«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
тураһын әйткәндә...
+  - 

АҠ ХАЛАТЛЫЛАР МЕНӘН ДӘ...
уртаҡ тел табыуҙары бик ҡыйын

Аслыҡ-яланғаслыҡ, ауыр һуғыш юлдары үтеп тә һикһән-туҡһан йәшкә еткән ҡайһы бер әбей-бабайҙарҙың, ҡулдарын киҫә һелтәп, таяҡ тотмай йүгереп йөрөүен күреп ғәжәп итәһең ҡайһы саҡта. Һуғыштан һуңғы, сағыштырмаса яҡшы шарттарҙа тыуып үҫһәк тә, һаулыҡ мәсьәләһендә беҙҙең быуын күп осраҡта улар менән ярыша алмай. Йылдан-йыл төрлөләнә барған сирҙәргә иммунитетыбыҙ ҡаршы тора алмаймы, әллә ул бөтөнләй ҡаҡшағанмы? Яҡшы ашап, йылы кейенеп тә үҫтек инде. Спорт менән дә шөғөлләндек. Күрәһең, заводта үҙебеҙҙе аямай эшләү һөҙөмтәһелер: күп сирҙәрҙән хатта дауаханаларҙа ла ятып ҡотолоп булмай.

Беҙҙең һаулыҡҡа йәшәү рәүеше, экология һәм тағы бик күп факторҙарҙың кире йә ыңғай йоғонто яһағанын яҡшы беләбеҙ. Әммә кеше һаулығы һағында торорға тейешле медицина нисек эшләй һуң бөгөн? Үҙемдең миҫалымдан сығып, шул турала тураһын әйтеп һөйләп үтмәксемен. Минең был яҙманы гәзит уҡыусылар ялыу итеп түгел, халыҡ белһен һәм етәксе урындағылар ишетһен өсөн яҙылған, тип ҡабул итһен.
Һүҙ ҙә юҡ, һуңғы йылдарҙа Белоретта байтаҡ ҡына һаулыҡ һаҡлау объекттары сафҡа инде: республикалағы иң яҡшы Перинаталь үҙәктәрҙең береһе беҙҙә төҙөлдө, шулай уҡ өр-яңы балалар поликлиникаһы сафҡа баҫты. "Беренсел ҡан тамырҙары" үҙәге лә Башҡортостанда беренселәрҙән булып беҙҙең Муниципаль клиник дауахана базаһында булдырылды. Әкренләп булһа ла Белорет ҡалаһы көнсығыш райондарҙың медицина үҙәгенә әйләнә бара.
Тик "төҙөнөк, астыҡ, булдырҙыҡ" тиеү менән генә эште алға ебәреп булһа икән. Бөгөн беҙгә 250-нән ашыу юғары квалификациялы медицина белгесе кәрәк булһа, шуның яртылабы ғына эшләй. Һөҙөмтәлә сиргә ҡаршы профилактик саралар үткәреү түгел, хатта ауырыуҙарҙы өҙлөктөрмәй дауалау мөмкинлеге лә юҡ. Республика кимәлендә танылыу яулаған, юғары категорияға эйә, Гиппократ антына хыянат итмәй, халыҡ һаулығы һағында тороусы намыҫлы докторҙарыбыҙ күп булған сүрәттә лә. Мин уларҙы исемләп атап китеүҙе маҡсат итеп ҡуйманым. Уларҙың барыһын да бер мәҡәлә күләмендә атап китеү мөмкин дә түгел, һәр береһе айырым маҡтауға лайыҡ.
Иң үкенеслеһе, клиник дауахананың ҡиммәтле компьютер томографында, УЗИ һәм ауырыуҙарҙы тикшерә торған башҡа аппараттарында эшләй алырлыҡ белгестәр етешмәй. Поликлиниканың үҙендә лә УЗИ, мониторинг эшләтермен тимә. Ғүмерҙә лә бөтмәҫ сират унда. Хужалыҡ иҫәбендә эшләүсе поликлиникала һәм Магниттыҡылар асҡан "Тет-а-тет"та аҡса түләп, бөтә төр тикшеренеүҙәрҙе бер көндә үтеп була. Тик һәр сеансы һигеҙ йөҙҙән дә кәм булмаған процедураларҙы түләүгә пенсионерҙар ҡайҙан аҡса еткерергә тейеш?
Маҡтауға лайыҡ докторҙарыбыҙ күп, тиһәм дә, араларында "тотош көтөүҙе бысратҡан" айырым кешеләр ҙә юҡ түгел. Мин өс йыл элек туғыҙ ай буйына кардиологҡа күренә алмай ыҙаландым. Ят та үл! Шулай ҙа Өфөлә стажировка үтеүсе буласаҡ кардиолог ҡайтҡансы дауалана торорға тип, таныш түгел бер терапевҡа яҙҙылар. Терапевтың кабинеты янында уның мәктәптән килгән балаһын туйҙырып сығарғанын бер сәғәттән ашыу көтөп ултырырға мәжбүр булдым. Иллә-мәгәр балаһын оҙатҡас та мине ҡабул итмәй, әхирәте менән ғәйбәт һатыуҙы дауам итте. Был юлы көтөп ултырырға сабырлығым етмәне. Керҙем. Ә терапевт миңә төртөп күрһәтеп, икенсе аҡ халатлыға: "Бына, күрәһеңме, һинең күҙ алдыңда минең кабинетҡа негатив энергия килтерҙеләр. Хәҙер ни эшләргә?" - тип ысҡындырҙы. Был әҙәмдә врач этикаһы ла, ябай кешелә булырға тейешле әхлаҡ та юҡлығын аңлап, "Үлһәм дә ҡабат һеҙгә мөрәжәғәт итәһем юҡ", тип сығып киттем йәнем алҡымыма тығылып. Хакимиәттең шул саҡтағы һаулыҡ һаҡлау идаралығы етәксеһенә барғас, ул: "Килешәм, бер һеҙ генә түгел ул терапевҡа ялыу итеүсе, саҡ ҡына түҙергә кәрәк, Өфөләгеһе уҡып ҡайтһын инде..."- тип тынысландырып сығарып ебәрҙе. Шул осраҡтан һуң да ул терапевт тураһында күп тапҡырҙар ишеткәнем булды. Ауырыуҙар уға бер барып күренһә, башҡаса уға эләкмәҫкә тырышалар. Ошо врачтың эш һөҙөмтәһен бер көндө ҡоймала күреп, фотоға төшөрөп алдым. Ҡаланың машиналар ҙа, йәйәүлеләр ҙә күп йөрөгән урынында бар кешегә лә күренерлек итеп "(фамилияһы) - доктор смерть" тип эре хәрефтәр менән яҙып киткәндәр...
Икенсе бер хәл. Ноябрь айында миңә көтмәгәндә инсульт кисерергә тура килде. Реанимациянан һуң палатаға күсергәс, дауаласы врач: "Егерме бер көн дауаланғас, тағы ла шунса ваҡытҡа "Зеленая роща" санаторийына тулы реабилитация үтергә ебәрәбеҙ", - тип шатландырҙы. Юлламаны түләргә утыҙ мең һумды ҡайҙан алайым, мин бит пенсионер, тип ҡурҡыуым да бушҡа булған. Барыһы ла Медицина страховкаһы фонды иҫәбенә икән. Врач өс көндән иртәнге обход ваҡытында баяғы һүҙҙәрен тағы ла дөрөҫләне: "Һеҙгә борсолорға нигеҙ юҡ, шифаханаға мотлаҡ бараһығыҙ, компьютер томографы диагнозды раҫланы", - тине.
Тик иртәгәһенә үҙеме, балаһымы ауырыуҙан, был врач ҡабат ул эшкә сыҡманы. Больницанан сығырға өс көн ҡалғас, санаторий тураһында бүлек мөдиренә әйтһәм, "Тейеш түгел", тигән яуап алдым. Больницанан сыҡҡан көндө кабинетына кереп һөйләшеп тә ҡараным. "Һеҙ пенсионер", тигән генә яуап алдым. Мин эшләп йөрөүсе пенсионер, эштән сыҡҡаным да, сығырға уйлағаным да юҡ, тип иҫбатларға маташыуҙарым да һөҙөмтә бирмәне. Яуап ҡәтғи булды: "Ярамай, Өфөнән пенсионерҙарҙы ебәрергә ҡушмайҙар". Ә бит минең менән бер палатала ятҡан ике кешене ебәрҙеләр ул шифаханаға. Тик уларға 52-53 йәштәр самаһы ине. Шулай ҙа уларҙың береһенә юлламаны тартҡылаша-тартҡылаша саҡ биргәндәрен беләм. Ауырыуҙың ҡатыны Өфөләге таныштары аша санаторийҙан шылтыраттырған, бындағылар ике көнгә һуңлатып булһа ла уны ебәрергә мәжбүр булдылар.
Ҡайһы бер намыҫһыҙ докторҙарҙың ауырыуҙарҙы нисек дауалауы хаҡында тағы бер миҫал. Аяҡтарым ныҡ ауыртҡанға поликлиникала иң яҡшы невролог тип иҫәпләнгән докторҙа булдым. Аяҡ кейемдәрен систереп тә ҡарамайынса, ҡыйбатлы дарыуҙар яҙып бирҙе был. Дарыуҙарҙы ашап бөттөм. Һөҙөмтә булмағас, бер айҙан һуң тағы барып күрендем. "Һеҙ нимә, ул дарыуҙарҙың шифаһы күктән төшә, тип уйлайһығыҙмы? Бының өсөн бер нисә ай, бәлки, йылдар дауамы ла кәрәк булыр", - ти был. Тикшереп ҡараманы барыбер. Һуңынан аяҡтарымдың ниҙән ауыртыуын асыҡлап, диагноз ҡуйыу өсөн хирург Серегинға биш минут та кәрәк булманы. Томограф та уның диагнозын дөрөҫләне.
Президент инициативаһы менән башланған "Социаль туризм" программаһы буйынса сиратҡа яҙылыуға ла өс йыл булып китте. Сираттың осо-ҡырыйы ла, путевканың ҡасан булырын белгән кеше лә юҡ.
Республика кардиология клиник дауаханаһында ятып сыҡҡанға ла бер ай тулып килә. Унда кәңәш итеп ҡайтарған дарыуҙарҙы яҙҙырып алыу өсөн дә кардиологҡа керә алмай йөрөйөм. Май айына тиклем дә уға инергә талон булманы, ҡасан булыры ла билдәһеҙ. Муниципаль район менән Белорет ҡалаһының 110 мең халҡын бер кардиолог ҡабул итә беҙҙең дауаханала...

Нур МӨХӘММӘТОВ.
Белорет ҡалаһы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.05.14 | Ҡаралған: 1724

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru