«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
балалар ҡоро
+  - 

БАШҠОРТ ТЕЛЕНДӘ ҺӨЙЛӘШЕҮҘӘН,
башҡорт булыуыңдан оялма!

Бер олоно, бер кесене тыңла, тигән халыҡ аҡылына таянып, уңыш һәм уңышһыҙлыҡ, лидерлыҡ, башҡортлоҡ тураһында һәм йәмғиәтебеҙҙе борсоған башҡа темаларға Фатима Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһының 11-се синыф уҡыусылары Салауат Шафиҡов, Айбулат Юламанов, Айгөл Ишбулатова, Ләйсән Зәйнетдинова менән әңгәмәләштек.

"Уңышһыҙлыҡҡа осрау - енәйәт түгел. Алдыңа мөмкинлектәреңдән түбәнерәк маҡсаттар ҡуйыу енәйәтселек ҡылыуға тиң", тигән аҡыл эйәһе. Ә һеҙ был фекер тураһында нимә уйлайһығыҙ?

Салауат: Тормошҡа ашыра алғандан бәләкәйерәк маҡсат ҡуйғас, кеше үҙенә түбән баһа бирә булып сыға бит. Кеше эшләй аламы-юҡмы, юғары маҡсаттар, хыялдар менән йәшәргә тейеш. Бөйөк маҡсаттарға өлгәшкәнсе йылдар үтергә тейеш. Күпме тапҡыр уңышһыҙлыҡҡа осраһа ла, маҡсатлы кеше барыбер алға ынтыласаҡ, үҙендә ауырлыҡтарҙы еңерлек көс тә табасаҡ. Ә көндәлек талаптарҙан сығып ҡына эш итеп йөрөһә, ул шул кимәлдә ҡаласаҡ, юғары күтәрелмәйәсәк. Айгөл: Урыҫтың шундай мәҡәле бар: "Бөркөткә тейҙереү өсөн йондоҙҙарға төбәргә кәрәк". Маҡсаттар уға өлгәшеү өсөн, тормошҡа ашырыу өсөн ҡуйыла. Шуға ла мөмкинлектәреңде түбән баһалап, эшләй алған эшеңдән баш тартырға ярамай. Минең маҡсатым, мәҫәлән, киләсәктә республикамдың лайыҡлы гражданы булыу, халҡыма хеҙмәт итеү. Был иң юғары маҡсатым булһа, әлеге көндә мин уға өлгәшеү өсөн мәктәптә тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшәм, белемемде юғары уҡыу йортонда камиллаштырырға иҫәп тотам.
Ләйсән: Берәүҙең дә тормошо таҡыр һәм тура юлдарҙан ғына тормай, уңышһыҙлыҡтарға осрап тороу - ғәҙәти күренеш. Иң мөһиме, тормош боролоштарында үҙ мөмкинлегеңдә икеләнеп, юғалып ҡалмаҫҡа кәрәк. Сөнки кеше үҙ-үҙендә икеләнһә, ул бер ҡасан да тормошта үҙ юлын, үҙ урынын таба алмаясаҡ. Һәр яңылыш аҙым, уңышһыҙлыҡ фәһем, аҡыл, һабаҡ бирә, артабан үҫергә ярҙам итә.
Айбулат: Икеләнеү, тигәндән, һәр кем был тойғоно кисерә һәм кисерергә тейеш. Әле бына беҙ ҙә, мәктәпте тамамлағас, ҡайһы юғары уҡыу йортон һайларға икән, тигән икеләнеү алдындабыҙ. Дөрөҫ яуапты табыу өсөн мин яҡындарымдың кәңәштәренә ҡолаҡ һалған осраҡта ла, тик үҙемде генә тыңлап эш итәсәкмен. Сөнки һин киләсәгеңде тик үҙең билдәләргә, ул хаҡта уйланырға, ете ҡат үлсәргә, юлыңда осраясаҡ һынауҙарҙы, уңышһыҙлыҡтарҙы нисек үтеү алымдарын, ысулдарын эҙләргә тейешһең.

Бөгөнгө көндә башҡорт йәштәре өсөн иң ауыр "енәйәт" нимә ул?

Ләйсән: Башҡорт балаларының, йәштәренең үҙенең башҡортлоғонан оялыуы - ата-әсә, милләт, Хоҙай алдындағы енәйәт ул. Бер ҡасан да башҡорт телендә һөйләшмәгән, ололар ҙа, кеселәр ҙә уға башҡортса өндәшкәндә лә русса яуап биргән балаларҙы йыш күҙәтергә тура килә. Минеңсә, был бала үҫкәс тә үҙ балаларына башҡорт телен өйрәтмәйәсәк, үҙе башҡорт булһа ла, милләттәштәрен хөрмәт итмәйәсәк. Салауат: Нисек кенә аяныслы булмаһын, милләттәштәрем бер-береһе өсөн шатлана белмәй, хатта бер-береһенән көнләшеберәк йәшәй һымаҡ. Бына ошонда сағыла ул, минеңсә, башҡорт йәштәренең бер-береһенә ҡарата "енәйәте". Әлеге көндә беҙҙең милләт вәкилдәрен үҙенең башҡортлоғонан оялып йөрөүселәргә һәм артыҡ ныҡ башҡорт булырға тырышыусыларға бүлергә була. Уларҙың тәүгеләре башҡорт булыуҙарын йәшерә, икенселәре саманан артыҡ ҡыланып, һәр ерҙә башҡортлоғон иҫбатларға тырыша. Тыуған республикабыҙ, милләтебеҙ өсөн файҙалы эштәр башҡарып, матур һөҙөмтәләргә өлгәшкән мәҙәни башҡорт булырға ынтылырға кәрәк беҙгә. Шуға ла мин лайыҡлы белем алып, яҡшы һөнәр һайлап, үҙ эшемдең оҫтаһы булып, ошо хәҡиҡәткә өлгәшергә ынтылам.
Ләйсән: Мин үҙем башҡорттар араһында ундай көнләшеүсәнлеккә тап булғаным юҡ, шуға күрә Салауат менән килешеп етмәйем. Йәштәштәрем араһында башҡорттарҙы күреп ҡалһам, улар менән танышырға, аралашырға ынтылам, шуның менән үҙемде бәхетле тоям. Ҡайҙа ғына осрашһаҡ та, үҙ милләттәштәрем менән тиҙерәк уртаҡ тел табам, уларҙы күптәнге дуҫтарым кеүек ҡабул итәм. Атайымдың да, башҡорттар араһында булһынмы, сит милләттәр араһындамы, таныштары һәм яҡын дуҫтары бихисап. Ул, үҙе әйтмешләй, һәр ерҙә милләттәштәре менән аралашыуҙан көс ала.

Халыҡ алдындағы бурысыбыҙ тураһында һүҙ сыҡҡас, халыҡ алдындағы абруй тураһында ла һөйләшәйек әле. Абруй тик ололарға ғына кәрәкме?

Салауат: Абруйлы кеше, тигән төшөнсә, минеңсә, тик оло быуын кешеләренә ҡарата ғына ҡулланылырға тейеш. Улар араһынан да милләте һәм иле өсөн күп эшләгәндәре генә шундай хөрмәткә лайыҡ. Абруйлы кеше үҙе эшләгән коллективта өлгө, лидер, тәжрибә мәктәбе. Ә йәштәр араһында кешелек сифаттары, уҡыуҙа, спортта, йәмәғәт эштәрендә ниндәйҙер кимәлдә уңыш ҡаҙанғандары өсөн ихтирам иткән тиҫтерҙәрем бар, ләкин уларға ҡарата "абруй" төшөнсәһен ҡуллана алмайым әлегә.
Айбулат: Минеңсә лә әле бер нәмәгә лә өлгәшмәгән беҙҙең тиҫтерҙәр араһында "абруй" төшөнсәһен ҡулланып булмай. Синыфташтарҙың берәйһе үҙенең абруйын күтәрергә ынтылып, һәр нәмәлә беренсе булырға тырыша башлаһа, уға сәйерһенеп ҡарайҙар. Абруй - йәмғиәт тарафынан ваҡыт үтеү менән үҙенән-үҙе формалашҡан ғәҙел мөнәсәбәт ул.
Ләйсән: Абруй һүҙен ихтирам һәм өлгө һүҙҙәре менән бутарға ярамай. Мәҫәлән, ҡайһы бер йәш йырсыларҙы, КВН-сыларҙы йәштәр кумир итеп ала, холоҡ-фиғелдәрен, үҙ-үҙен тотоштарын шуларға ҡарап үҙгәртә хатта. Улар өсөн был кешеләр өлгөгә әйләнә. Әммә йәш "йондоҙҙар" ошоно аңлап етмәй, ҡайһы берҙәре сәхнәлә бер төрлө һүҙ һөйләп, унан төшкәс, бөтөнләй икенсене эшләп йөрөй. Уларҙан өлгө алыусы, ихтирам итеүсе йәштәр ысынбарлыҡта уларҙың нисек булғанын күреп, төңөлөүе лә бар бит.
Айгөл: Был "йондоҙҙар"ҙы абруйлы тип әйтеп булмаһа ла, йәштәрҙе арттарынан эйәртәләр икән, тимәк, ниндәйҙер дәрәжәлә ихтирамға лайыҡтар. Әммә улар тамашасы алдындағы сығыштары өсөн яуап биргән кеүек, тормошта ла яуаплы булырға тейештәр. Шулай ҙа, абруйлы кеше - ул һәр яҡлап та матур кеше, тип уйлайым.

Йәштәр өсөн өлгөлө тиҫтерҙәр булыуы мөмкин, тинегеҙ. Улай булғас, һеҙҙең ҡарамаҡҡа бөгөнгө замана геройы ниндәй?

Салауат: Әҙәби әҫәрҙәрҙә сағылыш тапҡан шәхестәр кеүектәр, заман геройҙары булырлыҡтар беҙҙең тормошта ла бар ул. Ләкин беҙҙең яҙыусылар ҙа, драматургтар ҙа, ғөмүмән, йәмәғәтселек уларҙы күрмәй, иғтибар итмәй. Радио, телевидение, интернет аша тик аҡсаға ҡаныҡҡан, байлыҡ артынан ҡыуғандарҙы ғына күрһәтәләр. Көн дә ниндәй кеше күпме аҡса эшләгән, урлаған, кемде төп башына ултыртҡан, кемдән алданған һ.б. ошоға оҡшаш мәғлүмәттәр ишетеп үҫкән йәштәрҙең позицияһы ла тик аҡса эшләүгә, бөтөн нәмәне һатып алыуға ҡоролған буласаҡ. Беҙгә бит донъялағы төп капиталды үҙ ҡулында туплап тороусы байҙарҙың эшләгән аҡсаһының 70-80 процентын хәйер итеп төрлө фондтарға ебәреүе, ярлылар менән бүлешеүе тураһында һөйләмәйҙәр. Ә мин бына уларҙың ҡайһы берҙәре Африкала һыу торбалары һалдыра башлаған, тигән мәғлүмәт уҡығайным...
Айбулат: Заман геройының эштәре бер ниндәй уҫаллыҡһыҙ, эскерһеҙ булырға тейеш. Бөгөнгө көндә йәштәр араһында "заман геройы" исемен йөрөтөрлөктәрҙе белмәйем, әммә башҡорт халҡының һәр быуатта, ауырлыҡта ла, еңеллектә лә, халҡы өсөн тырышҡан ҡаһарман ир-уҙамандары булған, улар буласаҡ, тип ышанам.
Айгөл: Элек заман геройҙары төрлө яуҙарҙы етәкләгән батырҙар, ихтилал башлыҡтары булған. Бөгөнгө заман геройы тыуған республикаһын, халҡын күтәргән кеше булараҡ күҙ алдына баҫа. Ул ниндәйҙер яу-алыштарҙы етәкләмәһә лә, милләттәштәренең, иленең мәнфәғәттәрен яҡлап көрәшкән замандаш.

Ф. Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһында башҡорт милләтенең зыялылары тәрбиәләнә икәнен беләбеҙ. Шундай уҡыу йортонда белем алыу ауырмы?

Ләйсән: Беҙҙең гимназияға уҡырға килергә теләгәндәр шуны белһен: беҙҙә туған башҡорт телендә һөйләшкән, тырыш, белемгә ынтылып торған, талантлы, лидер балалар уҡый.
Салауат: Һәр хәлдә, шулай булырға тейеш. Әммә дөрөҫлөктөң күҙенә тура ҡарайыҡ, Ләйсән: гимназиябыҙҙың башҡортлоғонан башҡорт теле дәрестәре һәм башҡортса үткән линейкалары ғына ҡалды түгелме? Ысынында, һуңғы өс-дүрт йыл эсендә ике баланың үҙ-ара башҡортса һөйләшеүен бик һирәк ишетергә тура килә. Беҙҙең уҡыу йортоноң ғына бәләһе түгел был, әлбиттә. Башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләү, үҙ ғөрөф-ғәҙәттәребеҙгә таянып йәшәргә өйрәтеү ғаиләлә башлана, шунда сикләнеп тә ҡала. Бала ғаиләнән тыш башҡорт мөхитенә эләкмәй тиерлек.
Айгөл: Ә шулай ҙа гимназиябыҙҙағы уҡыу-уҡытыу кимәленә әйләнеп ҡайтһаҡ, уҡытыусыларыбыҙҙың барыһы ла үҙ эшен яратып башҡарыусы профессионалдар, улар беҙгә үҙ балалары һымаҡ мөнәсәбәттә. Шуға күрә, беҙҙең гимназияла уҡыу үҙе бер кинәнес һәм ҡыуаныс. Төп дәрестәрҙән һуң төрлө түңәрәктәрҙә шөғөлләнергә, конкурс һәм олимпиадаларҙа ҡатнашырға ла өлгөрәбеҙ. Былары иһә беҙҙе тағы ла нығыраҡ яҡынайта, туғанлаштыра.
Айбулат: Уҡытыусыларыбыҙҙың беҙгә белем биреп кенә ҡалмай, һәр беребеҙҙең артабанғы тормош юлы, һайлаясаҡ һөнәре, яҙмышы хаҡында борсолоуын, үҙ итеп хәстәрләүен тоя йөрөйбөҙ. Сығарылыш синыфҡа килеп еткәнсе улар менән "40 бот тоҙ ашаныҡ", тиергә лә була. Шуға ла үҙидара көнөндә беҙ шаяртып та, улар менән бергә үткән һынау юлына баһа билдәһе итеп тә, уҡытыусыларыбыҙға иң ҡиммәтле приз итеп 40 килограмм тоҙ бүләк иттек...

ШУЛАЙ ИТЕП...
Шәхес тәрбиәләү өсөн япондар балаларына биш йәше тулғансы бөтә нәмәне рөхсәт итә, бер ниндәй тыйыуһыҙ үҫтерә икән. Бындай тәрбиә алымы башҡорт халҡына хас түгел түгеллеккә, шулай ҙа балаларыбыҙҙың иркен фекерләүе, һәр һорауға ҡарата үҙ һүҙен еткерә белеүе һөйөндөрҙө. Һис шикһеҙ, был сифаттар ғаиләләге тәрбиәнән тыш, белем биреү усағында урынлашҡан тәртиптән, уҡытыусыларҙың юғары профессионаллегенән дә киләлер. Нисек кенә булмаһын, әлеге балалар менән ололарса һөйләшеүҙең һөҙөмтәһе етди кешеләрҙе лә уйға һалырлыҡ булды, ахыры. Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, йәмәғәт?


Сәриә ҒАРИПОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.05.14 | Ҡаралған: 1740

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru