«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
әйт, тиһәгеҙ...
+  - 

Һеҙҙең ғаиләлә Бөйөк Ватан һуғышы тураһында ниндәй хәтирә һаҡлана?

Таңсулпан Ғарипова, яҙыусы: Атайым - Мөхәмәтҡолов Хизбулла Ғибәҙулла улы - һуғыш башланғанға тиклем армия сафында Төркөстан фронтына эләгә һәм унда кавалерия буйынса ҙур тәжрибә туплай. Унан ҡайтҡас, ауыл малайҙарын да ат менән эш итергә өйрәтә, уларға "джигитовка", йәғни ат өҫтөндә оҫта йөрөү, ат өҫтөндә һуғышыу дәрестәре үткәрә. Шуға күрә һуғыштың икенсе көнөндә үк ғариза яҙып, үҙе теләп фронтҡа киткән атайымдың Башҡорт кавалерия дивизияһы сафтарында һуғышыуы бәхәсһеҙ була. Ошо дивизия составында Берлинғаса яу юлы үтә ул. Дәһшәтле ҡан ҡойоштарҙың уртаһында булырға тура килә уға. Днепрҙы кискән саҡта ҡаты яраланған атайыма, ауылына ҡайтып, бер аҙ хәл йыйыу өсөн ял бирәләр. Сталинград өсөн барған ҡаты һуғыштар ваҡытында атайым "Хоҙайым, ошо мәхшәрҙән иҫән-һау ҡотолоп, тағы ла 9 ғына йыл йәшәһәм, һис үкенмәҫ инем" тип, үҙенә ғүмер һорай. Хоҙай ишеткәндер, атайым 1945 йылдың 29 авгусында имен-аман тыуған ауылына, ғаиләһе янына әйлә-неп ҡайта. Ҡайтҡас та ауылды тергеҙеүгә, колхозды күтәреүгә бар көсөн һала. Әсәйем менән бергә ҡарауһыҙ, етем ҡалған әбейҙәрҙе өйөбөҙгә алып ҡайтып көтәләр. Хоҙай уға, үҙе һорағанса, теүәл 9 йыл ғүмер бирә. Колхоздың бүрәнәнән эшләнгән беренсе һыйыр аҙбарын төҙөү өсөн ағас әҙерләргә барғанда ике иптәшен ҡотҡарам тип, иптәштәренең өҫтөнә төшөп барған бүрәнәне алып ташлағанда имгәнеп, 45 йәшендә һәләк була. Атайым үлгәндә миңә 6 йәш кенә булып ҡала. Мине гел генә - баҫыуға сыҡһа ла, урманға барһа ла, эшенә йөрөгәндә лә - арбаһына ултыртып, үҙе менән алып йөрөнө ул. Ул үлгәс, ауылдаштарым мине "Хизбулланың ҡыҙыл башлы ҡомартҡыһы", тип йөрөттө. Атайым моңло итеп йырлай торғайны. Уның башҡарыуындағы башҡорт халыҡ йырҙарын барыһы ла яратып тыңлар ине. Кәрим Дияров, Ғата Сөләймәнов кеүек ҡурайсылар күп йырҙарҙың һүҙҙәрен, тарихын атайымдан яҙып алды. Беҙҙең ғаилә өсөн иң ҙур байрам - 9 май байрамы, Еңеү көнө. Уны һәр ваҡыт көтөп алабыҙ, билдәләйбеҙ, атайымды, уның һуғыштан ҡайтмаған ҡустыларын иҫләйбеҙ.

Зөлфиә МАНАПОВА, Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылы, уҡытыусы: Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда атайыма 18 йәш була. Ул Башҡорт кавалерия дивизияһы ойошторолғас та уның сафына саҡырыла һәм башҡа ҡыйыу йөрәкле, ҡурҡыу белмәҫ башҡорт егеттәре менән бергә һуғыштың иң ҡаты бәрелештәрендә ҡатнаша. Уларға һәр ваҡыт фронттың иң алғы һыҙығында булырға тура килә, ләкин дошман уты уларҙың еңеүгә булған рухын һындыра алмай. Сталинград өсөн барған аяуһыҙ алыштар ваҡытында ла башҡорт атлылары һынатмай һәм күптәре шунда башын һала. Атайым - Манапов Әхмәт Атаулла улы ошондай алыштарҙың береһендә ҡаты яралана. Снаряд ярсығы уның тубыҡтан аҫҡы яғына эләгә, һәм ул иҫен юғалта. Шәфҡәт туташтары һушһыҙ ятҡан һалдатты, үлгәнгә һанап, медсанчастҡа алып бармай, һуғыш яланында ҡалдыра. Яралы көйө ямғыр һыуы тулған соҡорҙа таңға тиклем ятҡан атайымдың аяғы серей башлай. Госпиталдә тәүҙә аяғының тубыҡтан аҫҡы өлөшөн киҫәләр, ләкин гангрена туҡтамай. Һуңынан аяғын тағы ике тапҡыр ҡырҡалар. 6 ай госпиталдә ятҡандан һуң, һул аяғын бөтөнләй ҡалдырып, ҡултыҡ таяғына таянып, 1944 йылда өйөнә әйләнеп ҡайта атайым. Сталинград өсөн алышта күрһәткән батырлығы өсөн ул 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә. Ләкин орденын түшенә тағырға насип булманы уға, сөнки ул 2000 йылда вафат булды, ә оло награда тик 2003 йылда ғына балаларына тапшырылды. Ҡәһәрле һуғыш атайымдың аяғын алып ҡалһа ла, тормошҡа булған һөйөүен һүндерә алманы. Һәр эште оло дәрт менән башҡарған, бер ҡасан да төшөнкөлөккә бирелмәгән кеше булды ул. Һуғыштан һуң әсәйебеҙ, Надршина Латифа Аҡьегет ҡыҙы менән тормош ҡороп, матур ғүмер юлы үттеләр, 5 бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Еңеү көнө - илебеҙҙә билдәләнгән иң оло байрам һәм һәр ваҡыт шулай булырға тейеш. Беҙҙең тыныс тормош өсөн ғүмерҙәрен биргән, ҡаты яраланып ҡайтып, һыҙланыу-ауыртыуҙар менән йәшәгән һалдаттарҙың ҡаһарманлығын онотоу ғәфү итмәҫлек хата буласаҡ.

Рәйлә ФӘСХЕТДИНОВА, "Ғәлиә" химик таҙартыу предприятиеһы генераль директоры: Атайымды 1941 йылда 25 йәшендә һуғышҡа алып китәләр, һәм ул һуғыш бөткәнсе, илбаҫарҙарға ҡаршы көрәшә. Еңеүҙе яу яланында ҡаршылаған атайыма, башҡа совет һалдаттары кеүек үк, тиҙ генә тыныс тормошҡа аяҡ баҫырға насип булмай. Һуғыш тамамланғас та, оккупанттарҙың ҡалдыҡ ғәскәрҙәрен илдән ҡыуып сығарыу өсөн улар һаман сафта ҡала. Шулай ҙа 1945 йылдың авгусында атайыма - Фәйзуллин Ғариф Шәңгәрәй улына - бер айға ғына булһа ла Башҡортостанға, тыуған йортона ҡайтып килеү мөмкинлеге тейә. Ошо ҡайтыуында ул миңә ғүмер бүләк итеп китә. Калинин өлкәһендә хеҙмәтен дауам иткән атайым донъяға тағы бер балаһы тыуасағын белеп, ныҡ шатлана. Малай булһа - Рәил, ҡыҙ булһа - Рәйлә исемен бирербеҙ, тип яҙған хаттары ғаиләбеҙҙә изге ҡомартҡы булып һаҡлана. Ләкин уға ҡыҙын, йәғни мине, ҡулдарына алып һөйөү бәхете теймәй, иртәгә ҡайтырға юлға сығам тиеп йөрөгәндә уны урманда ҡасып йөрөгән дошман ҡалдыҡтары үлтереп китә. Был 1946 йылдың 18 майы була. Ә биш көндән һуң мин донъяға килгәнмен. Шулай итеп, атайым - мине, мин - атайымды күрмәнем. Атайым, улым тыуыр, тип ышанғандыр инде, малайҙар күлдәге тектереп, йүргәктәр һалып, посылка ебәргән булған...
Атайымдың үлеме тураһындағы хәбәр оҙаҡлаған. Ана ҡайта, бына ҡайта тип көтөп йөрөгән әсәйем Ғарифының вафат булыуын һуңлап ҡына белгән. Үле хәбәре килгәс тә, бер-нисә йыл "ҡайтыр", тип өмөтләнеп көткән. Балаларын бергә тәрбиәләй алмауҙарын, Ғарифының яңы тыуған Рәйләһен күрмәй, һуғыш бөткәс һәләк булып ҡалыуын уйлап, сеңләп илауы әле булһа ҡолағымда сыңлап торған кеүек. "Бигерәк һәйбәт кеше ине атайығыҙ. Мине алтынға урап, көмөшкә көпләп ҡуйҙы бит ул", тип ҡабатлар булды. Атайымдың иркәләүен тоймай үҫеүем ғүмерлек үкенесем булып йәшәй күңелдә. Һуғыш миллионлаған баланы атайһыҙ ҡалдырҙы, уларҙың көслө ҡулдарына таянып үҫеү мөмкинлегенән мәхрүм итте. Башҡа бындай ҡазалар булмаһын, донъялар имен генә торһон, тип көн дә теләктәр теләйем.

Гөлназ МАНАПОВА әҙерләне.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 12.05.14 | Ҡаралған: 1941

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru