«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҡоролтай зыңғыры
+  - 

ПОЕЗДЫ ҠЫУЫП ТОТОРБОҘМО?

Был һорау юҡтан ғына килеп тыуманы һәм ул Герцендың "Кем ғәйепле?", Чернышевскийҙың "Нимә эшләргә?" романдары атамаһы буйынса хәҙер инде риторикка әйләнгән һорауҙар рәтенә баҫты. Сөнки мәғариф, аныҡлап әйткәндә, милли телдәрҙең, шул иҫәптән башҡорт теленең киләсәге тураһында мәсьәлә күтәрелгәндә, ғәҙәттә, киткән поезд составының артынан яулыҡ болғап тороп ҡалған кеүекбеҙ.

"Башҡортостан Республикаһында мәғариф тураһында" законға өҫтәмәләр индереү мәсьәләһе буйынса ла, ниңәлер, поездың һуңғы вагонына өлгөрөргә тырышып, артынан йүгереп ҡарағайныҡ та, туҡтаманы, ҡәһәрең... Әле килеп, Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм фән министрлығының "Дөйөм урта белем биреүҙең белем биреү программалары буйынса дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын үткәреү тәртибе"н раҫлаусы бойороғона нигеҙләнеп, Башҡортостан Мәғариф министрлығының аналогик бойороҡ сығарыуы, уға ярашлы, быйылдан башлап башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән аттестациялауҙы уҡыусыларҙың теләге буйынса үткәреү мәсьәләһе лә поезд киткәс кенә күтәрелгәндәй. Нисек кенә булмаһын, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының Мәғариф һәм фән комиссияһы ултырышы шундай уйҙарға этәрҙе. Эйе, ултырышта белдерелеүенсә, РФ Мәғариф һәм фән министрлығының бойороғо субъекттарға, һәр хәлдә Башҡортостанға, бик һуңлап килә һәм шул сәбәпле беҙҙең министрлыҡ та аналогик бойороҡто белем усаҡтарына һуң ебәрә. Ә йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡолағына был хәбәр тағы ла һуңыраҡ төшә: шау-шыу күтәрергә һуң, поезд инде ҡуҙғалған...
Әлеге ваҡытта республика буйынса башҡорт телен туған тел булараҡ уҡыған 9-сы класс уҡыусыларының 800-ҙән артығы (яҡынса 8 процент) башҡорт теленән диктант йәки изложение яҙыуҙы һайлаған. 11-се синыф уҡыусылары араһынан теләүселәр башҡорт әҙәбиәтенән билеттар буйынса телдән имтихан тапшырасаҡ. Ә инде артабанғы яҙмышын филолог һөнәре менән бәйләргә теләүселәр Берҙәм төбәк имтиханын һайлай.
Бында, әлбиттә, мәсьәләгә ике яҡлы ҡарарға була. Беренсенән, 9-сы синыфтар дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы өсөн мотлаҡ рәүештә рус теленән һәм математиканан имтихан тапшыра. Ә ҡалған предметтар араһынан - рус әҙәбиәте, физика, химия, биология, география, тарих, йәмғиәтте өйрәнеү, сит телдәр (инглиз, немец, француз һәм испан), информатика һәм мәғлүмәт-коммуникация технологиялары (ИКТ), туған телдәр һәм әҙәбиәттәр - үҙе теләгән предметты һайлау хоҡуғына эйә. Әлбиттә, милли республика булараҡ, милли мәктәптәрҙә туған телдәр һәм әҙәбиәттәр буйынса имтихан мотлаҡ тапшырылырға тейеш кеүек. Әммә бында оптималь юл табыу зарур. Был йәһәттән, бәлки, Татарстан Республикаһы тәжрибәһенә эйәрергә кәрәктер? Моғайын, уларға ла Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының шундай уҡ йөкмәткеле бойороғо һуңлап ебәрелгәндер, әммә улар бит бер ҙә аптырап ҡалмаған, тотҡандар ҙа 9-сы класс уҡыусылары өсөн мотлаҡ рәүештә татар теленән тест һынауҙары үткәргәндәр. Әлбиттә, һөҙөмтәләр аттестатҡа индерелмәй, уның ҡарауы, милли телде уҡытыуҙың, уҡытыусыларҙың эшенең һөҙөмтәһе асыҡ күренәсәк (быға тиклем милли мәктәптәрҙә туған телдәрҙән дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы мотлаҡ тапшырылып, уның һөҙөмтәләре аттестатҡа индерелә ине). Һәм был эш бары тик Мәғариф министрлығының (әллә ундағы телем, милләтем, тип янып-көйөп йөрөүселәрҙең ҡайһы берәүҙәренең фиҙаҡәрлеге менән генә мотлаҡ тип йөрөтөлдөмө икән?) инициативаһы менән генә тапшырыла килде. Бөгөн, күрәһең, туған министрлығыбыҙҙа ундай ватансыл кешеләр ҡалмаған...
Сара барышында, "быйылға дилбегәне ҡулдан ысҡындырҙыҡ. Киләһе уҡыу йылында февралдә үк министрлыҡтан 9-сы синыфтарҙа башҡорт теле буйынса дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын мотлаҡ тапшыртыуҙы талап итергә кәрәк", тигән фраза йыш ҡабатланды. Әгәр уҡыу йылы сентябрҙә башлана икән, был мәсьәләне ни өсөн февралгә ҡалдырырға һуң? Беренсе сентябргә килгәндә үк башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары 9-сы синыф уҡыусыларының үҙ предметын имтихан өсөн һайлаясағын ышаныслы белеп килергә тейеш түгелме икән? Юҡһа, йыл һуңында теләк белдереүсе уҡыусылар бөтөнләй булмауы ла ихтимал. Ә каникулдар - ул бары тик уҡыусы балалар өсөн, ә милли тел яҙмышының, милләт яҙмышының киләсәге өсөн ысын күңелдән борсолған зыялылар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре өсөн каникул да, ял да юҡ.
"РФ Мәғариф һәм фән министрлығының бойороғонда тағы (26.12.2013 й., №1400) бер сетерекле пункт бар: ул сит һәм туған телдәрҙән башҡа предметтарҙан имтихандарҙы рус телендә тапшырыуҙы күҙаллай. Был "Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында" Закондың 14-се статьяһының 3-4-се пункттарына, йәғни балаларҙың туған телдә белем алыуға булған хоҡуғын сикләй, сөнки туған телдә белем алған балаға рус телендәге эштәргә тик рус телендә генә яуап биреүе ҙур ҡыйынлыҡтар тыуҙырасаҡ", - тип белдерҙе БДБҠ башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Буранбай Күсәбаев.
Ләкин РФ Мәғариф һәм фән министрлығының ошонан бер көн алда сығарылған, әммә ғәмәлдә булған һәм Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығының сайтында дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын уҙғарыу буйынса норматив-хоҡуҡи документтар исемлегендә торған (әйткәндәй, был ике бойороҡ та бер үк көндә - 2014 йылдың 3 февралендә Юстиция министрлығында теркәү үтә, әммә 1400-сө бойороҡтоң теркәлеү һаны 31205, әле һүҙ алып барған 1394-се бойороҡтоң теркәлеү һаны 31206) 1394-се бойороғондағы алтынсы пункт "Белем биреү ойошмаһының уҡытыу планындағы инвариант өлөшөндәге уҡытыу предметы, был предметты РФ мәғариф һәм фән министрлығы башланғыс дөйөм, төп дөйөм, урта дөйөм белем биреүгә дәүләт аккредитацияһы булған мәғариф учреждениеларына ҡулланыуға тәҡдим иткән исемлеккә ингән дәреслектәр ҡулланып туған телдә уҡытылған осраҡта, дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы шулай уҡ туған телдә уҙғарыла" икәнлеген дәлилләй. Ә инде Башҡортостан Республикаһы министрлығының бойороғонда КИМ-дарҙы (имтихандарҙы контроль баһалау материалдарын - текстар, материалдар һ.б.) туған телдәргә тәржемә итеү бурысы ҡуйылған. Был йәһәттән, тимәк, ғәмәлдә проблема булырға ла тейеш түгел.

ӘЙТКӘНДӘЙ...
Дин белгестәре доғаларҙы ихлас күңелдән, уға барлыҡ күңелеңде, өмөтөңдө һалып уҡыу менән исем өсөн генә уҡыу араһында ҙур айырма ятҡанлығын билдәләй. Кем алдындалыр, мин дә доғалар беләм, тип әйтер өсөн генә уҡылған доғаларҙан күңел сафланмай ҙа, тынысланмай. Ә инде бар ихласлығыңды һалып уҡығанда һин ысын мәғәнәһендә Аллаһ бәрәкәтендә булаһың, тиҙәр. Әгәр бөгөн башҡорт телен туған теле булараҡ уҡыған балаларҙың 8 проценты ғына имтихан тапшырыу өсөн әсә телен һайлаған икән, уйланырға урын бар. Һәм был осраҡта, сәбәптәрҙе асыҡлау өсөн, иң мөһиме балаларҙың үҙҙәренең фекерен белеү кәрәктер, моғайын. Сөнки риторик һорауҙар һаман да асыҡ ҡала: кем ғәйепле, нимә эшләргә, поезды ҡыуып тота алырбыҙмы?..

Зәйтүнә ӘЙЛЕ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.05.14 | Ҡаралған: 1840

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru