«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
"Киске Өфө"нө уҡыйбыҙ
+  - 

УЛ БЕҘГӘ ТӘҮСЫҒАНАҠ КЕҮЕК

"Киске Өфө" гәзите бүтән киң мәғлүмәт сараларынан үҙ аллы фекер йөрөтөүе менән айырылып тора. "Үҙ аллы" тигәне башҡорт милләтенең рухын күтәреү өсөн башҡарған эшенә ҡайтып ҡала. Милләткә, телгә, әҙәбиәткә һәм мәҙәниәткә ҡағылышлы актуаль проблемаларҙы күтәргән, халыҡтың бөгөнгөһө менән ҡыҙыҡһынған, шул уҡ ваҡытта уның тарихына ла мөрәжәғәт иткән, киләсәккә лә ҙур маҡсаттар ҡуйған гәзиттәрҙең береһе, тип беләбеҙ "Киске Өфө"нө.

Баҫмалағы рубрикалар төрлөлөгө маҡтауға лайыҡ. Уларҙа төрлө авторҙарҙың бер-береһенә оҡшамаған йүнәлештә, киҫкен хәл-ваҡиғаларға, башҡорт халҡын йылдар буйы борсоуға һалған мәсьәләләргә ҡарата үҙ фекерен белдергән, рух юғарылығын сағылдырған мәҡәләләре баҫылып тора. Мәҫәлән, "Тарихнамә" рубрикаһындағы тарихи шәхестәр тураһында бәйән ителгән сығыштар бик танһыҡ. Заманса фекер йөрөтөргә, тормоштан артта ҡалмаҫҡа кәрәк, әлбиттә, әммә тарихыбыҙҙан башҡа бөгөнгө көндә йәшәй ҙә, киләсәккә маҡсаттар ҡуя ла алмайбыҙ. "Көнитмеш", "Фани донъя", "Йәшәйеш ҡағиҙәләре" рубрикалары бик оҡшай. "Диалог", "Монолог"тарҙа төрлө өлкәлә эшләүсе ғалимдарҙан алып, мәктәп уҡыусыларына тиклем - һәр кем үҙ фекерен еткерә ала. "Киске Өфө", баш ҡала гәзите булараҡ, Өфөнөң бөтә әһәмиәтле, ҡыҙыҡлы, актуаль яңылыҡтарын ваҡытында теүәл яҡтыртып бара. Кемде һаулыҡ буйынса һорауҙар ҡыҙыҡһындыра, улар өсөн "Халыҡ дауаһы" рубрикаһы бар. Ғөмүмән, бында һаулыҡ ҡына түгел, икмәк бешереүҙән алып биҙәнеү-төҙәнеү әйберҙәренә тиклем мәғлүмәт табырға мөмкин.
Күп урында бөгөн ҡатын-ҡыҙҙар етәксе вазифаһын башҡара, шуға ла ир-егеттәр абруйын үҫтереү темаһы бигерәк тә актуаль. Был йәһәттән "Киске Өфө" гәзитендә өлгөлө ғаиләләр, ҡыҙ һәм ир бала тәрбиәһенә ҡағылышлы темалар күтәрелеүе урынлы. Ғөмүмән, гәзиттең һәр бите, һәр материалы әһәмиәтле. Хатта башватҡыстар ҙа республикабыҙҙың төрлө райондарынан сыҡҡан билдәле шәхестәргә арнап эшләнеүе менән ҡыҙыҡлы. Һәр кем үҙенең тыуған төйәге, күренекле яҡташтары менән ҡыҙыҡһына, башҡа билдәле шәхестәр ҡайһы райондан булыуын белә ала, гәзиткә лә иғтибары арта.
"Киске Өфө" гәзитенең, башҡорт милләтен борсоған бөтә мәсьәләләрҙе халыҡ иғтибарына сығарып, милләттәштәребеҙҙе үҙ-ара фекер алышыуға, тәжрибә уртаҡлашыуға саҡырыуы маҡтауға лайыҡ. Ул халыҡты дөрөҫ йәшәргә, маҡсаттар ҡуйырға өйрәтеү, айыҡ тормош көтөү, ғилем һәм фән менән ҡыҙыҡһындырыу, мәҙәниәтле булыу, һаулығыңды ҡайғыртыу, кеше араһында абруйлы булыу кеүек маҡсаттарҙы алға ҡуя. Ошондай төрлө яҡлап алдынғы гәзитте үҙебеҙҙең башҡорт филологияһы факультетында һәр кафедра өсөн алдырабыҙ, унан тыш, коллегаларым шәхсән үҙҙәре өсөн дә яҙыла. Тағы шуны ла өҫтәп әйтергә кәрәк: факультетыбыҙҙың уҡыу пландарында "Киң мәғлүмәт саралары нигеҙҙәре" исемле модуль бар. Был дәрестәрҙә студенттар тележурналистика, радиожурналистика, баҫма матбуғат буйынса теоретик һәм практик белемдәр үҙләштерә. Был өлкәлә мәҡәлә яҙыу тәртибе, актуаль проблемаларҙы билдәләү, баҫманың биҙәлешен өйрәтеү өсөн коллегаларыма "Киске Өфө" өлгө, тәүсығанаҡ булып тора. "Киске Өфө" коллективына ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, ижад ҡомары теләйем!

Луиза СӘМСИТОВА,
М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты деканы, профессор.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.05.14 | Ҡаралған: 1554

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru