙҙең катюшалар ҙа "телгә килә". Тик баш ҡалҡытыу ҡурҡыныс - алда дошман снайперы беҙҙең һалдаттарҙы берәм-берәм сүпләй.
- Рафанов!- ти майор Бирҙин,- дошман снайперын тап, иғтибарын икенсе яҡҡа йүнәлт, беҙ Чугаев менән уң яҡтан үтәбеҙ.
-Ярай, - ти ҙә батальон парторгы, - бәлки, быны һеҙгә эшләргә кәрәкмәҫ? - тип өҫтәй.
- "Бәлки" килеп сыҡһа, һин минең урынға ҡалаһың.
Бирҙин ағайҙың адъютанты уны шунда уҡ аңлай. Уның янына ҡаса-боҫа килеп еткәс, икәүләп ҡыуаҡлыҡтар араһына шыуышалар. Бер саҡ егеттәр төтөн ебен күреп ҡалалар. Чугаев ике аҙым ырғыуҙа снайпер янына етеп, автоматын эшкә егеп, уны ояһынан бәреп төшөрә. Биш минут үтеүгә, бөтә батальон аяҡ өҫтөнә баҫып, яуға күтәрелә. Оҙаҡламай Бирҙин менән Звездин етәкселек иткән ике батальон бергә ҡушыла. Улар азат иткән Каховка ауылы кешеләре сикһеҙ шатлыҡ менән, флагтар сөйөп, күҙ йәштәрен һөртә-һөртә совет һалдаттарын ҡолас йәйеп ҡаршылай. Иң алға төрлө тауарҙарҙан тегелгән, иңе 2-3 метр оҙонлоғондағы туҡымаға "Слава героям Бердину, Звездину, рядовому Ермолаеву!" тип яҙылған полотно ҡаҙалған була. Шул саҡ майор Жеребцов Ғәли ағай Бирҙин эргәһенә килеп баҫа ла уның ҡулдарын ҡыҫып:
- Ҡотлайым, һеҙгә Советтар Союзы Геройы исеме бирелде!- тип йылмая. "Урра!" тигән тауыштар ишетелеүҙән Ғәли ағайҙың тамағына төйөр тығылғандай була... Ғәли Иркәбай улына тапшырылған бүләк ҡағыҙындағы "ҡаһарманлыҡ күрһәтте, ул үҙе бер танкты, һигеҙ дошман һалдатын юҡ итте, батырлығы, һүҙе менән һалдаттарының хәрби рухын күтәрҙе" тип яҙылған һүҙҙәр был ваҡиғаларҙа ул уйнаған ролдең әһәмиәтен раҫлай. 1945 йылда бер көндө М.И. Калининдан: "Чкалов ҡалаһына Ленин ордены һәм Советтар Союзы Геройының Алтын йондоҙон алырға юлға сығығыҙ"- тигән телеграмма килә. Награданы уға Көньяҡ Урал округы командующийы генерал Захаров тапшыра. Уның бүлмәһенә ингәс, Геройға хөрмәт йөҙөнән генерал-офицерҙар составы аяҡ өҫтө баҫып, ҡул сабып ҡаршылай...
Бына шундай характерлы, егет булараҡ та тиҙ өлгөргән, ҡыйынлыҡтарҙан ҡурҡмаған тәүәккәл, ихтыяжы ҙур, көслө рухлы ине мин яҡшы белгән тағы ла бер яҡташым.

Риф МИФТАХОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 12.05.14 | Ҡаралған: 1894

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru